Матурлыҡ- донъяны ҡоткарыр
классный час (4 класс) на тему

Исламгулова Марьям Кинзябаевна

Мероприятие посвящено к году Экологии

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл maturlyk_donyany_kotkaryr.docx20.14 КБ

Предварительный просмотр:

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

(Экология йылына арнала)

Маҡсат: Баланың үҙенсә фекер йөрөтә алыуы, матурлыҡты таный, күрә, яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белеүен күрергә өйрәтеү; Тыуған илебеҙҙең тәбиғәтен һаҡлау, уның байлығы, матурлығы менән ғорурланыу тойғоһо үҫтереү.

Уҡытыусы: Хәйерле иртә, уҡыусылар, уҡытыусылар. Бөгөн беҙ матурлыҡ тураһында һәйләшергә йыйылғанбыҙ. 9 сентябрь- бөтә донъя матурлыҡ көнө билдәләнә.

«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр», – тип яҙған бөйөк рус яҙыусыһы Ф.М.Достоевский. Матурлыҡты күрә, уны тыуҙыра белгән кеше бер ҡасан да енәйәт ҡылмаҫ, кеше хеҙмәтен  хөрмәт итә белер.

Беҙгә икмәк нисек кәрәк булһа, матурлыҡ та шулай кәрәк. Беҙ ысын матурлыктың һәр ваҡыт кешелекле булыуына ышанабыҙ. Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаки сафландыра. Хәҙер көнкүрештә, мәктәптә, ғаиләлә, етештереү тармағында эстетик тәрбиә биреү тураһында баҫым яһап әйтелә, яҙыла. Киләсәк донъяның йәш гражданын тормоштағы һәм сәнғәттәге гүзәллекте күрә белеүе  – уны һәр яҡтан үҫкән шәхес өсөн кәрәк булған әһәмиәтле сифаттар менән байытыу тигән һүҙ. Шундай шәхесте тәрбиәләү – беҙҙең, мәктәптең һәм ата- әсәйҙәрҙең төп бурыстарының  береһе.

Уҡыусы: Кешенең гүзәллек донъяһына беренсе аҙымы ғаиләнән башлана. Бала бишектә ятҡанда уға атаһы, әсәһе төрлө төҫтәге уйынсыктар элеп ҡуя. Йырлап-көйләп балаһын йоҡлата. Үҫә төшкәс, уға әсәһе әкиәттәр һөйләй.

Уҡыусы: Беҙ тормош матурлығын беренсе аҙымдарыбыҙҙы атларға өйрәнгәндә үк тоя башлайбыҙ. Шул ваҡытта ук инде балаға: «Тирә-:яғыңа күҙ һал – күрәһеңме, ул ниндәй гүзәл!» – тип әйтеү бик әһәмиәтле. Ғәжәп бер нәмә лә юҡ кеүек: таныш урман, бәләкәй генә йылға аға; зәңгәр күк, ҡояш байыу йәки ҡояш сыгыу күренештәре, яҡын кешеләренең йөҙҙәре… Күңеле гүзәл булған кеше быларҙың барыһыннан да йәм таба, матурлыҡ күрә. Ғаиләгеҙ  менән бергәләп урманға сәйәхәт яһагыз. Коштар һайрауы, еләктең сибәр ҡыҙҙар күк «күҙ кыҫып» ултырыуы, ҡарағай, имән шаулауы, төрлө сәскәләр атыуы, ҡырмыҫканың йүгереп эшләп йөрөүе… Бындай күренештәрҙе һанап бөтөрөргә мөмкинме һуң?

Уҡыусы:   «Ҡош ояһында ни күрһә, осҡанда шуны эшләр», ти халыҡ, һәр бер ғаиләнең үз «закондары», үҙенә генә хас «уставы» бар. Ғәҙәттә, ғаиләнең «рәйесе» – ата кеше, уның «урынбаҫары» – әсәй. Әгәр ҙә ата-әсә балаға «нимә ул яҡшы һәм нимә ул яман», тип аңлатмаһа, «нимә ул матур һәм нимә ул йәмһеҙ», «был ярай, теге ярамай», «өлкән кешене хөрмәтлә, кесене яҡла», тимәһә, билдәле инде, был баланан яҡшылыҡ көтөп булмай. Яҡшылыҡҡа матурлыҡ аша өйрәтергә кәрәк.

Уҡытыусы: Әсәй кеше әйтергә тейешле һүҙҙәр: «Ҡара әле, кыҙым, баксалағы алма ағасында ниндәй матур алмалар… Нисек матур итеп һайрай ҡоштар…», Иҙәнде һәйбәт йыуғанһың, туҙандарҙы ла һөрткәнһең…», «Бөгөн сәсеңде бик матур үргәнһең…», «Күлдәгеңдә бер тап та юҡ…», «И, ҡара инде һин, гөлгә һыу ҙа һипкән! Шуға күрә ул һиңа сәскә бүләк иткән дә...

Шулай итеп, баланы тәрбиәләүсе – гүзәллектең беренсе мәктәбе – һеҙҙең тыуған йортоғоҙ, ғаиләгеҙ, мәктәбегеҙ.

Бына беҙҙең мәктәп музыканың матурлығын тойорға өйрәтә.

( Раева Нургизәнен сығышын тынлау)  

-Нимә һуң ул кеше матурлығы, гүзәллеге?

Уҡыусы:  Ул – баласаҡтан ук эште һөйә белеүе. Гөлгә һыу һибеү тиһеңме, иҙән, һауыт-һаба йыуыу, үҙенең күлдәген, салбарын үтекләү, сәсен матур итеп тарай белеү һ. б. Ул – матурлыкты күрә, тоя белеү ҙә.

Матур булайыҡ барыбыҙ ҙа,

Матурлайыҡ беҙ донъяларҙы.

Матур йырҙар яңғыраһын,

Һөйөндөрәйек әсәйҙәрҙе.

Матурлыҡты күреп була,

Матурлыҡты тойоп була.

Матурлыҡҡа мәңгелеккә

Матур һәйкәл ҡуйып була.

Уҡытыусы: -Балалар, ә һеҙ матурлыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

-Аңлатмалы һүҙлектә матурлыҡ  тураһында бына тип әйтелгән икән.

   -матур,гүзәл,күңелгә рәхәтлек бирә торған эштәр.

  -матур, һоҡланырлыҡ урындар.

 -яғымлы, һөйкөмлө, үҙенә йәлеп итә торган тышҡы ҡиәфәт.

  -кеше  характерындағы, эшсәнлегендәге хуплана торған сифат.

 (Тәбиғәтте һүрәтләгән, ҡоштар тауышы тыңлау.)

  • Былар тураһында һеҙ нимә әйтерһегеҙ?

Был ниндәй матурлыҡ? (тәбигәт матурлығы)

- Ә быныһы ниндәй матурлыҡ? (матурлыҡ конкурсын һүрәтләгән һүрәттәр)

-Былар ниндәй матурлыҡ икән? ( тышкы матурлыҡ)

- Бына ҡулымда бер сәтләүек. Ул матур эйеме?. Ә уның серекме, әллә тәмлеме икәнен нисек белеп була? ( ярып ҡарайбыҙ)

-Ә кешенең матурлығын нисек белербеҙ һуң?( эшләгән эштәренә ҡарап)

-Ә хәҙер бер притча уҡыйым, ә һеҙ иғтибар менән тыңлагыҙ (уҡыу).

Йәшәгән ти бер етем кыҙ.Ул бик тә йәмһеҙ булған ти. Бите ҡутырлы,танауы оҙон,ауыҙы ҡыйыш, ҡолаҡтары бик ҙур булған ти.Унан кешеләр бик тә көлгәндәр ти. Шуға күрә кыҙ ауылдан бик йыраҡҡа, кешеләр йәшәмәгән ергә китергә булған. Бара торғас,караңғы урманга килеп сыккан. Шунда сылтырап аҡҡан бәләкәй генә йылға янына туҡтап һыу эскән. Үҙе менән булған бәләкәй һауытына һыу тултырып алған да, юлын дауам иткән. Шунда мөғжизә булған.

Аҙ ғына барғас,аяғын ауырттырған айыуҙы осратҡан. Кыҙ уның аяғын дауалаған.Ә айыу рәхмәт әйтеп,бал менән һыйлаған.Балды бер-ике кабыуға кыҙҙың ауыҙы һәм ҡолаҡтары үҙ хәленә ҡайтҡан. Шунан һуң кыҙ һулыған барған сәскәгә һыу һипкән.Сәскәнең хуш еҫен еҫкәгәс,танауы матурланған ти.Ә был үҙгәрештәрҙе ҡыҙ үҙе һиҙмәгән.Бара торгас, күҙҙәре йәшләнгән боланды осратҡан. Боланға ла ярҙам иткән ҡыҙ.Ә болан ҡыҙҙың биттәрен ялаған. Ҡыҙҙың биттәре лә таҙарған. Һуңынан ул һыуһаған бөркөткә һыу эсергән. Бөркөт сибәр егеткә әйләнгән дә ҡыҙға былай тигән:

-Рәхмәт сибәр ҡыҙ,һин бик изге күңелле икәнһең!

Ҡыҙ был һүҙҙәрҙе ишеткәс илап ебәргән.Ул үҙенең матур булыуына ышанмаған. Шунан һуң егет уны яңынан йылға буйына алып килгән. Ҡыҙ һыуҙа үҙен  күреп,хайран ҡалған ти.Егет менән ғаилә ҡороп әле лә матур йәшәйҙәр ти...

- Шулай итеп, уҡыусылар, бында ниндәй матурлыҡ тураһында һүҙ барҙы?

-Тимәк кеше ҡасан матур була икән?( Яҡшы эштәре менән)

 Уҡыусы:          Ә хәҙер тағы бер матурлыҡҡа туҡталып китәйек. Ул тәбиғәт матурлығы. Беҙҙең илебеҙҙең тәбиғәте бик матур, бай. Унда ниндәй  генә ағас үҫмәй, ниндәй генә хайуандар, ҡоштар юҡ, йылға,күлдәр тиһеңме, һанап бөткәһөҙ.
Уҡыусы:       Тәбиғәтебеҙ ташландыҡтарҙан көндән-көн бысрана. Байрамдарҙан, ял көндәренән һуң бик күп пластик һауыт-һабалар, шешәләр, ҡағыҙҙар ятып ҡала. Уларҙы ташларға, яғырға ярамағанлығын беҙ беләбеҙ инде. Ә бит ошо ташландыҡ шешә, картон, һауыттарҙан бик матур әйберҙәр яһап була.

Уҡытыусы:  Бына бөгөн беҙҙең уҡыусылар ошо кәрәкмәгән әйберҙәргә икенсе һулыш биргәндәр. Һәм ошондай эштәре  менән үҙҙәренен эске матурлығын күрһәтергә, һәм тәбиғәт матурлығын һаҡлап ҡалыуға ла  өлөш индергәндәрҙер тип уйлайым.

        Үҙҙәре эшләгән, теккән костюмдар менән беҙ уҡыусыларҙы ҡаршы алайыҡ. (Музыка аҫтында сығалар)

(Балаларҙың сығышы)

Һокланмайса  мөмкин түгел

Ошо  матур донъяға.

Йәшлектә лә, ҡартлыҡта ла

Тормошобоҙ гел аға.

Донъя иркен, илдәр тыныс

Тағын беҙгә ни кәрәк?

Ата-әсә, туғандарыбыҙ –

Беҙҙең иң яҡын терәк.

Матурлыкты күрер өсөн,

Кәрәк күңелебеҙ күҙе.

Күктә балҡыған ҡояш та

Матур түгелме үҙе?

Матурлык һәр бер аҙымда

Кәрәк күрә белергә.

Матур булып, бәхет тойоп,

Йәшәйһе ине бергә.

Уҡытыусы:  Әйҙәгез, барыбыҙ ҙа бергә-бергә матурлыкты тоя беләйек, уны күрергә өйрәнәйек, күңелдәребеҙ мөйөштәрендә гүзәллекте күбәйтәйек, тирә-йүндәге матурлыҡҡа ғашиҡ булайыҡ, бер-беребеҙгә изге теләктәр теләйек һәм балаларыбыҙҙы ла матурлыҡты тойорға өйрәтәйек.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

3-сө класта тирә-яғыбыҙҙағы донъя дәреслегенән конспект

3-сө класта тирә-яғыбыҙҙағы донъя дәреслегенән "Хайуандарҙы һаҡлау" темаһы буйынса дәрес  конспект...