Сценарий "Һуңғы кыңғырау"
учебно-методический материал
Предварительный просмотр:
Һуңғы кыңғырау 11 класс.
Фанфары.
Мактап байрамса бизалган. Сена газиттаре, фоторасемдарзан тозолган кургазмалар эшлангагн.
А.Б.Шундай матур көн бөгөн ,
Һулап туймаҫлыҡ һауа.
Сағыу ҡояш нурҙары
Иркәләп битте йыуа.
А.Б. Яҙ тантана итә урамда
Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына.
Мәктәптәге “Һуңғы ҡыңғырау”
Һағыш өҫтәй саҡ ҡына.
А.Б. Ҡыҫҡамы ул, йәки оҙон микән
Ике ҡыңғырауҙың араһы,
Беренсеһе булһа тик шатлыҡлы,
Моңһоу көйлө уның һуңғыһы.
А.Б. һуңғы ҡыңғырау! Ул йәшлектең
Онотолмаҫлыҡ яҡты бер мәле.
Киләсәккә тәүге бер аҙым ул,
Мәктәп йылдарының бар йәме!
3-4 класс йырлай “Учат в школе”.
А.Б. һуңғы ҡыңғырау! Ул йәшлектең
Онотолмаҫлыҡ яҡты бер мәле.
Киләсәккә тәүге бер аҙым ул,
Мәктәп йылдарының бар йәме!
А.Б.Хайерле кон хорматле укыусылар, укытыусылар, ата-асалар, килган кунактар. Бөгөн беҙҙә оло байрам, оло тантана! Богон һеҙҙең өсөндә, беҙҙең өсөн да иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе.. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәбебеҙ үҙенең ҡарлуғастарын 11 класс уҡыусыларын-ҙур тормош киңлектәренә осора. Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф,иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле-бала саҡ менән хушлашыу; шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.
А.Б. 2011 йылдың 1 сентябрендә ак бантиклы, аҡ алъяпкыстар кейгән кескәй генә ҡыҙҙар, ҡара костюм, ак кулдакле шуҡ малайҙар беренсе тапҡыр мәктәпкә белем донъяһына кереп киттеләр. Ошо көндән һуң купме айҙар, йылдар, аҙналар, көндәр һиҙелмәй ҙә утеп киткән.
А.Б. Ошо ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡабат мәктәп тупһаһында. Бөгөн уларзың байрамы! Һуңғы ҡыңғырау ул беҙҙең өсөн урта мәктәпте тамамлап, ҙур тормошҡа, оло донъяға атлаған көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа, һоҡландырғыс та һәм ауыр ҙа булыуын иҫкәртеп тора кеүек. Был мәктәпте тамамлауҙың хушлашыу ауазы ла.. Хәҙер ошо тантанаға сәбәпсе 11 класс уҡыусыларын саҡырайыҡ! Һеҙ, бөгөнгө байрамдын иң ҙур ҡунаҡтары,һеҙҙе түргә сыҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ.
(ҡул сабып 11 класс укыусыларын сығарыу).
«Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары» йыры яңғырай
А.Б. Фән, спорт, хеҙмәт, сәхнә йондоҙҙары:
Каршы алыгыз.
Ганеев Халил Айрат улы,
Моратов Ростам Халил улы,
Таумбаева Аделина Марс кызы,
Хамитова Лилиана Ильнур кызы,
Йосопов Вадим Айнур улы.
(Көй яңғырай, укыусылар сығалар.)
А.Б.Бөгөн яҡты ҡояшлы, йәмле май айының ғәҙҙәтәге бер көнө. Ошо ғәҙәттәге аяҙ көн кеше ғумеренең онотолмаҫ, иҫтәлекле бер ваҡиғаһы булып күптәрҙең күңелендә иҫтә ҡалыр.
А.Б. Сыгарылыш укыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясак. Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә ошо тантаналы сара – “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм тантаналы линейкабыҙҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ!
.
(РФ, БР гимны яңгырай).
А.Б.Ҡәҙерле ун берҙҙәр! Һеҙ тормоштоң иң мөһим, һис онотолмаҫ тәүге баҫкысы алдында. Бөгөн һеҙ ун бер йыл буйы яңгыраган көмөштәй саф ҡыңғырау тауышы менән хушлашаһығыҙ. Байрамда һеҙгә белем биреусе уҡытыусыларығыҙ, тәрбиалаусе ата- асаларегеҙ ҡатнаша. Шулай уҡ һеҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән. Улар менән таныштырып китерга рөхсат итегез.
1. Ветеран укытыусылар; Моратова Флүзә Сайфулла ҡыҙы, Ҡанзафаров Гайсар Хәбибрахман улы, Баһаутдинова Альфира Вәкил ҡыҙы, Баҙауетдинов Фаяз Ихсан улы, Сайфуллина Венера Барый ҡыҙы.
- Архангел районы администрацияхынын информацион – аналитик хам кадрзар эше булеге начальнигы Габдуллина Камила Тасбулат кызы.
- Бакалды ауыл хакимиате башлыгы Шаһиев Урал Сәйфетдин улы,
А.Б.Тәүге һүҙҙе йорт хужаһы башлай,
Был – башҡорттоң изге йолаһы.
Изге теләк, оло шатлыҡтан башҡа
Тағы нима телап ҡалаһы.
А.Б. Уландарым, тыңлап тороғоҙ:
Тәүфиҡ менән донъя ҡороғоҙ:
Уландарым, иҫтә тотоғоҙ:
Иман һәм рух – донъя ҡотоғоҙ!
А.Б. Үҙенең уландары һәм ҡыҙҙарына аманат һүҙҙәрен мактап директоры Эльвира Сайфетдин кызы Хәсәнова еткерә.
1.а.б. Рәхим итегеҙ, Эльвира Сайфетдин кызы!
(мактап директорынаЭльвира Сайфутдиновнага һүҙ бирелә)
А. Б. Сығарылыш синыфтары
Килде көткән көнөгөҙ.
Ваҡыт үтте, хәтерегеҙҙәлер
Яңы килгән инегеҙ.
Ә хәҙер һеҙ белемлеләр,
Тәрбиәле, үҫкәнһегеҙ
Зур донъя киләсәгенең
Атып килгән сәскәһе һеҙ
А.Б. Ҡәҙерле дуҫтар! Әйҙәгеҙ һүҙҙе мөхтәрәм кунактарға бирәйек. Рәхим итегез!
(кунактар, ветеран укытыусылар һуҙ әйтә)
А.Б. Ҡотлау өсөн һүҙҙе Моратова Флүзә Сайфулла ҡыҙы, Ҡанзафаров Гайсар Хәбибрахман улы, Баһаутдинова Альфира Вәкил ҡыҙы, Баҙауетдинов Фаяз Ихсан улы, Сайфуллина Венера Барый ҡыҙы.
- Архангел районы администрацияһының информацион – аналитик һәм кадрҙар эше булеге начальнигы Габдуллина Камила Тасбулат кызы.
- Бакалды ауыл хакимиате башлыгы Шаһиев Урал Сәйфетдин улы,
(кунактар котлай)
А.Б.Ваҡыт күсәрен бер аҙға ғына кирегә әйләндереп торайыҡ та үткәндәрга күҙ һалайыҡ. Ҡәҙерле 11 – селар! 2010/2011 уҡыу йылының 1 сентябрендә, Тирәкле урта мәктәбенә беренсе булып аяҡ баҫыусы һеҙ булдығыҙ. Һеҙ тәүге тапҡыр мәктәпкә уҡырға килгайнегеҙ, ә 25 майҙа 11– сене тамамлаған апай-ағайҙарҙы “ Һуңғы ҡыңғырау” байрамы менән котлап тырышып – тырышып, ҡысҡырып шиғырҙар һөйләгәйнегеҙ.
А.Б. Хушлашаһың бөгөн мәктәп менән,
Ҙур тормошҡа аяҡ баҫаһың
ә иртәгә яңы бурыс көтә –
донъя серен нисек асаһы.
Ҡәҙерле 11 класс уҡыусылары, һүҙ –һеҙгә. Рәхим итегеҙ!
Рустам
Сыңлай бына ҡыңғырау,
Һуңғыһы мәктәбемдә.
Матур иҫтәлек булып,
Һаҡланыр күңелемдә.
Лилиана
Һау бул, тыуған мәктәбем,
Онотма улдарыңды
Хәтерлә һин үҙеңдең
Сәскәләй ҡыҙҙарыңды.
Халил
Һау бул,тыуған мәктәбем
Рәхмәт бөтәһе өсөн.
Оло тормошҡа беҙҙе
Аяҡ баҫтырған өсөн.
Вадим
Гөрләп үтте мәктәптә
Ғүмерҙең ун бер йылы
Алда көтә һәр кешене
Үҙ аллы тормош юлы
Аделина
5.Мәктәп йылдары... Ғүмерҙең иң яҡты хәтирәләре,иң иҫтәлекле ваҡиғалары
менән беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йылдар уҙғас та әле шул саҡтарға хәтеребеҙҙә тағы,тағы әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.
Йыр «Мактабем»
1. Яҙ кеүек күңелдә йылы саҡ
Ҡояштай иркәләй бала саҡ
Бөтәһе йылмая бик алсаҡ
Хәтерҙә мәктәбем ҡаласаҡ.
Ҡушымта:
Мәктәбем донъяһы , аң белем
Өйрәнәм башҡортса, үҙ телем
Мин ғорур Уралым, үҙ илем
Аҡылым алтындай, саф илем.
2. Көҙҙәр ҙә яҙ кеүек йыуаныс
Мәктәбем килтер гел ҡыуаныс
Тыуҙырып көндәрҙең сыуағын
Юра һин юлдарҙың иң сағын.
.
А.Б. Хөрматле 11-селәр! Бөгөн һеҙ үҙегеҙ – сығарылыш класс уҡыусылары. Һеҙҙе бөгөн кескәй дуҫтарыбыҙ – беренсе класс уҡыусылары ҡотларға телай. Һүҙҙе 2032 йылдың буласаҡ сығарылыш класс уҡыусыларына бирабеҙ. Рәхим итегеҙ!.
9 класс кыззары 1-се класс укыусыларын сыгаралар. “Ойраталар мактаптарза” музыкахына
(шигыр хойлайзар)
А.Б. 1 класс укыусылары! Һеҙгә теләктәрҙең иң изгеларен юллайбыҙ. Класс етаксегеҙ менән белемдарҙең үрҙәренә менегеҙ, тырышып уҡығыҙ, тәртипле булығыҙ. Һиҙелмәй ҙә үтеп китер, һе ҙә апай-ағайҙарығыҙ кеүек мәктәпкә, уҡытыусыларға хушлашыу һүҙҙәре еткерерһегеҙ.
Вадим.
Беҙҙең урынға алмашҡа
Кескәйҙәр килә, ана.
Тормош ҡоролған шулай
Быуындар алмашына.
Рустам.
Алмашҡа килгәндәргә
Наказдар биреү йола.
Беҙҙең әйтер теләктәр
Бына шулайыраҡ була.
(Ботахе берга)
Кеселекле булыгыҙ,
Кешелекле булығыҙ,
Илебеҙгә кәрәкле
Матур ҡыҙҙар булығыҙ,
Тырыш улдар булығыҙ.
11 класс укыусылары булактар бира 1 класс укыусыларына.
(музыка “Өйрәтәләр мәктәптәрҙә”)
А.Б. Бик ҙур рахмат һеҙгә бәләкәстәр.
(! Класстарҙы ? класс укыусылары урындарына алып барып куялар).
(музыка “Өйрәтәләр мәктәптәрҙә”)
А.Б. Һәр баланың йөрәгенә
Урау-урау юлдар илтә
Шул юлдарҙы таба белгән
Һеҙҙең аҡыл-ҡөҙрәтегеҙгә
Кем һоҡланмаҫ уҡытыусы,
Кем баш эймәҫ ,уҡытыусы
А.Б. Белем һуҡмаҡтарын аҡрынлап атлап бара торғас, кире ҡайтмаҫ 11 көҙ, -11 ҡыш, 11 яҙ айҙары үтеп тә киткән. Тәүге тапҡыр мәктәпкә килгәндә оялсан ғына, шым ғына, тыңлаусан ғына уҡыусыларҙы уҡытыусы ҡаршы алды.
Рустам.
Бала саҡтыңиң гүзәл миҙгеле булып класка аяҡ баҫҡан көндәр хәтергә килә. Класҡа ҡабул итеп алған тәүге уҡытыусыбыҙ
Сәйфуллина Венера Барый ҡыҙын,
Лилиана.
Ахтарянова Лена Әхмәт ҡызын , эргәбеҙгә саҡырабыҙ.
Аделина.
Ҡулыбыҙҙан беҙҙе һеҙ етәкләп
Кереткәнһегеҙ белем иленә
Бер ни аңламаған сабыйҙарға
Мәктәп диңгеҙ булып күренгән.
Лилиана.
Рәхмәт әйтеп бөгөн баш эйәбеҙ,
Һеҙҙең алда, уҡытыусыбыҙ,
Ауыр һәм маҡтаулы эшегеҙҙә
Ҙур уңыштар телап ҡалабыҙ.
Рәхмәт һеҙгә, беренсе укытыусыларыбыҙ. (БЕРГӘ ӘЙТӘЛӘР)
А.Б. Беренсе уҡытыусыбыҙ,Венера Барый ҡыҙы! Үҫеп буйға етһәк тә,һеҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө, беҙ әле лә һеҙҙең кәңәшегеҙгә мохтаж - ти 11 класс уҡыусылары.
Ҡотлау өсөн һүҙ беренсе уҡытыусылары Сәйфуллина Венера Барый ҡыҙына бирелә. .(сәска биреү)
(МУЗЫКА)
А.Б. Ә хәҙер Һүҙ беренсе уҡытыусылары Аметьянова Лена Әхмәт ҡыҙына бирелә. (сәска биреү)
А.Б. Ә хәҙер һуҙҙе класс етәксеһе Юлубаева Олеся Шамил ҡыҙына бирелә.
(Музыка. Йыр “Укытыусым”)
А.Б. Рахмат һеҙҙең йылы һүҙҙәрегеҙгә. (улар кире урындырына ултыралар)
А.Б. Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ! Мәктәптә эшләү дәүерендә тормошоғоҙға үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәрегеҙ һанап бөтөргөһөҙ күп булғандыр. Һеҙ күпме кеше күңеленә изгелек орлоҡтары, юйылмаҫ эҙ һалғанһығыҙ. Ҡараһаң, бөгөн дә йөҙөгөҙҙә шул уҡ мөләйемлелек, сибарлелек, осҡон сөсеп торған күҙҙәр.
А.Б. Улдар һәм ҡыҙҙар бәхетлеләр.Сөнки уларҙы иң белемле, иң алсаҡ уларҙың шатлыҡтарын уҙенеке итеп күргән, уларҙың борсолоуҙарын үҙ йөрәге аша үткәргән уҡытыусылар уҡытты.
А.Б. Рахмат, йылы хуззарегезга. Уҡыусыларҙың һәр яулаған үрҙәре, еңеүҙәре һеҙҙеке булыр.
ВАдим
Кемдәр бирҙе тел асҡысы
Асырға донъя серен
Ололарҙы оло итеп,
Ҡәҙерләргә үҙ ерен
Халил.
Кемдәр икән беҙҙең хаҡта
Күрҙе күпме хәстәрлек,
Тура юлды күрһәтте
Тайпылғанда ситкәрәк
Аделина
Кемдәр күрҙе ваҡытында
Һәр баланың һәләтен,
Шул һәләтте үҫтҫрҫгә
Йәлләмәне көстәрен.
Лилиана.
Ихлас рәхмәтемде әйтер өсөн,
Нисек кенә табайым һүҙҙәрен.
Бына бөгөн сәскә бәйләменең
Бирәм һеҙгә иң-иң гүзәлен.
Рустам.
Белем сере менән һуҡмаҡтарҙан
Астың миңә юлдың яҡтыһын
Уҡытыусым, йырымда сағыла
Изге уйҙарымдың сатҡыһы.
Бөтәһе бергә:Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!
Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа ғүмерле бурыслыбыҙ.
(Йыр “Укытыусым”)
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм —
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә,
һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында,
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.
һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә,
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә...
һин яратырға өйрәттең
һәр бер биҙәген ерҙең,
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.
Яҡтыртты һәр бер көнөмдө
Ҡояш
Нурҙары менән,
һин яҡтырттың күңелемде
Ленин уйҙары менән.
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм
һәм тормошом китабының
Тәү битен асҡан көнөм
А.Б. Рахмат һеҙгә хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ. Уҡыусыларҙың һәр яулаған үрҙәре, еңеүҙәре һеҙҙеке булыр.
Музыка. Булак йәки сәскәләр биреү укытыусыларга.
Рустам.
Беҙ шулай уҡ бөгөн 11 йыл буйына тамленән тәмле ашатыусы асыҡ йөҙлө повар апайҙарыбыҙ, таҙалыҡты һаҡлаусы йыйыштырыусы апайҙарыбыҙга, мәктәпте йылытыусы ағайҙарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар, иҫәнлек – һаулыҡ телайбеҙ. Иң изге хистәр, оло рәхмәттәр менән һуғарылған бына ошо гөлләмәләрҙе бүләк итәбеҙ һеҙгә.
(Апайҙарға, ата – асалар саскалар тапшыра)
(Саскалар биреу)
БЕЙЕУ Хорошее настроение
Лилиана.
Атай һәм Әсәй! Ошо иң ҡәҙерле, иң нәфис, иң гүзәл ике һүҙ беҙҙең күңелебеҙгә сабый саҡтан алып нурҙар менән яҙылып ҡуйылған.
Рустам.
Әсәй! Беҙ һеҙҙең алда ғүмергә бурыслыбыҙ.Теләгән изге теләктерегеҙ,биргән фатихаларығыҙ тормош юлында беҙгә кәрәк булыр, ауыр мәлдәрҙә ҡурсалаусы булыр.
Халил.
Әсәйемдең наҙлы ҡарашы,
Атайымдың әйткән һүҙҙәре
Һәр саҡ миңә терәк,таяныс,
Һәр саҡ миңә кәрәк үҙҙәре
Вадим.
Бер ни ҡайғы күрмәй шатлыҡ менән
Ерҙә улар мәңге йәшәһен.
Бөтә кеше ғүмер ғүмергә
Ҡәҙерләһен ата-әсәһен!
Аделина.
Хөрмәт итһен ата-әсәһен!
Шатландырһын ата-әсәһен ! (Хором)
Рәхмәт һеҙгә атай – әсәйҙәребеҙ. (Хором)
(Йыр “ Атай –әсәй ( Гүзәлиә Аблаева репертуарынан )
Әсәйҙәргә саскалар тапшырыу. (МУЗЫКА)
А.Б Ошолай итеп , мәктәпкә ҙур ышаныс бағалап , балаһын алып
килгән, 11 йыл буйы эргәһендә бәләләрҙән ҡурсалап торған ,
шатлыҡтарын уртаҡлашҡан атай- әсәйҙәргә һүҙ. Рәхим итегеҙ,
(Ата-әсәлар сығышы,Мәктәпкә буләктәр тапшырыу)
А.Б. Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле атай – әсәйҙәр, ярҙамығыҙ өсөн, ҡотлауҙарығыҙ өсөн.
Рустам.
Моңһоу ҙа булып китә
Айырылыу мәктәптән.
Ни эшләйһең, шундай тәртип
Килә элек –электән.
Аделина.
Киләсәктә оло тормош,
оло һынауҙар көтә.
Моңһоулыҡҡа бирешмәйсә
Төшәйексе вальсҡа.
А.Б. Хөрмәтле 11 –селәр! Хәҙер һеҙҙе майҙан уртаһына һуңғы мәктәп вальсына саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ.
Вальсҡа теҙеләләр.
(Музыка. Вальс бейеү).
А.Б..Һәр береһе өсөн бөгөнгө көн,
Мәктәбебеҙҙә «Һуңғы ҡыңғырау»
Уҡып белем алған ул-ҡыҙҙарын
Оло юлға әйҙәп яңғырый.
А.Б. Бала саҡ! Сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ниңә шулай тиҙ китәһең? Бик ауыр һинең менән хушлашыуы. Мин һине төштәремдә күреп һағынасаҡмын, бер-иеке минутҡа булһа ла кирегә ҡайтарғым киләсәк... мәктәп бүлмәләрендә аҙашып ҡалған ғәмһеҙ, шаян баласағыбыҙҙы эҙләп, изге йортобоҙға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырбыҙ. Бәхетле көндәребеҙ хәтеребеҙҙә ҡәҙерләп.
А.Б. Һуңғы ҡыңғырау яңғырай бөгөн
Яңы юл яра ғүмер ағышы.
Һуңғы ҡыңғырау- өләсәй доғаһы,
Изге юл теләй уның тауышы.
А.Б. Еҙ ҡыңғырау, серле ауаз,
Ишетелә йыраҡтан.
Уның һуңғы, хисле моңо
Мәңге ҡалыр йөрәктә!
А.Б. Сығарылыш класс уҡыусылары!
Бөгөн беҙҙең мәктәптә байрам, моңһоу ҙа, тулҡынландырғыс та. Һеҙ мәктәп менән, бәхетле баласаҡ менән хушлашаһығыҙ. Бөгөн мәктәптә - һуңғы ҡыңғырау, ләкин тормошоғоҙҙа ул һуңғыһы булмаһын.Алған белемдәрегеҙ һеҙҙе һә рсаҡ алға әйҙәп торһон!
Әйҙә, сыңла, геүлә һуҙ йырыңды
Мәктәбемдә һуңғы ҡыңғырау.
Зың-зың йырың минең тормошомда
Татлы бер моң булып яңғырар
А.Б. Һуңғы ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы мәктәбебеҙҙе тамамлаусы 11 класс уҡыусыларына бирелә.
(Музыка. Минусовка “(«Ҡыңғырыулы мәктәп йылдары»”)
Лилиана
Мәктәбем, хушлашыуы ауыр,
Ураның гел йөрәк түрендә.
Һиндә алған белем, алып менһен
Тормоштоң иң яҡты үренә.
Вадим
Хуш, мәктәбем, дуҫтар, уҡытыусым!
Бала сағым, йәшлек, мөхәббәт.
Барлыҡ хистәр бында ихлас, ысын
Барыһы өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
ЙЫР “ МАКТАБЕМ БЕЛЕМ УСАГЫ”
(ЙЫР Мактабем усагында
Алып барыусы:
Хушлашыуҙар ниңә ауыр икән?
Талмаҫ ҡанат бар бит уларҙың иңдәрендә!
Һау булығыҙ, изге йәндәр,
Һау бул мәктәп, һау бул уҡытыусылар!
Һау бул, ҡыңғыраулы йылдар!
Оло юлға бөгөн бына тағы,
Сыға йәш ҡыҙҙарың, улдарың!
А.Б. Хәйерле юл теләп, хушлашабыҙ.
Юлдаш булһын, изге теләктәр
Тормошоғоҙ булһын аҡ бәхетле,
Ярһып типһен һәр саҡ йөрәктәр!
А.Б. Ак юлдар һеҙгә малайҙар һәм ҡыҙҙарр!
(«Ҡыңғырыулы мәктәп йылдары» моңо аҫтына майҙандан сығарылыш класс уҡыусылары сығалар)
А.Б.Хәйерле юл, егеттәр!
Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!
Юлдарығыҙ уң булһын!
Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!
Гимн.
А.Б. Ошоноң менән беҙҙең 2022 йылғы сығарылыш уҡыусыларының һуңғы ҡыңғырау байрамына арналған тантаналы линейкабыҙ тамам. Киләһе осрашҡанға тиклем. Һау булығыҙ.
Музыка.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Литературная викторина-КВН (сценарий) Литературная викторина-КВН (сценарий)
Данное внеклассное мероприятие во 2 классе развивает плавное выразительное чтение, грамотную речь, умение интонационно оформлять своё высказывание, закрепляет знания детей произведений и авторов русск...
Сценарий для агитбригады «Есть такая служба 01» в рамках темы «Жизнь без опасности» Авторы и постановщики сценария воспитатель ГПД Лебедева Леся Анатольевна и учитель музыки и режиссёр ТАМ "Радость" Иевлева Татьяна
(сценарий выступления агитбригады старшеклассников в рамках темы «Жизнь без опасности» для учащихся младшей и средней школы).Цель: воспитание у ребят уважения к профессии пожарного и...
Воспитательная работа в начальной школе. Сценарий конкурсно-познавательного мероприятия по ЗОЖ. Сценарий праздника "Осень в гости к нам пришла..."
Внеклассные мероприятия для учащихся начальной школы....
Һуңғы ҡыңғырау - 2015
Һуңғы ҡыңғырау байрамын яратып үткәргән коллегаларыма ярҙамға!...
Һуңғы ҡыңғырау байрамы
Һуңғы ҡыңғырау байрамы 2014...
Һуңғы ҡыңғырау байрамы
Тәрбиәүи эш буйынса һуңғы ҡыңғырау байрамы сценарийы...
Һуңғы ҡыңғырау байрамы
Һуңғы ҡыңғырау байрамын үткәреүселәргә ярҙамға!...