Атайҙар бәрәмен үткәреү өсөн сценарий
материал
Предварительный просмотр:
МОБУ СОШ д.Юнусово
Атайҙар бәрәмен үткәреү өсөн сценарий
Башланғыс класстар уҡытыусыһы:
Зиннурова Н.И.
2023 г
Маҡсат: һуғыш ҡоралдары менән ;хәрби һөнәрҙәр менән танышыуҙы дауам итеү;ҡораллы көстәр тураһында белемде арттырыу;тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү;хәрби һөнәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.
Тыуған илде һаҡларға
Ямғырҙа ла һәм ҡарҙа
Көн һайын сығып баҫа
Тоғро дуҫыбыҙ һалдат.
(Һалдат һүрәтен ҡарау)
-Был һүрәттә хәрби һалдат төшөрөлгән .Бына балалар бына ошондай һөнәр бар -хәрбиҙәр тип атала.Хәрби һалдат-ул тыуған илде дошмандарҙан һаҡлай.Кем белә балалар ,һалдат ҡайҙа һаҡлай ул илде?Эйе балалар ил сигендә һаҡлай .Кемдең атаһы һалдат булған икәнлеген белә?Бына бөгөн ошо атайҙар бәйрәменә йыйылдыҡ.
Егеттәрҙе ҡайсан армияға алалар?(Ун һигеҙ йәш тулғас алалар армияға)
Һалдат булыр өсөн хәҙерҙән үк әҙерләнә башларға кәрәк икәнен һеҙ беләһегеҙме? Ә нисек әҙерләнергә кәрәк икәнен кем белә?(балаларҙың яуаптары).Хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошо армияға барар өсөн көс йыя башлаясаҡбыҙ,уйындар уйнап.
Беҙҙең армияға уйларға белә торған һалдаттар кәрәк буласаҡ.Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм,ә һеҙ артыҡт һүҙҙе табып әйтегеҙ.Уйын «Артыҡ һүҙ».
1.Летчик,стрелец,танкист,артиллерист .(Стрелец).
2.Мина,граната,пуля,уҡ.(Уҡ).
3.Сержант,майор ,һуғышсы,капитан.(Һуғышсы).
4.Пилотка,каска,бейсболка,шлем.(Бейсболка).
5.Арбалет,револьвер,пулемет,автомат.(Арболет).
-Ә хәҙер кем мәргән икәнлеген тикшерәбеҙ.Конкурс атайҙарға.
1.Корзинаға тупты керет тип атала был конкурс .
-Һәр һалдат беренсе ярҙам күрһәтергә белергә тейеш.Һуғышта бит төрлө хәл булыуы мөмкин.Һалдат кеше иптәшен йәки үҙе яраланһа ярҙам күрһәтергә белергә тейеш.
2.Конкурс «Беренсе ярҙам» тип аталасаҡ.
-Хәҙер инде балалар үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләп ишеттерәләр.
1.Көслө егеттәр барында
Тыныс илем күктәре.
Ир-егеттәрҙең иңендә-
Тыуған илдең сиктәре.
2.Минең олатайым ,эшкә бик оҫта.
Бик тырышып ул,куп утын яра.
Ҡустым менән мин ,уға булышам
Йүгереп йөрөп ,утын ташышам.
3.Атайымды бик яратам ,
Ҡайтыуын көтөп алам.
Ишектән килеп кергәс тә,
Уны ҡосаҡлап алам.
4.Алтын ҡуллы бит атайым,
Эшләмәгән эше юк.
Үҙе шундай изгелекле ,
Һоҡланмаған кеше юҡ.
5.Ағайҙар йырлап килә
Армияға барабыҙ.
Малайҙар ҙа ҡушылалар ,
Беҙ әлегә ҡалабыҙ.
Атайҙарҙай ҙур үҫкәс
Армияға барабыҙ.
6.Мин батыр булам,баһадир булам,
Салауат кеуек булғадир булам.
Бирегеҙ толпар,бирегеҙ ҡылыс-
Мин һаҡта торһам,ил булыр тыныс.
Бейеү: «Әйтегеҙ әле малайҙар,нисек утын яралар».
3.Конкурс «Ярҙам ит»(Покрывалоға ултыртып һүрәтеү).
Йыр «Атайым».
4.Конкурс «Мина»(шыуышып барып мина һалыу).
Йыр «Һайт -два».
5.Конкурс «Пуляларҙы йый».
Йыр «Салауат».
Бына һеҙ хәҙер буласаҡ һалдаттарһығыҙ,Ошо конкурстарға ҡатнашҡас бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға алаҙығыҙ.Ниндәй генә һөнәр һайлаһағыҙ ҙа- һеҙ буласаҡ һалдаттарһығыҙ.Беҙҙе барыбыҙҙы ла дошмандарҙан һаҡлап ,ҡурсаларһығыҙ тигән өмөткә ышанып ҡалабыҙ.Атайҙарҙы ошондай матур бәйрәм менән ҡотлайбыҙ,эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.Рәхмәт барығыҙға ла!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Литературная викторина-КВН (сценарий) Литературная викторина-КВН (сценарий)
Данное внеклассное мероприятие во 2 классе развивает плавное выразительное чтение, грамотную речь, умение интонационно оформлять своё высказывание, закрепляет знания детей произведений и авторов русск...
Сценарий для агитбригады «Есть такая служба 01» в рамках темы «Жизнь без опасности» Авторы и постановщики сценария воспитатель ГПД Лебедева Леся Анатольевна и учитель музыки и режиссёр ТАМ "Радость" Иевлева Татьяна
(сценарий выступления агитбригады старшеклассников в рамках темы «Жизнь без опасности» для учащихся младшей и средней школы).Цель: воспитание у ребят уважения к профессии пожарного и...
Воспитательная работа в начальной школе. Сценарий конкурсно-познавательного мероприятия по ЗОЖ. Сценарий праздника "Осень в гости к нам пришла..."
Внеклассные мероприятия для учащихся начальной школы....
Итоговый тест по математике для 3 классов "Атамұра" 2010
В конце учебного года ученики сдают тесты, экзамены. В данном материале присутствуют материалы изучаемые в 3 классе . Вопросы по разделам: умножение и деление, табличное умножение и деление, уст...
Сценарий праздника. Сценарий праздника к 8 марта «Для прекрасных Дам!»
Сценарий предназначен для проведения праздника "Лучший день - 8 Марта" для учеников 1 класса и их родителей. Данный материал будет полезен для учителей начальных классов, педагогов дополнительно...
Сценарий спектакля по сказке С.Я. Маршака "Двенадцать месяцев" . К сценарию прилагается презентация для экрана на сцене.
Сценарий создан по пьесе С.Маршака ( в сокращении) для постановки спектакля с учениками 2-4 классов....
Мардан атай но Тутой батыр. (Предание.)
Урокмес тани кутским,Ог-огмылы пальыштӥм.Дэмен, ойдо, ужалом,Трос визьнод ми люкалом...