Сценарий фольклорного праздника "Ҡарға бутҡаһы" ("Грачиная каша")
методическая разработка
Именно с прилётом грачей начиналась весна – так думали в древности башкиры. Самым популярным весенним праздником башкирского народа, конечно, является "Ҡарға бутҡаһы". Раньше люди верили, что весну на кончиках своих крыльев приносят грачи. Поэтому, с таянием снега, когда появлялись первые ручьи, в честь прилета грачей и устраивали этот праздник .
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Сценарий фольклорного праздника "Ҡарға бутҡаһы" | 41.12 КБ |
Предварительный просмотр:
Сценарий фольклорного праздника «Грачиная каша» .
Цель: воспитывать в детях интерес к народным традициям, обычаям башкирского народа, уважение к ним;
обогащать словарный запас, активизировать связную речь;
закрепить правила этикета;
воспитывать чувство уважения к взрослым, к старшему поколению.
Оформление и материалы:
2 мешка для проведения народных подвижных игр, продукты питания: яйца, крупа, соль, масло (имитация);
башкирская национальная одежда;
посуда с башкирским узором, самовар.
Ход праздника.
Звучит мелодия курая.
Ведущая: Здравствуйте, уважаемые гости! Мы приглашаем вас на праздник “Грачиная каша”. Это праздник встречи весны. Слышите, как кричат грачи? Это значит, что природа просыпается. Именно с прилетом грачей начиналась весна – так думали в древности башкиры. Самым популярным весенним праздником башкирского народа, конечно, является Ҡарға бутҡаһы. Раньше люди верили, что весну на кончиках своих крыльев приносят грачи. Поэтому, с таянием снега, когда появлялись первые ручьи, в честь прилета грачей и устраивали этот праздник .В этот день красиво одевали детей, и отправляли их собирать с каждого дома крупу, молоко, масло, сахар, яйца и зазывали стихами и песнями всех на праздник. Народ собирался на возвышенности, зажигался костер, и в большом казане готовили кашу. После шумного веселья всех звали к костру, и начинали раздавать кашу. Первая порция полагалась земле с пожеланием всем мира, покоя и богатого урожая. Вторая – воде, чтобы вода смогла сохранить живность на земле. Третья – небу, чтобы было много солнечных дней и вовремя шли дожди, а четвертая – грачам как благодарность за принесенную весну. После этого каша раздавалась всем, кто присутствовал на празднике. Когда все расходились, стаи птиц налетали на кашу, оставленную им. ‘Ҡарға бутҡаһы’ празднуется каждый год в конце марта. (под веселую башкирскую музыку в музыкальный зал “влетают” дети, изображая грачей, кричат “кар – кар – кар”).
Ҡар-р,ҡар-р,ҡар-р,
Ҡарғатуйға барр, барр, барр.
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тарр, тарр.
Ҡарғатуйға барр, барр!
Карр, карр,карр!
На вороний праздник наш
Приходи и млад и стар!
Кто на праздник не придет
Застарел душою тот!
Карр, карр, карр!
1-се әбей
Килеп еттек яланға,
Сәләмләйек ер-һыуҙы.
Имен-аман йәшәнек,
Бына тағы йыл уҙҙы.
Ҡабатлағыҙ , балалар,
Күтәрегеҙ ҡулдарҙы:
-_Рәхмәт, айым,нурҙарыңа,
Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа.
Рәхмәт,шифа биргән һыуым,
Ҡаныр тағы һыуһыным.
Йомшаҡ елдәр,рәхмәт һеҙгә,
Ямғыр һыуын килтер беҙгә.
Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,
Һыйҙарыңды тәтей ирен.
(һәр юлды балалар ҡабатлай).
Өләсәй ( бутҡа болғата, үҙе йырлай) .
“Буғыр-буғыр” бутҡаһы,
Бутайһы ла, бутайһы!
“Ҡарға бутҡаһы” беште,
Онотманым бер эште:
Һиптем иләнгән онтаҡ,
Бутҡаның өҫтө ап-аҡ.
Инде серен белдеңме?
Йотоп ҡуйма телеңде.
Каша варится в котле,
А котел стоит в седле
Нету масла в ней, и вот
Каша та не лезет в рот.
Не спешите к ней подсесть,
Не спешите кашу есть!
Отварилась каша – во!
Не ругайте же ее!
Каша варится – ого!
Масло падает в нее.
Тот, кто кашу ту сварил,
Приложил немало сил
Ҡыҙҙар теҙелешеп ултыралар. Әбейҙәр- уртала. Берәм-берәм
теләк теләйҙәр.
- се әбей:
Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,
Һәммәгеҙҙән һорайым:
Яуындар яуһын,яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Икенсе йылға ошо ерҙә
Йыйылайыҡ тағы бергә.
Хәйер-саҙаҡа бирәйек,
Изге теләктәр теләйек.
Бар булайыҡ, бай булайыҡ,
Татыу,рәхәт торайыҡ.
Бар булайыҡ,бай булайыҡ,
Татыу рәхәт торайыҡ.
2-се әбей: Эй, хоҙайым, һинән һорайым,
Сәскәләрең нурлы булһын,
Үләндәрең күпереп торһон,
Йылғаларға һыуҙар тулһын,
Балыҡтарың һыуға сумһын,
Мал тыуарҙар ишәйһендәр,
Бәхетлеләр ишләнһендәр,
Яуыз уйлы, ҡара эстәр
Терһәктәрен тешләһендәр.
3-сө әбей: Эй,ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,
Һәммәбеҙгә етә көсөң.
Балаларың ҡыуанһындар
Изге итеп үҙенең көсөн.
Үҙ икмәген үҙе игеп,
Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,
Үҙе ашап үҙ икмәген,
Аллам, ҡабул ит теләгем,
Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.
Входит бабушка.
Бабушка: Вот и я пришла, крупу, соль, масло, яйца, муку принесла. Здравствуйте, дорогие дети! Доброго дня вам, уважаемые гости! Я пришла на праздник «Грачиная каша». Дети, посмотрите, грачи прилетели с теплых краев. Когда просыпалась природа от зимней спячки, таял снег, бежали ручейки, люди праздновали праздник «Грачиная каша». Башкиры его называли «Каргатуй» или «Карга буткахы». Дети бегали по всей деревне, звали гостей, собирали продукты. Затем, весь народ собирался на берегу реки и начинался праздник. Танцевали, пели, играли, и,конечно же, варили вкусную – превкусную кашу
Тик ни өсөн ҡарға исеме менән бәйләнгән был байрам? Ни өсөн "Ҡарға бутҡаһы" ул? . Я хочу рассказать вам историю (риүәйәт), откуда начался этот праздник .
Боронғо заманда ер ҡарҙан әрселеү менән, башҡорттар яҙлауға сыҡҡан. Ырыу-ырыу булып урынлашҡан улар. Малдары күп булған, киң көтөүлектәр биләгән. Тирә-яҡтан дошмандар ҙа йыш ҡына һөжүм иткеләгән, малдарын ҡыуып киткеләгәндәр. Шуның өсөн күрше ырыуҙар үҙ-ара һүҙ беркетеп, бер-береһенә ярҙам итешкән, яу килһә, хәбәр ебәргәндәр. Аралары тиҙ генә барып етерлек булмауын иҫәпкә алып, тау башында усаҡ тоҡандырып хәбәр итешер булғандар. Бындай тауҙарҙы Ҡарауыл тауы тип атағандар. "Хәүеф хәбәре" тапшыра торған усаҡтар ырыу яҙлауына, йәйләүенә яҡын урынлашҡан. Ә Ҡарауыл тауында алмаш-тилмәш ҡарауылсылар торған.
Бер ваҡыт Эйек буйындағы бер ырыуҙы яу баҫа. Дошмандар хәйләкәр булып сыға, ҡарауылдарҙы урап үтә, башҡорттарҙың хәүеф хәбәре биргәнлеген белеп, Ҡарауыл тауын асыҡлайҙар ҙа, ундағы яугирҙарҙы үлтерәләр. Аҙаҡ яҙлау урынына һөжүм итәләр. Башҡорт ирҙәре был һөжүмгә әҙер булмай. Шулай ҙа дошмандарҙың тәүге һөжүмен кире ҡағалар. Дошмандар йәйләүҙән сигенә, ләкин ҡасмай. Тирә-яҡтағы ағаслыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшенеп, яҙлауға уҡ ата башлайҙар. Уҡтарҙан ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа байтаҡ яралана һәм үлә. Башҡорттар ҙа дошмандарға ҡаршы уҡ яуҙыра, ләкин, яҙлауҙың асыҡ урында ултырғанлығынан, дошмандарға тейешле ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, үҙҙәренә ҡарағанда һан яғынан күберәк булып та уҡ менән атып ултырған дошманға ҡаршы асыҡ һөжүмгә ташланыу ҙа һәләкәткә килтерер ине.
Аҡһаҡал яугир егеттәрҙең бер нисәүһен үҙ янына йыйып ала. "Ҡарауыл тауындағы егеттәрҙе һәләк иткәндәрҙер, ахыры. Беҙгә лә сапҡын килмәне, хәүеф хәбәре лә бирелмәй - усаҡ тоҡанмай. Берегеҙгә күрше тауға барып етеү сараһын күрергә кәрәк", - ти ул.
- Дошман ҡамауы ныҡ. Бик күмәктәр улар. Һыбай ысҡынып булһа, мин барам, - ти араларынан берәүһе. Аҡһаҡал ризалыҡ бирә. Әммә бер аҙҙан уның Ҡашҡаһы эйәр өҫтөндәге хужаһын ҡалдырып ҡайтып инә. Икенсе егет сыға. Тик ул яҙлауҙан сығып та өлгөрмәй, дошман яғынан һыҙғырып килеп еткән уҡ уны атынан бәреп тә төшөрә.
- Былайтып берәмләп сүпләтеп булмаҫ егеттәрҙе. Әммә ни эшләргә? Үҙ көсөбөҙ менән яуҙы ҡайтара алмаясаҡбыҙ. Былай ултырһаҡ, дошман уҡсылары беҙҙе берәм-берәм атып бөтөрәсәк. Беҙгә нисек булһа ла күрше йәйләүҙән ярҙам һорарға кәрәк...
- Мин барам, - ти аҡһаҡалдың улы.
- Юҡ, мин тәүәкәлләп ҡарайым, - ти аҡһаҡалдың килене. - Сабый баламды ҡулыма алып йырып сығып ҡарайым ҡамауҙы. Йылға буйындағы ҡамышлыҡтан барһам, абайламаҫтар. Күрһәләр ҙә, сабый бала күтәргән йәш ҡатын яғына, бәлки атмаҫтар... - Бик хәтәр хәл иттең, килен. Әммә башҡаса сара юҡ. Тәңрегә генә ышаныс. Тәүәкәллә, килен.
Йәш ҡатын сабыйын күкрәгенә ҡыҫып, йылға буйына төшөп китә. Абайламай ҡалалармы, абайлаһалар ҙа иғтибар итмәйҙәрме, әммә йәш ҡатын, һыуҙың һалҡынлығын да тоймай, ашығып-ашығып аша сығып китә. Һыуҙы сыҡҡас, йүгерә башлай. Байтаҡ ара үтә, ныҡ арый. Ҡулындағы сабыйын имеҙеп ала ла ары китмәксе була. Ләкин шул саҡ баҫҡан урынынан да ҡуҙғалмаҫлыҡ хәлгә килгәнлеген тоя. Ни эшләргә? Ни хәл итергә? Тотош йәйләүҙе юҡ итәсәктәр бит хәҙер... Тирә-яғына күҙ һала, күтәрелеп, бейек тирәктәргә ҡарай. Ґур-ҙур ҡарға ояларына күҙе төшә. Ҡапыл ниндәйҙер ҡарарға килә. "Ғәфү ит, Тәңрем. Башҡа сара юҡ. Тере сағыңда килеп етә алмаһам, бәхил бул, балам!" - тип, баланы күкрәгенә ҡыҫып һөйә лә тирәккә үрмәләй башлай. Тирәктең аҫҡы өлөшө ботаҡһыҙ. Үрмәләүе ҡыйын. Тәүге ботағына саҡ һағып өлгөрә. Унан инде башҡа ботаҡтарға ынтылып үрмәләй торғас, ҡарға ояһына ынтылып һалырлыҡ ботаҡҡа баҫа. "Бәхил бул, балаҡайым. Беҙҙең хәлде аңларлыҡ йәштә булһаң, һин дә ошо ҡарарға килер инең", - тип хушлаша ла балаһын ҡарға ояһында ҡалдырып китә. Арманһыҙ булып саҡ барып етә күрше йәйләүҙең ҡарауыл тауына. Ундағы ҡарауылсыға яу баҫыуы тураһында хәбәр итә лә хәлһеҙ йығыла.
Күрше йәйләүҙәрҙән тиҙ арала ярҙам килеп етә. Ҡаты яуҙа дошмандарҙы еңәләр. Ҡасҡандарының арттарынан баҫтырып барып әсиргә алалар. Дошманды ҡыуа сыҡҡан егеттәр ҡайтып килешләй тирәклектә аҡһаҡалдың киленен күреп ҡалалар. Йөҙ башы булған Батыр ҡатынын күреп аптырай. Егеттәргә юлды дауам итергә ҡуша ла, янына килә. Ҡатыны уға ни булғанын һөйләй. Баланы ҡарғалар суҡығандыр, уны ҡалдырып киткән тирәкте табып, һөйәктәрен булһа ла ҡәҙерләп күмәйек, тип эҙләй башлайҙар. Бер тирәк эргәһендә ҡарғалар өйөлөшөп осҡанын күреп, быларҙың йөрәгенә тағы шом өҫтәлә. "Ҡоҙғондар. Баламдың үлеге өҫтөндә осоп йөрөйҙәрҙер инде", - тип илай ҡатын. Ире тирәккә һис кенә лә үрмәләй алмай. "Унда түгелдер. Бынан ҡайһылайтып үрмәләмәк кәрәк?" - ти ул ҡатынына. "Ошонда. Йөрәгем тоя. Сабыйым ошонда", - ти ҡатын. Ир кеше атын ағас төбөнә ҡуйып, эйәре өҫтөнә баҫып, аҫҡы ботаҡҡа саҡ ынтылып тотона ла, артабан күтәрелә. Түбәнерәк ҡоролған оя өҫтөндә бер нисә ҡарға өйөрөлә. Ошондалыр, тип уйлай ҙа атай кеше, күтәрелә биреп оя эсенә ҡараһа, ауыҙын ҙур итеп асып, тыпырсынып балаһы уйнап ятҡанын күреп, ҡысҡырып ебәрә:
- Кәләшкәй, әсәһе, балабыҙ иҫән бит! Иҫән беҙҙең сабыйыбыҙ!
Уңарсы бер ҡарғаның ем тешләп килеүен, уны күреп баланың ҙур итеп ауыҙын асып ятыуын күрәләр...
Тирәктән төшкәс, ире бик аптырай.
- Кирәмһеҙ менерлек түгел бит. Ул тиклем бейеккә ҡайһылайтып үрмәләнең? - ти.
- Йән алҡымға килгәндә үҙем дә абайламай ҡалғанмын. Тәңребеҙ ярҙамға килгәндер...
Баланы алып, ҡайтырға сыҡһалар, ҡарғалар бер тотам да ҡалмай артынан эйәрә. Ҡап-ҡара ҡош тубы күреп, аптырашып торған халыҡ сабыйҙың иҫән ҡалыуы, ҡарғаларҙың уны суҡымау ғына түгел, ә ашатып тороуҙары тураһында ишетеп хайран ҡала. Ә аҡһаҡал, шатлығынан, тағы бер бейә һуйҙырта.
- Өлкән улымдың баш балаһы - беҙҙең нәҫел дауамы ул. Уны һаҡлап ҡалған ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлағыҙ, - тип ҡат-ҡат ҡабатлай баланың иҫән ҡалыуына сикһеҙ ҡыуанған ҡартатаһы.
Йәйләүҙәге кешеләр дегәнәк япраҡтарына бутҡа һалып, бала артынан осоп килгән ҡарғаларҙы һыйлай. Шул көндән башлап йыл һайын ҡарғаларҙы һыйлау көнө барлыҡҡа килгән һәм уны "Ҡарға бутҡаһы көнө" тип атай башлағандар. Ҡарға һыйлау байрамы башҡа яҡтарға ла таралып, үҙенсәлектәр өҫтәлеп, төрлөләндерелеп, башҡорт халҡының бер йолаһына әүерелгән.
Ҡыҙҙар урындарынан тороп, һыу һибешәләр.(һамаҡлайҙар).
Ямғыр, яу,яу, яу,
Иген, үҫ, үҫ, үҫ.
Көтә һине ер,ер,
Тәмле икмәк бир,бир!
Ямғыр,яу,яу,яу,
Тауҙай иген ырҙында.
Бутҡа бешһен ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа,
Һөтлө һыйыр яланда.
Тамсы көсө болотта,
Күп яуырға онотма!
Өләсәй:
Ярай, рәхмәт, балалар,
Теләктәр ҡабул булһын.
Бутҡабыҙ беште бығыр-бығыр,
Ҡарғалар көтә ығыр-ығыр.
Ҡоштар һайрай,өмөт итә,
Һәммәһенә был һый етә.
Оло ҡатындар теләк әйтә.
Балалар шаҡый сеүәтә,
Ҡоштарға юлды күрһәтә.
Таштарға.ботаҡтарға ла,
Май яғып, бутҡа һалығыҙ
Кескәйҙәрҙе күтәрегеҙ,
Ауырыҡһығандар, ҡалығыҙ.
Бында теләк әйтегеҙ.
Балалар таштарға-май, ботаҡтарға бутҡа һала-һала китәләр.
1.Ҡоштарға таш һайын май,
Таш һайын май,
Май ашаған ҡош арымай,
Бөжәк-мөжәк сүпләп торһон.
Урман йәмләп, йырлап осһон.
2.Балалары сыр-сыу үҫһен.
Ҡоштар татыулығы, йылғырлығы,
Моңлолоғо беҙгә күсһен,
Беҙгә күсһен!
3.Ҡарға әйтә ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р,
Һеҙгә бутҡа бар,бар.
Ботаҡ һайын боролош,
Әйҙә, ҡарға, осоп төш,
Һеҙгә һалабыҙ,һеҙгә һалабыҙ.
4.Ҡара-ҡара ҡарғалар.
Ығыр-ығыр ҡараналар,
Теләктәрҙә ҡалабыҙ,
Теләктәрҙә ҡалабыҙ.
Бутҡа ашап күңел ас,
Туймаһаң, үҙең ҡаҙан аҫ.
5.Балаларың туҡ булһын.
Балаларың ҡалһа ас,
Ҡайындарға ҡаҙан аҫ.
Ҡарҡ-ҡарҡ,ҡарға таҙ.
6.Ала ҡарға ашаһын!
Ҡара ҡарға ашаһын”
Илгә именлек,
Ергә тыныслыҡ теләһен”
Ведущая: Бабушка, идемте с нами веселиться!
Бабушка: А загадки вы умеете отгадывать?
Загадки от бабушки
- Была белая да седая,
Пришла зеленая, молодая. (Зима и весна)
- Что за весенняя черная птица
Любит за плугом ходить и кормиться? (Грач)
- Отгадать легко и быстро:
Мягкий, пышный и душистый,
Он и черный, он и белый,
А бывает подгорелый. (Хлеб)
- Я не вкусна, но в пищу каждому нужна. (Соль)
- Одна нога - пятьдесят рук. (Дерево ).
- Я его у леса срезал,
И на нем пять дырок сделал,
Начал дуть да подувать-
Стал он песни напевать. (Курай ).
Бутҡаны ашап алабыҙ. Концерт номерҙары. Уйындар.
Аҡ тирәк, күк тирәк!
Йөҙөк һалыш
Йәшерәм яулыҡ
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий фольклорного праздника « Зеленая планета 2010»
Помочь детям прикоснуться к великому народному искусству, почувствовать глубину и красоту русских обычаев и обрядов....
Сценарий фольклорного праздника "Деревенские посиделки"
Россия, Россия, края дорогие,...
Сценарий фольклорного праздника "День Калевалы"
Сценарий фольклорного праздника "День Калевалы" знакомит учащихся не только с историей родного края (Ленинградской области), но и с культурным памятником мирового значения "Калевала". Мероприятие прох...
Сценарий фольклорного праздника для учащихся и их родителей "Масленица"
Это сценарий фольклорного праздника для учащихся начальных классов и их родителей. Содержание данного материала раскрывает детям обычаи проведения данного праздника, порядок проведения масленичной нед...
Сценарий фольклорного праздника для учащихся и их родителей "Масленица"
Привитие интереса к русским народным традициям и народному фольклору. Активизация досуговой деятельности учащихся и познавательной мыслительной деятельности. Развитие интеллектуальных и коммуникатив...
Сценарий фольклорного праздника
Сценарий фольклорного праздника "Рождество"...
Сценарий фольклорного праздника «Встреча весны»
Фольклорный праздник для учащихся, родителей, гостей. Цели: • формировать осознанное патриотическое чувство, основываясь на понимании тех духовных ценностей, которые заложены в традиционной ...