сценарий "Урал батыр"
материал

Габдуллина Зиля Галимяновна

«Урал батыр»      эпосы  конкурсына

сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл сценарий "Урал батыр" 201924.35 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение                                                            средняя общеобразовательная школа с.Урманаево

муниципального района Бакалинский район Республики Башкортостан

«Урал батыр»      эпосы  конкурсына

сценарий

«Урал батыр дейеүҙәр илендә »

                 

Уҡытыусы Ғабдуллина Зилә Ғәлимйән ҡыҙы

2018 йыл.

Ҡатнашалар:

Урал – Ғәҙелшин Илнаҙ - 9 класс

Ҡарағаш – Ахунова Гөлнаҙ – 7 класс

Дейеү – Фәтхетдинов Рөстәм - 9 класс

1-се дейеү балаһы- Ғәҙелшин Алмаҙ – 7 класс

 

2-се дейеү балаһы- Калимуллин Иляс – 7 класс

 

1-се күренеш

Урал: 

(Урал оҙон юл үткән, арыған. Ул аптырап тирә – яғына ҡарай)

-  Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? (Шул ваҡыт ауыр тоҡ йөкләгән бик һылыу ҡыҙҙы күреп ҡала, уның янына бара)

- Эй, һылыу, ҡайҙа китеп бараһың? Тоғоңда нимә ул, бик ауыр күренә? 

Ҡарағаш: 

 (Башта бик ҡурҡа, ҡасырға уйлай, ләкин Уралдың яҡшы кеше икәнлеген   аңлай һәм туҡтап ҡала.)

- Минең исемем Ҡарағаш,мине дейеү урлап алып китте лә үҙенә ҡол итте.            Туғыҙ башлы дейеүҙең туғыҙ балаһына уйнар өсөн, мин иртәнән кискә саҡлы йылға буйынан ҡырсынташ ташыйым. 

Урал: 

(йәлләп)

- Ҡана,һылыу, үҙем күтәрәйем. 

Ҡарағаш:

- Юҡ – Юҡ, егет, минең менән бергә бараһы булма! Дейеү һиҙеп ҡалһа,   үҙеңде шунда уҡ юҡ итер бит! 

Урал: 

(ҡыҙҙың ҡулынан тоҡто алып) 

- Әйҙә, һылыу, һин алдан атла, миңә юлды күрһәтеп бар! (Улар байтаҡ ҡына юл үтәләр һәм оҙаҡламай дейеү йәшәгән ергә килеп             етәләр.) 

Ҡарағаш:

(күрһәтеп)

- Бына килеп тә еттек. Тоҡто ошонда ултырт.

 (Тыңлап.)

- Дейеү малайҙарының тауыштары ишетелеп тә тора. Хәҙер килеп тә етерҙәр.       - Һиңә, егет кеше, ҙур рәхмәт! Тиҙерәк китһәң, яҡшыраҡ булыр ине. 

Урал:

- Әһә…! (уйланып)    

-Был дейеү балаларын ҡыҙыҡ итәйем әле! Әйҙә, үлгәнсе уйнаһындар! (Ҡарамаға оҙон бау менән ҙур ташты аҫып ҡуя, үҙҙәре ҡая артына йәшенәләр ҙә дейеү малайҙарының уйнағанын ҡарап торалар.) 

2-се күренеш

  

(Ике дейеү балаһы уҙышмаҡтан килеп сығалар.Улар ырғыйҙар,  һикерәләр,         көрәшәләр. Шулай уйнай торғас, тоҡтағы таштарҙы күреп ҡалалар һәм          таштар   менән уйнай башлайҙар.) 

1-се дейеү балаһы: 

- Был таштар минеке! 

2-се дейеү балаһы: 

- Юҡ, һинеке түгел, минеке, ал йөнтәҫ ҡулдарыңды! Таштар минеке! 

1-се дейеү балаһы: 

- Юҡ, ул таштар һинеке түгел, минеке, кит бынан, ҡамыт аяҡ! (Таштарҙы      тартып ала ла тирә – яҡҡа ырғыта.)

- Һиңә лә түгел, миңә лә түгел, вәт! 

2-се дейеү балаһы: 

-Таштар ҡайҙа булып бөттө? Атай, беҙгә уйнарға таш кәрәк! (Дейеү балалары ҡысҡырып илай башлай. Шул ваҡыт улар эленеп торған ҙур     ташты күреп ҡалалар) 

1-се дейеү балаһы: 

- Оһо! Вәт мәрәкә!

(Ташты ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар, 1-се дейеү балаһы ташты этәреп ебәрә, таш кире әйләнеп килеп үҙен йыға һуға. Ул енләнеп килеп тора ла ташҡа ҡарап кысҡырына башлай.)

-Ах! Һин шулаймы әле? Хәҙер кәрәгеңде бирәм!

(Ташты бар көсөнә этәргәйне, таш тағы ла үҙен тәгәрәтә һуға, дейеү             малайы  иҫһеҙ йығыла.) 

2-се дейеү балаһы: 

- Ә… Шулаймы әле! Ҡустымдың үсен алмаһаммы? (Ташты һуғып ебәреүе  була, таш кире килеп,был дейеү малайын да үлтерә      һуға. (Урал менән Ҡарағаш йәшеренгән урындарынан килеп сығалар.) 

Ҡарағаш: 

(тирә – яғына ҡарап) 

-Уф, быларынан ҡотолдоҡ, шикелле! 

Урал: 

(көлөп) 

-Эйе, эйе, ҙур эштән ҡотолдоң!

(Ҡарағашҡа)

 Һин мине ошо урында йәшеренеп көтөп тор, дейеүҙең башына еткәс, үҙеңде       килеп      алырмын.(Ҡурайын биреп) Бына һиңә ҡурайымды ҡалдырам. Юлым      уңһа, уның осонан һөт тамыр, уңмаһа, ҡан тамыр.(Урал дейеүҙе эҙләп китә) 

3-сө күренеш

  

(Урал Тереһыу янына барып етә, ә уны һаҡлап бер ҡарт дейеү ята.) 

Урал: 

-Эй, дейеү, юл бир, мин Тереһыу алырға килдем! (Дейеү Уралдың һүҙҙәренә ыжлап та ҡуймай.)

- Юл бир!

(Дейеү асыулана һәм Уралды  тыны менән үҙенә тарта башлай. Урал дейеү ҡаршыһына килеп  баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡала.Ул ҡаушап ҡалмай.) 

-Алыштанмы, сабыштанмы?

 

Дейеү: 

-Минең өсөн барыбер. Нисек үлергә теләһәң, шулай булһын! 

  

 Урал: 

-Ярай, улай булһа! (Ул билендәге ҡылысын һелтәй, дейеүҙең күҙҙәре сағылып китә, ул артҡа          сигенә)

Дейеү:

- Әйҙә, әйҙә! Бик батыр булып ҡыланаһың! Кәрәгеңде ал! 

(Урал батыр менән дейеү көрәшә башлайҙар.) 

                                                             

4-се күренеш

Ҡарағаш: 

 (ҡурайҙы ҡарап) 

-Ой, ҡайһылай ҙур ҡыуаныс! Ҡурай осонан һөт тама, тимәк еңеү беҙҙең яҡта! Урал батыр дейеүҙе дөмөктөргән! (Шул  ваҡыт      дейеүҙең үкергәне ишетелә, ҡыҙ торған урынында тертләп    ҡуя, ул ҡурайҙың икенсе осона ҡарай һәм ҡурҡып китә.) 

- Аһ! Ҡурай осонан ҡан тама түгелме? Батыр егет харап булдымы әллә? 

(Ҡарағаш сығып йүгерә. Ҡыҙ килгәндә, дейеү үлтерелгән,ә уның тауышына 

йыйылған ен – пәрейҙәр Уралға ташланғандар. Уларҙың иҫәбе–һаны юҡ, батыр егетте хәлдән тайҙырғандар. Шул ваҡыт Ҡарағаш ҡурайҙан бейеү       көйөн уйнай башлай, ә ен-пәрейҙәр     шатланышып бейейҙәр һәм юҡҡа сыға баралар.)

 

Урал: 

(тирҙәрен һөртөп)

  -Рәхмәт һиңә, һылыу!Ҡотҡарҙың!Был ендәрҙе еңеп бөтөрөрлөк тә түгел ине, 

донъяны ҡара яу булып баҫып алғандар! Әйҙә, йәһәтерәк, Тереһыу янына             барайыҡ! Тереклек һыуын кешеләргә бүләк итәйек. (Тереһыу янына киләләр ҙә аптырап ҡалалар) 

Тереһыуҙың бер тамсыһы ла ҡалмаған. Ҡәбәҡәттәр…Әҙәм затына ҡалмаһын         тип, эсеп ҡортҡандар икән!(Урал көйөнә.) 

Ҡарағаш: 

-Батыр егет, башың түбән эйелмәһен!

(Тирә-яҡтағы үҙгәреште күреп) 

Дейеүҙәрҙе, аждаһа-йыландарҙы пыран-заран килтереүең бушҡа булманы. 

Ҡара, ҡара, тирә-яҡҡа йәм керә, үләндәр, ағастар йәшәрә, ҡоштар һайраша,

 кешеләр йөҙөндә шатлыҡ балҡый! 

Урал: 

(тирә-яҡҡа ҡарап) 

-Эйе, был яғына шулай буласаҡ! 

Бер дошман да  беҙҙең ерҙәргә аяғын да баҫмаҫ,сөнки минең йәшен сығара торған 

ҡылысым бар.Тыуған илемде, еремде һаҡлармын, яҡлармын! 

(Шаршау ябыла.) 

  

Ҡулланылған әҙәбиәт 

  

1.«Муса батыр». Повестар, роман. Өфө, 1992 йыл. 

2.Р. Солтангәрәев «Осто бөркөт». 

3.Я. Хамматов «Комбриг Мортазин». 

4.Р. Насиров «Ыласын йөрәклеләр». 

5.М. Ямалетдинов «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым» 

6.М. Иҙелбаев, Ә. Сөләймәнов «Туған әҙәбиәт».Өфө, 2000 йыл. 

7.Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр». Өфө, 2010 йыл. 

8.Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. 2-се том.Өфө, 1997 йыл. 

9.Ә. Таһирова, Н. Әминева, М, Сиражи, Ф. Яруллин шиғырҙары  

10.«Башҡортостан уҡытыусыһы». №11, 2000 йыл. 19-20-се биттәр. 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Куркак батыр " әсәренә анализ

әсәргә А.Яхин методы буенча анализ...

Сценарйи сказки "Батыр әтәч"

  Сценарий татарской народной сказки "Батыр әтәч"...

Алиш - язучы да, батыр да.

А. Алишнын туган коненә багышланган зурлар тәркемендә бәйрәм сценариесе....

Башҡорт халыҡ әкиәте "Алдар батыр менән генерал"

Алдар батыр менән генерал - башҡорт халыҡ әкиәте...

Исследовательская работа. "Ялан батыры Наил Ғатауллин", Гатауллина Венера Наиловна, 8 класс

Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе....

сценарий "Урал батыр"

ldquo;Урал батыр” эпосы...

Мардан атай но Тутой батыр. (Предание.)

Урокмес тани кутским,Ог-огмылы пальыштӥм.Дэмен, ойдо, ужалом,Трос визьнод ми люкалом...