Дәрес өлгөһө "Кәкүк сәйе"
план-конспект урока

Абдуллина Гюзель Фахритдиновна

  Байрам тышта үткәрелә.

Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.

Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше, социаль- коммуникатив үҫеш.

Интеграцияланған бурыстар.

Белем биреүсе:   тирә-йүнде өйрәнеүгә теләк уятыу, ҡоштар, үләндәр, бөжәктәр донъяһына балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү, улар тураһында яңы белем биреү. Урманға, ҡырға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итеү.

Үҫтереүсе: Һүҙ байлыҡтарын арттырыу, телмәрҙәрен үҫтереү

Тәрбиәүи: милли уйындар аша балаларҙың һаулығын нығытыу; уларҙа иғтибарлылыҡ, уяулыҡ,  татыулыҡ, дуҫлыҡ, тәбиғәткә, уның үҫемлектәренә, хайуандарына ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.  Әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе үҙләштереүҙе тәьмин итеү.  

Алдан үткәрелгән саралар: тәбиғәт тураһында йырҙар, шиғырҙар, бейеү өйрәнеү, әңгәмә үткәреү

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kkuk_sye.doc50 КБ

Предварительный просмотр:

   Байрам тышта үткәрелә.

Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.

Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше, социаль- коммуникатив үҫеш.

Интеграцияланған бурыстар.

Белем биреүсе:   тирә-йүнде өйрәнеүгә теләк уятыу, ҡоштар, үләндәр, бөжәктәр донъяһына балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү, улар тураһында яңы белем биреү. Урманға, ҡырға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итеү.

Үҫтереүсе: Һүҙ байлыҡтарын арттырыу, телмәрҙәрен үҫтереү

Тәрбиәүи: милли уйындар аша балаларҙың һаулығын нығытыу; уларҙа иғтибарлылыҡ, уяулыҡ,  татыулыҡ, дуҫлыҡ, тәбиғәткә, уның үҫемлектәренә, хайуандарына ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.  Әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе үҙләштереүҙе тәьмин итеү.  

Алдан үткәрелгән саралар: тәбиғәт тураһында йырҙар, шиғырҙар, бейеү өйрәнеү, әңгәмә үткәреү

Алып барыусы йүгереп сыға. Ул байрам тураһында хәбәр итә.

Алып барыусы.         Тыңлағыҙ! Тыңлағыҙ!

        Яҙғы байрам, бөгөн байрам!

        «Кәкүк сәйен үткәрәбеҙ!

        «Кәкүк сәйе», «Кәкүк сәйе!»

        Бөтәһе лә килһендәр,

        Байрамыбыҙға рәхим итһендәр!

Оло инәй.         Һаумыһығыҙ, балалар! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!

Бала.         Инәй, ниңә «Кәкүк сәйе» байрамын үткәрәләр ул?

Оло инәй.         Борон-борондан башҡорттар ҡош-ҡортҡа табынып йәшәшәгәдәрн. Кәкүк- халҡыбыҙҙың әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне, үҙ һөйгәненә тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдыра.

Бала. Инәй, шул турала беҙгә һөйлә әле?

Борон-борон заманда  Кәкүк исемле егет йәшәгән. Уның яратҡан ҡыҙы булған, ти. Бер ваҡыт һуғыш сыҡҡан. Егет һуғышҡа киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған, ти. Ҡыҙ уны бик һағынған. Бер көндө: «Әй, Хоҙай миңә ҡанаттар биреп ҡошҡа әйләндерһәңсе, мин һөйгәнемде эҙләп табыр инем,» - тиеп ялбарған, ти. Шунан ҡыҙ ҡошҡа әйләнеп осоп киткән, һәм «Кәкүк, кәкүк,» - һөйгәнен саҡырып эҙләп тик йөрөй, ти. Сит ояға йомортҡа һала, баҫып сығарырға түҙемлеге етмәй шул.

        Кәкүк саҡыра башлай.

Оло инәй. Балалар, кәкүк тауышын ун ҡолаҡ менән ишеттегеҙме, һул ҡолаҡ менәнме?

- Уң ҡолаҡ, уң ҡолаҡ?

- Тәүге кәкүк тауышын уң ҡолаҡ менән ишетһәң гел яҡшылыҡ ишетәһең ул, балалар. Хәйерлегә булһын!

Кәкүк саҡыра

Балалар, кәкүктән нисә йәш икәнен һораһаң ул дөрөҫ яуап бирә.

Балалар.

Моңло Кәкүк,

Әйтсе әлүк,

Миңә нисә йәш?

Бөтә балалар кәкүк тауышын һанайҙар (1-2 ҡат …)

Алып барыусы. Дөрөҫ әйтте бит кәкүк,

        Алдай күрмәгеҙ берүк!

        Саҡырайыҡ ҡунаҡҡа,

        Килеп етһен ул тиҙ үк!

 Бөтәһе бергә: Кәкүк, кәкүк, кил әле!

                Хәлебеҙҙе бел әле!

                Кәкүк кейемендә тәрбисәе «Осоп» сыға.

                Мин дә килдем ҡунаҡҡа,

                Һыйҙарым урман тулы.

                Йыйып-йыйып ашағыҙ.

Балаҡайҙарым, был-йыуа,

Үҫеп биттәрен йыуа.

Тәме уның ҡымыҙҙай,

Салат «бәлеш бешерергә

Бик тә шәп япраҡтар! (ҡуҙғалаҡ)

Инәй. Беҙ йәш саҡта, балалар,

        Төрлө үлән ашаныҡ

        Аслыҡ, юҡлыҡ саҡтарҙа

        Ялан, урман ҡотҡарҙы.

        Күп үләндәр юҡ хәҙер,

        Көтөү- көтөү һарыҡтар

        Үлән тамыры кимерә.

Алып барыусы.         Ишеттегеҙме, балалар

        Ил инәһе һүҙҙәрен!

        Үләндәрҙе һаҡлайыҡ,

        Тапамайыҡ, яндырмайыҡ!

        Ҡый, бысраҡ ҡалдырмайыҡ!

        Ағастарҙы һындырмайыҡ

        Ҡоштарҙы, бөжәктәрҙе һаҡлайыҡ.

        Үлән бөтһә, ни ҡала?

        Быны белһен һәр бала!

Балалар уртаға сыға

  • Беҙ беләбеҙ һине, кәкүк,

Яҙын йырың тарала.

Бына нимәләр ишеттек.

Быйыл һинең турала.

Кәкүк         «Миңә бик ҡыҙыҡ, тыңлайым һеҙҙе»

2-се бала.         Шомло әкиәт, легенда

                Кәкүк ҡошҡа бәйләнгән

                Моңһоҙлоҡта, йүнһеҙлектә

                Битәрләүгә әйләнгән.

3-сө бала.         Сәнгелдәк аҫмай ағасҡа

                Бәпестәрен бәүетмәй,

                Емдәр ташып балаларға

                Ҡанаттарын нығымай.

4-се бала:         Ун-егерме йомортҡаһын

                Һала төрлө ояға.

                 Баҫып ҡарап ултырырға

                Әллә инде ояла?

Кәкүк.         Ваҡытым юҡ шул, балалар

                Ун сәғәтләп эшләйем.

                Бер сәғәттә йөҙ ҡарышлауыҡты

                Суҡышыма тешләйем.

                «Оҙон сәсле» һимеҙкәйҙәр

                Миңә бик тәмле һыйға

                Һайланарар һыйланғанда,

                Башҡа ҡош теймәй уға.

5-се бала.         Шулаймы? Ә беҙ белмәнек,

                Файҙаң күп бит урманға.

                Кәкүк тауышы ишетелә.

        Ҡыҙҙар кәкүк менән бергә «Кәкүк» булып бейейҙәр.

Оло инәй. Һай, афарин, балалар. Бик матур бейенегеҙ. Ҡарға, кәкүк кешеләргә изгелек килтереүсе ҡоштар. Шуға ла уларға бағышлап байрамдар үткәрәләр. Уларҙан йәйҙең матур килеүен игендең ишелеп уңыуын һорағандар.

Алып барыусы. Оло инәй, беҙҙең балалар шундай зирәктәр, йомаҡ ҡойошорға яраталар.

  • Көндөҙ уның күҙе һуҡыр, төнөн һунарға сыға. Шар күҙле матур... (Өкө)
  • Йыр -моңдарға күмә ерҙе, Илаһи мәл-таң тыуғас тәбиғәткә шикһеҙ ғашиҡ, һоҡланғыс ҡош... (Һандуғас)

«Ҡар»ҙа «ҡар» тип осоп йөрөй,

Үҙе уғры, үҙе яһил,

Исеме уның … (ҡарға)

Оло инәй. Һай, афарин. Бик күп йомаҡтар беләһегеҙ икән? Ҡоштарҙы ла бик яратаһығыҙҙыр инде?

Алып барыусы. Эйе, инәй. Балалар, беҙ ҡыш көнө ҡоштарға нимәләр эшләйбеҙ? Ә яҙ көнө?

 Дөрөҫ балалар. Ә хәҙер оло инәйгә матур итеп йырлап күрһәтегеҙ.

ЙЫР.

Балалар салҡатан ҡолайҙар ҙа ерҙән услап алалар.

1-се бала.         Усыма үләп сыҡты

Оло инәй.         Йыл яҡшы килер.

2-се бала.         Минең усыма йөн сыҡты,

Оло инәй.       Йөн сыҡһа — мал үрсей.

3-сө бала.         Миңә йыуа сыҡты.

                Кәкүк саҡыра.

Алыпбарыусы. Балалар, кәкүк саҡыра, әйҙәгеҙ теләктәр теләйек.

Бергә.         Тәнемдең һаулығын бир илемдең именлеген бир.

Ямғыр яу, яу

Иген үҙһен ишелеп

Асыҡмаһын кешелек.

Ямғыр яу, яу

Донъялар имен булһын.

Оло инәй. Амин шулай булһын инде, балалар.

Балалар, борон кәкүк ауылға осоп килһә, аслыҡ була, ти торғайнылар. Шуға күрә ҡырға сыҡҡан ыңғайы кәкүк ултырып саҡырған ағас төбөнә аҡ ризыҡ-һөт ҡатыҡ ҡоя торғайнылар.

Оло инәй теләктәр теләпағас төбөнә һөт ҡоя.

Балалар, еңгәйҙәрегеҙҙең

 сәйе әҙер ҙә булып киләлер шул. Беҙҙе сәйгә саҡырғансы әйҙәгеҙ уйындар уйлап алайыҡ. «Аҡ тирәк», «наза», «Йәшерәм яулыҡ» уйынын уйнайҙар.

Алып барыусы. Уйын бөттө, балалар

        Ҡайнаны самауырҙар

        Кәкүккәй эсерә сәй,

        Тәмле булһын сәйебеҙ!

        Йәмле булһын йәйебеҙ

        Матурлыҡты һаҡлайыҡ

        Ил инәһе теләктәрен онотмайыҡ.