наши девочки
классный час (2 класс) по теме

Баймурзина Минзаля Шагаргазиевна

классный час

Скачать:

ВложениеРазмер
Package icon nashi_devochki.zip12.97 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Беҙҙең ҡыҙҙар.

Маҡсат:Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ тормошона,бай тәжрибәһе-

нигеҙләнгән күренештәрҙе күрһәтеү.Ҡыҙҙарҙың әхлаҡ сифаттарын һәм тышҡы ҡиәфәте ниндәй булырға тейешлекте төшөндөрөү,үҙ-үҙеңдә ыңғай сифаттар тәрбиәләүгә ынтылыш тыуҙырыу,һәр баланың

шәхес икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу, балаларҙың фантазияһын үҫте-реү,ғөмүмән,уларҙы тормошҡа әҙерләү,әсәйҙәргә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу : Ҡыҙҙарҙың фотоларынан эшләнгән фотомонтаж хә-

рефтәр,плакатҡа яҙылған лозунгылар,ҙур ҡурсаҡ,сәңгелдәк .

Лозунг:  Халҡымдың һүнмәҫ рухы

               Балҡыһын һәр исемдә

               Ҡыҙ баланың исемендә

               Йондоҙ балҡыуы,    

                Сәскәләр нәфислеге

                Сағылырға тейеш.

                               Р.Ғамзатов.

1.Ойоштороу моменты .

-Әссәләмәғәләйкүм,ҡәҙерле балалар,хөрмәтле ҡунаҡтар!

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән тормош-көнкүрешкә бәйле дәрес үткәрәсәкбеҙ.Бына һеҙҙең алдығыҙҙа бишектә йүргәккә төрөлгән сабый ята.Ғаиләлә сабый тыуған.Был бик шатлыҡлы ваҡиға.Уны бәхетле,әҙәпле,тәртипле итеп тәрбиәләү өсөн ата-бабаларыбыҙ

тәжрибәһенә -халыҡ педагогикаһына мөрәжәғәт итәйек.

Борон баланы сәңгелдәктән тәрбиәләй башлағандар.Уға ҡыйыу,дөрөҫ-

лөктө яратыусы батырҙар, уңған ҡыҙҙар тураһында әкиәттәр һөйләгән-

дәр,сәңгелдәк йырҙарын көйләгәндәр.Әйҙәгеҙ,бишекте тирбәтеп, сәңгелдәк йырҙарын йырлайыҡ,сабыйҙы йоҡлатайыҡ.Сабый йоҡлағансы уға исем уйлайыҡ.Кем иң матур исем әйтер?

/ Балалар төрлө исемдәр әйтә/

   -Бына ниндәй матур исемдәр беләһегеҙ икән.

Борон балаға исемде ата-әсәһенең исеменә оҡшатып,тәбиғәт күренештәренә,тормоштағы хәл-ваҡиғаларға бәйләп,үҫемлек,сәскә атамаларынан сығып,хеҙмәт,эш,һөнәр төрөнә ҡарап ҡушыр булғандар.

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең халыҡта ниндәйҙер аңлашылмаған исемдәр осрай башланы.Исемде ата-әсә балаһына бер генә тапҡыр ҡуша.Ул бәхет,шатлыҡ килтерерлек булырға тейеш.

2.-Беҙ хәҙер ошо сабыйға исем ҡушырға бурыслыбыҙ.Кем тип ҡушайыҡ?/Ләйсән/

    Ләйсән-апрель тигәнде аңлата.

Исем ҡысҡыртыу йолаһын беләһегеҙме? Кемдәр күргәне бар?

/ Ҡунаҡҡа ауылдың оло инәйе саҡырылған.Ул баланы яҫтыҡҡа һала,доға уҡый.Ике ҡолағына ла “Һинең исемең Ләйсән булыр”-,

тип өндәшә.Аҙаҡ хәйер тарата уҡытыусы./

1-се уҡыусы.Сәңгелдәктә ҡыҙ бала ятһа,ҡауырһын ҡуйғандар.Бының

ҙур мәғәнәһе бар: ҡыҙ баланың һылыу булыуын һәм ваҡыты еткәс,үҙ

ояһын табып,ҡанатланып осоп китеүен теләгәндәр.

3. Ә хәҙер кластағы ҡыҙ исемдәренең мәғәнәләрен әйтәйек әле.

-.Мин-Гөлиә-исемем гөлгә эйә тигәнде аңлата.

-Мин- Тәслимә-исемем сәләмләү тигәнде белдерә.

-Мин-Алһыу-исемем алһыу йөҙлө тигәнде аңлата.

-Мин-Фаягөл-исемем ҡәҙерле гөл тигәнде аңлата.

-Мин Динара-исемем боронғо алтын аҡса тигәнде аңлата.

-Мин-Айгизә-исемем айға сәйәхәт тигәнде аңлата.

-Мин –Айгөл-исемем ай гөлө тигәнде аңлата.

-Мин-Динә-исемем дөрөҫ,ғәҙел тигәнде белдерә.

-Уҡыусылар,һеҙҙең исемдәрегеҙ бик яғымлы яңғырашлы.Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарының исемдәренән гүзәллек,баҫалҡылыҡ,яғымлылыҡ

Бөркөлөп тора.

-Һеҙгә шундай исемдәрҙе кем биргән?

-Әсәй,атай,өләсәй,олатай.

-Эйе,һеҙгә исемдәрҙе иң яҡын кешеләрегеҙ биргән.Улар һеҙҙең исемегеҙгә ниндәйҙер мәғәнә һалып,бәхетле булыуығыҙҙы теләгәндәр.

4.”Беҙҙең ҡыҙҙар” стенгазетаһынан яҙылған шиғырҙарҙы уҡыу.

-Ҡыҙҙар,мин һеҙгә арнап газета сығарҙым.Тәүҙә газетаның исеменә

Иғтибар итегеҙ.Ни өсөн ҡыҙҙар һүҙе төрлө хәреф менән яҙылған?

-Сөнки һәр ҡыҙҙың үҙенә хас холҡо,ҡиәфәте,ҡылығы бар,һәр береһе һәр төрлө.

Зәңгәр төҫ тыныслыҡҡа,дуҫлыҡҡа саҡырыусы төҫ.

-Мин шиғырҙар уҡыйым,кем тураһында икәнен әйтегеҙ.

/Кластағы ҡыҙҙар тураһында шиғырҙар уҡыу/

5.-Бына Ләйсән көндән-көн үҫә килә.Ата-әсәһенән  күреп төрлө эш-

тәргә өйрәнә.Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнмәгән бала әрәмтамаҡ,ел-

ғыуар булып үҫеүе ихтимал.Башҡорт халыҡ әкиәттәрен алып ҡарайыҡ.

Халыҡ әкиәттәге кешеләрҙе егәрле,аҡыллы эшһөйәр,бәхетле итеп тасуирлай.Мәҡәлдәрҙә лә шулай.Ҡыҫҡа ғына һөйләмгә киң мәғәнә

һалынған.Мин һеҙгә хәҙер хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр әйтәм,ә һеҙ дауам итегеҙ.

-Һөнәрленең  …/ҡулы алтын/

-Ҡулың оҫта булһын…/һүҙең ҡыҫҡа булһын/

-Ҡулы белгән…/бал ашар/

-Сәмле эш …/йәмле эш/

-Белгән белгәнен эшләр…/белмәгән беләген тешләр/

-Эшһеҙ кеше …/көсһөҙ кеше/

-Буй эшләмәй …/ҡул эшләй/

-Эше барҙың …/ашы бар/

6. Уйындар.

-Ә хәҙер балаға уйындар уйнап күрһәтәйек.

-Боронғо башҡорт уйындарын беләһегеҙме? Һанап күрһәтегеҙ.

-Борон ата-бабалар был уйындарҙы ваҡыт үтһен өсөн генә уйлап сығармаған.Уйындар баланы сослоҡҡа,етеҙлеккә,зирәклеккә өй-

Рәтер булған.

-Ҡыҙҙар-йондоҙҙар,әйҙәгеҙ”Ҡап-та ҡоп” уйынын уйнап алайыҡ.

                     Беҙ,беҙ,беҙ инек

                     Беҙ ун ике ҡыҙ инек,

                     Баҙға төштөк май ашаныҡ

                     Аҡ келәттә бал ашаныҡ.

        Бер таҡтаға теҙелдек,

                      Таң атҡансы юҡ булдыҡ

                      Әпсен,төпсөн,ҡап та ҡоп!

“Ҡоп” һүҙе әйтелгәс тә бөтә балалар ауыҙҙарын йомоп шым ҡала һәм бер-береһен көлдөрә.

-Балалар,ҡарағыҙ әле,кемдең аҡ теше күренә икән? Уға наказ.Йырлаһын.Бер уҡыусы йырлай.

7.-Кеше менән һөйләшеү,үҙ-үҙеңде тота белеү ҙә бәләкәйҙән тәрбиәләнә.Һуңғы осорҙа бик тупаҫ һөйләшеүсе балалар ҙа,йәштәр ҙә,

хатта ололар ҙа күбәйеп китте.”Яғымлы һүҙ йән аҙығы” тигәнде лә ишеткәнегеҙ барҙыр.Башҡорт халҡында ифрат матур,яғымлы һүҙҙәр ҙә бар бит.Хәҙер ошо таблицалағы һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ та,иҫтә ҡалдырайыҡ,

телмәрҙә ҡулланайыҡ.

“Рәхмәт.Ҙур рәхмәт.Оло рәхмәттәр яуһын.Рәхим ит.Урының түрҙә булһын.Аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын.Ата-әсәйеңдең ҡәҙерен бел.

Бар булығыҙ-бай булығыҙ.”

8.-Кем һуң ул ҡыҙ?Ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш?

-Ул-кеше,уҡыусы,бала,үҙе бер шәхес.

-Ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш икәнлекте белдереүсе һүҙҙәрҙең

бреһен төҙөйбөҙ.”Урыныңды тап” уйыны ./ Ете балаға”белемле” һүҙенең хәрефтәрен таратып бирелә.Улар үҙ урындарын табып торорға тейештәр /

-Балалар,”белемле”сифаты һеҙҙең өсөн бик мөһим сифат.Тырышып

Белем алыу- һеҙҙең төп бурысығыҙ.Һеҙ беҙҙең илдең хужалары,белгес-

Тәре булырға тейешһегеҙ.Хәҙерҙән үк “Мин уҡымышлы,белемле кеше булам”тип үҙегеҙгә маҡсат ҡуйығыҙ.

а

ҡ

ы

л

л

ы

с

а

б

ы

р

һ

и

ҙ

г

е

р

я

р

ҙ

а

м

с

ы

м

а

т

у

р

е

г

ә

р

л

е

-Әйҙәгеҙ кроссворд тултырайыҡ.Ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш?

/кроссворд тултырыу/

-Тимәк,әйтегеҙ әле,ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш?

Хор менән таҡтанан уҡыйҙар: аҡыллы,сабыр,һиҙгер,ярҙамсы,

Матур,егәрле.

-Уҡыусылар,бала теле асылғанда иң тәүҙә ниндәй һүҙҙәр әйтә?

-Әсәй,мәмәй,әпәкәй.

-Эйе,әсәй.Сөнки донъяға барыбыҙҙы ла әсәй тыуҙырған.Беҙ һәр ваҡыт әсәгә бурыслыбыҙ .Уны ҙурлап,данлап шиғырҙар яҙылған.Ҡыҙҙар,һеҙ / буласаҡ әсәләр.

1-се уҡыусы.”Әсәй!”-тип телем асылған,

                         “Әсәй!-тип юлға сығылған.

                          “Әсәй”-тип бәхет табылған,

                           “Әсәй”-тип урап ҡайтылған.

                           “Әсәй”-тип төндә уянам,

                            “Әсәй!”-тип өндә ҡыуанам.

                            “Әсәй!”-тип йөрәк һыҙлаһа,

                             Ҡайтырмын бер тип йыуанам.

2-се уҡыусы:Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы,бөтә күрке-әсә булыуҙа.

3-сө уҡыусы:Әсә!Ошо һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята.Беҙҙең бар яҙмышыбыҙ уларға бәйләнгән.Был һүҙҙәр беҙгә ҡояш һүҙе кеүек

яҡын.

4-сеуҡ.:Әсәй!...Әсәкәйем…Йөрәк түренән сыҡҡан ошо изге һүҙҙәрҙе

Ишетеүгә үк күңелгә рәхәт булып китә.Күҙ алдына тәмле ҡоймаҡтар,

Йомшаҡ йылы ҡулдар,яҡты йылы өй килеп баҫа.

5-се уҡ.:Ҡатын-ҡыҙ-мәңге асылып бөтмәҫ сер,мөғжизәле зат.Ул-һиҙгерлек,зирәклек,үтә күреүсәнлек.

6-сы уҡ.:Быуындарҙы быуындарға ялғаған,кешелек донъяһына тере

Һулыш өргән изге бурысы илаһи,камил зат итә ҡатын-ҡыҙҙы.

Иманлы,серле,хикмәтле һүҙҙәр ҙә уның теле менән әйтелә.

7-се уҡыусы: Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр

                        Унда күпме ынйы бар!

                         Һөйөп,ҡәҙерләп үҫтергән

        Бала өсөн саф мөхәббәт

        Ынйылары бит улар.

1-се уҡыусы:Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,

        Унда күпме яҡтылыҡ,

                           Шул күңелдең яҡтыһынан

                           Тормош тағы балҡып китә,

        Ерҙә арта яҡшылыҡ!

2-се уҡыусы:Эйе,әсәйҙәр-үҙҙәре лә мәңге көләс ҡыҙҙар кеүек.

3-сө уҡыусы:Беҙ үҫкәс,кешелек тоҡомон арттырыусы,һәр кешегә ғүмер бүләк итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар  ҡабул итәсәкбеҙ.

4-се уҡыусы :Беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың,әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең өгөт-

Нәсихәттәрен иҫтә тотоп,ололарҙы ололап,кеселәрҙе кесе итеп ғүмер итергә өйрәнергә генә ҡала.

/Ап-аҡ кейемдә Ил инәһе -Әсә инә.Барыһы ла уны аяҡ үрә баҫып ҡаршылай/

Әсә: -Мин  -Әсә,ҡатын-ҡыҙ,кешелекте тыуҙырыусы.Киләсәк тә минең ҡулымда,Ошо вазифамды оло яуаплылыҡ менән башҡарам.Мөхәббәтем емештәре булып донъяға килгән балаларымды

Халыҡҡа файҙа килтерерҙәй шәхес итеп тәрбиәләү-минең изге бурысым. “Бала күңеле-яҙғы баҡса,ни сәсһәң,шул үҫер”-тиҙәр.

Эйе,мин-ҡатын-ҡыҙ.Аллаһы тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы донъяға яратҡас,ул

Ир-аттан айырылып торһон өсөн сәскәләрҙән нәфислек,нәзәҡәтлелек алып өҫтәгән.

5-се уҡыусы: Тимәк,ҡыҙҙар сәскәләр кеүек саф та,матур ҙа булырға тейеш.

6-сы уҡыусы:Эйе.Кешеләр гөлдәргә таң ҡалып баҡҡан кеүек,беҙгә лә һоҡланып бағырға тейештәр.

7-се уҡыусы: Шуға күрә матур булыу,бөхтә кейенеү,таҙалыҡты яратыу,һәр саҡ гүзәл булып ҡалыу-беҙҙең асылыбыҙ.

Уҡытыусы:Яман һүҙҙәрҙән телде һаҡлау,халыҡ йолаларын,ғөрөф-ғәҙәттәрен күңелгә һеңдереп йәшәү,сәсән телле булыу-изге бурыс.

-Әйҙәгеҙ,уҡыусылар,бөгөнгө кисәне “Шаула,бала саҡ” йыры менән

Тамамлап ҡуяйыҡ.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Игровое занятие "Поздравляем наших девочек"

В игровой форме мальчики поздравляют девочек с праздником 8 марта....

Праздник "Нашим девочкам привет"

Эту развлекательно - конкурсную программу можно использовать для празднования 8 Марта. Материал насыщен конкурсами, требующими смекалки, художественно - эстетического подхода, навыков хозяйственности ...

Нашим девочкам посвящается

Поздравления к 8 марта. 1 класс...

Классный час "Наши девочки самые лучшие"

Данный классный час приурочен к празднику "8 марта". Мероприятие проходит в виде соревнований между девочками в классе....

8 марта – праздник наших девочек!

Л. Н. Перова,учитель начальных классов, МБОУ СОШ № 2 п. Добринкафилиал с. Павловка Липецкой области    Вечер веселых игр и конкурсовдля младших классов малокомплектной школыВедущий...

Сценарий внеклассного мероприятия к 8 Марта «Наши девочки – самые прекрасные»

Внеклассное мероприятие , посвящённое Дню 8 марта.Оформление: цветы, шары, праздничные плакаты и рисунки, которые нарисовали мальчики.- Сегодня у нас особенный праздник. А знаете, почему особенный?Да ...