Класташым хаҡында мәҡәлә
статья по теме

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Класташым, хәрби хеҙмәтен Афған ерендә үтәгән Заһиҙуллин Фәрүәз Сәлмән улы тураһында яҙған мәҡәләм 1992 йылда баҫылып сыҡҡайны

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл klastashym_hakynda.docx17.84 КБ

Предварительный просмотр:

Класташым хаҡында

Мин был мәҡәләмдә Мәҫкәү ауылы егете, класташым Фәрүәз Заһиҙуллин хаҡында һөйләмәксемен. Ни өсөн тиерҙәр, бәлки. Сөнки, ул хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе.

    Фәрүәз уҡыған сағында уҡ, тракторист, йә шофер һөнәренә эйә булырға хыялланды.  Һәм ул һөнәрҙәрҙе үҙләштерҙе лә. Ә 1985 йылда Совет Армияһы сафына алына.  Үзбәкстанда хәрби хеҙмәт алымдарын дүрт ай буйына  үҙләштергәндән һуң Афғанстандың Ҡабул ҡалаһына ебәрелә.  Фәрүәз Сәлмәнович, башҡорт егеттәренә  хас булғанса, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.  Тәүҙә сержант, элемтәсе, һуңынан Р – 409  радиореле станцияһы начальнигы бурысы йөкмәтелә уға.  Ғүмер ептәре өҙөлгән мәлдәрҙе лә күп күрергә тура килә был егеткә.  Көтөлмәгән хәл Фәрүәз хеҙмәт иткән часты ла урап үтмәй – бер төндө дошмандар баҫып инә.  Ул ҡаты  яралана һәм Тыуған илгә оҙатыла. 1986  йылдың октябрь айында Төркмәнстанға, Ашхабад ҡалаһына ебәрелә. Фәрүәз өҫтөндә был юлы Афғанстанға китәсәк һалдаттарҙы  һуғышҡа әҙерләү эше ята.

  Ҡатмарлы ла, ҡурҡыныс та булғандыр класташымдың хеҙмәт юлы.  Ләкин, ниңәлер, барыһы хаҡында ла сиселеп ентекле итеп һөйләп бармайҙар шул беҙҙең егеттәр.  Баҫалҡылыҡмы ул, әллә...бәлки, шулай кәрәктер – Фәрүәз Заһиҙуллин элекке СССР Юғары Советы Президиумының Хөрмәт грамоталары, “СССР Ҡораллы Көстәренә – 70 йыл”, “Яугир интернационалистҡа мәрхәмәтле Афған халҡынан” миҙалдары менән наградлана.

   Әле Ф.Заһиҙуллин тыуған колхозында тыныс хеҙмәт юлы үтә.  Үҙенә ҡушылған эште еренә еткереп, намыҫлы башҡара ул.  Шофер булып эшләүсе Фәрүәзде ауылдаштары гел маҡтап телгә ала. Совхоз биргән өйҙә матур ғаилә ҡороп, теремек малай үҫтерә Фәрүәз.  Эшендә илһам, ғаиләңдә татыулыҡ юлдаш булһын һиңә, класташым!

 Зилдә Мәүлитова, уҡытыусы

«Яйыҡ» гәзите, март 1992 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Атайым тураһында мәҡәләм

Атайым  Байрамғәлин Әхмәҙиә Әхмәҙғәли улының яҡты иҫтәлегенә, 1937.15.03 - 2006.08.03...