Тәбиғәт ҡанундарын боҙоу яраймы?
план-конспект урока (4 класс)
Дәрес материалы: Ф. Иҫәнғолов. «Баҫыу уртаһындағы күл».
Маҡсат: 1) Балаларҙы әҙәбиәтебеҙҙең күренекле әҙибе Ф. Иҫәнғоловтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу; «Баҫыу уртаһындағы күл» хикәйәһен өйрәнеүҙе дауам итеү;
2) Хикәйәне анализлау, геройҙарына ҡылыҡһырлама биреү барышында моделләштереү алымын һәм ысулдарын ҡулланыу;
3) Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
4) Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, телмәр байытыу.
Йыһазландырыу: Ф. Иҫәнғоловтың портреты, китаптары күргәҙмәһе.
Дәреслек: 4 класс өсөн уҡыу китабы.
Дәрес планының презентацияһы бар (һорау буйынса сайтҡа һалырмын).
Автор
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
konspekt_uroka.doc | 74.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Туған тел – әҙәби уҡыу
(Башҡорт әҙәбиәте)
Тема: Тәбиғәт ҡанундарын боҙоу яраймы?
Дәрес материалы: Ф. Иҫәнғолов. «Баҫыу уртаһындағы күл».
Маҡсат: 1) Балаларҙы әҙәбиәтебеҙҙең күренекле әҙибе Ф. Иҫәнғоловтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу; «Баҫыу уртаһындағы күл» хикәйәһен өйрәнеүҙе дауам итеү;
2) Хикәйәне анализлау, геройҙарына ҡылыҡһырлама биреү барышында моделләштереү алымын һәм ысулдарын ҡулланыу;
3) Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
4) Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, телмәр байытыу.
Йыһазландырыу: Ф. Иҫәнғоловтың портреты, китаптары күргәҙмәһе.
Дәреслек: 4-се синыф өсөн уҡыу китабы.
Авторҙары: Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.
Дәрес барышы:
- Психологик инеш.
Мин бәхетле – ҡояшым бар.
Ул йылмайып көлөп тора.
Зәңгәр күктән ер өҫтөнә
Алтын нурын һибеп тора. (З. Ханнанов.)
- Әҫәрҙең исеменә анализ.
– Уҡыусылар, әҫәрҙең исеме «Баҫыу уртаһындағы күл» тип атала, нисек уйлайһығыҙ, автор ни өсөн шулай тип атаған икән. «Күл» генә тип атаһа ла етмәҫ инеме икән?
- Маҡсатҡа сығыу.
– Хикәйәлә нимә тураһында һүҙ бара, йәғни әҫәрҙең темаһы нимә? Әҫәрҙең идеяһы нимәлә, йәғни автор ниндәй фекерҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала?
(Тәбиғәт билдәле бер ҡанундар буйынса йәшәй. #әм кеше лә уның бер өлөшө. Шуға күрә лә яҙыусы, Ф. Иҫәнғолов ошо теманы күтәреп сыға, уҡыусыларының күңелендә тәбиғәткә ҡарата һөйөү уятырға, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә теләй.)
- Төп өлөш. Әҫәргә тулы анализ.
1). Әҫәр буйынса тулы әңгәмә.
– Хикәйәне уҡып сыҡҡас, ниндәй уй-тойғолар кисерҙегеҙ? Унда барған хәл-ваҡиғалар, геройҙарҙың кисерештәре, эштәре тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
– Хикәйәлә нимә тураһында һүҙ бара, йәғни әҫәрҙең темаһы нимә?
– Әҫәрҙең идеяһы нимәлә, йәғни автор нимә тип әйтергә теләгән?
– Хикәйәнең төп мәғәнәһе нимәлә? Ни өсөн Фәнил күлде һөрөүгә ҡаршы, ә Юлмөхәмәт уңайлы ваҡыт сығыу менән уны һөрҙөрә һала?
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн башҡа баҫыуҙарҙа иген уңмаған йылдарҙа ла Күҙбеләк баҫыуында иген уңа?
– Фәнилдең әсәһенең һүҙҙәрен нисек аңлатырһығыҙ? «Минең ҡара аҡылым буйынса, Күҙбеләк баҫыуында иген ошо күлдең шишмәләре арҡаһында уңа түгелме?»
– Ни өсөн Фәнилдең әсәһе күлде «Сәй күле» тип, ә Юлмыйҙың әсәһе «Кер күле» тип атай?
– Фәнил кер йыуыр өсөн эшләнгән күперҙе онтап ташлай, нисек уйлайһығыҙ, ул дөрөҫ эшләгәнме?
2). Хикәйәне моделләштереү.
– Уҡыусылар, хәҙер беҙгә хикәйәнең моделен төҙөргә кәрәк? Нимә ул модель? Нимәнең моделдәрен беҙ йыш ҡулланабыҙ?
(Модель – ниндәйҙер предметтың кесерәйтелгән күсермәһе. Мәҫәлән, Ер планетаһының моделе - глобус).
– Ә ни өсөн моделдәр кәрәк һуң? Улар ниндәй роль уйнайҙар?
– Хикәйәнең киләһе формала төҙөлә.
---------------------------------------------------------------------------------------------
– Моделдең блоктарына таянып әҫәрҙең өлөштәрен иҫкә төшөрәйек.
3) Әҫәрҙең геройҙарына ҡылыҡһырлама биреү.
4) Әҫәрҙең образдары бәйләнеше моделен төҙөү.
– Хикәйәнең төп геройҙары? «Күл»де образ итеп ала алабыҙмы? Хәҙер уларҙы теҙеп яҙып сығайыҡ. Ошо образдарҙы бер-береһе менән нимә берләштерә? Образдар бәйләнеше моделен төҙөйөк.
-------------------------------------------------------------------------------
5) Сағыштырыу моделен төҙөү.
– Фәрит ниндәй малай?
– Юлмый ниндәй малай? Улар оҡшашмы? Ниндәй сифаттар менән бер-береһенән айырылалар?
----------------------------------------------------------------------------------
– Һорауға тағы ла берҙе яуап биреп ҡарайыҡ. Улар оҡшашмы? Ниндәй сифаттар менән бер-береһенән айырылалар?
6) Шәжәрә-моделен төҙөү.
– Уҡыусылар, Фәрит тә, Юлмый ҙа бер ауыл малайҙары, әммә улар айырылалар тинек. Ни өсөн икән?
– Быны аңлар өсөн беҙгә шәжәрә-моделен төҙөр кәрәк. Нимә ул шәжәрә?
– Эйе, кешеләрҙең туғанлыҡ буйынса төҙөлгән, һәр быуын кешеһенең исеме яҙылған, ғаилә тарихы. Беҙҙең хикәйәлә ниндәй геройҙарҙы бер шәжәрә моделенә теҙергә мөмкин?
----------------------------------------------------------------------------------------
– Ә хәҙер, уйлап ҡарайыҡ әле. Бер линиялағы образдарҙың уртаҡлығы нимәлә? Кайһы сифаттары менән улар оҡшаштар? Шәжәрә үҫкән һайын шул сифаттары артамы?
– Юлмөхәмәттең ҡаты бәғерле булып үҫеүенә кем ғәйепле тип уйлайһығыҙ?
- Нығытыу.
– Хикәйәнең аҙағында, Фәнил «күл» менән хушлашырға килгәс, һөрөлгән күл урынынан Шишмә ағып сыға. Бының менән яҙыусы нимә әйтергә теләгән икән, нисек уйлайһығыҙ?
– Кеше тәбиғәттең хужаһымы, әллә уның бер өлөшөме? Ни өсөн?
- Йомғаҡлау. Баһалау.
– Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән айырыуса нимәләр иҫтә ҡалды? Ниндәй эш төрҙәре оҡшаны?
- Өйгә эш биреү.
– Ҡәҙерле уҡыусылар, өйҙә Юлмый-Юлмөхәмәткә хат яҙырға.
Дәрес тамам!
- Мне нравится (1)