Ҡоролтайға, Башҡортса дәреслектәр кәрәк
статья на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Бәләкәй Ҡоролтай өсөн хәл итеү темаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koroltayga_dreslektr_bashkort_telend_kasan_syga.docx16.19 КБ

Предварительный просмотр:

  Уҡыусы исеменән яҙылды

Бәләкәй Ҡоролтай темаһына

Мәктәптәргә дәреслектәр ниңә һаман урыҫ телендә килә?

 Ауылымда башҡорт телендә генә һөйләшкән халыҡ йәшәй. Шуға күрә мәктәптә лә рәхәтләнеп үҙ туған телебеҙҙә иркен һөйләшәбеҙ.  Тәнәфестә үҙ-ара башҡортса һөйләшеп аралашабыҙ, уйындар ҙа  башҡортса алып барыла. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналыҡтарында   Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы башҡорт теленә һөйөү уята, иншалар конкурсы үткәрә.  Уҡыусылар яҙған  мәҡәләләрҙе, шиғырҙарҙы башҡорт гәзиттәренә баҫтырып сығарырға бирәбеҙ.
  Эйе, беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ, эйе, беҙҙең  милләтебеҙ – башҡорт.   Телһеҙ милләт булмай. Әгәр телебеҙ бѳтә икән, тимәк, милләтебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ. Шуға  күрә,  бѳгѳнгѳ  кѳндә,  мәктәптәрҙә  уҡыу фәндәрен  башҡорт  телендә   уҡытыуҙы   мәктәптең   иң  мѳһим  мәсьәләһе  итеп  ҡуйҙым.

  Дөрөҫ, беҙҙең  мәктәптә Әлифба,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәре үҙ тыуған телебеҙҙә алып барыла.  Тик бына башҡа фәндәрҙең дәреслектәре урыҫ телендә баҫылған. Урыҫ телен дә белеү бик кәрәк, әлбиттә.  Сөнки, юғары уҡыу йорттарына  уҡырға керһәк, унда  ла  беҙҙәге  һымаҡ башҡа  фәндәр урыҫ телендә уҡытыла. Уның өсөн, урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен яҡшылап өйрәнеү ҙә етә. Ә бына биология, тарих, география фәндәрен рәхәтләнеп башҡортса өйрәнге килә. Беҙҙең өсөн улар былай ҙа ауыр фәндәр, етмәһә йөкмәткеһен урыҫса һөйләп еткереүе  ҡыйыныраҡ.  Тыуған илемдең ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтарын үҙ телебеҙҙә  өйрәнһәк яҡшыраҡ булыр ине, тип уйлайым. Уҡытыусылар  аңлмағанды  башҡортсаға тәржемә итә. Тик, дәреслектәрҙең урыҫ телендә булыуы күңелде ҡыра.  Элекке кеүек ниңә башҡорт телендә баҫылған дәреслектәрҙе ауыл мәктәптәренә ебәрмәйҙәр?  Беҙҙең ата-әсәләр    башҡорт  телендә генә  дәреслектәр  уҡыған бит. Был проблеманы хәл итеп булмаймы икән?   Был һорауымды хәл итеп булалыр, тип ышанам. Сөнки, башҡорт теле һәм әҙәбиәте етәксеһе Зилә Ғиззетдин ҡыҙы ла бөтә  уҡыу фәндәрен башҡорт телендә  алып барығыҙ, тип бойора, ә  мәктәптәргә дәреслектәр ниңә һаман урыҫ телендә  килә?

 Зилдә Мәүлитова


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортса йомаҡтар яуаптары менән

Башҡортса йомаҡтар яуаптары менән...