Класс сәғәте. Салауат Юлаев.
классный час (4 класс)

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл klass_sgte.docx14.56 КБ

Предварительный просмотр:

Класс сәғәте

Тема: Салауат Юлаев – башҡорт халҡының батыр улы.

 

Маҡсат: 

1) С.Юлаевтың кем икәнен, ниндәй кеше булыуын асыҡлау.

2) Үҙ илебеҙҙең, үҙ халҡыбыҙҙың патриоттарын тәрбиәләү.

3) Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

 

 

I.    Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ! 

Ҡыш килде бит ыжғырып,

Әсе буран уйнатып.

Уҡыусылар, ҡыштың һыуыҡ көндәре, биттәрҙе семетеүсе, өшөтөүсе һалҡыны, йәнгә үткес ел-бураны һеҙҙе арытманымы?

Әйҙәгеҙ мин һеҙҙе йәй миҙгеленә алып китәм.

Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, йәйге көндө күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙ урман

аҡланында. Ағастарҙа ҡоштар һайрай. Ерҙә матур-матур сәскәләр үҫә.

Күҙҙәрҙе асығыҙ. 

 

Аҡландағы бер сәскәгә иғтибар итегеҙ.

-Класс сәғәтендә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән?

-Ниндәй һүҙ йәшеренгән?

 

II. Маҡсатты билдәләү.

-Кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Класс сәғәтенең темаһы “Салауат Юлаев – башҡорт халҡының батыр улы.”

 

-Кем ул С.Юлаев? Ул ниндәй кеше булған?

-Класс  сәғәтендә ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ. Был һорауҙарға яуап бирергә сәскәнең таждары ярҙам итер.

 

III. Төп өлөш.

1.Салауат һеҙҙең кеүек ул бала булған.

 

- Салауаттың ата-әсәһе кем булған?

Атаһы – Юлай Аҙналин. Аҡыллы, ҡыйыу кеше булған.

-Әсәһенең исеме?

 

-Ни өсөн әсәһенең исеменә һорау ҡуйылды икән?

Уның әсәһе тураһында аныҡ ҡына бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Халыҡ ижады өлгөләрендә уның исеме Аҙнабикә тип бирелә.

-Салауат  ниндәй бала булған? Һүрәткә ҡарап яуап бирәйек.

(гүзәл тәбиғәтте, тыуған ерен яратҡан)

Ул бәләкәй саҡтан әсәһенең моңло йырҙарын тыңлап үҫкән.

 

2.Салауат кем булған? Һүрәткә ҡарайбыҙ.

 

Салауат йәштән үк башҡорт халҡының ауыр тормошон, халыҡтың иҙелеп  йәшәүен күреп үҫкән. Шуға ла халҡын яуға күтәрелгән.

 

3.Салауат кем?

Оҫта ҡурайсы, йырсы.

 

 

4. Салауат кем?

Егеткә.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,

Тайғаныңда таян дуҫтарға.

Яуҙа арыҫландай ажғырып,

Йән аямай ташлан дошманға.

Был кемдең шиғыры? Салауат кем? Шағир, сәсән.

Салауат егетте нимәгә өндәй? (батыр булырға,  дуҫтарға таянырға – тимәк берҙәмлеккә, арыҫландай дошманға ташланырға)

Ул халыҡҡа өмөт һәм дәрт биреүсе шағир, сәсән.

 

5. Салауат кем?

Һүҙе, эше менән көрәшеүсе.

Ундай кешеләрҙе кем тип атайҙар?

Таяныс, яҡлаусы, терәк

 

6. Салауат ул - беҙҙең замандаш (Символ).

Быуат артынан быуат килә, ваҡыт үтә, ә ул һәр быуынға ҡәҙерле. Салауат

образы башҡорт һәм рус халыҡ ижадында, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә,

башҡорт милли операһында, драмаһында, һынлы сәнғәт һәм скульптурала

мәңгеләштерелгән.  

 

 

7.Аҙаҡы тажды астыҡ. Бергәләп шиғырҙы уҡыйыҡ.

Салауат батыр ҡоралы – 

Еҙ башаҡлы ғына уҡ икән,

Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек,

Салауаттай батыр бармы икән?

-Тыуған илен яҡлап һуғышҡан ниндәй батырҙарҙы беләһегеҙ?

-Был һүрәттә кем?

 

IV. Йомғаҡлау.

-Дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап таптыҡмы? Кем ул Салауат? Ниндәй кеше булған?

 

Атаһы – Юлай Аҙналин. 

Әсәһе- Аҙнабикә.

Бәләкәйҙән көслө, ҡыйыу булған, тәбиғәтте яратҡан.

Азатлыҡҡа ынтылыусы яугир, батыр.

Оҫта ҡурайсы, йырсы.

Өмөт, дәрт биреүсе шағир, сәсән.

Замандаш, батырлыҡ символы.

Салауат- ил улы!

Салауат – милләт ҡото!

Салауат – ҡөҙрәтле шәхес!

 

Башҡортостан – батырҙар төйәге.

 

Кеше бәхетле – мораҙына ирешһә, 

Халыҡ бәхетле – илен яҡлар батыры булһа.

Халыҡ бәхетле – иле өсөн янып эшләүсе кешеләре булһа.

-Һеҙҙең, уҡыусылар, төп эшегеҙ ниндәй?

(Уҡыу, белем алыу)

Тырышып уҡығыҙ, Тыуған илебеҙгә, халыҡҡа файҙа килтереүсе шәхестәр  булып үҫегеҙ.

-Тыуған яҡтың, халыҡтың яҙмышы, киләсәге һеҙҙең ҡулда.

Тыуған ил өсөн беҙ нимәләр эшләйбеҙ?

Үҙ аллы ошо һорауға яуап биреп ҡарайыҡ әле.

Һүрәттәр урынына һүҙҙәр яҙырға.

Беҙ ҡыҙҙар – йондоҙҙар,

Бейейбеҙ, йырлайбыҙ,

Тыуған илде данлайбыҙ.

Ә беҙ малайҙар – батырҙар,

Үҫкәс һалдат булабыҙ,

Тыуған илде һаҡлайбыҙ.

Йәйге аҡландан буш ҡул менән ҡайтмайбыҙ. Ошо сәскәне үҙегеҙ менән алығыҙ.

Класс сәғәтен тамамлайбыҙ.

Булығыҙ матур,

Салауаттай батыр.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка урока литературного чтения во 2 классе Автор Пушкарных Людмила Ивановна, учитель начальных классов МОУ «СОШ № 17» г. Палласовки Волгоградской области 2 «А» класс 2010/2011 учебный год УРОК ЛИТЕРАТУРНОГО ЧТЕНИЯ (2 КЛАСС, СИСТЕМА Л.В. ЗАНКОВ

Разработка урока литературного чтения во 2 классеАвтор Пушкарных Людмила Ивановна,учитель начальных классовМОУ «СОШ № 17»г. Палласовки Волгоградской области2 «А» класс 2010/2011 учебный год...

Салават Юлаев - национальный герой башкирского народа

Цель: Расширить знания о национальном герое башкирского народа С. Юлаеве, проверить знания детей о знаменитостях Башкортостана;расширить кругозор детей, воспитывать чувство гордости за национальных ге...

Салават Юлаев - национальный герой башкирского народа

Цель: Расширить знания о национальном герое башкирского народа С. Юлаеве, проверить знания детей о знаменитостях Башкортостана;расширить кругозор детей, воспитывать чувство гордости за национальных ге...

Салават Юлаев - национальный герой башкирского народа

Цель: Расширить знания о национальном герое башкирского народа С. Юлаеве, проверить знания детей о знаменитостях Башкортостана;расширить кругозор детей, воспитывать чувство гордости за национальных ге...

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс) Тема урока: 1 класс Прописная буква З. 2 класс Проверяемые и не проверяемые гласные в корне слова

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс). По теме: 1 класс Правописание буквы З. 2 класс Проверяемые и непроверяемые гласные в корне слова. Поможет учителю при работе с двумя кл...

Салават Юлаев - легендарный герой башкирского народа.

Сценарий урока культуры Башкортостана  в 4 классе по теме "Салават Юлаев - легендарный герой башкирского народа"...