Ихтыяр көсө - бәхет нигеҙе.
план-конспект урока (4 класс) по теме
Дәрестә 3. Биишева. «Ҡояш нимә тине?» хикәйәһе өҫтөндә эшләү..Яҙыусының биографияһы менән таныштырыу. Тиҙ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнеү.Геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү.Өйгә эш ике кимәлдә бирелә : уҡырға,авторҙын китаптарын табып исемдәрен яҙырға.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
z_biisheva.docx | 15.91 КБ |
ya_1187_1171_y_1177_ly_1185_1211_1241_m_urta_1185_ly_1185_isemd_1241_r.ppt | 2.91 МБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Ихтыяр көсө - бәхет нигеҙе.
Дәрес материалы: 3. Биишева. «Ҡояш нимә тине?»
Маҡсат: 3. Биишеваның ижады менән танышыу; һүҙ байлыҡтарын арттырыу, аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
үҙеңә йөкмәтелгән эште башҡарыу, яҡындарыңдың ышанысын аҡлау өсөн үҙеңдә ихтыяр көсөн бәләкәйҙән үк тәрбиәләү мотлаҡ икәнен аңлатыу.
Йыһазландырыу: 3. Биишеваның портреты, китаптары Дәрес барышы.
I. Психологик инеш
II . «Уңыш» ситуацияһын тыуҙырыу.
1.Уҡыу күнекмәләрен нығытыу (тиҙәйткес темпында):
2. -Шиғырҙы батшалар кәйефенә тап килтереп уҡыу : I рәт , II рәт , III рәт
Йәшәү бәхете.
Йәшәү бәхете - өмөт , хеҙмәттә.
Йәшәү бәхете - дуҫлыҡ ,хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете - илең, халҡың өсөн
Көрәш аша тыуған шатлыҡта
(З. Биишева)
- Ҡайһы рәттең уҡыуы шиғырҙың мәғәнәһенә тап килә ?
- Был шиғырҙы кем яҙған ?
III . Маҡсатҡа сығыу.
- Бөгөн беҙ оло әҙип, уның ижады менән танышасаҡбыҙ. (Портретты күрһәтеү )
- Зәйнәб Биишева
IV . Маҡсатты хәл итеү. " Инсерт "
Кем ул З. Биишева ?
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында тыуа. Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый. Уны тамамлағас, мәктәптә уҡыта. Аҙаҡ ул Өфөлә «Пионер»
(" Аманат ") журналында, төрлө газета редакцияларында эшләй.
1930 йылда «Гөрләүектәр аша» исемле тәүге хикәйәһе, 1942 йылда "Партизан малайы» исемле тәүге китабы донъя күрә. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.
Илебеҙ, халҡыбыҙ күргән ауырлыҡтарҙы мин дә күрҙем, мин дә күтә-рештем. Балаларым мин теләгәнсә киң күңелле, һәр кемгә яҡты йөҙлө, ҡунаксыл һәм ихтирамлы булып үҫтеләр." ( Р. Шәкүр)
Китаптар күргәҙмәһе тәҡдим ителә :
( " Дуҫ булайыҡ ", " Оло Эйек буйында ", " Кәмһетелгәндәр ", " Емеш " )
VI. Дәрес темаһын фаразлау.
- Бөгөн беҙ уның «Ҡояш нимә тине?» исемле хикәйәһе менән та-нышасаҡбыҙ?
- Ҡояш беҙгә нимә тип әйтергә мөмкин? Уйлағыҙ, әңгәмә ҡороғоҙ. (Һорау буйынса әңгәмә ҡороу.)
а) Хикәйәне уҡытыусының уҡыуы.
VII . " Тар һәм киң һорауҙар ".
- Хикәйә һеҙгә оҡшанымы ? Әҫәрҙең ҡайһы урынын уҡығанда һоҡланыу хистәре тыуҙы? ( 29 бит,6,7-се абзацтарҙы табып уҡыу)
- Хикәйәне уҡығанда Моратҡа ҡарата ниндәй хистәр кисерҙегеҙ?( йәлләү,ҡыуаныу )
- Йәлләү тойғоһо уятҡан урынды уҡыу ( 30б. , 4 абзац)
- Ҡасан Морат өсөн ҡыуандығыҙ? Шул урынды уҡып ишеттерегеҙ?
- ( 31б., 11абзац)
VIII. Ял минуты.
Х. " Мөйөш алымы "
Ике төркөмгә бүленәбеҙ .
I төркөм Мораттың ыңғай яҡтарын яҙыр .
II төркөм - кире яҡтарын яҙыр
ХIII. Рефлексив анализ.
- Бөгөнгө дәрестән үҙең өсөн ниндәй фәһем алдың?
ХIV. Йомғаҡлау. Баһалау.
ХV. Өйгә эш.
- Хикәйәне уҡырға.
- 3. Биишеваның әҫәрҙәрен табып килергә, дәфтәргә теркәргә;
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Үҙ-үҙ-үҙ- Беҙ үҙебеҙ башҡорттар, Үп-үп-үп- Күп ырыуға баш йорттар. Ҡа- ҡа-ҡа- Беҙҙә ҡалын урмандар, Ҙә-ҙә-ҙә- Беҙҙә данлы Урал бар. Һе-һе-һе- Ҡурай сәскәһе ете таж, Ҙе-ҙе-ҙе- Нигеҙе - ете ырыу – Ға-ға-ға- Бар туғандар менән менән бергә Ле-ле-ле- Бәхетле тормош ҡороу.
Булат исемле Малай, Бикә исемле Ҡыҙ, Аҡбай ҡушаматлы Эт,” Беҙҙең өйҙөң йәме” исемле Китап
Булат исемле малай, Бикә исемле ҡыҙ, Аҡбай ҡушаматлы эт,” Беҙҙең өйҙөң йәме” исемле китап
Эш дәфтәре буйынса эш.31-се бит,1-се эш Парлы бирелгән һүҙҙәрҙе уҡып, хаталарҙы табы ғыҙ . Мәғәнәһенә һәм яҙылыша ҡарап ике төркөмгә бүлеп дөрөҫләп яҙығыҙ.
Бәғзе -ҡайһы бер Фәҡир -ярлы Мөртәт -насар кеше
Беҙҙең республикабыҙ башта Башҡорт Автономиялы Совет республикаһы тип аталған, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Уның майҙаны 143 мең квадрат километр. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө, унда 1 миллиондан артыҡ кеше йәшәй. Башҡортостанда 54 район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба (поселок) бар.Башҡортостан республикаһына 2019 йылдың 13 мартында 100 йыл буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов Радий Хәбиров
Аҡҡоштарҙый йөҙәйек, Бөркөт кеүек осайыҡ. Ҡуян кеүек һикерәйек, Айыу кеүек атлайыҡ, Болан кеүек еләйек, Арыҫландай һуҙылайыҡ Һәм урынға ултырайыҡ.
Һүҙлек диктанты. Тикшер! Өфө ҡалаһы, Нөгөш йылғаһы, Рәсәй иле, һыуҙар, үлән, болон, урман, Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы, Эйек йылғаһы, Мостай Кәрим, балалар,Тыуған ил, урман, урам .
Баһалағыҙ. 1-2 хата- “4” 3-4- хата “3” 5 - хата “2” Хатаһыҙ эш“5”
1 Дәрес бик оҡшаны, бөтәһен дә аңланым. 2. Дәрес оҡшаһа ла, аңлап етмәнем. 3. Дәрес оҡшаманы, бер нимә лә аңламаным.
Өйгә эш. Эш дәфтәре.33-сө бит 4-се эш. Башҡортостан тураһында шиғыр яҙып ҡарарға.
Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан? а) Себер б) Урал
Башҡортостандың хәҙерге баш ҡалаһы? а) Өфө б) Стәрлетамаҡ в) Темәс
Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы? а) Һаҡмар б) Ағиҙел в) Эҫем
Башҡортостандың хәҙерге Президенты кем? а) Медведев б) Хәмитов
Башҡортостан Урал Өфө Ағиҙел Хәмитов ил тау ҡала йылға президент
Унынсы апрель. Кесаҙна. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Стәрле, Ашҡаҙар, Ағиҙел, Ямантау, Ирәмәл .
“ Йоматау”, “ Янғантау”, “ Красноусольск”, “ Яҡтыкүл”, “ Шафран”, “ Чехов”.
“ Тылсымлы ҡоҙоҡ” уйыны көн яҡ Аҡ юл төн яҡ Ҡыҙыл яр юл яҙма бир яҡ
ТЫРЫШЛЫҠ
Икенсе ярыш төр - ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү. Хәрәкәттә – бәрәкәт (Потрудишься – и достаток будет) Хәрәкәттә – бәрәкәт (Потрудишься – и достаток будет)
“ Башҡортостан” яңғыҙлыҡ исеменә ингән хәрефтәрҙән уртаҡлыҡ исемдәр төҙө. Баш, ҡорт, ос, ҡор, шар, башҡорт, ҡаш, торт, башаҡ, ҡош, таш, ат.
Урал тауы, Оло Эйек йылғаһы, Ҡарағайлы күле, Шишмә районы,Ҡунаҡбай ауылы, Сибай ҡалаһы,Ейәнсура районы - Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева, Рәми Ғарипов - “ Аманат” , “Йәшлек”, “Өс таған” - Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүе, Бөйөк Ватан һуғышы - Алғыр, Аҡтырнаҡ, Ҡашҡар -
Урал тауы, Оло Эйек йылғаһы, Ҡарағайлы күле, Шишмә районы,Ҡунаҡбай ауылы, Сибай ҡалаһы - географик атамалар Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева, Рәми Ғарипов - исем - фамилиялары “ Аманат”журналы , “Йәшлек” газетаһы - газет- журналдар Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүе, Бөйөк Ватан һуғышы - тарихи ваҡиғалар Алғыр, Аҡтырнаҡ, Ҡашҡар - хайуан ҡушаматтары.
Ҙур рәхмәт!!!