Башҡорт халҡының арҙаҡлы мәғрифәтсе шағирына арнала.
Вложение | Размер |
---|---|
Уҡыусыларымдың ижады | 74.5 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы
Октябрь районының 155 – се лицейы муниципаль автономиялы
дөйөм белем биреү учрежденияһы
Мифтахетдин Аҡмулла – мәғрифәтсе-шағир
Башҡарҙы: 7 класс уҡыусыһы Сәлихова Валерия
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Шәйәхмәтова Рушания Вәкил ҡыҙы
Йөкмәткеһе
II. 2. Мифтахитдин Аҡмулланың мәғрифәтселек идеялары……...………….6
Инеш
Халыҡ күңелендә мәңге юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған бөйөк шәхестәр була. Пушкин, Лермонтов, С.Юлаев, Ш.бабич кеүек шәхестәр беҙҙең дәүерҙә лә барҙар. Донъяла аҙ ғына йәшәп тә үҙҙәренең ҡылған изге эштәре, рухи мираҫтары менән быуаттың йөҙөн яҡтырталар. Шуларҙың береһе, XIX быуат башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән, сәсән-шағир Мифтахитдин Аҡмулла ижады башҡорт әҙәбиәте тарихында ҙур урын алып тора.
XIX быуаттың икенсе яртыһы Башҡортостанда кантондар идаралығын бөтөрөү, башҡорт ерҙәрен талау, тартып алыу, синфи ҡаршылыҡтарҙың көсәйеүе һәм әкренләп капиталистик мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы менән характерлана. Был осорҙа мәҙәниәт, мәғариф эше йәнләнә төшә, ләкин Башҡортостан Рәсәйҙең иң үгәйһетелгән ерҙәренең береһе була. Аҡмулланың әҙәбиәткә килеүе тап ошо дәүергә тура килә лә инде.
Талантлы шағирҙың ижады бигерәк тә ҡаҙаҡ, татар поэзияһына йоғонто яһай. Бар булмышы менән башҡорт, ҡаҙаҡ традицияларын дауам иткән ялҡынлы шағир. Ул үҙенең бөтә ғүмерен илебеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә арнаған. Үҙенең ижадында халыҡтың теләген, тойғоһон, аҡыл үҫешен һәм алға ынтылышын сағылдырған.
Мифтахитдин Аҡмулланың тормош юлы
Мифтахитдин Камалетдин улы Аҡмулла – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе шағиры, уҡытыусы, алдынғы фекер эйәһе, башҡорт әҙәбиәтенең классигы. Бөйөк шиғыр оҫтаһының мираҫы башҡорт әҙәбиәте үҫешенә мөһим роль уйнай.
Мифтахитдин Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә элекке Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосының(хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған. Архив документтарына ҡарағанда, уның атаһы Ишҡужа улы Ишҡужин, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы, икеһе лә аҫаба башҡорттар[7.5].
Мифтахитдин бәләкәйҙән үк бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында, һуңынан күрше ауылдағы Лоҡман тигән мулланың мәҙрәсәһендә ала. Уның атаһыла бик уҡымышлы, мулла була. Бала саҡтан уҡ ололарҙың аҡыллы һүҙҙәрен, башҡорт йырҙарын тыңлап үҫкән. Ҡурай моңон бик яратҡан. Артабанғы белемен Мәнәүезтамаҡ, Әнәс мәҙрәсәләрендә ала. Ошо ваҡыттан уҡ үҙенең шуҡлыҡтары арҡаһында муллалар менән һыйыша алмай. Насар уҡыу шарттары, мәҙрәсә тәртиптәре уға оҡшамай. Бай шәкерттәргә, муллаларға ҡаршы төрлө шуҡлыҡтар ҡыла, мәҙрәсәне лә ташлап китеү сиктәренә етә. Шағырлыҡ һәләте асыла башлау менән шиғриәт, тел аша уларға ҡаршы әйтә башлай.
Әнәс ауылынан киткәс, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый, данлыҡлы шағир Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Бының менән дә риза булмайса, Ырымбур яҡтарына сығып китә, бер аҙҙан һуң Троицкиға барып, Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә урынлаша. Ҡыш мәҙрәсәлә уҡыһа, йәйен ҡаҙаҡ балаларын уҡытып аҡса эшләй. Мифтахитдин йәштән үк тырыш, ҡыҙыҡһыныусан, ғилемгә, аң-белемгә ынтыла. Мәҙрәсәлә уҡыған сағында ул үҙ аллы фарсы телен, көнсығыш әҙәбиәтен өйрәнә.
Атаһы Камалетдин Аҡмулланы бәләкәйҙән үк яратмаған була. Тора бара ата менән ул араһындағы аңлашылмаусанлыҡ, ҡапма-ҡаршылыҡҡа әйләнә. Байтаҡ ваҡыт ҡаҙаҡтар араһында ил гиҙеп йөрөгәс тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ләкин атаһы яҡты йөҙ менән ҡаршы алмай. Үҙ балаһының һәр саҡ яңылыҡҡа, аң-белемгә ынтылған шиғри хисле күңелен аңлай алмай.
Шағир тыуған ауылын ташлап сығып китергә мәжбүр була. Троицкиҙан арыраҡ Ҡарабалыҡ ҡаҙаҡтарына барып сыға. Батыш тигән байға ялланып уҡытыусылыҡ итә. Ләкин күп тә үтмәй, 1867 йылда, ошо аймаҡтың түрәһе Иҫәнгилде старшина менән һүҙгә килешмәй, Аҡмулла троицк төрмәһенә килеп эләгә. Шулай дүрт йыл ваҡытта үтеп китә. Суд уны ике йыл ярымға арестанттар ротаһына хеҙмәткә ебәрергә ҡарар иткән була. Ҡарарға ялыу яҙып кире ҡағырға бер йыл ваҡыт бирелә. Яҡын дуҫтарының береһе, аҡса йыйып, ике мең тәңкә залог һалып, 1871 йылдың яҙында ҡотҡара[2.234].
Төрмәнән сыҡҡас аҡланыуға өлгәшә. Ырымбур мәҙрәсәләренең береһенә эшкә саҡырһалар ҙа ризалашмай. Бөтә ҡалған ғүмерен шағир ил гиҙеп үткәрә. Башҡорт йәйләүҙәрен, ҡаҙаҡ далаларын ҡыҙыра, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы халыҡты, етемдәрҙе яҡлап, поэтик ижады менән сәсәндәр менән ярышып үткәрә. Ғилем, аң-белем, мәғрифәт өләшеп йөрөй.
М.Аҡмулла 1895 йылдың 20 октябрендә Миәс ҡалаһы менән Һарыҫтан ауылы эргәһендә (Иҫәнгилде старшинаның дуҫы Буранғол ҡушыуы буйынса) уғрылар тарафынан үлтерелә[8.347].
М.Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән.
Ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе шағирҙың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. Ләкин уның ижады, рухы беҙҙең күңелебеҙҙә бөгөнгө көндә лә йәшәй һәм беҙ уны түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға алап барып еткерергә тейешбеҙ.
Мифтахитдин Аҡмулланың мәғрифәтселек идеялары
Аҡмулла – халыҡ мөхәббәтен яулаған, халыҡтың иң изге хыял ынтылыштарын сағылдырған бөйөк шағир. Мифтахитдин әҙәбиәткә иҫке фанатизм менән яңылыҡ көрәштәре башланған, ауыр һыналыш йылдары осоронда килеп инә. Халыҡ тормошонда иҫкелек, ҡараңғылыҡ йәшәп килгән мәлдә, иң беренсе булып Аҡмулла ижады менән сығыш яһай башлай.
Аҡмулланың шағирлыҡ һәләте иртә асыла. Мәҙрәсәлә уҡып йөрөгәндә үк, бай шәкерттәргә, муллаларға ҡаршы шиғырҙар ижад итә. Идея йүнәлеше йәһәтенән шағирҙың поэзияһы дөйөм мәғрифәтселек ҡараштары менән һуғарылған. Нимә тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары – ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Шуның өсөндә мәҙәни үҫешкә ҡамасаулаусы иҫкелекте аяуһыҙ тәнҡитләй, шул яҡлылырҙы иң ҡара буяуҙар менән ҡылыҡһырлай, ундайҙарҙы батҡаҡҡа ҡойоноусы сусҡаға, алтынға йәбешкән нәжескә, ҡутырға ҡунған себенгә тиңләштерә. Аҡ маралға ҡара ҡабан ҡушылмаған кеүек, изгелек менән яуызлыҡ араһында ла бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ, тигән идеяны үткәрә:
Ҡыйыш уҡ, атҡан менән, туры китмәҫ,
Күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ.
Ҡоторған эт һауа ҡарап өргән менән,
Асманда торған айҙың нуры китмәҫ.
Шағир ижтимағи тормоштағы ғәҙелһеҙлек, аҡылдың, мәғрифәттең наҙанлыҡ һәм яһиллыҡ өҫтөнән һаман тантана итә алмауынан килә, тип ҡарай[2.265].
Бер ғаза күрмәйенсә, әҙәм шашыр,
Бәндәнең ҡаза тигән күңелен баҫыр…, - тип яҙған, кеше араһында боҙоҡлоҡтоң, аҙғынлыҡтың таралыуы хаҡында.
Аҡмулланың доъяға ҡарашында әхләк мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә ҙур урын алып тора. Ул мәғрифәтсе булараҡ, халыҡтың киләсәге ошоға бәйле булыуын аңлата. Сабыр холоҡло, иманлы булыу, әҙәплелек, аҡыллылыҡ төшөнсәһе шиғырҙарының төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Шундай юл менән үҙе аралашып йәшәгән башҡорт, ҡаҙаҡ халҡының ауыр хәлен еңеләйтергә ынтыла.
Аҡмулла дин әһелдәренә, наҙан муллаларға һәм шәриғәт һағында тороусы, мәғрифәт юлын быуып ятыусы әҙәмдәргә нәфрәтен белдерә. Ул үҙенең бөтә шағирлыҡ һәм сәсәнлек һәләтен ошо иҫкелекте еңеүгә көсәйтә. Был бигерәк тә шағирҙың замана муллаларына арнап яҙған шиғырҙарында асыҡ күренә:
Ғилем һүҙгә ҡолаҡ һалып, ҡатлау ҙа юҡ,
Белә тороп, бүтән юлға атлау ҙа юҡ.
Вә ләкин күңелдәре боҙоҡ ирҙәр
Һәр кемде хурлауға бар, маҡтауға юҡ.
Дин әһелдәренә, фанатик муллаларға ҡарата бындай ҡарашын Аҡмулла ғүмер буйы һаҡлаған. Сөнки муллалар, ил менән идара итеүсе түрәләр аҡыллы, әҙәпле, иманлы, ғәҙел, ғилемле булғанда ғына, илдең алға барыуы, халыҡтың бәхетле йәшәүе мөмкинлеген аныҡлап әйтә. Шағирҙың үҙенең дә күп телдәр белеүе, донъяла кәрәк булған һөнәрҙәр өйрәнеүе лә быға асыҡ миҫал. Балаларҙы уҡытҡан сағында ятлатыу методын ғына ҡулланмайынса, үҙ телдәрендә төшөнөүенә өлгәшә. Мәҙрәсәләр заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәрткән осорҙа ла Аҡмулланың өлөшө ҙур. Балалар ниндәй телдә һөйләшһәләр, ул шул телдә белем бирә. Ғүмер буйы ил гиҙеп, күсмә тормош менән көн күрһә лә, рухи мәнфәғәттәре киң була.
Аҡмулланың ҡайһы бер шиғырҙары хәҙерге заман кешеләренә төбәп әйтелгән кеүек. Мәҫәлән, “Инсафлаҡ”, “Аҡыл”, “Нәсихәттәр”, “Башҡорттарым уҡыу кәрәк!” кеүек шиғырҙарында тапҡыр һүҙле юлдар бөгөнгө заман кешеһенә иҫкәртеү һымаҡ булып яңғырай. Сөнки, ул ижадында башҡорт халҡын ғына түгел, бөтә кешелекте борсоған, уйландырған проблемаларҙы күтәргән. Аң-белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән фекергә килеп, “Башҡорттарым уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт итә.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Аҡмулла ижадында Тыуған ил, тыуған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо, Тыуған илде һаҡлау, ирек, азатлыҡ өсөн көрәш мотивтары ла бар. Ил яҙмышын, ир яҙмышына, ил ҡотон, ир ҡотона бәйләп аңлатыу тәбиғи күренеш. Сөнки ир-егеттәр – ил терәге. Һәм, икенсе яҡтан, булдыҡһыҙ, йүнһеҙ ирҙәр илгә имгәк кенә.
Ҡайһы яҡтан ғына алып ҡарама Аҡмулла һүҙен ишетеү менән тарихыбыҙҙың үкәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге күҙ алдына баҫа. Оло шәхестең шиғриәте – ваҡыт сиктәрен белмәҫ тәрән йөкмәткеле, ғәжәп аҙәңле рух шишмәһе. Ижад емештәренең мәңгелек көсөн алдан тойомлағандай, шағир үҙе үк былай тигән:
Ҡараһаң, Аҡмулланың китабы был,
Эсендә – һыуһағанға шәрбәтле һыу.
Битенең бере көлөр, бере һүгәр,
Тура һүҙе – берәүгә им, берәүгә ыу.
Эйе, Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен-күңелдәребеҙгә шәрбәтле һыу ҙа, үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр хитап та… Ул тарихта тыуған халҡын ғына түгел, ә бик күп туғандаш халыҡтарҙың да оло ихтирамын, һөйөүен яулаған шәхес булып ҡала һәм ҡаласаҡ.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, Мифтахитдин Аҡмулла үҙ халҡын мәғрифәткә өндәүсе дәртле сәсән шағир булып йәшәй. Үҙенең поэтик ижады менән халыҡҡа хеҙмәт итә. Ул ябай халыҡ, ил өсөн көрәшә. Дини фанатизмға ҡаршы сыҡһа ла, дингә ышана, динде кешене мәғрифәткә, әхләки сафлыҡҡа күндереүсе тип ҡарай. Элекке шағирҙарҙан айырмалы рәүештә, бар булмышы менән үҙеңде әхләки яҡтан сафларға, ғилем-һөнәргә эйә булырға кәрәклеген күндерергә тырыша. Халыҡ араһында мәғрифәт, яңырыу идеяларын пропогандалай.
М.Аҡмулла – ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры. Салауаттан ҡала беренселәрҙән булып үҙ халҡына Башҡоттарым тип өндәшә, уны яҡты тормошҡа алып сығыу юлдарын эҙләй. Аҡмулланың поэтик традицияларын Ғ.Туҡай, М. Ғафури, Д.Юлтый, Ш.Бабич һәм башҡалар дауам итә.
Йылдар үткән һайын ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйылары сағыуыраҡ күренә. Уның поэтик ижады онотолмаҫ моң булып әле лә халыҡ күңелендә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа уға арналған монографик хеҙмәттәр, бик күп мәҡәләләр донъя күрҙе, шағирҙың ҡәберенә мемориаль һәйкәл ҡуйылды, тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музейы асылды, уның исемендә махсус премия булдырылды, йыл һайын Аҡмулла көндәре үтә.
Әҙәбиәт
Выбери путь
Нас с братом в деревню отправили к деду...
Проказы старухи-зимы
Как представляли себе будущее в далеком 1960-м году
Весенние чудеса