Сценарий праздника ко Дню матери
материал (1 класс)
Предварительный просмотр:
БАЛАЛАР ШАРҘАР МЕНӘН МЕНӘН МУЗЫКА АҪТЫНДА БЕЙЕП СЫҒА
Гүзәлиә: -Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана
Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,
Күңелебеҙ шундай шатлана.
Илмир: -Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!
Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған
Йыр йырларға, көй көйләргә
Оҫта булған әсәйҙәргә
ҠАЙНАР СӘЛӘМ!
Руслан: - «Әсәйҙәр көнөнә арналған «ӘСӘЙҘӘР-ТОРМОШ БИҘӘГЕ»- тип аталған байрамды башларға рөхсәт итегеҙ.
Алһыу: - Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?
Нуриман: -Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!
Нәркәс: -Тантана бөгөн ерҙә,
Һәр кешенең йөҙөндә.
Шатлыҡ урғый йөрәктән,
Нур һибелә күҙҙәрҙән.
Бөгөн һоҡланғыс байрам-
Әсәйҙәребеҙ көнө.
Руслан: - Әсәй бит ул һәр кешегә
Ғүмер бүләк итеүсе.
Әсәй тиеп әйтеү менән
Донъя нурға күмелә.
ЙЫР ”ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠОСАҒЫ”
Шамил: - Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Анжелика: - Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.
Аделина: - Әсәй наҙы беҙгә кәрәк
Йылы һүҙе, ярҙамы
Бөтә эштә лә өлгөрә
Әсәйҙең алтын ҡулы.
Данияр: - Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә
Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!
һәр ваҡыт эшсән булғанға,
Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!
ЙЫР «БӘХЕТ ӨСӨН»
Уҡытыусы: - Байрамыбыҙ дауам итә. Ә кемдең әсәһе сибәр ҙә, уңган да, өҫтәүенә йырға – бейеүгә лә оҫта булыуын асыҡларға бөгөнге бәйге ярҙам итәсәк.! Был бәйгелә ике команда ҡатнаша. Һеҙ шулай ултырҙығыҙ инде. Конмандаларҙың исемен беренсе бәйгенән һуң белербеҙ.
БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ: Ике команданан берәр кеше сыға һәм шар шартлата. Шар эсендә карточкалар , шул карточкаларҙан һүҙ төҙөлә (бер команда “ЙОНДОҘ” , “ҠОЯШҠАЙ”).
ИКЕНСЕ БӘЙГЕ:”УҠЫМЫШЛЫ ӘСӘЙ” .
1) Башҡортостанда нисә район, нисә ҡала?(54,21)
2) Башҡортостанда нисә кеше ?(4 мил. ашыу)
3)Башҡортостандың иң бейек ике түбәһе?(янғантау, ирәмәл)
4)Башҡортостандың иң ҙур ике күле?(Асылыкүл, Ҡандракүл)
5)Башҡортоандың иң ҙур алты йылғаһы?(Ағиҙел,Ҡариҙел,Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар)
6) Башҡортостанда башҡорт телендә ниндәй журналдар сыға ?(Ағиҙел, Башҡортостан ҡыҙы, Аманат, Шоңҡар, Аҡбуҙат, Башҡортостан уҡытыусыһы, Ватандаш)
7) Быйыл ниндәй донья күләмендәге зур ваҡийғалар булды ?(Олимпиада в Сочи, Мәҙәниәт йылы ,Рус армияһының Парижға инеүенә ике йөҙ йыл,етмеш йыл Ленинградтың блокаданан сығыуына, һикһән йәш Юрий Гагаринға).,)
ӨСӨНСӨ БӘЙГЕ:"ЙОМАҠ ҠОЙҘОМ-ҠАС, ЙОМОЛДОҒОН АС"
Хәҙер әсәйҙәребеҙҙе тапкырлыкта һәм зирәклектә лә һынап ҡарайык . йомаҡтар әйтешеү.
ДҮРТЕНСЕ БӘЙГЕ: «БАЛА БИЛӘҮ»
(атрибуттар: өҫтәл, ҡурсаҡтар, распашонка, чепчик, пеленки, одеяла, лента)
бәйгелә ике әсәй ҡатнаша. Матур, тиҙ итеп баланы биләргә.
“БАТЫРҘАР БЕЙЕҮЕ” (Шамил, Илмир, Данияр, Руслан башҡарыуында)
БИШЕНСЕ БӘЙГЕ: “Әртистәр”(шалҡан, теремок) Бәйге дауам итә . Әсәйҙәр һеҙҙең тағы бер оҫталығығыҙҙҙы тикшереп үтәһе килә. Һеҙҙең алда маскалар һеҙ хәҙер бер әкиәт сәхнәләштерегә тейешһегеҙ.
АЛТЫНСЫ БӘЙГЕ: “МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛӘ”
Бала мәктәпкә һуңлай. Ниндәй генә әсә балаһына ярҙамға килмәһен. Балалар ултырғыстарында йоҡонан уяна алмай ултыраю әсәй тиҙ генә расписание буйынса портфель йыйырға тейеш. Баланы кейендереп жюриға алып бара.
ЕТЕНСЕ БӘЙГЕ: ОҪТА ҠУЛ.
Әсәйҙәр тиҙ генә төймә таға
ҠЫҘҘАР БАШҠАРЫУЫНДА «БЕЙЕУСЕ» ЙЫРЫ
Гүзәлиә: - Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм малайҙар! Әсәйҙәребеҙгә иғтибарлы, итәғәтле булайыҡ, ҡылган яҡшы эштәребеҙ, яғымлы һүҙебеҙ менән уларҙы ҡыуандырып йәшәйек. Әсәйҙәр алдында беҙ мәңге бурыслы.
Данияр: - “Әсәй – ул изге зат. Әгәр биттәреңдән наҙлы елдәр иркәләһә, һандугас һайрауҙары , агас япраҡтары леперҙәткән ауаздар, йөрәгеңә кереп, бәғереңде өҙһә, бел – был әсәйең рухы булыр. Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңне тапһаң, бел – бөтәһе лә әсәйеңдең йоҡоһоҙ төндәренән. Улар иҫән саҡта ҡараштарына күләгә төшөрмәйек, яҡшы уҡыуыбыҙ, матур йәшәүебеҙ, изгелекле эштәребеҙ менән һөйөндөрәйек”
Уҡытыусы: - Әсә һәм бала! Улар бер бөтөн, айырылғыһыз. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлөк, бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тагын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер һүзҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.
Иҫке Собханғол дөйөм урта белем биреү мәктәбе
«Тикшерелде һәм раҫланды»
Тәрбиәүи эштәр буйынса
директор урынбаҫары
________ /Г.С.Аҙанғолова/
1 «А» класының класс етәксеһе
Вәлиева Нурзилә Фазит ҡыҙының
әсәйҙәр көнөнә арналған байрам сценарийы
«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ »
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий праздника, посвящённого Дню матери
«Сказ от сердца и души о том, как мамы хороши!» ...
Сценарий праздника к Дню Матери.
Разработка праздника, посвящённого ко Дню Матери. ...
сценарий праздника к Дню матери
Праздник к Дню матери в 1 классе...
Сценарий праздника посвящённого Дню Матери.
Сценарий разработан для учащихся 2 классов. В сценарии преведены стихи, сценки, песни о мамах. Также шуточная беспроигрышная лотере....
Сценарий праздника к Дню Матери" Мама милая моя, очень я люблю тебя"
Конспект праздника к Дню Матери в 4 классе....
Сценарий праздника, посвящённого Дню матери.
Сценарий содержит интересный материал как для детей, так и для взрослых. Предназначен для совместного взросло - детского мероприятия....
Методическая разработка сценария праздника посвященного Дню матери «Берегите наших матерей»
Формирование нравственных ценностей у детей с ограниченными возможностями здоровья через воспитание любви и уважения к матери.Ведущая,через игровые, сценические, хореографические навыки с активным уча...