Ғаилә һәм уның ҡиммәттәре
классный час (3 класс) на тему

Рахматуллина Минзаля Тагировна

Ғаилә һәм уның ҡиммәттәре тураһында класс сәғәте.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gail_hm_unyn_kimmttre.docx22.9 КБ

Предварительный просмотр:

Белем көнөнә арналған класс сәғәте

Тема:

“Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре”

Ғаилә һәм уның ҡиммәттәре темаһына класс сәғәте.

Маҡсат:

-Кеше тормошонда ғаилә һәм мәктәп роленең мөһимлеген формалаштырыу, инандырыу;

-Һәр балаға үҙ ата-әсәһенә һәм ғаиләһенә хөрмәт тойғоһо уятыу;

-Ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: мәҡәлдәр, төҫлө ҡәләмдәр, ҡағыҙҙан йөрәк формаһы.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ балалар!

Матур үтһен көнөбөҙ!

Көләс булһын йөҙөбөҙ!

Булайыҡ һәр саҡ әҙәпле,

Отайыҡ матур ғәҙәтте.

Дөрөҫ, матур ултырайыҡ,

Тырышып яуап бирәйек.

Инеш һүҙ. (Уҡытыусы)

Йәйге каникулдар тамамланып. Каникулығыҙ бик оҙаҡ һәм күңелле үткәненә һис шигем юҡ. Сөнки ҡайһалыр ҡунаҡта, ял итеү урындарында булғанһығыҙҙыр. Август айы еткәс, тулҡынланып,һағынып, көтөп мәктәпкә әҙерләнә башлағанһығыҙҙыр.Һеҙ хәҙер 2 класс уҡыусылары.Тағы ла ҙурайып, яңы көс туплап килеп еткәнһегеҙ.Һеҙҙе яңыуҡыу йылы башланыу менән тәбрикләргә рөхсәт итегеҙ. Яңы үрҙәр, яңы уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә уҡыусылар. Сәскәләрегеҙ  өсөн ҙур рәхмәт. Артабан эшкә күсәйек.

-Донъялағы барлыҡ мөғжизәләрҙең мөғжизәһе –  балалыр. Бала – кешелектең бөгөнгөһө, киләсәге һәм дауамы ла. Бөгөнгө класс сәғәтенең темаһы ла “Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре” тип атала.

- Ә хәҙер мин һеҙгә мәҫәл уҡыйым. Иғтибар менән тыңлағыҙ.

«Яҡын урманда ике күрше ҡарға йәшәгән. Уларҙың береһе бик аралашыусан булған. Үҙенә бик матур ҡарға ҡыҙын һайлап, уның менән тормош ҡороп ебәргән. Береһенән-береһе матур балалар үҫтергәндәр. Балалары туҡ булһын, тип ата ҡарға көндәр буйы эшләгән, һуңыраҡ балаларын эйәртеп, уларҙы аҙыҡ табыу һөнәренә өйрәткән. Шулай матур ғына йәшәй биргәндәр.

Ә икенсе ҡарға берәү мәнән дә аралашмаған, үҙен бик аҡыллыға һынап, Башҡаларҙың иртән таңдан тороп ҡараңғы төшкәнсә эшләүҙәренән көлгән. Хатта уның һалҡын елдән, ямғырҙан ышыҡланырға, төн үткәрергә ояһы ла булмаған. Көн артынан көн үтә торған. Был ҡарға ауырып киткән. Бик ябыҡҡан, уның инде аҙыҡ табырлыҡ та хәле ҡалмаған. Шулай ағас башында бөршәйеп ултырғанда, быны күрше ҡарға күреп янына осоп килгән. Күршеһен ҡыҙғанған, тапҡан аҙығын уға биргән. Әҙерәк тамаҡ ялғап алғас, ҡарғаға хәл кереп киткән. Ул күршеһенә ҙур рәхмәт белдергән һәм: «Эй, күрше, был урманда һинән дә бәхетле ҡарға юҡтыр, моғайын», - тигән».

Төркәмдә тикшереү өсөн һорауҙар:

  • Ике ҡарғаның тормошон сағыштырығыҙ. Икенсе ҡарға ни өсөн күршеһенә: «Һинән дә бәхетле ҡарға юҡтыр»,- тигән? (Беренсе ҡарғаның ғаиләһе булған, ә икенсеһенең ғаиләһе булмаған.)
  • Тимәк, бөгөн дәрестә һүҙ нимә тураһында барасаҡ? (Ғаилә тураһында)

Нимә ул ғаилә? (Ғаилә ул- беҙҙең өйөбөҙ, әбей- бабай, атай, әсәй, апай- ағай, ҡусты- һеңле. )

Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.

Эйе, ғаилә барлыҡҡа килгәс иң беренсе нимә кәрәк була икән? (Өй)

Халыҡ ниндәй әйтем-мәҡәлдәр беләһегеҙ өй тураһында? «Ҡунаҡта һәйбәт-өйҙә яҡшы», «Үҙ өйөм –туҙ өйөм», «Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә»,«Тыуған йорт- инеш башы, башланғыстың башланғысы ».Ата-әсәһен хөрмәт иткән, үҙе лә хөрмәтле булыр. Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас. Минең ғаиләм – минең ҡәлғәм. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән. Татыу ғаилә – ил күрке. Ныҡлы ғаилә – ил терәге.

  • Ә өйҙө икенсе төрлө атап буламы икән?
  • Өй һүҙе бик ҡыҫҡа яҙылһа ла бик тәрән мәғәнә алған.(Аңлатыу)

(өй,йорт,квартира, йәшәү урыны)

  • Ә өйҙә тағы ла нисек булырға тейеш? Йылы.
  • Ә хәҙер устарыбыҙға йылы тотайыҡ. Иптәштәребеҙ менән дә бүлешәйек.(Күрһәтәм)
  1. «Ғаилә” һүҙенең  мәғәнәһен аңлатыу һәм ғаиләнең кеше тормошондағы мөһимлеген аңлатыу.
  • Нимә ул ғаилә?Һеҙҙең өйҙә кемдәр йәшәй? Ә туғандарығыҙ бармы?
  • Былар бөтәһе лә бергә шәжәрә барлыҡҡа килтерә. Был бөтәһе лә –ғаилә. Ә йылылыҡ өйҙә генә түгел ғаилә лә булһын өсөн нимә эшләргә?

(Иғтибарлылыҡ,һөйөү,бер-береңде яратыу)

  • Ә былар һеҙгә кәрәкме? Һеҙгә генәме?
  • Юҡ, барлыҡ ғаиләгә!
  • Һеҙҙең алда йөрәктәр ята, кем яҡын барыһын да  ошонда яҙығыҙ.
  • Бик яҡшы һеҙҙең йөрәктә барыһынала урын табылды!
  • Кеше бер үҙен ғаилә тип атай аламы?Бер малай тураһында хикәйәт һөйләйем әле.Бик элек йәшәгән был малай. Һәм бер үҙе генә. Уны бер кемдә тәрбиәләмәгән, бер кем дә эш ҡушмаған, бер кем менән дә бүлешмәгән.
  • Был малайға күңелһеҙ булған.Ул бер ваҡыт диңгеҙ ярына киткән.Уға бер ҡарт осраған.Бик ҡарт, ләкин аҡыллы булған.
  • Ҡайҙа китеп бараһың?- тип һораған ҡарт.
  • Мин үҙемә шундай урын эҙләйем, унда күңелһеҙ,яңғыҙлыҡ тойғоһо  булмаһын.
  • Мин һиңә нисек ярҙам итергә беләм!
  • Әйҙә- тигән ҡарт. Үҙ өйөмә алып ҡайтам.
  • Ҡара- тигән ҡарт. Беҙ күмәк йәшәйбеҙ, бергә ашайбыҙ. Беҙҙең менән ҡал! –тигән ҡарт. Мин һинең олатайың. Улым менән киленем- ата- әсәйең, ә ейәндәрем- ағай- апайҙарың булырҙар.

Малай ҡалған һәм ул күпмелер ваҡыт үткәс- аңлаған. Ул ҡыуанырға өйрәнгән һәм үҙен бик бәхетле тойған. Ә был тойғо- ғаиләһе булғанға барлыҡҡа килгән.

4.Мәктәптәге ғаилә.

-    Күрәһегеҙме нисек һәйбәт ғаилә булғанда?

Беҙҙең класты ғаилә тип атап булырмы икән?

  • Эйе,әлбиттә мәктәп беҙҙең шулай уҡ ғаилә. Беҙҙең алда уҡыу, тормош. Бер-беребеҙҙе хәстәрләү,ҡайғыртыу- беҙҙеңбурысыбыҙ.
  • Нисек булырбыҙ класта, бер нисә ҡағиҙә сығарып китәйек. Ярай:
  • Бер берегеҙгә исем менән өндәшергә
  • Дуҫтарҙы яҡлашырға.
  • Уҡыуҙа терәк булырға.
  • Ярҙам итергә.
  • Ярамай:
  • Үсекләшергә.
  • Һуғышмаҫҡа.
  • Үпкә һүҙҙәре әйтмәҫкә.

Бөтәһен лә ғаилә ҡәҙерле! Һеҙ инде өсөнсө йыл бергә. Йылдан-йыл яҡыныраҡ, дуҫыраҡ була бараһығыҙ.Минең һәм атай- әсәйҙәрегеҙҙең бурыстары: һеҙҙе яҡшы кеше итеү. Ожмах ата-әсәләрҙең аяғы аҫтында икәнлеген онотмағыҙ.

Экзамен(уйынлы-ысынлы)

  • Мәктәптә нисә этаж?
  • Класҡа тиклем нисә тапҡыр һикәлтә менәбеҙ?
  • Нисә предмет уҡыйығыҙ?
  • Директорҙың фамилияһы?
  • Звонокты ишеткәс ни эшләргә?
  • Класта нисә малай, нисә ҡыҙ?
  • Портфелдән башҡа мәктәпкә нимә килтерәгеҙ?
  • Молодцы!
  • Дәрес һуңында шуны теләр инем.Битегеҙ- йылмайыуҙан арып бөтһөн.
  • Өйөгөҙ бәхет һәм һөйөү менән тулһын!