Контрольные работы, диктанты
методическая разработка
Предварительный просмотр:
2 класс
Диктант
II сирек
Китап.
Китап белем бирә. Китапты яратырға кәрәк. Мин китап уҡыйым. Китапты яратам, һаҡлап тотам. Минең китаптарым күп.
III сирек
Врач кәңәштәре.
Сәлимә апай – врач. Бөгөн ул мәктәпкә килде. Уҡыусыларға өҫ кейемдәрен таҙа тотоу, үтекләп кейеү тураһында һөйләне. Тештәрҙе щетка һәм порошок менән таҙартырға ҡушты.
IV сирек
Тауҙа.
Ял көнө беҙ тауға сыҡтыҡ. Тауҙа үлән сыҡҡан. Сәскәләр күренә. Ҡыҙҙар сәскәнән гөлләмә яһайҙар. Сәғит менән Вәкил туп уйнайҙар. Айһылыу һүрәт төшөрә. Балалар тауҙа оҙаҡ уйнанылар.
Контроль күсереп яҙыу
I сирек
Хат.
Зилә уҡый һәм яҙа белә. Ул Сабирға хат яҙҙы. Сабир хатты алды. Ул Зиләгә яуап хаты яҙҙы.
IV сирек
Сыбар тауыҡ.
Сыбар тауыҡ ояһынан төштө. Себештәре йүгерешеп уйнайҙар ине. Ҡапыл улар сипылдаштылар. Себештәр янына уҫал бесәй килгән ине. Тауыҡ бесәй өҫтөнә ташланды, уның ҡолағын суҡып алды. Бесәй ҡасып китте.
Инша
III сирек
Ҡышҡы уйындар
Изложение
IV сирек
Мәктәп.
Был мәктәп. Мәктәп ҙур һәм матур. Мәктәптә уҡыусылар һәм уҡытыусылар бар. Мин мәктәбемде яратам.
3 класс
Диктант
I сирек
Ҡуян менән тейен.
Бына көҙ ҙә үтте. Һалҡын ҡыш килде. Тейен ағас ҡыуышына йәшенде. Ҡуян шыршы аҫтында ҡарға сумды. Бер саҡ тейен тышҡа ҡараны. Ул ҡуянды күрҙе, ләкин таныманы. Ҡуян аҡ тун кейгәйне.
II сирек
Ҡыш.
Бына ҡыш та етте. Бөгөн ҡар яуҙы. Бөтә ер ап-аҡ булды. Тышта һыуыҡ түгел.
Балалар уйнарға сыҡтылар. Малайҙар саңғыла йөрөйҙәр. Ҡыҙҙар сана шыуалар. Бәләкәйҙәр ҡар бабай яһайҙар.
III сирек
Йылғалар.
Тәбиғәт күрке – һыу. Башҡортостанда йылғалар күп. Иң ҙур йылға – Ағиҙел. Ул Ирәмәл тауынан башлана. Кама йылғаһына барып ҡоя. Ағиҙелгә Дим, Танып, Инйәр, Өршәк йылғалары ҡушыла.
IV сирек
Тумыртҡа.
Тумыртҡа – бик уңған ҡош. Ул урманда иртәнән кискә тиклем туҡылдай. Көслө һәм оҙон суҡышы менән ул ағас ҡабығын тишә һәм ундағы бөжәктәрҙе соҡоп сығара. Тумыртҡа ағастарҙы төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Шуға тумыртҡаны “урман докторы” тип атайҙар.
Контроль күсереп яҙыу
I сирек
Көҙ еткәс.
Иген баҫыуҙары бушап ҡалған. Ундағы бөтә ашлыҡтар ҙа урып алынған. Ағастар япраҡтарын ҡоя. Ҡояш ҡыҙҙырмай. Күктә ҡара болоттар йөҙә.
IV сирек
Иң бәләкәй ат.
Иң бәләкәй ат – Горбунок. Ул ишәк кеүек оҙон ҡолаҡлы, йөнтәҫ була. Уның арҡаһында ике үркәсе лә бар. Иң ғәжәп ат – доктор Айболиттың дуҫы Тянитолкай. Уның ике башы, дүрт тояғы була, ә ҡойроғо юҡ.
Изложение
II сирек
Әсәйем.
Һәр кешегә үҙ әсәһе яҡын. Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары мине иркәләй. Мин әсәйемде яратам. Әсәйем дә мине ярата.
III сирек
Фил.
Фил – бик ҙур йәнлек. Ул йылы яҡта йәшәй. Кешеләргә ярҙам итә. Оҙон мороно менән йөк ташый. Филдең ҡолаҡтары ла бик ҙур. Ҡолаҡтары уны эҫенән һаҡлай.
Инша
III сирек
Ҡыш миҙгеле.
IV сирек
4 класс
Диктант
I сирек
Матурлыҡ.
Көҙ етте. Уҫаҡ япраҡтары төрлө төҫтә балҡый. Ерҙә сәскәле келәм ята. Уның янында бер балан ағасы тора. Уның япраҡтары йәшел, емештәре ҡып-ҡыҙыл. Беҙҙең урман бик матур. Мин уны рәсемгә төшөрҙөм.
II сирек
Йомарт алмағас.
Урманда ҙур алмағас үҫкән. Бер саҡ уның янынан терпе үтеп барған. Бер алма терпенең арҡаһына төшкән. Терпе уны алып ҡайтҡан. Балалары алманы бик яратҡан.
Терпе алмағасҡа көн һайын барған. Ул ҡышҡа шулай аҙыҡ йыйған.
III сирек
Яҙ күренештәре.
Көн уяна. Тау аҫтынан алһыу ҡояш күтәрелә. Яҙғы ҡояш ергә йылы нурҙарын һибә. Беренсе шифалы ямғыр яуып үтте. Тамсылар ҡояш нурында ялтырай. Йомшаҡ ел иҫә. Ағастар, үләндәр йәшәрәләр. Һабан турғайҙары һайрай.
IV сирек
Башҡортостан.
Башҡортостан – минең тыуған ерем. Яҡын да был ер, йылы ла был ер. Уның һәр ҡарышы, һәр ташы олатайҙар ҡаны менән яулап алынған. Шуға ла ҡәҙерле ул тыуған ерйәшәһен ер! Беҙгә йәшәү биргән, беҙҙе туйҙырған һәм кейендергән һөйөклө ер йәшәһен!
Контроль күсереп яҙыу
II сирек
Беҙҙең ауыл.
Беҙҙең ауыл тау итәгендә ултыра. Тауҙар уны ҡыш әсе елдәрҙән, бурандарҙан һаҡлай. Тауҙан сылтырап шишмә аға. Шишмә тауышы ҡыңғырау сыңлауын хәтерләтә. Тау итәгендә зифа ҡайындар үҫә. Ә ҡарағайҙар маһайып ултыра. Ауылым халҡы йыл һайын мул уңыш үҫтерә.
Изложение
II сирек
Турғай.
Көн һыуыҡ ине. Тәҙрә төбөнә турғай килеп ҡунды. Тәҙрә янында Марат тора ине. Ул бәләкәй тәҙрәне асты. Турғай өйгә осоп инде. Марат уны ашатты. Туйғас турғай осоп сығып китте.
IV сирек
Поход.
Беҙ бөгөн иртә торҙоҡ. Тиҙ генә йыйылдыҡ та походҡа киттек.
Тәүҙә урман эсенән барҙыҡ. Унан йылға янына туҡтаныҡ. Малайҙар костер яғып ебәрҙеләр. Костер янына ултырып, йырҙар йырланыҡ, әкиәттәр һөйләнек.
Бөтәбеҙгә лә бик күнелле булды.
Инша
III сирек
Минең тыуған ауылым.
Минең әсәйем.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Входные контрольные работы (диктанты)
Прелагаются тексты диктантов для входного контроля по русскому языку для учащихся 2-4 классов....
Контрольная работа (диктант) по русскому языку 3 класс за 2014-2015уч.год.
Контрольная работа (диктант) для учащихся коррекционной школы 3 класса VIII вида разработана для обучающихся на индивидуальном (надомном) обучении и предназначена на одного конкретного ученика надомно...
Контрольная работа (диктант) по русскому языку 4 класс за 2014-2015уч.год.
Контрольная работа (диктант) для учащихся коррекционной школы 4 класса VIII вида разработана для обучающихся на индивидуальном (надомном) обучении, пр едназначена на одного конкретного ученика н...
Административная контрольная работа (диктант) по русскому языку за 2 полугодие для учащихся 2 класса
Контрольный диктант объемом в 46 слов с грамматическим заданием для учащихся 2 класса...
Итоговая контрольная работа (диктант) по русскому языку для учащихся 2 класса
Контрольный диктант объемом в 46 слов с грамматическим заданием для учащихся 2 класса...
Контрольная работа (диктант) 3 класс
Контрольный диктант с грамматическим заданием за год по русскому языку в 3 классе...
Контрольная работа (диктант) по русскому языку 3 класс
Контрольный диктант объёмом 59 словпроводиться с целью выявления прочности знаний у учащихся 3 класса за 4 четверть...