Тыуған көн кисәһе
классный час (2 класс) на тему

Сатвалова Ляля Раисовна

Тыуған көн кисәһенә сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tyugan_kon.docx19.58 КБ

Предварительный просмотр:

                                Тыуған көн кисәһе

Зал байрамса биҙәлгән. Балалар сығып теҙелә.

Һөйләйҙәр: Исемдәре нимә аңлата? Ҡасан тыуған көндәре?

Ҡарағыҙсы кемдәр килгән?

Үҙҙәре бик күмәктәр

Өҫтәрендә төрлө-төрлө

Матур-матур күлдәктәр

Яҡты көн нурлы көн

Был ниндәй көн икән?

Тыуған көн байрамы

Был шундай көн икән

Ниңә икән керпек һирпеп

Йылмая һәр бер гөлөм?

Ниңә гөлдәр йылмаймаһын

Һинең тыуған көн бөгөн!

Ниңә икән шул тиклем дә

Нурлана күңел күгем?

Күңел ниңә нурланмаһын

Һинең тыуған көн бөгөн!

Әйҙәгеҙсе түңәрәктә

Йырҙар йырлап йөрөйөк

Тыуған көн күңелле булһын

Бергә-бергә бейейек

“Аҡ ҡалас” уйыны:

Юлиәнең тыуған көнөндә

Беҙ саҡырҙыҡ ҡунаҡтар

Ҡунаҡтарҙың килеүенә

Беҙ бешерҙек ҡоймаҡтар

Ҡоймаҡтарға ҡараһаң

Бына шундай күпергән

Бына шундай йәйелгән

Бына шундай ҡыҫылған

Ҡоймағыңды майлап ал

Теләгәнеңде һайлап ал

Бөгөн беҙгә 8 йәш тулды

Шатлығыбыҙ эскә һыймай

Бөтә-бөтә дуҫтарымды

Һыйлайым йырлай –йырлай

Ниндәй рәхәт тыуған көндә

Ҡояштай балҡый йөҙөм

Күбәләктәй осоп ҡына

Йөрөйөм шуға бөгөн

“Йәшерәм яулыҡ” уйыны: Йәшерәм йәшерәм яулығымды

                                               Йәшел ҡайын артына

                                               Һиҙҙермәйсә һалып китәм

                                               Бер иптәшем артына

Тыуған көнөмдә

Бешерҙек ҡалас

Бөтәбеҙ туйҙы

Бесәйебеҙ ас

Бесәйҙәрҡалас

Ашамай икән

Тыуған көндө лә

Аңламай икән

“Аҡ ҡалас” уйыны:

Айҙарҙың тыуған көнөндә

Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас

Бына шундай ул бейек

Бына шундай тәпәшәк

Бына шундай киңлектә

Бына шундай тарлыҡта

Аҡ ҡалас-2

Теләгәнеңде алып ҡас

Әйләнәбеҙ әйләнәбеҙ

Әйләнәбеҙ күмәкләп

Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ ҙа

Уйнайбыҙ ҙа күмәкләп

Шундай матур оло байрам бөгөн

Шундай иҫтәлекле тантана

Беҙҙең шундай оло байрамға

Барыбыҙ ҙа ихлас шатлана

Ҡотло булһын тыуған көндәр

Тыуған көндәр оло байрам ул

Ҡабул итегеҙ беҙҙән ҙур бүләкте

Изге теләктәрҙең бәйләмен

Ҡотло булһын беҙҙең тыуған көндәр

Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәребеҙ

Сәләмәтлек шатлыҡ бәхет менән

Үтһен беҙҙең һәр бер көндәребеҙ

Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын

Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгебеҙ

Ҡайғы-хәсрәт беҙҙе урап үтһен

Ҡабул булһын барлыҡ теләгебеҙ

Ҡотло булһын тыуған көндәр

Гөл сәсәктәй үтһен һәр көндәр

Ҡоростоҡо булһын һаулығыбыҙ

Ҡояштыҡы булһын ғүмеребеҙ

Иң ҡәҙерле дуҫтарым

Ҡотлап беҙҙең тыуған көндәрҙә

Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ

Ғүмеребеҙ оҙон булһын

Дуҫтарыбыҙ күп булһын

Гөрләп йәшәйек матур йәй һымаҡ

Беҙ йәшәгән  гүзәр ерҙә

Гел аяҙ булһын күктәр

Бәхетле тәүфиҡле тормош

Теләйҙәр беҙгә күптәр

Ниңә икән шул тиклем дә

Нурлана күңел күгем?

Күңел ниңә нурланмаһын

Һинең тыуған көн бөгөн!

       

Ҡотло булһын беҙҙең тыуған көндәр

Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәребеҙ

Сәләмәтлек шатлыҡ бәхет менән

Үтһен беҙҙең һәр бер көндәребеҙ

       

Үҫәсәкбеҙ яҡшы кеше булып

Эшләрбеҙ беҙ бары изгелек

Яҡшы уҡып ысын кеше булып

Файҙа килтерербеҙ ғүмерлек