Һүҙ төркөмдәре.
методическая разработка (4 класс) на тему

Галиуллина Раушания Хайбрахмановна
Маҡсат: 1. Һүҙ төркөмдәре тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. 2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен һәм логик фекерләүҙәрен үҫтереү. 3. Тыуған ергә һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_tele_2.docx17.43 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан  республикаһы  мәғариф министрлығы

Бөрйән  районы

Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Исламбай филиалы

Һүҙ төркөмдәре.

  Бөрйән  районы

Исламбай филиалының

 башланғыс кластар уҡытыусыһы

Раушания Хайбрахман ҡыҙы Ғәлиуллинаның

 башҡорт теленән  дәрес конспекты

                                             

                                           Исламбай

4 класс

Тема :     Һүҙ төркөмдәре ( Нығытыу).

Маҡсат:  1. Һүҙ төркөмдәре тураһында

                    белемдәрен тәрәнәйтеү.

                 2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен

                      һәм логик фекерләүҙәрен     үҫтереү.

                   3. Тыуған ергә һөйөү,

                    тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш  тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: презентация

1.Ойоштороу   моменты. ( Интерактив таҡталағы шиғырҙы уҡыу.)

Хәйерле иртә,  балалар, - тип

Үҙ телемдә өндәшәм.

Телемдең бар  нескәлеген

Һәр дәрестә  өләшәм.

Һаумыһығыҙ уҡыусылар, уҡытыусылар. Башҡорт теле дәресен Сөләймән Муллабаевтың шиғыры менән башлайыҡ.

 Әсә теле белгәндең

Теле матур, бай булыр.

Белмәгәндең белеме

Һәм күңеле һай булыр.

 Эйе, балалар, һәр кеше үҙенең әсә телен белергә, уны яратып өйрәнергә, хөрмәтләргә тейеш. Сөнки әсә телен аңлай, һөйләшә белгән кеше төплө белемле була.

  1. Артикуляцион күнегеүәр.

Күп һөйләргә, уйларға, яҙырға кәрәк буласаҡ. Шуның өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ.

Буран нисек олой? О-о-о

Өшөгәндә ниндәй өндәр сығараһығыҙ?

Уф-уф-фу-өф-өф

Һыуыҡ нисек һыҙғыра? Ыж-ыж-ыж

Мин һеҙгә ижектәр әйтәм, ә һеҙ рифмалы һүҙҙәр табығыҙ.

Ға-ға-ға-әйҙәгеҙ, киттек тауға,

Ғы-ғы-ғы-малайҙар шыуа саңғы.

Ҙа-ҙа-ҙа- эй, күңелле тауҙа,

Ҙы-ҙы-ҙы-бәләкәстәр сана шыуҙы.

 Хәҙер һеҙ дауам итегеҙ.

Та-та-та-………………… катокта ,

Уа-уа-уа…………………яуа.

  1. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

-Уҡыусы, һеҙ, яҡшы, ручка,  мин, парта, уҡый, эшләй, матур.

-Бирелгән һүҙҙәрҙе төркөмдәргә  бүлергә.

Уҡыусы    уҡый            матур          һеҙ

 ручка        эшләй          яҡшы          мин

парта

Дауам итәйек…..

Ни өсөн 4 төркөм?

-Шулай итеп, беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

        Эйе, һүҙ төркөмдәрен нығытабыҙ.

         Һүҙ төркөмдәренә нимәләр инә?

Исем , ҡылым, сифат, рәүеш, алмаш.

Төркөмдәр менән эш.

1-се төркөм – исем  тураһында әҙерләнә

2-се төркөм –  ҡылым  тураһында әҙерләнә

3-сө төркөм – сифат   тураһында әҙерләнә

4-се төркөм – рәүеш  тураһында әҙерләнә

 Иғтибарығыҙҙы тикшерәм. Мин слайдтар күрһәтәм, ә һеҙ һәр һүҙ төркөмөнә  миҫалдар  яҙырға тейешһегеҙ

Тикшереү.

 Һүҙ төркөмдәре  иҫтә нығыраҡ ҡалһын өсөн  шиғырҙар тәҡдим итәм.

Тирә-яҡҡа ҡараһам мин

Төрлө предметтар күрәм.

Кем?Нимә? тип һорау ҡуйып

Исем икәнен беләм.

Миҫалдар…….

Ҡылымдар  ҙа бик хәстәрле

Предметтарҙың эшен, хәрәкәтен

Һорап ҡына торалар.

Ни эшләй?Ни эшләйәсәк?

Ни эшләгән тип ҡуялар.

Миҫалдар…….

Предметтарҙың билдәләрен

Сифат белдерә беҙгә.

Ниндәй? Ҡайһы?  Һорауҙарын

Ҡуйырға кәрәк һеҙгә.

Миҫалдар…….

Рәүеш кеүек һүҙ төркөмө

Хәлдәрҙе белеп тора.

Ҡасан?Ҡайҙа?Нисек? тип

Эштең ваҡытын, урынын

Һәр саҡ һорашып тора.

Миҫалдар…….

  1. Йомғаҡлау.

Дәрестә    нимәләрҙе    ҡабатланыҡ? Ә хәҙер ошо

һүҙ төркөмдәренә    синквейн яҙайыҡ.

1-се төркөм – исем  тураһында әҙерләнә

2-се төркөм –  ҡылым  тураһында әҙерләнә

3-сө төркөм – сифат   тураһында әҙерләнә

4-се төркөм – рәүеш  тураһында әҙерләнә

Исем.

Кем? Нимә?

Тип һорап торалар.

Баш киҫәк  булып килә.

Эйә.

Ҡылым.

Ни эшләй?Ни эшләгән?

Уҡый,яҙа, һөйләй

Предметтың эшен,хәрәкәтен белдерә

Хәбәр.

Сифат.

Ниндәй?Ни төҫлө?

Аҡ,ҙур, бейек

Һөйләмдә предмет атамаһын асыҡлай

Аныҡлаусы.

Рәүеш.

Нисек? Ҡайһы?

Сифат менән бутама

Шәп  йүгерә, яҡшы уҡый

Хәл.

          Өйгә эш.    Алмаш тураһында синквейн яҙ.