Нимә ул алмаш?
план-конспект урока (4 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Дата: | Инструменталь блок |
№ Дәрес темаһы | Нимә ул алмаш! |
Маҡсат: | Предмет өлкәһендә үҫеш:Алмаш тураһында төшөнсә алыу, уның телмәрҙәге функцияһы тураһында һығымта яһау; Метапредмет өлкәһендә үҫеш: Танып белеү эшмәкәрлеге:Алмаштарҙы телмәрҙә билдәләргә һәм дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү; Регулятив эшмәкәрлек: Танып белеү оҫталығын камиллаштырыу; танып белеү, уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, белем, мәғлүмәтте эҙләү күнекмәләре булдырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен алып барыу; парлап, төркөмләп эшләргә, эшләгән эшеңде тикшерергә, үҙләштереү кимәлен баһалау; эшләгән эштең һөҙөмтәләрен барлау. Коммуникатив эшмәкәрлек:Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү. Диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, һығымта яһарға.Үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендә үҫеш:тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиләү; телмәрҙең таҙалығы, теүәллеге өҫтөндә эшләү. |
Дәрес төрө | Яңы белем алыу |
УМК | Дәреслек, һүҙлек, эш дәфтәре. |
Эшмәкәрлек ойоштороу блогы | |
Яңы төшөнсә |
|
Предмет ара бәйләнеш | Әҙәби уҡыу. |
Дәрес этаптары 1.Психологик комфорт тыуҙырыу. II.Белемдәрҙе актуалләштереү слайд индивидуаль эш II Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы. ΙII. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. Группала эш Парлап эшләү | -Һаумыһығыҙ, балалар һәм хөрмәтле ҡунаҡтар! -Һаумыһығыҙ, уҡытыусым, ҡунаҡтар! Һаумы, дуҫым!Ҡояш, ғаләм, Тыуған ер! Мин сәләмәт, мин матур! Салауат кеүек батыр! Яйлап ултырам хәҙер Дәрес тыңларға әҙер! -Рәхмәт дәресте башлап ебәрәйек. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙҙең ҡулда бер һауыт бәхет һәм яҡшылыҡ икән ти. Һеҙ яҡшылыҡтың бер бер аҙын түкмәй генә иптәшегеҙгә ҡойоғоҙ.Тирә-яҡтағыларға йылмайыу бүләк итегеҙ.Һеҙҙең ошо яҡшы кәйефегеҙ дәрес бөткәнсе һаҡланыр тип ышанам. Әгәр һеҙ күҙәтергә, фекер йөрөтөргә, тикшерергә, эҙләнергә яратһағыҙ, башҡорт телен өйрәнергә һәм уҡырға теләгегеҙ ҙур икән был дәрес һеҙҙең өсөн. Һеҙҙең алдығыҙҙа ятҡан Эҙләнеү эше карточкалары дәрестә һеҙгә мәғлүмәттәрҙе яҙып барыр өсөн кәрәгер. Эҙләнеү эше карточкаһы. 1.Алмаш- 2. Ниндәй һүҙ төркөмдәрен алмаштыра? 3. Алмаштың һорауҙары. 4.Предметты атамай , ә … Башҡорт теленең серҙәренә төшөнөүҙе дауам итәбеҙ . Иң тәүҙә үткәндәрҙе ҡабатлап алайыҡ. Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ, бөгөнгө числоны, класс эше тип яҙайыҡ. Ун һигеҙенсе ноябрь. Класс эше. Таҡтала һүҙҙәр бирелгән, ниндәй ҡушымса төшөп төшөп ҡалған? әйтә..м, ке..м, ке..к, әсә..м, инә..м Матур яҙыу минуты йе ҡушымсаһын яҙыу Һүҙҙәрҙе дөрөҫләп яҙып алабыҙ,орфограммаға һыҙабыҙ 1) Ниндәй һүҙ артыҡ? 2) Һүҙ төркөмдәрен билдәләү һәм ҡабатлау(кластер) Һүҙ төркөмдәре ↙ ↓ ↓ ↘ Килеш менән ← Исем →һан Ҡылым Сифат ? ↙ ↘ Яңғыҙлыҡ уртаҡлыҡ 3) Исем тураһында ҡабатлау. Һеҙ һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙҙығыҙ, ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын да әйттегеҙ. Хәҙер тағы ла бер һүҙ табырға кәрәк. - Беренсе һүҙҙән парлы,һаңғырау тартынҡы Т -Икенсе һүҙҙән һуҙынҡы хәреф Е -Өсөнсө һүҙҙән парһыҙ, яңғырау, талғын тартынҡы Й -Дүртенсе һүҙҙән баҫымлы, өсөнсө ижектән нәҙек һуҙынҡы Е -Бишенсе һүҙҙән икенсе ижектән яңғырау, парһыҙ, талғын тарт. Н Тейен һүҙе килеп сыҡты (Мәғәнәһен аңлатыу, һүҙ төркөмөн билдәләү, орфограммаһын билдәләү, яҙып ҡуйыу ) Тейен һүҙенең яҙылышын иҫкә төшөрҙөк . Һеҙгә бер текст тәҡдим итәм.(карточка) Тейен ҡыҙғылт төҫтә була. Тейенде оҙон йөнлө ҙур ҡойроғо матурлай. Көҙөн тейен ҡарт ҡарағай ҡыуышына урынлаша. Тейен уны йылыта, ашарға ризыҡ йыя. -Был текст һеҙгә оҡшанымы? - Ни өсөн оҡшаманы?( һөйләм һайын бер үк һүҙҙәр ҡабатлана) Һөйләмдәрҙе төҙәтеп буламы? Һөйләмдәрҙе төҙәтеү Тейен ҡыҙғылт төҫтә була. Уны оҙон йөнлө ҙур ҡойроғо матурлай. Көҙөн тейен ҡарт ҡарағай ҡыуышына урынлаша. Ул уны йылыта, ашарға ризыҡ йыя. (һөйләмдәрҙе яҙыу) Һеҙ тейен һүҙен икенсе һүҙ менән алмаштырҙығыҙ. Тимәк был һүҙҙәр ниндәй һүҙҙәр? Был һүҙҙәр алмаш һүҙҙәр. Был һүҙ төркөмөн алмаш тип атайҙар.(кластерға өҫтәп ҡуйыу)Маҡсатты әйттереү Эҙләнеү эше карточкларығыҙға яҙып ҡуябыҙ. Эҙләнеү эше карточкаһы 1.Һүҙ төркөмө - алмаш. 2. Ниндәй һүҙ төркөмдәрен алмаштыра? 3. Алмаштың һорауҙары. 4.Предметты атамай , ә … Һүҙлек менән эш Алмаш һүҙенең мәғәнәһен эҙләү. Алмаш һүҙ төркөмөнөң русса тәржемәһен Алмаш тамырҙаш һүҙҙәр табыу (һүҙлектәрҙән) 2.Эҙләнеү эше карточкаһының икенсе пунктына күсәйек Уның асыҡлау өсөн дәреслектән 128-се күнегеү 112 бит.(Группала эш ) Һығымта яһау, эҙләнеү карточкаһына яҙыу Эҙләнеү эше карточкаһы 1.Һүҙ төркөмө - алмаш. 2. Ниндәй һүҙ төркөмдәрен алмаштыра? Исем, сифат, һан. 3. Алмаштың һорауҙары. Кем? Нимә? Ниндәй?нисә? 4.Предметты атамай , ә … 3. Физминутка (музыка “Шаян йыр”). 4. Эҙләнеү карточкаһының өсөнсө эше . Мин һеҙгә бик сәйер текст таратам һәм уның менән танышырға тәҡдим итәм.(Карточкала таратып биреү) Ул бик матур. Уны бөтә кеше лә ярата. Беҙ унһыҙ йәшәй алмаясаҡбыҙ.Ул беҙгә бөтә нәмә бирә. Уны һаҡларға, уға иғтибарлы булырға кәрәк. (Уны планетабыҙҙың үпкәләре тип атайҙар.) Нимә,кем тураһында һүҙ бара ?(яуаптар) Ни өсөн төрлө яуаптар булды? Ниндәй алмаштар ҡулланылған? Улар предметты атаймы? Һығымта: алмаштар предметты атамай, ә күрһәтә генә.Шуның өсөн алмаштарҙы ла дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк. (Эҙләнеү карточкаһына яҙып ҡуй) . Эҙләнеү эше карточкаһы 1.Алмаш-һүҙ төркөмө. 2. Ниндәй һүҙ төркөмдәрен алмаштыра? Исем, сифат, һан. 3. Алмаштың һорауҙары. Кем? Нимә? Ниндәй?нисә? 4.Предметты атамай , ә күрһәтә генә. Алмаштар тураһында нимәләр белдек, эҙләнеү эше карточкаһы буйынса ҡабатлау Кластер буйынса һығымта яһау. Был тексҡа бер һөйләм өҫтәһәк һеҙгә моғайын нимә тураһында барғанын аңларһығыҙ.Урман. Балалар урман алыштырғыһыҙ байлыҡ, ул бөтә халыҡ байлығы. Урманда кәрәкмәгән бер генә хайуан да, үҫемлек тә юҡ, уларҙың барыһы ла үҙенсә файҙа килтерә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡоштар һәм йәнлектәр, сәскәләр һәм ағастар тураһында хәстәрлек күрһәтһәгеҙ, беҙҙең Тыуған илебеҙ тағы ла матурыраҡ һәм байыраҡ буласаҡ! Матур тәбиғәтебеҙ тураһында шағирҙар бик матур шиғырҙар ижад иткәндәр.Мин һеҙгә бер нисәүһен тәҡдим итәм, бында кәрәкле алмаштар ҡуйып авторын билдәләргә кәрәк. Минең тыуған ҡырҙарым, Яландарым, урманым, Минең изге төйәгем- Һеҙҙҙе һөйә йөрәгем. (Салауат Юлаев) Мин бында шаһ!- тине-Мин- баһадир, Көслө заттан тыуған баламын. Мин теләһәм, хатта кешене лә Һә тигәнсе биләп һаламын.(Зәйнәб Биишева) Урал, Урал, һиңә күҙ ташлаһам, Күкрәгемдә йырҙар ҡуҙғала; Мин белмәйем, һинең шөһрәтеңә Тиңдәш тау бар микән донъяла?!(Абдулһаҡ Игебав) (Яҙып ал) Күренекле шағирҙарыбыҙҙың ижадын бик яратабыҙ.Әйҙәгеҙ беҙ ҙә һеҙҙең менән ижад итеп ҡарайыҡ.Алмаш һүҙенә синквейн яҙыу. Синквейндарҙы тыңлау. |
Рефлексив-баһалау этабы |
тураһында фекерегеҙҙе билдәләгеҙ. Яңы белем алдым- ҡыҙыл төҫ Аңлап етмәнем- йәшел төҫ Бер нәмә лә аңламаным – зәңгәр төҫ 2. Төркөмдәрҙә баһалау. |
Өй эше | Өйгә эш һеҙгә карточкала бирелгән.Ул өс төрлө, һеҙ уның береһен һайлап эшләрһегеҙ. 1.Дәреслектән 126-сы күнегеү 2.Алмаштар ҡулланып “Ҡар бөртөгө” тураһында бәләкәй инша яҙ.Алмаштарҙы билдәләргә. 3.”Әҙәби уҡыу” дәреслегенән алмаштар булған шиғырҙан йәки хикәйәнән өҙөк яҙырға.Алмаштарҙы билдәләргә. |