Башҡорт милләтенең килеп сығыу тарихы
материал

Истамғәлин Илгиз Наил улы

Бөйөк "Урал батыр" эпосы беҙҙең милләтебеҙҙең тәүтарихы. Донъя яралғанда уҡ башҡорттар барлыҡҡа килгән һәм әле булһа ла Урал тауҙары буйында көн итәләр.
"БАШҠОРТ" һүҙенең килеп сығыуының да 3 тиҫтәнән артыҡ версияһы бар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy.docx26.04 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТТАРҘЫҢ КИЛЕП СЫҒЫУЫ
ИЛНАРА: Хәйерле көн, ҡәҙерле байрамда ҡатнашыусылар, уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре!

ДИНИР: Һаумыһығыҙ,  дуҫтар, класташтар!
Беҙҙең бөгөнгө осрашыуыбыҙҙың миссияһы, башҡорттар Көньяҡ Уралда ҡасандан бирле йәшәйҙәр?

ИЛНАРА: Башҡорттар ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килгәндәр? Ошо һорауҙарға яуап табыу. Динир, беҙгә эҙләнеүҙе ҡайҙан башларға икән?

ДИНИР: Башҡорттарҙың билдәле  эпостары бар бит. Иң билдәлеһе “Урал батыр” эпосы. Бына шунан башлағанда, дөрөҫ булыр ине.

ИЛНАРА: Әйҙәгеҙ, “Урал батыр” менән яҡындан танышайыҡ.

ИЛДАН:
Борон-борон борондан,

Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын дингеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.

Ш.РУСЛАН:
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ
Ҡайҙа барһа, уларға
Ул урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти;

АЙНУР:
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер иткән, ти.
Тора-бара ул икәү
Ике уллы булып киткән, ти:

Шүлгән булған олоһо,
Урал булған кесеһе;
Бүтән кеше күрмәйсе,
Тик йәшәгән дүртеһе.

ДАНИС:
Донъя-маҙар йыймаған,
Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,
Ҡаҙан аҫып, ут яғып,
Улар донъя көтмәгән.
Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,
Үлем барын белмәгән,
Барлыҡ нәмәгә үлем
Үҙебеҙ, тип һанаған,

ДАНИЛ:
Һунарҙа ат менмәгән,
Ҡулға һаҙаҡ тотмаған;
Менәренә — арыҫланды,
Балығына — суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған.

ИЛНАЗ:
Бик борондан булғанмы,
Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,
Бара-тора шул ерҙә
Йола булып киткәнме,
Үлән емшәр йән тотһа,
Ҡара һөлөк ҡаҙаған,
Һөлөгөнән һурҙырып,
Ҡанды һыуһын яһаған.

ДИНИР:
Бала үҫеп еткәнсе,
Үҙе йәнлек тотҡансы,
Баш-йөрәкте ашауҙан,
Һыуһынға ҡан эсеүҙән
Уландарын тыйғандар,
Һис ярамай, тигәндәр.

ИЛНУР:
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Балалары иҫ белеп,
Шүлгәненә ун ике,
Уралына ун тулып,
Береһе, арыҫлан менәм, тип,
Береһе, шоңҡар сөйәм, тип,
Маҙаһына тейгән һуң,
Ике улына Йәнбирҙе
Төшөндөрөп биргән, ти.

Ү.РУСЛАН-ЙӘНБИРҘЕ
Икегеҙ ҙә — баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ,
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған;


Һыуһаһағыҙ уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ,
Ҡабырсаҡҡа тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ», —

УРАЛ-ШҮЛГӘН

ВИЛДАН-РӘМИС
Ярай, атай!!!!

ИЛНАРА-ЙӘНБИКӘ
Ярай,балалар, беҙ һунарға киттек
йәнлек ауларға.
Атағыҙҙың һүҙен тотоғоҙ!

ЯҘМА
Ҡарт менән ҡарсыҡ икәү
Ау ауларға киткәндә,
Шүлгән, Урал икәүләп
Торлаҡта аулаҡ ҡалғанда


Шүлгән уйлап торған да,
Ҡан эсеүҙән атаһы
Ныҡ тыйғанын белһә лә,
«Эсә күрмәң», — тиһә лә,
Шүлгән, Уралды димләп,
Ошолай тип әйткән, ти:

ШҮЛГӘН-РӘМИС
«Йәнде ҡыйып һунарлау
Ҡомарлы эш булмаһа,
Һыуһағанда ҡан эсеү
Тәмле нәмә булмаһа,
Атамдар йоҡо ҡалдырып,
Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,
Йөрөмәҫ ине һунар, тип,
Урал, әйҙә, булмаһа,
Ҡабырсаҡты асайыҡ,
Берәр тамсы эсәйек, —
Ҡандың тәмен беләйек».

ВИЛДАН-УРАЛ
 «Атам һүҙен тотамын,
Мин ул ҡанды йотмамын.
Егет булып етмәйсе,
Төп йоланы белмәйсе,
Һис бер йәнде һуҡмамын,
Һөлөк һурған ҡанды мин
Ҡабырсаҡтан йотмамын».

ШҮЛГӘН

 «Кешене енер үлемдең
Бында килеп сыҡмаҫын,
Беҙҙе килеп тапмаҫын
Атам һөйләп бирҙе бит;
«Бары йәнгә беҙ — үлем», —
Тип тағы ла әйтте бит!
Инде ниҙән өркәһен,
Ҡан эсеүҙән ҡурҡаһың?

УРАЛ-ВИЛДАН
Сабағына — суртаны,
Ҡуянына — төлкөһө, —
Барыһын теҙеп уйлаһаң:
Көсһөҙөнә — көслөһө
Үлем була түгелме?
Ямандарҙың яманы,
Шул йоланы табыусы,
Ерҙә үлем сәсеүсе —
Ошо тирәлә беҙ дүртәү
Булабыҙ һуң түгелме?

ЯҘМА
Шүлгән бер аҙ уйлаған,
Шулай ҙа ул үҙ һүҙен
Уға ҡарап ҡуймаған, —

(Шүлгәнн ҡанды эсә, Урал уны туҡтата алмай. Шүлгән хәле бөтөп ҡолай.

Йәнбирҙе м-н Йәнбикә ҡайта)

 (Йәнбирҙе ҡабырсаҡтарҙы килтереп, ҡан эсергә булған. Йәнбирҙе ҡарт, ҡабырсаҡтарҙың бүҫкәргәнен күреп, ҡарт һуйыл таяҡ алып, балаларын алмаш-тилмәш һыптырырға тотонған. Шүлгән түҙмәгән, үҙ ғәйебен һөйләп биргән. Йәнбирҙе ҡарт тағы ла өҫтәп һуҡҡылай башлағас, Урал атаһының ҡулынан тотҡан да, былай тигән, ти

ВИЛДАН-УРАЛ
Атаҡайым, уйласы,
Ҡулыңдағы һуйылға
Күҙ йүгертеп ҡарасы.

ИЛНАРА-ЙӘНБИКӘ

Тағы һуҡһаң балаңды,

Үҙ торлағың эсендә.

Балаларың өҫтөндә,-

Көсһөҙҙәргә көслөнән,
Балаларға атанан
Килгәнене күрергә
Әҙерләндең түгелме?
(тигән һүҙен ишеткәс, Йәнбирҙе) 

Ү.РУСЛАН-ЙӘНБИРҘЕ

« Үлем килгәндер, мине шул ҡоторталыр. Йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып һорашырға кәрәк».

(Урал м-н Шүлгән хайуандарҙы, ҡоштарҙы саҡыралар).

ВИЛДАН-УРАЛ
«Үлем тигән яуыздың
Төрөн һанап беләйек.

ҠОҘҒОН-ИЛДАН

«Мин Үлемде табыуҙан
Бер ҙә ҡурҡып тормайым,
Әммә тотоп биреүгә
Һис ҡасан да күнмәйем.
Ҡарт булһам да, был эштән
Мин бер үҙем баш тартам.

КӘКҮК-ДИЯНА
«Оям юҡ,
Балам тигән ҡайғым юҡ:
Бала — бауырым, тигәндәр,
Бала өсөн көйгәндәр
Ни теләһә, — миңә шул», —

Һайыҫҡан-ДАНИС:
«Үлемдән ҡурҡыр йән булһа,
Ҡотолорға юл эҙләр,
Түл йәйергә уйлаһа,
Илде гиҙеп яй эҙләр»

ЯҘМА
Һайыҫҡан әйткән һүҙҙәрҙе
Юлбарыҫ та, ҡаплан да,
Бүре, бурһыҡ, арыҫлан да,
Типкес-өҙгөс ҡоштар ҙа,
Ҡарпыр балыҡ — суртан да, —
Бөтә йыртҡыс хуп күргән.


Барыһы төрлөсә һөйләп,
Тарҡалышта ҡалған, ти...
Ҡарт бынан һуң һиҫкәнгән.
Яңғыҙ ауға сығырға
Бынан ары шикләнгән.
(
Һунар сценаһы, Шүлгән аҡҡош тотоп ала)

ЗИНИРА-АҠҠОШ

«Ил күрергә сыҡтым мин,
Ер ҡошонан түгелмен, —
Йәшәй торған илем бар,
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Үҙ илемә ҡайтайым.
Мине бүлеп ашап та,
Сәйнәп мине йотоп та,
Барыбер аш булмамын;

УРАЛ-ВИЛДАН

«Атай, бына был йәнде —
Ҡасып һинән, боҫһа ла,
Йән аямай ҡасһа ла,
Һис ҡотҡармай тотҡанһың,
Беҙҙе шулай берәй йән
Килеп эҙләп тапмаҫмы,

ЗИНИРА-АҠҠОШ

Илемә мин ҡайтайым;

Йәншишмәнең һыу юлын

Һеҙгә әйтеп китәйем», —

ЙӘНБИРҘЕ-РУСЛАН

 «Көнө бөтөр һәр йәнгә
Беҙ үлеме булабыҙ;
Ҡайҙа ғына ҡасһа ла,
Ҡая, шырға боҫһа ла,
Беҙ уларҙы табабыҙ,

ИЛНАРА-ЙӘНБИКӘ
Кешене тотоп ашарлыҡ,
Уға бысаҡ һалырлыҡ
Бында бер йән тыумаған,
Беҙҙе тотоп һуйырлыҡ
Үлем бында булмаған.

ВИЛДАН-Урал:
Атай, Үлемде эҙләһәң,
Уны табып буламы,

Йәнбирҙе:
Үлем тигән яуыз ул,
Күҙгә һис тә күренмәй,
Килгәне һис тә беленмәй

ЗИНИРА-АҠҠОШ

Йәншишмәнән һыу алып,

Әсәм тәнем йыуҙырған.

Ебәрегеҙ һеҙ мине,

 


ИЛНАРА: “Урал батыр” эпосында 4 576 юл.

ДИНИР: “Урал батыр” эпосына 4 меңдән алып 15 меңгә тиклем йәш бирәләр. Уның йөкмәткеһен Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр менән саҡыштыралар.

ИЛНАРА: Эйе, Урал батыр эпосы башҡорттарҙың боронғо халыҡ булып Көньяҡ Уралда боронғо замандарҙан йәшәгәнен иҫбат итә.

ДИНИР: Илнара, ә тағы ла ниндәй сығанаҡтарҙан беҙ Башҡорттарҙың тарихын өйрәнә алабыҙ?

ИЛНАРА: “Башҡорт” һүҙенең килеп сығыуының версиялары бик күп. Әйҙә, дуҫтарыбыҙҙы тыңлайыҡ.

  • БАШ БҮРЕ

баш ҡорт – баш бүре, легенда буйынса башҡорттар Урал тауҙарына күк бүрегә эйәреп килгәндәр. ҡорт – бүре һүҙен аңлатҡан. Башҡорт – баш бүрегә эйәреп килеүсе халыҡ.

  • БАШҠОРТ ХАНЫ

Ҡасандыр бөйөк хан йәшәгән. Уның ике меңлек ғәскәре (армияһы) булған. Хандың исема БАШДЖУРТ булған.

  • СОЛОҠТАҒЫ БАШ ҠОРТ

Баш – ҡорт – бал ҡорто, йәғни бал ҡорто үрсетеүсе кешеләр.

  • БАШ ҠОРОТ

Башҡорттар үҙҙәре менән баш (киптерелгән) ҡорот алып йөрөр булғандар.Ҡорот – милли ризыҡ. Башҡорт – баш ҡорот алып йөрөүсе халыҡ.  

  • ҠОР БАШЫ

Баш – төп, ҡор – кешеләр төркөмө, Башҡорт – төп кешеләр йыйылышы.

  • БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ

Хәҙерге Өфө урынында, Башҡорт – Паскарти ҡалаһы булған. Башҡорт – ошо ҡала тирәләй йәшәүсе халыҡ.

ИЛНАРА: Динир, тағы ла ниндәй сығанаҡтар башҡорттарҙың тарихын һөйләй?

ДИНИР: Башҡорт халыҡ ижады легенда һәм риүәйәттәргә бик бай. Тағы ла дуҫтарыбыҙҙан һорайыҡ әле. Ниндәй легендаларҙы, риүәйәттәрҙе беләләр икән?

  • ҠОШ ЮЛЫ
  • ЕТЕГӘН ЙОНДОҘ-ЕТЕ ҠЫҘ
  • ЗӨҺРӘ ЙОНДОҘ
  • БАЙЫМДЫҢ ЕР ҺАТҠАНЫ
  • ҠӘНИФӘ ЮЛЫ

ИЛНАРА: Башҡорт халҡының легенда-риүәйәттәре бының менән генә бөтмәй әле. 

ДИНИР: Уларҙың яҙып алынғандары ғына 500-ҙән ашыу.

ИЛНАРА: Ошоноң менән башҡорт халҡының тарихына арналған сара тамам.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!!

ДИНИР: Үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы яҡшы беләйек. Башҡорт телендә ғорур аралашайыҡ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дэрес-йомгаклау:Ботендонья тарихы сэхифэлэре

Разработка урока для 4 класса по УМК " Школа России" по учебнику Плешакова....

Презентация " Бөтендөнья тарихы сәхифәләре"

Презентация к уроку Окружающий мир, 4 класс по программе "Школа России" по учебнику Плешакова...

Кайбыч районы Кече Кайбыч авылы тарихы

Үткән тарихны белмәгән кешенең бүгенгесе һәм киләчәге юк. Без үзебезнең туган ягыбызны, туган авылыбызны, аның кешеләрен һәм табигатен бик яратабыз. Яратмаслык та түгел, Кече Кайбыч авылы табигатьнең ...

"Авылым тарихы "

Легенда о происхождении моей родной деревни Татарские Суксы Актанышского района.Туган авылым Татар Суыксуы барлыкка килү турында легенда....

Актаныш тарихы

Актаныш тарихы...

"Минем гаиләмнең тарихы- Ватаныбыз тарихының бер бите" эссе

"Минем гаиләмнең тарихы- Ватаныбыз тарихының бер бите" эссе...

Якташларыбыз- Россия тарихы битләрендә

Укучыларда батырларга карата ихтирам, туган илне ярату, патриотизм хисләре  тәрбияләү. ...