һәр ваҡыт булһын әсәй!
методическая разработка (4 класс) на тему

Ильясова Гульфинур Рауфовна

8 март байрамына сценарий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon pust_vsegda_budet_solntse.doc49.5 КБ

Предварительный просмотр:

Иртәлек “Әсәләр- нур сәсәләр”

 


 Иртәлек “Әсәләр- нур сәсәләр”

Әсә…әсәкәйем! Был- ин изге һүҙҙәр.

Әсә- һәр кемгә тормош бүләк итеүсе, уны тәрбиәләүсе. Әсәнен мөләйем йөҙө, нәфис һүҙе, монло йыры, эшсән ҡулдары кемде генә һоҡландырмай!... Әсә- ин бөйөк, мәғрүр һәм изге кеше. Һөйөклө әсәләр! Һеҙҙе яҙ байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Һеҙгә һаулыҡ,ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

ГУЛЬНАЗ

Туҙандарҙы һөртөп сыҡтым,
Койонан һыу килтерҙем
Әсәй эштән кайткансы тип.
Бөтөн эште бөтөрҙөм,
Бүлмәләрҙе йыйыштырҙым.
Бар ер ялт итһен әле,
Үзенең байрамында бер
Әсәй ял итһен әле.

ЛИЯНА.

Үҙебеҙҙе лә матурлайыҡ,
бөхтә итеп кейенәйек.
Тиҙҙән дуҫтар килеп етер –
Бергәләшеп һөйөнәйек.

ГУЛЬНАЗ. Әйе, иптәштәребеҙ килер вакыт еткән икән шул.

ЛИЯНА. Рәхим итегеҙ! Түрҙән үтегеҙ, бик вакытлы килдегеҙ.

ГУЛЬНАЗ. бында ниндәй күңелле, әсәйҙәр ҙә килгән, дуҫтар ҙа йыйылды. Кисәне башлайбыҙмы?

ХОР: Әйе, башлайбыз!

УҠЫТЫУСЫ инә.


Нимә булған балаларға?

Бары ла тыныс,тыйнаҡтар.

Әллә килгән микән беҙгә

Бик хөрмәтле  ҡунаҡтар?

-Киләме әллә ветерандар?

- Юҡ?

-Киләме әллә генералдар?

- Юҡ?

-Киләме әллә беҙгә бик почетлы адмиралдар?

- Юҡ?

ЛИЯНА.

 Мәктәп Бөгөн гөрләп тора,
Шаулап тора күрегеҙ.
Беҙ бит байрамға йыйылдык,
Әллә шуны белмәйһегеҙ?

-Ин яғымлы, ин ҡәҙерле,

Һәр саҡ йомшаҡ бәғерле

Бик ярата кескәйҙәр,

ҺАУМЫҺЫҒЫҘ  ӘСӘЙЗӘР! (ХОР)

ГУЛЬНАЗ.1 уҡыусы: Бөгөн әсәйҙәр байрамы! Тик Бөгөн әсәйҙәр байрамы ғына түгел – Бөгөн өләсәйҙәр, апайҙар һәм һеңлеләр байрамы ла.

УҠЫТЫУСЫ.-Хәйерле көн, дуҫтар!Унган ҡатындар, мөләйем өләсәйҙәр,мәрхәмәтле әсәйҙәр, гүзәл ҡыҙҙар!

ГУЛЬНАЗ..- Бөгөн беҙҙең кисәбеҙ яҙҙың иң тәүге күркәм байрамы, ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған.

ИЛЬСУН.-Хөрмәтле уҡытыусы апайҙар, һылыу ҡыҙҙар, һеҙҙе ысын күңелдән гүзәл байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ.

ЛИЯНА.-Уҡытыусы апайҙарыбыҙға:  һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, шатлыҡ, эшегеҙҙә уңыштар.

ИЛЬСУН.-Ә ҡыҙҙарыбыҙға: Уҡыуҙарында уңыштар, бәхет, саф мөхәббәт теләйбеҙ.

УҠЫТЫУСЫ.-8 март- иң гузәл байрам Шуңа күрә лә ул яҙҙың  беренсе айы-март башында үткәрелә. Яҙ көнө ҡатын-ҡыҙҙарҙың ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң күркәм, иң һөйөклө йән эйәләренең  күңелдәре иң яҡты өмөттәр менән тула. Уларҙың матурлығы март ҡояшы булып балҡый.

Ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгө, уның гүзәл эштәре, нәфислеге турында шағирҙарыбыҙ бик күп шиғырҙар ижад иткән.

И,ҡатын-ҡыҙ!

Һүнәр ине тормош,

Һин булмаһаң әгәр донъяла.

Иҫкерһә лә ерҙә дәүер-ғасыр,

Нәфислегең һинең өр-яңы.

Әҙәм генә түгел, ғәләм бөгөн

Уйлай кеүек һинең турыңда:

Кеше заты династияһының

ҡиләсәге һинең ҡулыңда ти хәсән туфан

-Ысынлап та, көндөң яҡтылығы-ҡояшта, күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа,ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

Тормошобоҙҙо йәмләусе иң шәфҡәтле, иң мәрхәмәтле ғәзиз кешеләр кемдәр һуң? Әйҙәгеҙ, әлеге һорауға яуапты уҡыусыларҙан һорайыҡ.

-ДОНЪЯЛАҒЫ ИҢ МӘРХӘМӘТЛЕ КЕШЕ—

- Ул минең ҡәҙерле әсәйем!

-ҮҘЕ ҺӨЙКӨМЛӨ БУЛЫУ МЕНӘН БЕРГӘ КҮҢЕЛЕ ЛӘ МАТУР ГҮЗӘЛ ХАНЫМ-

- Ул минең ғәзиз әсәйем!

- ӨЙҘӨ-ЙӘМЛЕ, РИЗЫҠТЫ ТӘМЛЕ ИТЕҮСЕ ӨЛГӨР ХУЖАБИКӘ-

-Ул минең алтын ҡуллы әсәйем!

-Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле кеше-әни.Уларҙы бер-ике көн күрмәһәк, өйҙөң йәме юғала, бойоғабыҙ. Бер генә көн ауырыһалар ҙа, нисек ҡыйын, күңелһеҙ беҙгә: донъя үҙгәрә, ҡараңғылана.Әйтерһең, ҡояш һүнә.Ҡәҙерле әсәйҙәр! һәр ваҡыт һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ! Балаларығыҙҙың сығышы һеҙгә байрам бүләге булһын!

АЗАЛИНА.

Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ,
сал сәсле өләсәйҙәребеҙ,
Байрам менән ҡотлай Бөгөн
Һеҙҙе ул һәм ҡыҙҙарығыз.

АЯЗ  

Күмәкләшеп беҙ дә, дуҫтар,
Йырлап алайык, әйҙә әле.
Ҡотло булһын, гөрләп торһон
Әсәйҙәрҙең байрамы.

ЙЫР . БАЙРАМ

ИЛЬСУН

Ҡотло булһын байрамығыҙ,

Эй, һөйөклө әсәйҙәр.

Яғымлы һүҙ, йыр- бейеүҙәр

Бүләк итә кескәйҙәр.

Бөгөн байрам, йәмле байрам

Ҙур сәхнә беҙҙен  ҡулда

Ысын күнелдән әсәйҙәрҙе

Ҡотлай һәр бер ҡыҙ, ул да!

 

БУЛАТ

Нинә бөгөн ҡояш шат йылмая

Нинә ҡоштар дәртле һайрайҙар?

Нинә бөгөн , әсәйемә ,тиеп,

Матур- матур сәскә һайлайҙар?

Әсәйҙәрҙен бөгөн байрамы бит!

Шуға икән бигерәк көн нурлы

Әсәйҙәргә булған һөйөүебеҙ

Янғырай, гүйә, яҙғы йыр булып.

ЙЫР ЯҘ БҮЛӘКТӘР ТАРАТА

АЗАЛИНА

Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙен

Ин ҡәҙерле һүҙебеҙ

Шат, күнелле бейеүҙе

Һеҙгә тип әҙерләнек

МАЛАЙҘАР БАШҠАРЫУЫНДА МАТРОСТАР БЕЙЕҮЕ

АЯЗ

Бөгөн әсәйҙәр байрамы

Яуһын ләйсән ямғыры.

Ҡала ла, ауылда ла

Янғыраһын яҙ йыры

Байрамығыҙ ҡотло булһын,

Яҙығыҙ шаулы булһын.

Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын,

Ҡояштай балҡып торһон    

РУСЛАН

Бәләкәй генә булһаҡ та

Беҙ шатлыҡ таратабыҙ

Тирә-яҡты янғыратып

Йырларға яратабыҙ,

Йыр.ӘСӘЙЕМ ҠОСАҒЫНДА

АЛЬМИРА

Эй, һөйөклө әсәкәйем!

Һин минен берҙән- берем.

Байрам көнөндә әйтергә,

Бар минен бик ҙур серем.

Шым ғына әйтәйем микән?

Ҡысҡырып әйтәйем микән?

Килгән ҡунаҡтар алдында

Юғалып ҡалмам микән?

Яратам мин, әсәйем!-

Бына шул минен серем

Бәхетле бул,ҡайғы күрмә,

Әсәйем берҙән-берем!

ЙЫР

Булат

Эшкә батыр, йырға оҫта

Беҙҙен ауыл ҡыҙҙары.

Бейеүҙә лә һынатмайҙар

Беҙҙен класс ҡыҙҙары  

НАЗГУЛЬ

Матур күлдәктәр кейеп,

Сыҡтым уртаға бейеп

Туфлиҙар ҙа тик тормай,

Саҡ өлгөрҙөм кейергә,

БЕЙЕҮ МАТРЕШКАЛАР

РУСЛАН

Был донъяла ин яғымлы,

Ин яҡыны- әсәйем!

Бәхет, шатлыҡ, оҙон ғүмер

теләй һинә кескәйен!              

Аяз

- Малайҙар, беҙ бит синыфтағы ҡыҙҙарҙы ҡотламаныҡ. Бөгөн бит уларҙың да байрамы.

Ильсун

- Эйе,…. Һин хаҡлы.Нисек инде беҙ ҡыҙҙарҙы оноторға тейеш.Йәгеҙ, хәҙер уларҙы ҡотлайыҡ.

Бергә.

Байрамығыҙ ҡотло булһын, ҡыҙҙар!.

 НАЗГУЛЬ

Тик шатлыҡ ҡына килтерһен

һәр көнөңдә һәр эшең.

Бер ваҡытта түгелмәһен

әсәйҙәрҙең күҙ йәше!

АЯЗ

Ерҙәге бөтә әсәйҙәр

сәскәләй көләс булһын!

Бөтә әсәйҙәргә ҡояш

Тигеҙ өләшһен нурын-

таңыбыҙ нурлы булһын!

БУЛАТ

Оҙаҡ йәшәгеҙ, бары шатлыҡ менән

Үтһен  килер көндәрегеҙ!

Сәләмәт булығыҙ! һәр саҡ, һәр таң һайын

көлөп торһоң йөҙөгөҙ!

БЕРГӘ: ҡотлайбыҙ һеҙҙе ҙур байрам- 8 март менән!

- Иң йомшаҡ ҡулдар.

- Иң көслө иңдәр.

- Иң матур күҙҙәр.

- Иң дөрөҫ кәңәш.

- Иң нескә күңел.

- Иң саф ҙур йөрәк.

- Иң ҡайнар һөйөү.

- Иң изге теләк.

- Иң йылы ҡуйын.

БЕРГӘ: тик әсәйҙәрҙә генә.

Рәхмәт, мең рәхмәт һеҙгә!

ЙЫР МАМОЧКА

 (Баш эйелә, бүләктәр бирелә.)