Кәкүк сәйе
классный час

Султанова Рузиля Хамзовна

Кәкүк сәйе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл k_k_k_s_ye.docx270.61 КБ

Предварительный просмотр:

“Кәкүк сәйе”

(Башҡорт халҡының фольклор байрамы)

Маҡсат:

1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу. Телмәр һәм танып белеү әүҙемлеген үҫтереү. Туған телдә дөрөҫ һөйләшергә һәм аралашырға өйрәтеү. Тирә-йүн менән таныштырыу. Балаларҙың аң-зиһенен үҫтереү.

2.     Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү. Халҡыбыҙҙың тел байлығына, йор һүҙле мәҡәл-әйтемдәренә, халыҡ ижады өлгөләренә иғтибар йүнәлтеү. Башҡорт халҡының дингә ышаныуы, тәбиғәт көстәренә табыныуы, им-том, юрауҙар тураһында һөйләшеү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятыу.

3.     Йолаларға ҡарата, башҡорт теленә, тыуған илгә һөйөү  тәрбиәләү. Тәбиғәткә, ҡоштарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; йола буйынса башҡорт халҡының ҡоштарға мөнәсәбәте, ҡош-ҡортҡа, хайуандарға табыныуы тураһында белем биреү. Башҡорт халҡының дингә ышаныуы, тәбиғәт көстәренә табыныуы, изгелек тураһында белем биреү.

 

                                                         

                                                             ИНЕШ

Башҡорт халҡының тормош тәжрибәһе фольклор әҫәрҙәрендә киң сағылыш тапҡан. Был әҫәрҙәрҙә боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы, тарихы, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, төрлө йолалары, йәш быуынға тәрбиә биреү тураһындағы ҡараштары, бәхетле тормош тураһындағы өмөттәре, хыялдары һәм киләсәккә ышанысы сағыла.

          Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған , йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған.

Һәр халыҡтың ижадында кешелектең тарихи хәтерен мәңгеләштергән һәм шуның менән ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булған жанрҙар бар. Риүәйәт, легенда һәм уларға яҡын башҡа хикәйәләр тап ана шундайҙарҙан. Бындай хикәйәләрҙең ижтимағи вазифаһы халыҡтың үҙе тарафынан ғәжәп тапҡыр рәүештә «тарих» тигән тәрән мәғәнәле атама менән әйтеп бирелгән. Фольклористикала уларға ҡарата йыш ҡына «тарихи проза» тигән термин ҡулланыла. Әлбиттә, был тиккә генә түгел: риүәйәт, легендаларҙың жанр тәбиғәте махсус рәүештә күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың килеп сығышын анлатыуға, мәғлүмәт тапшырыуға, тарих һөйләүгә нигеҙләнгән. «Донъя ҡайһылай яралған? Ҡояш ниңә юғары? Айҙағы таптар нимәнән килә?.. Ата-бабаларыбыҙ, беҙ үҙебеҙ кемдәр? Тәүтөйәгебеҙ ҡайҙа?» — ошондайыраҡ күп һанлы һорауҙарға яуап биреү бурысын үҙ өҫтөнә алған хикмәтле хикәйәләр ул легендалар һәм риүәйәттәр. Шуға ла уларҙы белеү йола талаптары рәтенә индерелгән боронғо ата-бабаларыбыҙ тарафынан. Был хаҡта М. В. Лоссиевский бына ни тип яҙып ҡалдырған: «Элек-электән төплө урынлашҡан йола буйынса, башҡорт бөтәһенән дә элек өс нәмәне яҡшы белергә тейеш. Шуның береһе —үҙ ырыуыңдың шәжәрәһен, тарихын белеү, икенсеһе — йондоҙҙарҙың «серенә» төшөнөү һәм уларға ҡарап эш итә белеү, өсөнсөһө — халыҡ риүәйәттәрен, йырҙарын белеү». Ысынлап та, риүәйәт һәм легендаларҙың танып белеү әһәмиәте баһалап бөтөргөһөҙ. Легендаларҙы, риүәйәттәрҙе һәм улар системаһына ингән башҡа төр хикәйәләрҙе бергә туплап, тәртипкә һалып, төркөмләп ҡараһаң, күп планлы һәм бик тәрән йөкмәткеле, киң эпик ҡоласлы әҫәр күҙ алдына баҫа. Уны ғилми яҡтан ентекле өйрәнеү — халыҡ тарихының төрлө дәүерҙәрен байҡау ул. Бындай эш хатта архаик осорҙоң ҡайһы бер һыҙаттарын төҫмөрләргә, халыҡтың тарихи ҡараштарын билдәләргә форсат бирә.

                                      «Кәкүк сәйе» йолаһы

Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе» йолаһы үткәрелгән.

«Кәкүк сәйе» йолаһы ла кешеләрҙең тәбиғәт менән яраҡлашыуға теләген сағылдыра.

Был осраҡта кеше тәбиғәт именлеген теләп, тәбиғәттең үҙен ҙурлап, уның менән бер яҡлы булырға тырышҡан.

Ҡоштар халыҡ аңында Ер менән Күкте тоташтырыусы заттар, изге теләкте Хоҙайға еткереүселәр булып һаналған, мәҫәлән, әкүкте һыйлаған саҡта кәкүк аша тәбиғәткә былай тип өндәшер булған:

Йылдар имен булһын!

Һуғыштар баҫылһын!

Аслыҡ булмаһын!

Кәкүк сәйе байрамы.

Йылға буйында, яланда. Тирәктәр үҫеп ултыра.

Ҡоштар һайрағаны ишетелә.

Әбей( сәскә йыйып йөрөй): эй, йәмле Дим буйҙары, ҡалай матур тирәк төбө, ниндәй күркәм ялан! Балаларҙы саҡырайым әле.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар әйҙәгеҙ әле Кәкүк сәйенә! (Самауар ҡуйып ебәрә.)

Малайҙар һәм ҡыҙҙар килеп сығалар

Һаумыһығыҙ,  балалар!

Һаумыһығыҙ, инәй! (кәкүк тауышы ишетелә).

Ғәлиә: Моңло кәкүк, әйтсе-әлүк.  Миңә  нисә йәш?

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

Кәкүк ете  тапҡыр ҡысҡырғас,балалар хор менән: Һиңә ете йәш!

Виталий: Моңло кәкүк, әйтсе кәкүк. Мин  нисә йәшкә тиклем йәшәйем? 

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

 Ғәлиә: Оҙон ғүмерле булаһың! Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле.

Бөтәһе лә түңәрәккә  тотоношоп баҫалар.

Кәкүк сәйе байрамына

Беҙ аҡ ҡалас бешерҙек.

Бына шулай ҡабарған

Бына шулай бик бейек.

Бына шулай киңерәк,

Бына шулай түңәрәк.

Ҡаласты түңәрәк буйлап йәшерәләр. Уртала Ғәлиә  күҙең йомоп тора.  Ул ҡаластың кемдә икәнен дөрөҫ әйтмәһә, уға яза бирәләр. Бейергә.

Малайҙар таҡмаҡ әйтә:  

Баҫыр ул, баҫыр ул,

Баҫыр өсөн килгән ул

Уйнап- көлөп  күңелдәрен

Асыр өсөн килгән ул.

Ҡыҙҙар:                                    Бейеүсенең итәгенә

Алма биҙәге төшкән

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгес

Яңы бейергә төшкән.

 Ғәлиә: әйҙәгеҙ, "Аҡ тирәк, күк тирәк "уйының уйнайыҡ.

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Аҡ тирәк, күк тирәк

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Беҙгә Никита кәрәк. (бер нисә тапҡыр әйтәләр, уйнайҙар)

 Ғәлиә: әйҙәгеҙ ярышып алайыҡ!

 Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

(Ҡыҙҙар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереп ярыша. Малайҙар тоҡ кейеп көс һынаша.)

Ғәлиә: әйҙәгеҙ, "Һәпәләк”  уйының уйнайыҡ!

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Кем ҡала? Эльмира ҡала. Малайҙы тоторға тейеш.Улар тауыш биреп йөрөйҙәр.

Әмир ҡала. Ҡыҙҙар сулпылары менән сыңлаталар. Тик Әмир тота алмай. 

Ғәлиә: булманы инде һинән, әйҙәгеҙ, "Ритайым” бейеүен  бейеп алайыҡ! Илья башла. ( Бейейҙәр).

 Әбей: уйнап, бейеп туйғанһыҙҙыр, сәй ҙә ҡайнаны, әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, Кәкүк сәйенә рәхим итегеҙ.

 Аҡ тирәк, күк тирәк.

 Балалар икегә бүленеп, ике яҡҡа баҫалар.

 Уйындар

"Аҡ тирәк, күк тирәк! Уйыны.

    Уйнаусылар ике төркөмгә бүленеп, етәкләшеп ике яҡҡа баҫалар. Беренсе төркөм башлай:

-         Аҡ тирәк – ти. Икенсе яҡ:

-         Күк тирәк – ти.

-         Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

-         Беҙгә Милена кәрәк!

Милена ҡаршы яҡҡа йүгереп, бөтә көсө менән ҡулдар сылбырын өҙөргә тейеш. Өҙһә, бер уйнаусыны үҙенең төркөмөнә алып китә. Ҡулдарын ысҡындыра алмаһа, Милена был төркөмдә ҡала. Ә хәҙер икенсе төркөм башлай. Уйын шулай дауам итә. Ҡайһы төркөмдә уйнаусылар күп була, шул еңеүсе була.

 "Һәпәләк” уйыны.

 Уйнаусылар түңәрәккә баҫалар, ә берәү уртала күҙен бәйләп ҡала. Ҡыҙ ҡалһа, егеттәр "кә-күк” тип тауыш бирә. Әгәр ҙә малай ҡалһа, ҡыҙҙар сулпыларын сыңлаталар. Малай уларҙы тоторға тейеш. Кем тотола, шул ҡала. Кем тота алмай, шул еңелә.

"Ритайым” бейеүе.

Бейеүселәр түңәрәккә баҫалар. Береһе бейеүҙе башлай, ул үҙенең күңеленә хуш килгән бейеүсе янына бара ла, тыпырлап бейергә саҡыра ла, үҙе менән бейергә төшә. Ҡалған бейеүселәрҙе шулай уҡ тыпырлап, береләп бейергә саҡыра.

   Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр. Һуңынан дүрт яҡҡа ҡулдары менән тотоношоп, ҡапҡа яһап баҫалар. Ҡаршы торғандары менән урындарын алышалар. Урындарында бейеүселәр бер-береһенең арҡаһына ҡулдарын ҡуйып, тыпырлап әйләнәләр. Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр.

       Уйындар Саҡмағош районы  Иҫке Ҡалмаш  ауылында

йәшәүсе Байбакова Лүзә  апайҙан яҙып алынды.

                                             Кәкүк сәйе

Таң атып, ҡояш тау башына еткәс, Таңдысаны әсәһе арҡаһынан һөйөп уятты,
— Тор, ҡолонсағым. Барса донъя йоҡонан уянып бөттө инде. Ана кәкүк тә саҡыра...
—Кемде саҡыра? Ҡайҙа саҡыра?
— Таңдысаны «кәкүк сәйе» эсергә алып килегеҙ, ти.
— Бәй, кәкүк тә сәй ҡайната беләме ни? Ә уның самауыры бармы?
Таңдыса, әсәһенә һорауҙар яуҙыра-яуҙыра, тиҙ генә кейенде лә:
— Әсәй, сәйҙе кәкүк ҡайҙа эсерә?-— тип һораны.
— Тауҙа, ҡыҙым. Йәшел үләндәр түшәлгән, ебәк шәлле ҡайындарҙың һәр ботағы һайын ҡоштар һайрап ултырған сәхрәлә.
— Әсәй, кәкүк сәй эсергә беҙҙе генә саҡырамы?
— Юҡ, ҡыҙым. Кәкүк шулай һәр йыл һайын йәй башында, ер-һыу һурыҡҡас, ауылыбыҙҙың бөтә инәйҙәрен, апайҙарын, барса ҡыҙ-ҡырҡынын тәбиғәттең иң гүзәл бер урынына сәй эсергә йыйып ала.
— Ә малайҙарҙы, атайҙарҙы, олатайҙарҙы?
— Уларҙы саҡырмай шул. Кәкүк бына һинең кеүек матурҡай ҡыҙҙарҙы ярата.
— Һе, ҡыҙыҡ икән. Моғайын, ул ҡыҙҙарҙы, инәйҙәрҙе тәтәй күлдәктәре, төҫлө таҫмалары, уҡалары, бөрөлгән япма-япма итәктәре, көмөш тәңкәле ҡашмауҙары, сәсмәүҙәре, камзулдары өсөн яраталыр...
Таңдыса, тауға яҡынлашҡас, әсәһен дә көтөп тормай, сөкөрләшеп һөйләшеп, йырлашып, ҡумыҙ сиртеп ултырған апайҙар, инәйҙәр эргәһенә йүгерҙе.
— Кәкүк сәйе тәмле булһын! Миңә лә эсерегеҙ әле!
— Ай әттәгенәһе, кәкүк сәйен беҙ һин йоҡлағанда эсеп бөттөк бит әле,— тип шаяртты бер инәй. Үҙе Таңдысаның алдына оло сынаяҡ сәй яһап ултыртты, тәм-том ҡуйҙы.
— Юҡ, миңә кәкүк сәйе кәрәк!— тип иламһыраны Таңдыса.
— Таңдыса, был бит «Кәкүк сәйе» тип аталған байрам. Бәләкәс кенә ҡош нисек итеп һиңә самауыр ҡайнатһын?!— тип йыуатты табын янына килеп еткән әсәһе.— Йәһәт кенә сәйеңде эс тә әхирәттәрең менән уйынға төш.
Шул саҡ яҡында ғына өҙҙөрөп кәкүк саҡыра башланы. Өлкәндәр, тын ҡалып, уның ҡысҡырғанын һананы.
— Таңдыса, ана, кәкүк һиңә ғүмер юрай,-— тиеште улар, йылмайышып.— Әйҙә, бергәләп һанайыҡ әле: бер, ике, өс, дүрт, биш...
Кәкүк саҡырҙы ла саҡырҙы. Әллә кәкүк Таңдысаны  матурлыҡҡа һоҡланырға, тәбиғәтте яратырға саҡырамы

икән? Кә-күк, кә-күк!


                                                Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер Кәкүк. Йәмле яҙ етеүгә ул йылы яҡтан осоп ҡайтып, үҙенең иҫ киткес матур тауышы менән бөтә йән эйәләрен, кешеләрҙе таң ҡалдырыр булған. Күптәр хатта «яҙ етеү» тигән һүҙҙе «кәкүк ҡайтыу» тигән

төшөнсә менән йәнәш ҡуя башлаған. Ҡайһы бер ялағайыраҡтар Кәкүккә ошо хаҡта туҡтауһыҙ әйткән, ти. Маҡтау кемгә оҡшамаһын инде. Татлы һүҙҙәрҙән башы әйләнгән Кәкүк тә үҙен илгә яҙ килтереүсе тип тамам ышана башлаған. Бер мәл йылы яҡта яҙ еткәнен көтөп ултырған ҡоштар араһында ул былай тип әйтеп ҡуйған: 

– Уф, ялҡтым сит яҡтан. Тиҙерәк ҡайтып, илдә яҙ яһарға кәрәк. 

Ҡайһы бер ҡоштарҙың «Әле һалҡын, февраль дә бөтмәгән» тиеүенә ҡаршы: 
– Һеҙ белмәйһегеҙме ни, мин ҡайтып һайрай башлау менән илгә яҙ килә ул. Асыуланһам, бөтөнләй ҡайтмайым да ҡуям. Әйҙә, йөрөгөҙ яҙҙы көтөп, – тигән тупаҫ ҡына. Февраль айы үтер-үтмәҫтән сәүкәләргә эйәреп осоп китә был. Ҡайһы бер олораҡ ҡоштарҙың кәңәшенә иғтибар итмәй.     
Сәүкәләр менән бергә өшөй-туңа осоп килеп етә шулай илгә. Бында яландар аҡ ҡарҙан әрселмәгән, урмандар ҙа тып-тын була. Килеү менән сәүкәләр үҙҙәренә оя ҡорорға керешеп китә, ә Кәкүк бер ҡарағай ботағына ултырып ала ла үҙенең моңло тауышы менән һайрарға тотона. Ләкин уны бер кем дә ишетмәй. Сәүкәләр үҙ-ара геү килеп ҡысҡырышҡан тауышҡа күмелеп ҡала Кәкүк моңо. Әллә күпме һайраһа ла, көн йылынырға уйламай ҙа. Кискә ҡарай өшөүҙән тамам тамағы ҡарлыҡҡан ҡош үҙенең исемен генә ҡабатлай алырлыҡ хәлгә етә, «Кә-күк, кә-күк» тип кенә әйтә ала. Һалҡын тейеүҙән һәм бөтә көсөнә һайрауҙан башы түҙгеһеҙ булып ауырта. Ярай әле, йылы яҡҡа китмәй торған Сәпсек, уны йәлләп, үҙ ояһына индерә, йылытып, тамағын туйҙырып ала. Ә көндәр үҙ мәле еткәс кенә йылына. Башҡа ҡоштар ҡайтып, сыр-сыу килеп шатланышып оя ҡора башлағас ҡына, Кәкүк ояла-ояла Сәпсек ояһынан сыға ла элекке һымаҡ һайрап ебәрмәк була. Ләкин «Кәкүк, кә-күк» тиеүҙән ары уҙа алмай. Үҙенә оя яһарға ла онотҡан был ҡош Сәпсектең ояһына йомортҡа һалып ҡалдыра ла әүәлге данын ҡайтарыу маҡсаты менән урман-ҡырҙар буйлап осоп китә. Ҡысҡыра-ҡысҡыра унда-бында йөрөй был. Хатта Сәпсек ояһында ҡалдырған йомортҡаһы хаҡында ла онота. 
Мәрхәмәтле Сәпсек теге йомортҡаны баҫып сығара. Улай ғынамы, хатта бәләкәс ҡошсоҡто ашатып, ҡарап та үҫтерә әле. Шул осорҙан башлап Кәкүк үҙенең йомортҡаһын башҡа ҡоштар ояһына һала ла китә икән. «Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта», «Яңғыҙ ҡошсоҡ яҙ килтермәй» тигән әйтемдәр ана шунан килеп сыҡҡан, ти. 

       

Йомғаҡ

 Шулай итеп, кеше тыуа, үҫә, нәҫел ҡалдыра һәм, үҙенең бурысын үтәп, яҡты донъянан китә. Кеше ғүмеренең был миҙгелдәре төрлө ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға барып тоташа. Әкиәттәр, ҡобайырҙар, легендалар, йырҙар аша беҙҙең көндәргә һаҡланып килеп еткән йолалар – ғәжәп хазина. Әммә тормош үҙгәреү һөҙөмтәһендә был йолалар ҡыҫҡарыуға, ә күпселеге бөтөнләй юғалыуға дусар ителгән.

          Башҡорт фольклоры халыҡтың тормош-көнкүрешенең үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә бай сығанаҡ ҡына түгел, ә онотолоп барған бик күп йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы ла булып тора. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә сағылыш алған был йолалар уның тәрбиәүи һәм танып белеү әһәмиәтен дә көсәйтә.

          Тимәк, һәр кем ата-бабаларыбыҙҙың телен, тарихын, боронғо легенда-риүәйәттәрен, йырҙарын, әкиәттәрен, йолаларын яҡшы белергә, уларға хөрмәт менән ҡарарға тейеш. Беҙ ҙә халҡыбыҙҙың борон-борондан телдән телгә, быуындан быуынға күсеп килгән мираҫын һаҡлап ҡалырға һәм был изге аманатты киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.

                             

                               Ҡатнашыусылар исемлеге.

 

Фамилияһы, исеме.

Класс

Тыуған көнө, йылы

Әхмәдова Милена Мөхәмәтйән ҡыҙы

6

31.05.2001

Гайсин Фәҙис Фәних улы

6

16.05.2001

Зәйҙуллина Зимфира Илдус ҡыҙы

12.04.1999

Ильясова Алһыу Азат ҡыҙы

12.10.1999

Макулов Радик Радис улы

5

14.11.2002

Макулова Эльвина Илдар ҡыҙы

24.02.1999

Фазлыәхмәтова Аделина Рөстәм ҡыҙы

09.04.1999

Хәсәнова Эльнара Илдар ҡыҙы

7

04.12.2000

Әҙәбиәт исемлеге.

 

1.     Ғәләүтдинов И. Ғ. Балалар фольклоры. 1-се китап. Бала - саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ. Өфө: "Китап” -  1994 й.

2.     Ғәләүтдинов И.Ғ.Башҡорт халыҡ балалар уйындары. Өфө:"Китап” – 2006 й.

3.     Нагаева Л.  Башкирская народная хореография. Уфа: "Китап”  -  1994  й.

4.     Сөләймәнов Ә. М., Солтанғәрәева Р. Ә. Йыйындар (Башҡорт халҡының йола байрамдары). Өфө – 1995 й.

5.     Сөләймәнов Ә. М. Бала–сағының уйын фольклоры. Өфө: "Китап” -  2007 й.

6.     Ураксина Р.  Тәмле –тәмле тәмлекәс. Уйын - йола күренештәре. 

Өфө: "Китап” -  1996 й.