Сәйәси репрессиялар ҡорбандары иҫтәлегенә.
классный час
30 октябрь - сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Нахаҡ репрессия ҡорбандары.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
sysi_repressiya_korbandary._klass_sgte.docx | 82.82 КБ |
Предварительный просмотр:
Класс сәғәте
“Сәйәси репрессиялар ҡорбандары иҫтәлегенә”
Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
Маҡсаты: 30 октябрь – сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Нахаҡ репрессия ҡорбандары.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
- Башҡортостан энцеклопедияһы, баш.башкирская-энциклопедия.рф
- Әлим Зарипов. “Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт”
- «Яйыҡ» гәзитенән мәҡәлә: «Ғәжәп яҙмышлы кеше»; «Сәйҙә әбей» (26.09.1998 йыл,
№ 112). Сулпан Ғәлина.Мәҫкәү ауылы.
План.
1. Сталин репрессиялары Башҡортостанда.
2. Учалы районынан күпме кеше репрессияланған?
3. Мәҫкәү ауылының «кулактары»
С т а л и н р е п р е с с и я л а р ы 1930 – 1950 йылдар башында СССР-ҙа айырым граждандарҙы, социаль төркөмдәрҙе, синыфтарҙы һәм халыҡтарҙы сәйәси енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп үткәрелгән һәм дәүләт органдары тарафынан тормошҡа ашырылған. Сәйәси репрессия коллективлаштырыу осоронда башланған. Башҡортостанда 25,5 мең крәҫтиән хужалығы кулакҡа сығарылған. РСФСР Енәйәт кодексының 58-се статьяһы: советтарға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса 22,5 мең крәҫтиән репрессияға дусар ителгән, 32 меңгә яҡын кеше Себергә һәм илдең төньяҡ райондарына һөрөлгән, 30 меңгә яҡын кеше махсус ҡасабаларға урынлаштырылған. 1929–30 йылдарҙың ҡышында иген әҙерләү һәм коллективлаштырыу барышын өҙгән өсөн руханиҙарға ҡарата репрессия башлана. Мәсет һәм сиркәүҙәр ябылған, мөхтәсибәт һәм мәхәлләләр бөтөрөлгән. Сәйәси репрессия дусар ителергә тейешле кешеләр исемлеге партия һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан һәр район һәм ҡала буйынса алдан төҙөлгән. Яза биреү тураһында ҡарар суд һәм судтан тыш органдар тарафынан сығарыла. уның составына ББСИ-ның район бүлексәһе етәксеһе, район советы башҡарма ком-ты рәйесе һәм район прокуроры ингән. 1931 йылдарҙа 2878 кеше хөкөм ителгән, шуларҙың 143-ө атылған, 1587-һе концлагерға бикләнгән, 1082-һе һөргөнгә ебәрелгән. БАССР-ҙа 5391 кеше хөкөм ителгән, шуларҙың 193-ө атылған.
1937–38 йй. Сәйәси репрессия айырыуса киң ҡолас ала (“оло террор”). 1937 йылдарҙа И.В.Сталиндың ҡушыуы буйынса “халыҡ дошмандары”н фаш итеү буйынса кампания йәйелдерелә.
Күп кенә фән, мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре (Ғ.Ф.Вилданов, Ғ.Д.Дәүләтшин, В.Мортазин-Иманский, Д.Юлтый һ.б.), комсомол башлыҡтары, уҡытыусылар, хужалыҡ хеҙмәткәррҙәре “буржуаз милләтселек”тә, “вәлидовсылыҡ” та, “солтанғәлиевщина”ла ғәйепләнеп, репрессияға дусар ителгән. Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек (Ә.Ә.Бейешев, Ю.Ю.Бикбов, Х.Й.Йомағолов, Х.Ҡ.Ҡушаев, М.Л.Мортазин, М.Д.Халиҡов һ.б.) репрессия ҡорбаны булған. БАССР-ҙа сәйәси репрессия йылдарында сәйәси енәйәттәрҙә ғәйепләнеп, 50293 кеше атыуға йәки төрмәгә ябыуға хөкөм ителгән. Репрессия ҡорбандарының күпселеген социаль сығышы буйынса – крәҫтиәндәр, эшселәр, руханиҙар, зыялылар; милли сығышы яғынан урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, украиндар, мариҙар һ.б. тәшкил иткән.
Учалы районы репрессия ҡорбандары
1929 йылдан 1953 йылға тиклем илебеҙҙә ҡанлы Сталин режимы хакимлыҡ итте. Беҙҙең республика буйынса ғына ла был йылдарҙа 60000 кеше репрессияланды.
Беҙҙең райондан күпме кеше репрессияланған?
Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреүе еңел түгел, сөнки Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Именлеге комитетының архивына әле бөгөн дә иркен инеп булмай, архивтың үҙ хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа еткергән мәғлүмәттәр тулы түгел. 1994 йылдың башында район газеталары биттәрендә баҫылған репрессияға дусар ителгәндәр исемлегендә ни бары 390 кешенең исем-фамилияһы бирелгән. Исемлектең тулы түгеллеген раҫлаусы бер факт: Ахун ауылынан ҡулға алынып, хөкөм ителгән кешеләр (Ахун ауылының тарих музейы директоры И. Харисовтың иҫәпләүҙәре буйынса) барыһы 71 кеше, ә БР ДИК биргән исемлектә улар — 31. Байтаҡ ҡына учалылар, башҡа райондарҙа, ҡалаларҙа эшләп, уҡып, хеҙмәт итеп йөрөгән ерҙәрендә репрессияға дусар ителгән. Дәүләт Именлеге Комитеты тарафынан төҙөлгән исемлек уларҙы бөтөнләйгә иҫәпкә алмай. Ошоларҙан сығып, ғаилә ағзаларын индермәй иҫәпләгәндә, беҙҙең райондан бөтәһе меңгә яҡын (йә иһә 900-ҙән ашыу) кеше репрессияланған тип ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ. Ғаилә ағзаларын да ҡушһаҡ, бер нисә мең кеше тураһында һүҙ алып барырға мөмкин. Күпме кешенең яҙмышы һындырылған, күпме бала етем ҡалдырылған, күпме аҫыл ир-егеттәребеҙ атылған, ҡараусыһыҙ ҡалған күпме ғаилә аслыҡтан ҡырылған, нисә тотҡон лагерҙарҙа һәләк булған? Был һорауҙарға бөгөн ҡапыл ғына яуап биреүе мөмкин түгел — улар махсус тикшеренеү көтә. Тик шуныһы: илебеҙгә ҡанлы диктатураны (фашизм формаһындамы, коммунизм формаһындамы) ҡабаттан кисерергә яҙмаһын ине. Әйтергә кәрәк, 1933 йылда ла бер ғәйепһеҙгә ҡулға алыуҙар, төрлө сроктарға хөкөм итеүҙәр кәмемәй. Вознесенка, Поляковка ауылдарының һәр береһенән бер ай эсендә унар кеше ҡулға алына, Ахун ауылынан 1 төн эсендә (22 март) 12 кеше, Ураҙҙан (13 март) 20 кеше алып кителә.
Ниҙә ғәйепләйҙәр һуң уларҙы? Совхоз һәм колхоздарҙы юҡҡа сығарырға тырышыуҙа, Магнитогорск металлургия комбинатын шартлатырға йыйыныуҙа. Бынан тыш, уларға «Германия һәм Япония разведкаларының агенттары», — тигән яла яғыла, «халыҡ дошмандары» тигән йөрәккә шом һалғыс атама тағыла. Уларҙың барыһының да йәштәре 24 менән 60 араһында, йәғни кешенең йәшәү дәрте иң көслө осорҙары була. Әммә Сталин йәлләдтәре һәр ҡайһыһын 5—10 йылға хөкөм итеп, тормош тамырҙарын аҡтара. Шул китеүҙәренән уларҙың күбеһе ҡайтмай, бары тик 50-се йылдар уртаһында иҫән ҡалған, ләкин һаулыҡтары бик ныҡ ҡаҡшаған бер нисә кеше тыуған төйәктәренә килеп йығыла. Репрессиялар ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла урап үтмәй. 1933 йылдың февраль-март айҙарында 4 колхозсы һәм ике хужабикә, бөтәһе 6 ҡатын-ҡыҙ (Поляковка, Вознесенка, Кирәбе ауылдарынан һәм Топорино хуторынан) ҡулға алынып хөкөм ителә. Иң олоһона — 72, иң кесеһенә 37 йәш. «Халыҡ дошманы» тигән хурлыҡлы атама, шулай итеп, улар иңенә лә төшә. 1934—1935 йылдарҙа репрессиялар кәмей төшә, әммә 1936 йылда яңы көс менән тоҡана. Дауыт Юлтыйҙың бер туған ҡустыһы Мөхәммәтҡол Юлтыевтың 2 аҙна Учалы ерендә командировкала йөрөп ҡайтыуы каратель органдарына яңы ғәйепләү эше асыу өсөн һылтау була. Йәнәһе, Мөхәммәтҡол Юлтыев Учалыға үҙе ойошторған «Ирекстан» исемле «контрреволюцион» ойошмаға яңы ағзалар йәлеп итеү өсөн барған. Ошо уйҙырмаға нигеҙләнеп, Өфөлә «Ленинсы» йәштәр гәзитендә бүлек мөдире булып эшләгән Мөхәммәт Хәйҙәров ҡулға алына. Мөхәммәт Хәйҙәров Өргөн ауылында тыуған, Учалыла МТС гәзитенең редакторы булып эшләп йөрөгән еренән Өфөгә, эшкә саҡыртып алына. 21 йәш менән барған Мөхәммәт, башҡа бик күп йәш егеттәр менән бер рәттән, Өфө төрмәһендә ултыра. Тәүҙә уға «террор» статьяһын йәбештереп маташалар, үлемгә хөкөм ителгәндәр камераһына күсерәләр, ләкин ғәйебен иҫбат итә алмайҙар. Милләтселектә ғәйепләп, 4 йылға хөкөм итәләр: хөкөм срогын ул Карлагта (Караганда лагерында) үткәрә. Мөхәммәт Хәйҙәровтың хәтерләүенсә, Өфө төрмәһендә ул Әбүс Һәйти тигән бер шағир менән бергә ултыра. Кем булған ул, Өфө төрмәһенә ҡайҙан, нисек барып эләккән? Әбүс Һәйтиҙең ысын исем-шәрифе Сабит Суфиянов. Ул 1906 йылда Учалы районының Сәфәр ауылында тыуған, 1921 йылға тиклем шунда йәшәгән. Ырымбурҙа педагогия техникумын тамамлаған. Шиғырҙар яҙған был егетте 1930 йылда яңы сыға башлаған «Ударсы» исемендәге район гәзитенә яуаплы сәркәтип итеп тәғәйенләйҙәр. Мөхәммәтҡол Юлтыев Учалыға килгән сағында уның менән осрашып, һөйләшеп китә. Өфөлә М. Юлтыев менән таныш кешеләрҙең ҡулға 170 алынғандарын ишеткән Әбүс Һәйти Учалыны ҡалдырып, Ҡазанға ҡаса, әммә күп тә үтмәй, 28 июлдә ҡулға алына һәм Өфөгә килтерелә. Әбүскә бик күп ғәйеп ташлайҙар: уның ирек, азатлыҡ тойғоһо менән һуғарылған шиғырҙарынан совет власына ҡаршы йүнәлтелгән юлдар эҙләйҙәр, «милләтсе» мөһөрөн баҫалар, «халыҡ дошманы» яһап, оҙайлы срокка лагерға ебәрәләр. Бары тик 1948 йылда ғына тыуған яғына ҡайтыу бәхетенә өлгәшә ул. Мансур ауылында үҙенә өй һалып инә. Әммә 1949 йылда бер ниндәй ғәйепһеҙ көйө яңынан ҡулға алына һәм бары тик 1956 йылда ғына уға яңынан Мансурға ҡайтырға насип була. Ләкин ауыл халҡы һәм етәкселәр араһындағы «халыҡ дошманы»на ҡарата ҡырын ҡараш, кәмһетеү, йәберләү уны тыуған яғын мәңгелеккә ҡалдырып, Өфөгә сығып китергә мәжбүр итә. Унда ул мосолман зыяратында ҡәбер ҡаҙыусы булып тамаҡ аҫырарға мәжбүр була. 1936 йылда башҡорт халҡының данлыҡлы улы, күренекле шәхес, 1918—1920 йылдарҙа Мәскәүҙә Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында башҡорт халҡының вәкиле булып торған Шәриф Манатов (тыуған ере — Курган өлкәһе) ҡаты сирҙән дауаланыр өсөн беҙҙең төбәккә килә. Ләкин һауыға алмай үлеп китә. Үҙенең васыяты буйынса, Көсөк ауылының (Миәс ҡалаһы эргәһендәге) зыяратында ерләнә. Репрессиянан уны үлем ҡотҡара, сөнки уға ла «эш» асылған була. Ҡанлы 1937 йыл! Учалы ере был йылда үҙенең иң аҫыл ирегеттәрен юғалта. БР ДИК-ның архивында һаҡланған 6568 һанлы «эш» буйынса 32 Учалы кешеһе ғәйепләнеп, хөкөм ителгән. Кемдәр һуң улар? Ниндәй енәйәттә ғәйепләнгәндәр? Башта һорауҙың икенсе өлөшөнә яуап биреп ҡарайыҡ. Был баштан-аяҡ алған документта 32 кеше тарафынан Учалы районында совет власын ҡолатыу маҡсаты менән төҙөлгән 7 отряд тураһында һүҙ бара. Йәнәһе, ошо 7 отряд 100-ҙән ашыу баш күтәреүсене берләштергән, бик күп ҡорал туплаған булған... 1937 йылдың февралендә Өфөлә, 1919 йылда Тамъян-Ҡатай кантонында ревком рәйесе булып эшләп киткән Кәрим Иҙелғужин ҡулға алына. Йәй көнө сират 1919—1920 йылдарҙа шулай уҡ беҙҙең кантонда ревком рәйесе вазифаһын биләгән Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы Дауытовҡа ла етә. Ҡулға алынған мәлендә ул Өфөлә Дәүләт планы рәйесе булып эшләп йөрөгән була. 1917 йылдан РКП(б) ағзалары булған ошо 2 күренекле башҡорт эшмәкәрен Башҡортостанда 3000 кешенән торған 62 баш күтәреүселәр отрядын төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Был уйҙырмаға ярашлы, чекистар 1124 «баш күтәреүсе»не ҡулға алып, төрмәгә яба. Йәнәһе, ошо 62 отрядтың 7-һе Учалы районының төньяғында ойошторола. Уларҙы Муса Мортазин һәм Шаһиәхмәт Дауытовтарҙың күрһәтмәһе буйынса, Учалыға килгән, үрҙә исеме аталған Мөхәммәтҡол Юлтыев төҙөп киткән, имеш. Учалы «баш күтәреүсе»ләренең ике үҙәге булған: беренсеһе — «Төньяҡ» үҙәк (Мулдаҡай ауылы), икенсеһе — «Көньяҡ» үҙәк (Туңғатар ауылы). «Төньяҡ» үҙәктең етәксеһе итеп Мулдаҡай графир участкаһы начальнигы Шаһишәриф Бүләков күрһәтелгән. Туңғатар мәктәбе директоры Сәләх Баһаев «Көньяҡ» үҙәктең етәксеһе булған, йәнәһе. Ысынлап та, Ш. Бүләков та, С. Баһаев та районда күренекле етәкселәр була, халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙалана, шуға ла уларҙың икеһенең дә дуҫ-иштәре бик күп була. Бүләков һәм Баһаев ҡулға алынып, уларға әҙәм ышанмаҫлыҡ ғәйеп ташлағас, был икәүҙе күргән-белгән, улар менән аралашҡан бик күп кеше репрессиялана. Билдәле, «Туңғатар төркөмө»ндә башлыса милли интеллегенция вәкилдәре, «Мулдаҡай төркөмө»ндә — эшсе, колхозсылар ҡулға алынғандарҙың төп өлөшөн тәшкил иткәндәр. 28 июль төнөндә Мулдаҡайҙан тәүге 2 кеше ҡулға алына: старатель булып эшләгән Бикбулатов Зиннур Әсфәндиәр улы (1888 йылғы, Зәки Вәлиди ғәскәрендә полк муллаһы булып хеҙмәт иткән), һәм Усманов Шәриф Кәбир улы (1892 йылғы, Орловка ат заводы директоры). 5 август төнөндә Кәримдән старатель Төпәев Харис ҡулға алына, 27 август Мулдаҡайҙан, мәктәптә завуч булып эшләгән Әхмәтшин Ғәбделхай Әхмәтшәевич (Зәки Вәлидиҙең ҡустыһы) репрессиялана. Ҡулға алынғандар һорау алыу өсөн Белорет төрмәһенә оҙатыла. Сәләх Баһаевтан тыш, «Туңғатар төркөмө» баш күтәреүселәре тип хөкөм ителәләр:
1. Нурғәли Бикбулатов — Мулдаҡай тулы булмаған урта мәктәбе директоры.
2. Сабур һәм Сәлим Исхаҡовтар — Туңғатар урта мәктәбе уҡытыусылары.
3. Әхмәтхан Төпәев — Кәрим башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы.
4. Хәким Хаджаев — Учалы урта мәктәбе директоры (Сәфәр ауылында тыуып үҫкән был кеше «татармын» тип ныҡыша, әммә «башҡорт милләтселеге»ндә ғәйепләнеүен алып ташлай алмай). Шаһишәриф Бүләковтан тыш, «Мулдаҡай төркөмө»нә индерелеп, хөкөм ителеүселәр:
1. Ш. К. Усманов (ул да үҙен «татармын» тип иҫбат итергә тырышһа ла, «актив башҡорт милләтсеһе» тип ғәйепләнә.
2. Г. Ж. Ғиззәтуллин
3. Абдулла Ураҙаев
4. С. М. Хәйбуллин-Вәлиев
5. Яуымбай Моратшин (штраф ротаһы составында 1943 йылда фронтҡа эләгә һәм һәләк була). Ҡулға алынған 32 яҡташыбыҙҙың 16-һы Белорет төрмәһендә атып үлтерелә.
Түбәндә уларҙың исемлеген килтерәбеҙ.
1. Шаһишәриф Бүләков (17 декабрь) — начальник
2. Мөхәммәт Имашев (29 ноябрь) — магазин мөдире
3. Әхмәтшин Абдулхай (7 декабрь) — завуч
4. Сәләх Баһаев (29 ноябрь) — директор
5. Әхмәтхан Төпәев (17 декабрь) — уҡытыусы
6. Харис Төпәев (2 сентябрь) — старатель
7. Зиннур Бикбулатов (22 декабрь) — старатель
8. Камалетдин Бүләков (22 декабрь) — приискыла десятник
9. Ш. Әюпов
10. Мөжәүиров
11. Әсәф Мифтахов (27 ноябрь) — колхозсы
12. Хәлилов Ғиниәт (29 декабрь) — колхозсы
13. Хәлилов Миҙәт (27 ноябрь) — колхозсы
14. Хәмитов Мөһит (27 ноябрь) — колхозсы
15. Рөстәмов Закир (2 декабрь) — колхозсы
16. Сәғитов Оморҙаҡ (2 сентябрь) — колхозсы
Үлем язаһынан тороп ҡалған 16 «баш күтәреүсе», «милләтсе» Сталин лагерҙарына оҙатыла. 6568-се «эш» буйынса хөкөм ителгән учалыларҙың икәүһенә генә лагерь ғазаптарын үтеп, тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтырға насип була. Бына улар: Нурғәли Бикбулатов һәм Ғәбдрәшит Исхаҡов. Кәрим Иҙелғужин менән Шаһиәхмәт Дауытов 1937 йылда Өфөлә атып үлтерелә. Районыбыҙҙың көньяғы иһә был осорҙа ҙур тырышлыҡ менән «мортазинсылар»ҙан таҙартыла. Муса Лут улы 1937 йылдың 31 майында Мәскәүҙә Генштабта эшләп йөрөгән еренән ҡулға алына. Күпме генә язаламаһындар, М. Мортазин үҙен ғәйепле тип танымаған. Ҡот осҡос язалауҙарға ҡарамаҫтан, үҙенең кешелек һәм гражданлыҡ йөҙөн һаҡлап ҡала алған, бер кемде лә һатмаған. 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерелә. Муса Лут улы ғүмеренең ахырына тиклем революция идеалдарына тоғролоҡ һаҡлай, Совет иленә бөтә ихласлығы менән хеҙмәт итә һәм дәһшәтле 1937 йылда чекист пуляһынан һәләк була. 24 август төнөндә иң тәүҙә ҡулға алынған «мортазинсылар»: уҡытыусы Бәкер Ғәззәл улы Мортазин һәм алтын приискыһы эшсеһе Әхмәҙи Мортазин. Оҙаҡламай район үҙәгендәге «КПЗ» камералары ҡулға алынғандар менән тыңҡыслап тултырыла. Муса Лут улының тыуған ауылы Көсөктән генә бында 12 кеше килтереп ябыла, һорау алыу көнө-төнө бара. Ҡулға алынғандарҙы төрлөсә язалайҙар, туҡмайҙар. Ултырырға, ятырға мөмкинселек бирмәйҙәр. «Тройка» приговоры менән 1937 йылдың 8 декабрендә Өфө төрмәһендә 25 мортазинсы 2—3 минут интервал менән сығарып атыла. Уларға ташланған ғәйеп: Башҡортостан биләмәһендә совет власын ҡолатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыу. Әйтеүебеҙсә, был баштан аяҡ ялғанға ҡоролған була. Атып үлтерелгәндәр араһында Әхмәҙи, Искәндәр, Әбүбәкер Мортазиндар ҙа була. Атыусыһы: сержант Ковалевич. Ошо төркөмдә атылған ил ағаларының, милләт уҙамандарының кәүҙәләре Өфөнөң Сергеевск зыяратында, дөйөм соҡорға күмелгән. Репрессияларға совет һәм партия хеҙмәткәрҙәре лә дусар ителә. 1934 йылда советтарҙың II съезында Учалы район советына 25 кеше һайлана, шуларҙың 3-һө күп тә үтмәй халыҡ дошмандары тип ҡулға алына: Ф. А. Лоҡманов — Ғәлиәхмәр ауылынан, колхоз рәйесе, Ф. Ғ. Йомабаев — район коммуналь хужалығы мөдире, Г. С. Йәнбәков — Поляковка ауыл советы депутаты. Әммә ДИК биргән исемлектә уларҙың береһе лә юҡ. 1936 йылдың октябрендә советтарҙың сираттан тыш съезы район советына өҫтәмә рәүештә 12 кешене һайлай. Шуларҙың 6-һы халыҡ дошманы булараҡ ҡулға алына. Бына улар:
1. Дәүләт Ғәлимов — район башҡарма комитеты рәйесе.
2. Асман Моратов — ВКП(б)-ның РК 1 секретары.
3. Сәмиғулла Нәбиуллин — ВКП(б)-ның РК II секретары.
4. Шамил Нагаев — комсомолдың РК секретары.
5. Миндияр Бакыев — ойоштороу бүлеге мөдире.
6. Хәмит Мәғәсүмов — юл бүлеге мөдире.
Ниҙә ғәйепләгәндәр һуң Ғәлимовты, Моратовты һәм Нәбиуллинды? «Байрамғол» совхозында булған саҡтарында: «Көндөҙ сәсеү менән генә ҡәнәғәтләнмәҫкә, төнөн дә сәсергә!» — тигән фарман биреп киткәндәр икән. Был сәсеү сифатының түбән булыуына һәм һөҙөмтә булараҡ колхоз-совхоз ҡоролошоноң ҡаҡшауына килтерер ине. Бынан тыш улар Магнитогорск элеваторынан сәсеү өсөн орлоҡто ваҡытында ташытып алмауҙа ғәйепләнә. Был ғәйепләү сәйәсәт менән бәйләнелә. Судьялар өс тапҡыр судҡа йыйылалар һәм иң һуңғыһында ғәйепләнеүселәрҙе аҡлай. Әммә уларҙы эштәрендә кире тергеҙмәйҙәр. Район башҡарма комитеты рәйесе вазифаһына Миндияр Баҡыев үрләтелә. Күп тә үтмәй уны ла ҡулға алалар. Унан Учалы районы буйынса ГПУ начальнигы Мамаев һорау ала. Пистолет менән ҡурҡытып, совет власына ҡаршы эшмәкәрлек алып барыуын таныуын талап итә. Район гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә тулы составы менән тиерлек репрессиялана. Поляковка, Ильинка приискылары директорҙары Йәнбәков менән Буранғолов та кулға алына. Уларҙы ла совет власына ҡаршы ҡораллы ихтилалды әҙерләүҙә ғәйепләйҙәр, йәшереп һаҡлаған ҡоралдарын таптыралар. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ ауыл хужалығы белгестәренең, уҡытыусы, директорҙарҙың иң көслө, алдынғы өлөшө ҡулға алынып һәләк ителә. 8 колхоз рәйесенә лә халыҡ дошманы мөһөрө баҫыла. Ә бит ул заманда был вазифаны граждандар һуғышында ҡатнашҡан коммунист булған кешеләр генә биләгән! Мәскәү Өфөгә, Өфө Учалыға нисә кешене ҡулға алырға, ниндәй срокка хөкөм итергә, нисәүһен атырға конкрет задание төшөргән. Бер миҫал нигеҙендә ошо фекерҙе нығытып китәбеҙ. 1938 йылда Өфөнән Дәүләкән районына Левченко тигән чекист ебәрелә. Уға 100 кешене ҡулға алыу бурысы ҡуйыла. 97 кешене төрмәгә япҡас, ул Өфөнән ҡайтырға рөхсәт һорай. Ҡулға алыныусыларҙың һаны 100 булмағанын белгәс, Өфө уға ҡайтырға рөхсәт бирмәй, заданиены үтәүҙе талап итә. Репрессиялар артабан да дауам иткән, әммә улар баштағы массовыйлыҡ төҫөн юғалтҡан, һуғыштың тәүге көндәрендә (1941 йылдың июне-авгусы) район буйынса тиҫтәгә яҡын кеше ҡулға алына һәм төрлө срокка хөкөм ителә. Бер ғәйепһеҙгә кешеләрҙе ҡулға алыуҙар 50-се йылдар башында, Сталин үлгәндән һуң ғына туҡтатыла.
Мәҫкәү ауылының «кулактары»
Һәр ауылдың күренекле кешеләре була. Мәҫкәүҙә лә булған ундай арҙаҡлы шәхестәр. Ҡайһы берҙәренең исем-шәрифтәре әле һаман да халыҡ хәтеренән юйылмаған. 30 йылдарҙа ауыл халҡы өсөн янып йәшәгән, бар эштәрҙе башлап йөрөүсе Сабирйән Ишимйәров була.
Ул 1903 йылда ишле ғаиләлә донъяға килә. Атаһы хәлле генә кеше булғанлыҡтан, ярайһы уҡ көн итәләр. Армияға барып килә. Хеҙмәттән ҡайтҡас та комсомолдар менән берлектә (ул үҙе лә комсомолец) халыҡты яңыса йәшәргә өндәй башлай. Ул саҡта яңыса йәшәү күмәк хужалыҡ төҙөүҙә кәүҙәләнә – бәхеткә күрә. Күбәләк – Тиләү волосына килгән иң тәүге “Фордзон” тракторы бүләк рәүешендә Мәҫкәүгә эләгә. Тимәк, халыҡты берләштерерлек стимул эҙләйһе юҡ. Башта, 1927 йылда, ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәте (ТОЗ) төҙөлә. Ун ике (йорттан) хужалыҡтан торған был артелгә етәксе итеп Ҡара Сабир ҡуйыла. Ойошманың ни бары 10 гектар сәсеүлек ере булған. Ауылға килтергәндә боҙолған трактор «йүнәлеп» сығып ике корпуслы һуҡаның «мөғжизәһен» күргәс, (“Фордзон” менән тик сиҙәм күтәргәндәр) артелгә инеүселәр бермә-бер артып китә. Ул 1929 йылда колхозға әйләнә. «Яңы юл» күмәк хужалығының да тәүге рәйесе - Сабирйән бабай була.
Әммә яңы тормош төҙөүҙең ҡыуаныстары оҙаҡҡа бармай, тиҙҙән уның ҡайғы хәсрәттәрен дә күрергә тура килә. Хәллеләрҙе кулакка сығарыу башланып китә. Ауылдағы Әүхәҙи, Мөхәмәҙи, Хәйретдин ҡарттарҙы, шул иҫәптән Сабирйәндең атаһы Әхмәҙиҙе лә кулак тип табалар. Бөтә малынан, әйберҙәренән, аҙаҡ килеп, өйөнән яҙҙыралар. Әүхәҙи бабайҙы ҡатыны Хәтирә һәм балалары менән Себергә оҙаталар. Шунда икеһе лә үлеп ҡала. Мөхәмәҙиҙе лә Белорет төрмәһенә ябып ҡуялар. Ике йыл ярым ултырып сыға. Сабирйәнде «кулак затынан» тип тә рәйеслектән сығарып ташлайҙар. «Бәлә килһә яңғыҙ йөрөмәй» тигәндәре хаҡ булып сыға, элекке хөрмәтле рәйесте, әүҙем комсомолецты өс тоҡ бойҙай урлаған, тип 1933 йылда төрмәгә ябалар. Эш былайыраҡ була: ул үҙенең ҡустыһы Әхәтйән менән Муса ауылында йәшәүсе үгәй әсәһе Нәфисәгә ике тоҡ бәрәңге алып китеп барған. Быны ауылдың бер кешеһе күреп ҡалып, өс тоҡ иген алып китеп бара ине, тип хәбәр итә (ул саҡта бер ус бойҙай өсөн генә һине әллә нисәшәр йыл төрмә көткән).
Ҡулға алғас, уны атырға хөкөм итәләр. Әхәтйәнгә 10 йыл бирәләр. Хөкөм ҡарарын үтәргә 10 минут ҡалғас, Сабирәйән тышҡа сығып керергә рөхсәт һорай. Яңы пальтоһын надзирателдең иңбашына һала ла яр буйына һикереп төшөп, ҡаса. Йөк машинаһын ҡыуып етеп, кузовына ултырып ала һәм революция йырын һуҙа. Машиналағы башҡа кешеләр ҙә йырҙы күтәреп алалар. Шулай итеп, көс-хәл менән ауылға килеп етә.
Төнләтеп кенә ҡатыны Шәмсиямалдың ишеген шаҡый. Асып индерә ҡатыны. Шырпы ҡабыҙып, балаларын ҡарайым тиһә, Шәмсиәһе “Ҡарама балдарҙы, атыу үҙеңде тоттороп ебәрәм”, тип ҡыуып сығара.
Сабирйән бер туған һеңлеһе Сабираларға бара. Ярай әле, бәхетенә ҡаршы, Закир кейәүе өйҙә булмай. Сабира әбей мунса яғып төшөрә, бетләгән кейемдәрен таҙартып бирә. Шулай итеп, колхоздың элекке рәйесе йәшеренеп йәшәй башлай. Уның йәшеренгән ере «Өйташ» тип аталған мәмерйә була. Бер туған һеңлеһе Сәйҙә әбей һөйләгәндәрҙән: “Балалары тип үлеп бара торғайны. Шул ғәзиздәре өсөн йәнен бирергә әҙер ине. Сабира апайым уны ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге кейҙереп, балалары менән күрештерергә йөрөттө”. Ә тәүҙә Шәмсиямал әбейҙең иренә балаларҙы күрһәтергә теләмәүе сабыйҙарҙың аңламайынса ләпелдәп, аталарын тоттороп ҡуйырҙар тип ҡурҡыуынан булған.
Ауыл советы секретары Танһыҡбай Бүләков уға үҙенең документтарын бирә һәм Сабирйән ҡатыны, балалары менән Магнитогорскиға китә. Шәмсиямал әбейҙең паспорты булмау сәбәпле ҡалала йәшәй алмайҙар. Вятскийға күсеп киләләр. Ошо утарҙа йәшәгән сағында килешеү буйынса бер мәрйәнең картуфын Миндәккә алып барып һата. Быны Ҡойолдарҙан Шәрипов тигән берәү күреп ҡала һәм Сабирйәнде тоттора. Уны тағы Белорет төрмәһенә ябалар.Был юлы документтарын ҡабат тикшереүгә бирҙетә. Яңынан тикшереү барышында шаһиттан да һорау алалар.
- Тоҡ эсендә нимә ятҡанын күрҙеңме? Тотоп ҡараныңмы?
- Юҡ, тигән теге кеше.
- Шулай булғас, ниңә юҡты һөйләп йөрөйһөң? Тоҡ эсендә нимә генә булмауы мөмкин, - тип, Өфөнән килгән судья Сабирйәнде ҡотҡара.
Һуңғараҡ, колхоз атын үлтереүҙә ғәйепләнеп, тағы ла бер тапҡыр төрмәгә ябыла. Шул китеүенән үҙенең теләге буйынса, 1943 йылда һуғышҡа алына. Еңеүгәсә ул яу ҡырында була. Күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайта.
Һуғыштан ҡайтҡас, бригадир, һуңыраҡ ырҙын табағы мөдире була. 1945 йылда Ишимйәровтар ғаиләһе өйҙәрен кире ҡайтартып алалар.
1978 йылдың 7 октябрендә Сабирәйн бабай донъя ҡуя. Шәмсиямал әбей ҙә, ире үлгәндән һуң, 8-9 йыл йәшәйме – юҡмы, мәрхүмә була.
Йомғаҡлау. Үткәндәрҙе онотмаһаҡсы. Халыҡтың элекке тормошон, көнкүрешен белмәй тороп, беҙ үҙебеҙҙе камил кеше тип иҫәпләй алмайбыҙ, сөнки башҡорт өс нәмәне: шәжәрәһен-тарихын, йондоҙҙарҙы һәм ҡобайырҙарҙы белергә тейеш булған.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Апасым-гомер бишегем" (Татар теле бүлеген кабатлау)
Татар теленнән ел буе өйрәнгән материалларны кабатлау....
2 нче сыйныфта "Кырлар буйлап уңган көз йөри" бүлегенә презентация
2нче сыйныфта "Кырлар буйлап уңган көз йөри " бүлеген өйрәнү өчен презентация...
Доклад "Башлангыч сыйныфларда дәреснең нәтиҗәлеген арттыруда яңа технологияләр куллану"
Үстерешле технологияләр...
«Исем» бүлеген кабатлау. Фигыль турында төшенчә.
1. “Исем” бүлегендә алган белем һәм күнекмәләрне актуальләштерү, үзләштерелү дәрәҗәсен тикшерү.Фигыль турында беренчел төшенчә бирү.2. Әлеге сүз төркемнәрен таба, аера белү ; сорауларга ту...
“ Өч кыз” татар халык әкияте белән танышу, әкиятнең эчтәлеген аңлап, сәнгатьле итеп укырга өйрәтү.
ldquo; Өч кыз” татар халык әкияте белән танышу, әкиятнең эчтәлеген аңлап, сәнгатьле итеп укырга өйрәтү....