Тренажер "Мин уҡырға өйрәнәм"
презентация к уроку (2 класс) по теме

Ахтямова Гульфия Файзрахмановна

Уҡыу дәрестәрендә аңлы уҡыу күнекмәһен үҫтереү өсөн.

Скачать:

ВложениеРазмер
Office presentation icon Тренажер Мин уҡырға өйрәнәм1.14 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

«Мин уҡырға өйрәнәм».

Слайд 2

Иғтибар менән уҡы. Һорауҙарға яуап бирергә әҙерлән.

Слайд 3

уҡы! 1 2 3

Слайд 4

Һандуғас - йырсы ҡош. Ул ҡыуаҡ араһында йәшәй. Һандуғас матур һайрай. Уның моңон халыҡ хайран ҡалып тыңлай.

Слайд 5

Һандуғас ниндәй ҡош? Көслө ҡош. Ҡышлаусы ҡош. Йырсы ҡош.

Слайд 6

Тексты иғтибар менән тағы бер тапҡыр уҡып сыҡ !

Слайд 7

Молодец! Туҡтап ҡалма, артабан уҡы!

Слайд 8

уҡы! 1 2 3

Слайд 9

Зилә уҡый-яҙа белә. Ул Сабирға хат яҙҙы. Сабир хатты алды. Ул шатланды. Сабир Зиләгә яуап яҙҙы.

Слайд 10

Саматҡа Сабирға Сәлимгә Зилә кемгә хат яҙҙы?

Слайд 11

Тексты иғтибар менән ҡабаттан уҡып сыҡ!

Слайд 12

Афарин! Артабан уҡы!

Слайд 13

уҡы! 1 2 3

Слайд 14

Көндәр оҙайҙы. Ҡояш нығыраҡ йылыта башланы. Йылы яҡтан ҡоштар ҡайта. Улар оя ҡора. Тиҙҙән ҡошсоҡтары ла күренер.

Слайд 15

Ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара? Яҙ. Йәй. Көҙ.

Слайд 16

Тексты ҡабаттан уҡып ҡара!

Слайд 17

Молодец! Артабан уҡы !

Слайд 18

уҡы! 1 2 3

Слайд 19

Өфө – баш ҡала. Өфө – беҙҙең баш ҡалабыҙ. Ул ҙур. Унда завод һәм фабрика-лар бар. Бейек йорттар күп. Өфө – матур ҡала.

Слайд 20

Өфөлә нимәләр бар? Магазиндар. Театрҙар. Завод, фабрикалар.

Слайд 21

Тексты иғтибар менән ҡабат уҡы!

Слайд 22

Афарин! Артабан уҡы!

Слайд 23

уҡы! 1 2 3

Слайд 24

Самат. Самат ҙур үҫте. Ул мәктәпкә уҡырға йөрөй. Самат яҡшы уҡый. Өйҙә ул әсәһе менән атаһына булыша. Буш ваҡытта уйнарға сыға. Уның дуҫтары күп.

Слайд 25

Текст кем тураһында? Сәлимә. Самат. Сабит.

Слайд 26

Ҡабаттан иғтибар менән уҡып сыҡ!

Слайд 27

Молодец! Артабан уҡы!

Слайд 28

уҡы! 1 2 3

Слайд 29

Тауға сыҡтыҡ. Ял көнө беҙ тауға сыҡтыҡ. Көн матур, йылы. Малайҙар саңғыла ярышты. Ҡыҙҙар сана шыуҙы. Бәләкәй Әлим менән Нәсимә Ҡарбабай яһаны. Беҙ кис кенә ҡайттыҡ.

Слайд 30

Кемдәр Ҡарбабай яһаны? Әлим менән Нәсимә Ҡыҙҙар Малайҙар

Слайд 31

Туҡта! Ҡабаттан уҡы!

Слайд 32

Афарин! Артабан уҡы!

Слайд 33

уҡы! 1 2 3

Слайд 34

Йомарт алмағас. Урманда ҙур алмағас үҫкән.Бер саҡ уның янынан терпе үтеп барған. Бер алма терпенең арҡаһына төшкән. Терпе уны алып ҡайтҡан. Балалары алманы бик яратҡан.

Слайд 35

Терпе балаларына нимә алып ҡайтҡан? Балан. Алма. Алмағас.

Слайд 36

Тексты ҡабаттан уҡып сыҡ!

Слайд 37

Молодец! Артабан уҡы!

Слайд 38

уҡы! 1 2 3

Слайд 39

Баҡсала. Беҙҙең баҡса бар. Ул ҙур һәм матур. Баҡсала сәскәләр үҫә. Улар аҡ, ҡыҙыл күк төҫтә. Сәскәләргә бал ҡорттары, күбәләктәр ҡуна. Унда күңелле. Мин баҡсала эшләргә яратам.

Слайд 40

Баҡсала ниндәй сәскәләр үҫә? Һары, күк, көрән. Ал, аҡ, күк. Аҡ, ҡыҙыл, күк.

Слайд 41

Тексты ҡабаттан уҡып сыҡ

Слайд 42

Молодец! Артабан уҡы!

Слайд 43

Төймә. Ғәзимә быйыл уҡырға төштө . Көн һайын иртүк тора ла мәктәпкә йүгерә. Ләкин бөгөн дәрескә һуңға ҡалды. Кейенеп алғас, курткаһының ике төймәһе юҡлығын күреп ҡалды. Кисә урамда уйнағанда төшкәйне төймәләре. Мәктәпкә төймәһеҙ барып булмай бит инде. Эй ултырҙы Ғәзимә төймә тағып, эй ултырҙы. Ҡалай ауыр икән төймә тағыуы! Аптырағас төймәләрен атып бәрҙе лә мәктәпкә йүгерҙе. Ләкин дәрескә һуңлағайны инде. Ф.Туғыҙбаева.

Слайд 44

Ғәзимә ни өсөн дәрескә һуңланы? Кистән кейемдәрен әҙерләмәгән. Өйгә эшен эшләмәгән. Йоҡлап ҡалған.

Слайд 45

Тексты ҡабаттан уҡып сыҡ!

Слайд 46

Афарин!!!