Могжизэлэр яланы.
методическая разработка на тему

Шамсетдинова Фаузия Фарисовна

Поле чудес с начальными классами.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл pole_chudes.rar899.27 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
КРАСНОКАМА РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ

Үткәрҙе: Сауыҙбаш төп дөйөм белем

биреү мәктәбенең башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 Шәмсетдинова Фәүзиә Фәрис ҡыҙы

Февраль, 2013 йыл

“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ” уйыны

Маҡсат: башҡорт халҡының кейемдәрен, биҙәнеү әйберҙәрен иҫкә төшөрөү, ҡабатлау.

Йыһазландырыу: барабан, табло, проектор, слайдтар, приздар.

Уйын барышы:

Ойоштороу өлөшө.

  • Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, хөрмәтле уҡытыусылар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Мөғжизәләр яланы” уйынына йыйылдыҡ. Был уйында уйнар өсөн һеҙгә иғтибарлы, тәртипле, етеҙ һәм актив булырға кәрәк. Уйын башҡорт халҡының тормошо, тарихы менән бәйле һәм “Башҡорт халҡының милли кейемдәре” тип атала.
  • Уйынды башлайбыҙ!

1 тур.

  • Беҙгә 3 ҡатнашыусы кәрәк. Уларҙы беҙ йомаҡтар ярҙамында һайлап алабыҙ.

Мин йомаҡтар әйтәм, кем дөрөҫ яуап бирә, шул ҡатнаша.

  1. Өйҙә  саҡта - сөйҙә, тышта  саҡта – буйҙа. (кейем)
  2. Йөрөгәндә аяҡ аҫтында, йоҡлағанда ишек төбөндә. (аяҡ кейеме)
  3. Кешегә нимә яҡын? (кейем)

1 турға һорау: Был өҫ кейемен ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә кейгән. Ир-аттарҙыҡы биҙәкһеҙ, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы биҙәлгән.

Ярҙам: Был бәрхәт йәки ҡалын туҡыманан тегелгән оҙон өҫ кейеме.

Е

Л

Ә

Н

 

2 тур.

  • Ҡатнашыусыларҙы ребустар ярҙамында һайлайбыҙ.
  1. 5мәт
  2. к=н
  3.  к

2 турға һорау: 17 – 18 быуаттарҙа Европа илдәрендә ирҙәр кейеменең бер элементы булып һаналған һәм еңһеҙ булған, итәге тубыҡтан торған.

Ярҙам: Уны кафтан аҫтынан кейгәндәр. Ул һүҙ француз теленән ингән.

К

А

М

З

У

Л

3 тур.

  • Уйынсыларыбыҙҙы йомаҡтар ярҙамында һайлайбыҙ.
  1. Тамсы тама, ергә етмәй. (алҡа)
  2. Ике ағай теҙҙән, ҡалышмайҙар беҙҙән. (итек)
  3. Өй башына мендем, ҡанаттарым йәйзем. (эшләпә)

3 турға һорау: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйбере.

Ярҙам: Уны сәскә таҡҡандар.

С

У

Л

П

Ы

Финал.

  • Бына беҙ уйындың ахырына ла килеп еттек. Финалға өс еңеүсебеҙҙе саҡырабыҙ.

Финалға һорау: Бәрхәттән тегелгән, муйынға таға торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйбере.

Ярҙам: Хәҙер уны төрлө затлы таштарҙан йәки түңәрәктәрҙән теҙәләр.

М

У

Й

Ы

Н

С

А

Ҡ

Супер уйын.

Һорау: бетеүҙәр менән биҙәлгән ирҙәр аяҡ кейеме.

             

С

А

Р

Ы

Ҡ

Йомғаҡлау. Бүләктәр тапшырыу.

Музыкаль бүләк: “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры.