Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.
материал
Предварительный просмотр:
Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.
Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; идиоматик әйтем составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш.
Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар.
Мәҡәлдең төрҙәре:
-Туған ил, батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр;
- Хеҙмәт тураһындағы мәҡәлдәр;
- Ғаилә мөнәсәбәтәре тураһындағы мәҡәлдәр;
-Тормош- көнкүреш тураһындағы мәҡәлдәр;
-Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһындағы мәҡәлдәр
Боҫто ашты-бора баҫма;
Ағас күрке япыраҡ, Әҙәм күрке сәперәк;
Әҙ ашаһаң - тағы ашарһың, күп ашаһаң - ней ашарһың;
Сабырлыҡтың төбө - һары алтын;
Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр;
Майлы сүлмәк, тышынан билдәле;
Яр аҫтынан - яу сыҡҡан;
Силәгенә күрә, ҡапҡасы;
Аңғармай һөйләшкән, ауырымай үлгән;
Һаран өс һалыр, өсөнсөһөн кире - алыр;
Йән тиң күргән, йәр тапҡан;
Күҙең ауыртһа ҡулыңды тый, эсең ауыртһа тамағыңды тый;
Ямандан ярты ҡалаҡ, аш ҡалыр;
Ашатмаҫтың - ашы бешмәҫ;
Көн күрмәгән - көн күрһә, көндөҙ сыра яндыра;
Көтөүсе бисәһе, кис биҙәнә;
Көлә етә, артынан һөрә етә;
Таш, төшкән ерен дә ауыр;
Ҡыҙыл йомортҡа, көнөндә ҡиммәт;
Яңыны, яңы иткән -иҫке;
Балыҡтың - балығы дан түгел, ҡабығы дан;
Ит ашаһың тешкә инә(керә), ашамаһаң төшкә инә(керә);
Байлыҡ бер айлыҡ, һаулыҡ ғүмерлек;
Аҡса бәхет түгел - һаулыҡ-бәхет;
Һимеҙҙең, аяғы һигеҙ;
Сабатаның да, һауаһы бар;
Аштан, бутҡа уҙҙы
Ай йөрө — аман йөрө.
Аҡ юл — оҙон ғүмер.
Аты — һигеҙ, юлы — тигеҙ.
Аяғым — ат, ҡулым — ҡамсы, менермен дә сабырмын.
Еңел барып ауыр ҡайт, иҫән барып һау ҡайт.
Етермен тип ашыҡма, тәртә араһы ни әйтер?
Юлаусының йомошо юрмә ашағас онотола.
Бер тиренән тун да тек, мул да тек — бер бейәләйлек артып та ҡалһын.
Ғүмер уҙа, күлдәк туҙа.
Иҫке елән иҫтә юҡ.
Итегем — ҡулалдыға, ситегем — һыйға.
Күлдәгең көйрәк булһын, ғүмерең оҙаҡ булһын10.
Күлдәгең ситән башына, үҙең кейәү ҡуйынына!11
Ҡыш күҙе ҡараңғы (ни кейһәң дә ярай).
Тамаҡ — көр, өҫ — нур.
Тышы булды — эслеге кәрәк.
Эсе менән тышы булһа, тун тегер инем — энә менән еп юҡ.
Яҙ кейгәнен ҡыш кейгән.
Яңы теккән күлдәгем, һине ҡайҙа эләйем?
Аҙ булһа ла, күптәй күр.
Аҙ ашым, ҡайғыһыҙ башым.
Алла биргән — туйымлыҡ, бәндә биргән — күңеллек.
Араҡы арыҫланды йығып һалған.
Арпа-бойҙай аш булды, алтын-көмөш таш булды28.
Асыҡ сырай — таҡта сәй.
Ашын-тоҙон эсеп ултыр, аҡыллы һүҙен ишетеп ултыр.
«Ашамайым» тигән килен ашаған алтмыш белен.
Ашап, алаша булмаҫһың.
Аш табылмай, аш табылһа, иш табылмай.
Ашап туймағанды ялап туймаҫһың.
Ашымды йотоп ултырыр, ашъяулығымды йыртып ултырыр.
Ашың ҡайтһын ашыңа, бәрәкәт яуһын башыңа.
Баҡса емеше түгел, аҡса емеше.
Бар сағында — бал да май, юҡ сағында — ҡаты ла мыты.
Бар сағында — бүреләй, юҡ сағында — шүреләй.
Бары менән байрам.
Барын-юғын белмәйҙер, бал теләйҙер тамағым.
Бер йотҡансы, ике йотҡан, өсөнсөһөндә — башын элмәккә тыҡҡан.
Бер кискә — кер мейескә.
Бер ҡашыҡ ашым, ҡауғаһыҙ башым.
Берәүҙә аш ҡайғыһы, берәүҙә баш ҡайғыһы
Бешкәнсе түҙгән, төшкәнсе үлгән.
Бирер кешем килгәндә, биш ҡайнайҙыр ҡаҙаным,
Бирмәҫ кешем килгәндә, ҡайнамайҙыр ҡаҙаным.
Бирмәҫтеке бешмәҫ.
Бәләкәй генә бер мискә — етер әле бер кискә.
Иҙел һыуы — илле батман.
Икмәк-тоҙ — яҡты йөҙ.
Иргә — баш,
Ир балаға — аяҡ,
Ҡыҙ балаға — ҡанат,
Ҡатынға — ҡойроҡ.
Иртән дә өйрә, кис тә өйрә — был ҡорһаҡтар ни күрә?
Иҫке ауыҙ, яңы аш, ауырыу булһа, минән ҡас!3
Ит ашаһаң, тешкә керә, ашамаһаң, төшкә керә.
Ит янынан кит.
Итле өйҙә ике кис, өйрәлелә бер кис.
Итен күреп һөйөндөм, һурпаһынан төңөлдөм.
Йылына бер балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлар, имеш.
Йылына бер ыумас ашамаған кешенең елеге ҡорор, имеш.
Йәйәүленең ризығын һыбайлы ашаған.
Кешегә барһа — ал да гөл, үҙенә килһәң — ел-дауыл.
Килһә — ҡунаҡ, китһә — йыраҡ.
Күркә елгә һимерә.
Көҙгә етһәм — йөҙгә етәм.
Ҡаҙ ашаған һин дә шул, күреп ҡалған мин дә шул.
Ҡаҙҙы тарта-йолҡаһы, артынан борай (бойҙай) бутҡаһы.
Ҡатһаң, ҡатыҡ аша.
Ҡоҙа ашы мул булһа, ҡоҙағый йомартлана.
Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — аяҡ,
Хужаға — баш, ҡатынға — түш,
Ҡунаҡҡа — ҡойроҡ майы.
Өйө бейек, өйрәһе шыйыҡ.
Өйөм тар, күңелем киң.
Өйөндә өйрә эсә алмаған кешегә барып бутҡа ашаған.
Өйрәһенең ҡатығы юҡ, хужаһы ҡорот теләгән.
Өйһәң — күп, өләшһәң — аҙ.
Өләшсегә — өс өйрәк,
Белмәгәнгә — бүҙәнә,
Алты һартҡа бер тартай.
Өләшә белгәнгә — өс өлөш, өләшә белмәгәнгә бер ҙә юҡ.
Селләлә берәү өшөп үлгән, байрам көндө берәү асығып үлгән.
Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер,
Мартта һин дә артта, мин дә артта.
Суфый һуған ашамаҫ, ҡабығын да ташламаҫ.
Тамаҡ өсөн баш киткән.
Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн.
Тамағым — ҡунағым.
Туймаҫ тамаҡ, үлмәҫ йән.
Тәңре ашын шайтан ҡыҙғанған.
Убыр китте — урыны ҡалды, ябынырға туны ҡалды.
Үҙем — ҡунаҡ, һүҙем — бүләк.
Үҙе ҡунаҡ саҡырған, үҙе баланға киткән.
Үҙегеҙ тапҡан ҡарта, ашағыҙ тарта-тарта.
Үпкәләп ултырғанға үпкә тороп ҡалған.
Һатып алған ауырыу теләп эскән дарыу.
Һоло ашамаҫ арғымаҡ япраҡҡа моң булған.
Һыра — ауыҙҙы йыра.
Эс һурпаһын, ҡойма туртаһын.
Эстем шарап — булдым харап.
Эт ашы — ҡара боламыҡ.
Яҙ булған, ите аҙ булған.
Яҡшы аш ҡалғансы, яман ҡорһаҡ ярылһын.
Аҡса баҡыр — һанарға таҡыр.
Аҡса батшаны еңгән.
Алабута аш икән, баҡыр аҡса таш икән.
Алғанда — бисмилла, биргәндә — әстәғәфирулла!
Алты тин аҡсаһы юҡ баҙарҙа ат һатыулашҡан.
Алты тин файҙа итәм тип, алтмыш тин аҡсаһын сығарған.
Алты тинлек ҡуян, алтмыш тинлек зыян.
Аты юҡ арба һатыулашҡан.
Аяҡ урынына — тояҡ.
Баҙар бай, кеҫә һай.
Баҡса емеше түгел, аҡса емеше.
Баҫыуға бармай, баҙарҙан ҡалмай.
Баш урынына — ҡолаҡ, аяҡ урынына — тояҡ.
Бер ҡулы менән бирә, икенсеһе менән ала.
Бер файҙа — файҙа, ике файҙа ҡайҙа?
Берәүгә үгеҙ ҡиммәт, берәүгә мөгөҙ ҡиммәт.
Бирҙем берәй, килдем һорай.
«Бир»ҙең атаһы үлгән.
Биреп ебәр ҡулдан, эҙләп йөрө юлдан.
Бирә-бирә — бирән булырһың.
Буштың атаһы үлгән.
Дөйәләй биреп, төймәләй алдым.
Илдекенән ике иле артыҡ.
Иҫәпле булһын алғаны, хәйерле булһын ҡалғаны.
Кәзәгә кеҫәм етмәй, һыйыр һатыулашам.
Ҡулдан үтте — эш бөттө.
Ҡулың менән бир — аяғың менән йөрө.
Минән хәйер, һинән фатиха.
Утҡа кергән — кис ҡунған
Үҙенекен бирмәҫ, кешенекен алмаҫ.
Хазина таптым — сүпкә аттым, алтын таптым — бушҡа һаттым.
Хаҡ ярым хаҡ, бот ярым борсаҡ.
Хаҡын баҙар әйтер.
Хисапһыҙҙың малы теүәл.
Һатып алған — һарымһаҡ.
Һыйыр һауған үгеҙ аҫырағандан һөт һорай.
Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
Егет күрке дан менән, айғыр күрке ял менән.
* Менгән атың аҡбуҙ булһын, һѳйгән йәрең йәш ҡыҙ булһын.
Абынмаҫ ат булмаҫ.
Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр.
Азамат ирҙең билдәһе—аҙ һѳйләр ҙә күп тыңлар,
Арғымаҡ аттың билдәһе—аҙ уртлар ҙа күп юшар.
Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама.
Айыу алыр егетте атынан танырҙар,
Бүре алыр егетте бүркенән танырҙар.
Аҡыл—теҙген, ҡылыҡ—ат, теҙгенеңде белеп тарт.
Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр.
Аҡыллының аты ла арымаҫ, туны ла туҙмаҫ.
Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.
Алыҫ юл атты һынай, ауыр юл ирҙе һынай.
Андыҙ барҙа—ат үлмәҫ.
Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, яратҡан ат күҙеңә ҡарай.
Ас ҡалмаған аш ҡәҙерен белмәҫ, йәйәү йѳрѳмәгән ат ҡәҙерен белмәҫ.
Асыуыңды ат итһәң, аҡылыңды теҙген ит.
Ат алһаң—һынап ал, аҡса алһаң—һанап ал.
Ат дағаһыҙ булмаҫ, батыр яраһыҙ булмаҫ.
Ат тауҙа, егет яуҙа һынала.
Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була.
Әсә ҡулы – им.
Әсәhеҙ ғаилә hүнгән усаҡ .
Әсә янында бала етем булмай.
Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр.
Әҙәп барҙа оят бар.
Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән.
Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.
Татыу ғаилә – ил күрке.
Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет,түҙ.
Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын
Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.
Ҡарға, һайрап, һандуғас булмаҫ.
Ҡарға һайыҫҡан кеүек йөрөп ҡарайым тип үҙ йөрөшөн онотҡан, ти.
Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап,кешенең матурлығы эшенә ҡарап.
Ҡошто ем менән алдайҙар.
Ҡош ояһыҙ булмай.
Ҡарға ҡарға менән осор.
Ҡарға ҡарғаның күҙен соҡомаҫ.
Ҡарға ҡарғаны маҡтай.
Сәпсек сәпсек менән оса.
Ҡарға ҡарҡылдаһа — үҙ башына.
Ҡарғанан ҡарауыл ҡуйһаң, өҫтөңә яу килтерер.
Ҡош та һайланмайынса ҡыуакҡа ҡунмай.
Ҡарға үҫтермә — күҙеңде соҡор.
Ҡарғанан ҡарсыға тыумаҫ, ҡарсыға ҡарға булмаҫ.
Ҡарғанан ҡарға тыуа.
Ҡарғанан һандуғас тыумаҫ.
Өйрәк бәпкәһе тауыҡ аҫтында сыҡһа ла һыуға тартыр.
Өйрәк йомортҡаһын тауыҡ баҫыр, бәпкәһе һыуға ҡасыр.
Һәр ҡош үҙ ояһын маҡтай.
Бөркөт бүҙәнә түгел.
Ҡарғаның үҙ тауышы үҙенә хуш.
Ҡарлуғас һандуғасҡа эйәрә алмай.
Тауыҡ, ҡанат ҡаҡһа ла, оса алмаҫ.
Һайыҫҡан һайрау менән һандуғас булмаҫ.
Һандуғас үҙ ҡәҙерен үҙе белер.
Һандуғас һайрап еңер, ҡарға ҡарҡылдап еңер.
Һандуғас юҡ йылды ҡарға дан тотор.
Ҡош һауала, ат тауҙа, егет яуҙа һынала.
Ҡошта — шоңҡар, йылҡыла — толпар (аҫыл).
Ҡоштоң бары шоңҡар булмаҫ.
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ.
Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
Халыҡ һаулығы — дәүләт байлығы.
Һаҡланған - һаулыҡҡа туйған.
Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана.
Һау кешегә көн дә байрам.
Һаулығың — байлығың.
Һәр дарыу самаһынан уҙһа — ағыу.
Тән ауырыһа, йән ҡурҡа.
Тәне һауҙың йәне һау.
Тир менән сир сыға.
Самалы ашаған һау булыр.
Саф һауа - тәнгә дауа.
Сир аяҡ аҫтында.
Сир ҡулдан йоғор, тымау - тындан.
Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә.
Сирле, сирленең холҡо - кирле-мирле.
Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ.
Сирләмәйенсә һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен белмәҫһең.
Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл.
Оҙаҡ ауырыу йән ала.
Кешенең дарыуы - кеше.
Йәнең һау булһа, ауырыумын тимә, тәнең һау булһа, ярлымын тимә.
Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр,
Дарыу көсәйһә, малыңды алыр.
Ауырыу күрмәгән кеше һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ.
Ауырыуға сыҙамаһаң, һаулыҡтың ҡәҙерен бел.
Байлыҡ башы — һаулыҡ.
Байлыҡ — бер айлыҡ, һаулыҡ — ҙур байлыҡ.
Байлыҡтың алды — тән һаулыҡ.
Паҡлыҡ һөйгән һау булыр.
Изгелек ерҙә ҡалмаҫ.
Яҡшы ҡағылһа – йән һөйөнә, яман ҡағылһа – йән көйөнә.
Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма.
Яҡшылыҡ ҡылған – аш йыйған, яманлыҡ ҡылған – таш йыйған.
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ – һәр кешенең эшелер; яманлыҡҡа яҡшылыҡ – ир кешенең эшелер
Икмәк – ил байлығы.
Икмәктән оло булма.
Икмәк аша атлама.
Икмәктең валсығын да ергә ташлама.
Асыҡ ауыҙҙан икмәк тә ҡаса.
Ер ҡәҙере игендә, кеше ҡәҙере белемдә.
Иле барҙың – көнө бар.
Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә; тыуған илгә ни етә, ҡәҙерен белгән кешегә.
Айырылған ил аҙыр, ҡушылған ил уҙыр.
Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ, илем тип үлер.
Ат әйләнеп төйәген табыр, һыу әйләнеп юлын табыр, ир әйләнеп илен табыр.
Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.
Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
Берҙә түгел, илдә көс.
Биле ныҡтың – иле ныҡ, иле ныҡтың – биле ныҡ.
Данлы егет ил өсөн үлер.
Дуҫынан айырылған ете йыл илар,
Иленән айырылған ғүмер буйы илар.
Ерҙең даны ирҙән.
Ерҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
Ерҙән айырылған елгә осор.
Ере байҙың – иле байыр.
Ерһеҙ кеше — илһеҙ кеше.
Икмәк – илдән, һыу – күлдән.
Ил барҙа сәпсек үлмәҫ.
Ил барҙа, ир хур булмаҫ, ир барҙа, ил хур булмаҫ.
Иле барҙың теле бар, теле барҙың иле бар.
Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр.
Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн.
Ил ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан,
Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан.
Ил намыҫы хур итмәҫ.
Ил терәге – ир, ир терәге – ил.
Илгә бирһән ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды,
Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды.
Илгә ҡушылһаң – ир булырһың, илдән айырылһаң – хур булырһың.
Илдең биле ныҡ булһын, ирҙең күңеле туҡ булһын.
Илдең көнө ер менән.
Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында.
Илдә булһа үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең.
Иле берҙәмдең, көнө берҙәм.
Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.
Ир булһаң, илгә таян.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.
Ир-егетең яҡшыһы ил менән.
Ир илендә ҡәҙерле.
Ир терәге – ер.
Ир – тыуған ерендә, ат – туйған ерендә.
Ир яҡшыһы илгә ярай.
Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән.
Ирҙәр айырылһа, ил таралыр.
Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.
Көтөү ташлаған малды бүре алыр, илен ташлаған ирҙе гүр алыр.
Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы.
Мал ашаған еренә, ир тыуған еренә ҡайтыр.
Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө.
Яҡшы һүҙ балдан татлы.
Әҙерәк һөйләһәң, күберәк ишетрһең.
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы.
Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер.
Яҡшының үҙе яҡшы, үҙенән һүҙе яҡшы.
Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
Ышанма кеше һүҙенә, ышан үҙ күҙеңә.
Һүҙе ямандың үҙе яман.
Бер әйткәнде ике әйтмә.
Үҙең ишетке килмәгән һүҙҙе кешегә һөйләмә.
Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла.
Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң.
Кешенең белемен һүҙенән аңларһың.
Кешенең үҙенә ҡарама, һүҙенә ҡара.
Аҙ һөйлә - күп эшлә.
Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.
Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.
Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға.
Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы
Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел
Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр.
Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған.
Һүҙең менән эшең бер булһын
Бала бар ерҙә батша юҡ.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Бала ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр.
Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт.
Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ир бала – йортҡа терәк.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер,
Апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу,
Ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Һөнәрленең ҡулы алтын.
Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
Ҡулы белгән бал ашар.
Сәмле эш - йәмле эш.
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.
Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
Эше барҙың ашы бар.
Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
Аҙ һөйлә, күп эшлә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
Эшләгәнгә эш ҡарышмай.
Эш араһында эш бөтә.
Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
Эш беләктә түгел, йөрәктә.
Эш бөтмәй йән тынмай.
Эш иплене ярата.
Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
Эш кешене кеше итер.
Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
Эш үҙе өйрәтә.
Эш һөйгәнде ил һөйгән.
Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡҡа тартыр.
Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
Эше ҡаты, икмәге татлы.
Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
Эшеңде кешегә тапшырма.
Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен
Эшләгәндән кеше үлмәй.
Эшләмәй тамаҡ туймай.
Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.
Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ
Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
Белмәгәндең беләге тыныс.
Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү - ғәйеп
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр.
Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр.
Белмәгән эшкә ҡатышма.
Белмәгән эштән шайтан көлгән.
Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.
Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.
Белгәнгә — яңылыш, белмәгәнгә — нағыш.
Көслө кеше берҙе еңер, белемле кеше меңде еңер.
Белемле кеше юғалмаҫ.
Теле ямандың көнө яман.
Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
Телдең күрке - һүҙ.
Татлы тел таш ярыр.
Теле барҙың иле бар.
Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа.
Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
Тел һөйләй, ҡул эшләй.
Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр.
Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.
Яман кешенең теле әсе.
Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел ,бөлдөргән дә - тел.
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт.
Әсә теле бер була.
Иләк һорарға ла тел кәрәк.
Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең.
Аҙ һөйлә - күп эшлә.
Килен алғансы — үҙ улың, килен алғас — кеше улы.
Килен алһаң үҙеңдән юғарынан ал, ҡыҙ бирһәң, үҙеңдән түбәнгә
бир.
Килен булһаң — ҡәйнәгә ярамаҫһың,
Ҡәйнә булһаң — киленгә ярамаҫһың.
Килен кеше ким кеше, алабай менән тиң кеше.
Килен кеше — ким кеше, көнлөксөгә тиң кеше,
Ҡәйнә кеше — уллы кеше, губернаторға тиң кеше.
Килен кеше — сит бауыр.
Килен килбәтле булһын, һүҙе ширбәтле булһын.
Килен — килендәшкә көндәш
Килен — киленсәк, ҡыҙ — ҡырҡынсаҡ.
Килен килер, килен менән киле һабындай теле килер.
Ҡыҙ бала — ҡаңғыла ятҡан уҡ.
Ҡыҙ бала — ҡунаҡ ҡына.
Ҡыҙ бала миһырбанлы булыр.
Ҡыҙ бала — өй зиннәте.
Ҡыҙ баланың аты эйәрле, башы бәйле.
Ҡыҙ баланың сибәр булыуы яҡшы.
Ҡыҙ булһа, ҡыҙ булһын, йондоҙға тиң булһын.
Ҡыҙ кеше — күрше тауығы.
Ҡыҙ ҡыҙлы булмаҫ, әсә ҡәҙерен белмәһә,
Ул уллы булмаҫ, ата ҡәҙерен белмәһә.
Ҡыҙ ҡыҙыл алтындан ҡиммәт.
Ҡыҙ ҡылығы менән, ир эше менән һөйҙөрөр.
Ҡыҙ ҡылығы менән һөйкөмлө, ул әҙәбе менән һөйкөмлө.
Ҡыҙ ҡыяһындағын ҡуймаҫ.
Ҡыҙ сағым — солтан саҡ, килен сағым — олтан саҡ.
Ҡыҙ сәнскәге — беҙ сәнскәге.
Ҡыҙ тапһаң — ҡыҫылып ят, ул тапһаң — иркенләп ят.
Ҡыҙ үҫһә — өйгә ҡытлыҡ, ул үҫһә — өйгә ҡотлоҡ.
Ҡыҙ һаҡлағансы, тоҙ һаҡла.
Ҡыҙға ҡырҡ ерҙән тыйыу.
Ҡояштың да табы бар.
Төндөң күҙе юҡ.
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй.
Көҙгө боҙ көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан,яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма.
Йөрөгән таш шымарыр,ятҡан таш мүкләнер.