Сыйырсыҡ.Һөйләм
план-конспект урока
Предварительный просмотр:
Тема: Р.Ғәрипов.Сыйырсыҡ.Һөйләм.Һөйләм төрҙәре.
Дәрес төрө: яңы белем биреү дәресе
Класс: 3
Маҡсаттар: 1) Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу,”Сыйырсыҡ”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү,һөйләм,уның төрҙәрен өйрәнеү;
2) Балаларҙың телмәрҙәрен байытыу,шымартыу,хәтерен,иғтибарын,логик фекерләү,зиһенләү һәләтен үҫтереү;
3) Тәбиғәткә, яҙ миҙгеленә һөйөү,башҡорт теленә миһырбанлылыҡ, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: эпиграф,сыйырсыҡ һүрәте(ояһы,хаттар),смайлдар,кроссворд,ҡош һүрәттәре,схема,сәскәләр,тәбиғәт һүрәте,аудиояҙма(ҡоштар тауышы,йыр),карточкалар,китаптар,проектор;
Экранда:тиҙәйткес,портрет,фотоһүрәттәр,терәк һүҙҙәр,һөйләмдәр;
Дәрес барышы
I.Ойоштороу
1)Сәләмләү
Һаумы ,ҡояш,
Һаумы ,зәңгәр һауа,
Һаумыһығығыҙ,уҡытыусым,
Һаумыһығыҙ,дуҫтарым!
2)Эмоциональ атмосфера тыуҙырыу
Уҡыусылар,бер-берегеҙгә ҡарағыҙ,йылмайығыҙ,хәйерле көн теләгеҙ!Ултырығыҙ!
3)Дежур менән әңгәмә
Уҡыусылар,һеҙ дәрес һайын тәбиғәтте сәләмләйһегеҙ,уны яратаһығыҙ,изге уйлы булып үҫәһегеҙ.Ысынлап та,”Тәбиғәт-ул тылсымлы көс,ул кешене яҡлаусы ла,һаҡлаусы ла “.Р.Ғарипов (эпиграф уҡыла)
-Ни өсөн ошо юлдарҙы дәресебеҙҙең эпиграфы итеп алдыҡ икән,дәрес аҙағында әйтеп ҡарарбыҙ.
II.Маҡсаттар менән таныштырыу
Бөгөнгө дәресебеҙ ҡыҙыҡлы буласаҡ.Сөнки беҙгә ҡунаҡ килгән.Был ҡунаҡтың исемен белер өсөн,дәресебеҙҙә нимә тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе ошо юлдарҙы уҡығас белербеҙ.
III.Артикуляцион күнегеү
Тиҙәйткес өҫтөндә эшләү: (экранда)
Өйгә ингән сыйырсыҡ,
Осоп йөрөй ҡошсоҡ,
Сып-сыҡ,сып-сыҡ, Сыҡ ,сыйырсыҡ.
1)Уҡыу:-уҡытыусы
-эстән
-шыбырлап
-хор менән
-рәтләп
-ярышып
-смайлдар ярҙамында уҡыу(таҡтала)
2)Тәржемә итеү
IV.Матур яҙыу минуты
-Тиҙәйткес нимә тураһында?(сыйырсыҡ)
-Был һүҙҙә башҡорт теленең ниндәй үҙенсәлекле өнө бар?(ҡ)
-«ҡ» өнөн дөрөҫ әйтәйек,тамаҡҡа ҡылсыҡ ултырған ,уны сығарыу(ҡ-ҡ-ҡ)
-Был хәрәфте дөрөҫ яҙып ҡуйыу,”сыйырсыҡ” һүҙен яҙыу,иҫтә ҡалдырыу(күрһәтеү)
Дөрөҫ ултырыу
Дөрөҫ,бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа сыйырсыҡ осоп килгән,уның тураһында беҙ шиғыр ҙа уҡып китербеҙ.(Сыйырсыҡ һүрәте,ояһы,хаттар)
V.Төп өлөш
1)Инеш әңгәмә
Ә кемдең шиғыры менән танышасағыбыҙҙы белер өсөн,кроссворд сисеп китәйек.Ҡош исемдәрен беләһегеҙме икән?(ҡош һүрәттәре)
Күгәрсен
Кәкүк
Тумырҡа
и
Ҡарға
Һайыҫҡан
Ҡор
и
п
Аҡҡош
в
-Кем ул Р.Ғарипов?(портрет)
-Уның тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Бына уның портреты.Р.Ғарипов- Башҡортостандың халыҡ шағиры,С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Уның тормош юлы һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте беҙ ошо схемаға ҡарап,һөйләп китә алабыҙ.Бының өсөн ике төркөмгә бүленеп эшләйек.Беренсе төркөм-тормош юлын күҙәтә,икенсе-ижады тураһында һөйләй.
Салауат районы,Арҡауыл Шағир киләһе темаларға ижад
ауылында,1932 йылдың итә-Туған тел тураһында
12 февралендә ябай -тыуған ил тураһында
ғаиләлә тыуа -тәбиғәт,тереклек
тураһында
1946 йылда Өфөләге
балалар йортона килә Ул иҫән саҡта,уның ете
китабы сыға:
1950 йылда Мәскәүҙәге Әҙәбиәт -«Йүрүҙән”-“Юрюзань”
Институтына уҡырға керә -“Таш сәскә”-“Каменный цветок”
1955 йылда Мәскәү ҡыҙына -«Һабантурғай йырҙары” –
“Песни жаворонка”
Надеждаға өйләнә -“Осоу”-“Полёт”
-“Аманат”-“Заветное слово”
Шағирҙың 3 балаһы бар- -“Умырзая”-“Горицвет”
Салауат,Азамат,Гөлнара -“Миләш-кәләш”-“Рябинушка”
Афарин,ҡунағыбыҙға ике төркөм дә оҡшаны.Уҡыусылар Р.Ғариповтың портретын нимәләр уратып алған?(тәбиғәт)
Эйе, шағирҙың күп шиғырҙары тәбиғәткә арналған,сөнки ул- тәбиғәт балаһы,уны ярата.
-Әле ниндәй йыл миҙгеле?(яҙ)
-Р.Ғарипов бөтә миҙгелдәр араһынан яҙҙы яратҡан.Ни өсөн икән?(билдәләрен һанау).Уның ҡоштарға бағышланған шиғырҙары араһында беҙҙең ҡунағыбыҙ тураһында ла шиғыры бар.
2)Шиғыр өҫтөндә эш
Китап менән эшләү(182-се бит)
А)Һүҙлек эше: сыйырсыҡ-скворец,һоҡланды-восхитился,таң ҡалды-удивился,моң-көй-мелодия,дәртләнә-окрыляется,һөйөнә-радуется,ҡанат ҡаҡты-взмахнул крыльями
Б)Уҡыу:-уҡытыусы
-эстән
-строфалап уҡыу
В)Тәржемә итеү (балалар ятлай)
Г)Тасуири уҡыу (1-2 бала)
Д)Йөкмәткеһе өҫтөндә эш (һорауҙарға яуап биреү)
-Автор сыйырсыҡты ни өсөн саҡыра?
-Ҡошсоҡ ни эшләй?Нимә кисерә?
-Уға нимә оҡшай?
-Сыйырсыҡ нисә телдә һайрай?
-Ни өсөн һөйөнә?
Е)музыка тыңлау
Р.Ғариповтың был шиғырына йыр ҙа яҙылған.Уны заманса стилдә Ринат Фәттәхов башҡара.Йырҙан өҙөк тыңлап китәйек әле.(аудиояҙма тыңлау)
Һәр кеше-тәбиғәт балаһы.Р.Ғариповты ла тәбиғәт илһамландырған һәм ул ҡоштар образы аша кешеләрҙе һүрәтләгән,ҡоштарҙы кешеләр менән сағыштырған.
Ял минуты (ҡоштар тауышына)
3) Грамматик тема өҫтөндә эш
Сыйырсыҡ -сит илдән хәбәр алып ҡайтыусы ҡош.Шуға ул конверттар алып килгән.Был конверттар эсендә эштәр.
А) Таҡтала һүҙҙәр,ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр,аҙаҡ һөйләмдәр төҙөү
Ап-аҡ ҡар ирей
Сағыу ҡояш йылыта
Йәшел үлән сыға
Матур сәскәләр күренә
Төрлө ҡоштар осоп ҡайта
-Нимә килеп сыҡты?
-Нимә ул һөйләм? (Ҡағиҙәне уҡыу-185-се бит)
Б)Таҡтала өс һөйләм,улар нисек айырыла?
Сыйырсыҡтар килде.
Сыйырсыҡтар килде!
Сыйырсыҡтар килде?
(интонацион дөрөҫ уҡыу: уҡытыусы,2-3 бала)
В) Схема өҫтөндә эш
Интонация яғынан һөйләмдәр 3 төрлө була: (таҡтала схема)
Һөйләм:
-хәбәр
-һорау
-өндәү
Г)Индивидуаль эш
(Карточкалар менән эш)
Һөйләмдәр аҙағына дөрөҫ тыныш билдәләре ҡуйып,дөрөҫ интонация менән уҡыу:-Ҡоштар йылы яҡтан ҡайтты
-Тышта шул тиклем рәхәт
-Үләндәр ,сәскәләр сығамы
VI.Йомғаҡлау
Сыйырсығыбыҙ беҙгә һорауҙар бирергә теләй.
-Кем ул Р.Ғарипов?
-Нимә ул һөйләм?
-Ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?
-Ни өсөн дәрестең эпиграфы итеп Р.Ғариповтың ошо һүҙҙәрен алдыҡ икән?
Уҡыусылар, был дәрестән кәрәкле,файҙалы мәғлүмәттәр алдығыҙ.Ағастарҙы,ҡоштарҙы хайуандарҙы һаҡларға,Р.Ғарипов кеүек тәбиғәткә һоҡланып,унан дәрт алып йәшәргә өйрәнегеҙ.Беҙ-тәбиғәт балалары,уның менән гармонияла йәшәргә тейешбеҙ.
…Әй,тәбиғәт!Бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла!
Ҡосағыңа алһаң,беҙ әле лә
Һинең алда-сабый бер бала…
Р.Ғарипов
VII.Өйгә эш биреү
-Шиғырҙы ятлау,һөйләм төрҙәренә өс һөйләм төҙөү
VIII.Баһалау
Беҙҙең ҡунағыбыҙ ҙур иғтибар менән һеҙҙе ҡарап,туған телегеҙҙе,илегеҙҙе белеүегеҙгә шатланып ,баһалап ултырҙы…
-баһалар ҡуйыу
-теләктәр теләү
-һаубуллашыу
(дәрестән иҫтәлеккә сәскәләр биреп сығыу)