Әҙәби уҡыу.
план-конспект урока
Предварительный просмотр:
Йыл уҡытыусыһы. Әҙәби уҡыу. 2класс.
Тема: Фәрит Иҫәнғолов.Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы ?
Дәрес төрө :Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу дәресе.
Уҡыу методик комплект:УМК «Әҙәби уҡыу», (авт. Сынбулатова Ф. Ш., Дәңләтшина М.С. һ. б.)
Маҡсат: --кешенән көлөү, уға ҡушамат тағыу насар ғәҙәт икәнен аңларға, кәмһетергә ярамағанын төшөндөрөү,
---үҙеңә ҡарата кире ҡараш тыуҙырыуына төшөнөргә, кешеләр менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштерергә,
Б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:
---әҫәрҙең исеме буйынса текстың йөкмәткеһен фаразларға, бер-берең менән диалог ҡорорға,
Үҙеңдең фекереңде әңгәмәсегә еткерергә, әҫәрҙең төп фекерен асыҡларға, бөтә төркөм исеменән сығыш яһарға өйрәнергә, яуаплылылыҡ тойғоһо,
В)предмет өлкәһендәге үҫеш:
--тасуири уҡыу техникаһын камиллаштырырға, кире геройҙарҙың хаталарын асыҡларға, ҡылған эштәре нигеҙендә уға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнергә.
Дәрес барышы.
- Психологик комфорт булдырыу.
--Алтын ҡояш , һаумы,
Зәңгәр һауа, һаумы,
Шаян елкәй, һаумы
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә
Сәләмләйем һеҙҙе лә.
----Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, бер-беребеҙгә йылмайып ҡарайыҡ һәм ҙур теләк менән дәресте башлайыҡ.
2.Ә. хәҙер уҡыусылар ошо йырҙы иғтибар менән тыңлайыҡ әле (йырҙы тыңлау)
--Нимә тураһында йыр? Малай нимә эшләгән?
-Ҡыҙҙарҙы йәберләргә яраймы? Малай дөрөҫ эшләгәнме ?
3. Уҡыусылар, бөгөн әҙәби уҡыу дәреседә ошо хаҡта һөйләшәсәкбеҙ. Бик матур хикәйә менән танышасаҡбыҙ, һеҙгә лә оҡшар тип ышанам.
---Был хикәйәне балалар яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғолов яҙған. Уның китаптары бик күп. Ниндәй матур китап тары бар икән .
( Презентация ҡарау)
-Уның хикәйәһе нисек атала? Бергәләп уҡыу.»Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы?»
- Был текста ауыр һүҙҙәр бар, һүҙлек эше: әтәсләнешкәс,
Ғәрлек, хурланған- оятҡа ҡалған. (карточка)
- Тексты уҡыйым,ҡарап барығыҙ. Китаптың 30-сы бите.
--Текста кемдәр тураһында һүҙ бара? ( Хәлим, Хәлимә, Тимеркәй)
--Улар өсәүләшеп урамда нимәләр эшләнеләр? ( һайлап табып уҡыйыҡ әле)
-Хәлимә ҡайтып киткәс, малайҙар араһында ниндәй хәл тыуа ? (малайҙар асыуланышып китәләр)
--Ниндәй малай ул Тимеркәй? (текстан табып уҡыу)
3. Үсекләшә, әйҙәгеҙ ошо урынды ролләп уҡыйыҡ. (автор, Хәлим,Тимеркәй)
--Уҡыусылар, Тимеркәй үсекләшкәс , Хәлим ниндәй тойғолар кисерҙе икән? Уға бик ҡыйын булдымы ?
Ял минуты.
Бейектә, бейектә ,
Йөҙәһен һин ҡояш.
Бар кеше йылмая
Һин яҡты нур ҡойғас.
- Хәлим өйөнә ҡайтҡас, нимә хаҡында уйлай?
Төркөмдәрҙә эшләү. Өс төркөм.
1-се төркөм.
–Ниндәй һорау борсоно Хәлимде? (ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы икән, ярамаймы)
(Төркөмдә парлашып уҡып күрһәтәләр)
2-се төркөм.
-Хәлимде нимә борсой? (ул һорауға яуап эҙләй, борсола, ә үҙенең Хәлимә менән уйнағыһы килә)
(сылбыр менән уҡып күрһәтәләр)
3-сө төркөм.
--Хәлим ниндәй ҡарарға килә? Хәлимдең фекерен хор менән уҡыу.
Ошо өлөшөн бергәләп хор менән уҡып күһәтәйек.
Тимәк, малайҙарға ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы ?
-Тимеркәй һеҙгә оҡшанымы ? Ул ниндәй хата эшләне ? Уға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ ?
-Нисек уйлайһығыҙ, Тимеркәй хатаһын танырмы ? Ул холҡон үҙгәртерме икән?
--Шулай итеп, уҡыусылар, ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы? Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтте?
--Әйҙәгеҙ, уҡыусылар дәресебеҙҙе ошо матур халыҡ мәҡәлен уҡып йомғаҡлап ҡуяйыҡ.
Текстан табып уҡыу.
Ул—һөйөнөс,ҡыҙ-йыуаныс.
Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ,ҡаты һүҙ әйтмә, егет түҙ.
Дәресте йомғаҡлайыҡ.
Баһалау.
-Бөгөн миңә һеҙҙең менән эшләү бик тә оҡшаны, матур уҡынығыҙ, тырыштығыҙ, рәхмәт һеҙгә.
Баһа ҡуйыу.
Өй эшен биреү. Тексты матур итеп уҡырға, һөйләй белергә. 29-30-сы бит.