Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: О-ө хәрефтәре
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 17._o-o_hreftre.docx14.42 КБ

Предварительный просмотр:

17-се дәрес. Үткәреү ваҡыты: --------------------------

Дәрес темаһы. О-ө хәрефтәре.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: эшләнәсәк эште ойоштороу планын күҙаллай белеү;  эшләнгән эшеңде тикшереү, уның һөҙөмтәләрен барлау һәм баһалау һәләтен үҙләштереү; әсә кешенең иң бөйөк, изге кеше булыуын иҫбатлау, уны һәр ваҡыт яратырға, ихтирам һәм ярҙам итергә күнегеү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: һүҙ эсендәге өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе күҙәтә, сағыштыра  һәм уларҙың  оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында һығымта яһай белеү, һығымтаны график символдар менән күрһәтеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш:  башҡорт теленең төп законын белеү: һүҙҙең беренсе ижеге нәҙек булһа, ҡалғандары ла нәҙек; һүҙҙең беренсе ижеге ҡалын булһа, башҡалары ла ҡалын була. Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанунын, ҡағиҙәһен өйрәнеү: о-ө хәрефле һүҙҙәр.

I.1-се эш. Был эш башҡорт теленең сингармонизм законын үҙләштереүгә нигеҙләнеп бирелә.  Эштең эҙмә-эҙлекле үтәү планын күҙаллау:

1)һүҙҙәрҙе уҡыу;

2)уларҙың оҡшаш һәм айырма яҡтарын табыу;

3)ике төркөмгә бүлеп яҙыу;

4)һүҙҙәрҙең уртаҡ билдәләрен табып, аҫтарына һыҙыу;

оло               бөйөк

ойоҡ              һөлөк

Һығымта: а)башҡорт телендә һүҙҙең тәүге ижеге нәҙек булһа, ҡалғандары ла нәҙек була, ә ҡалын булһа, башҡалары ла ҡалын була;

б)башҡорт телендә һүҙҙең тәүге ижегендә о-ө хәрефтәре килһә,  киләһе ижектәрҙә лә ошо уҡ хәрефтәр һаҡлана.

II. 2-се эш. Сәскә таждарындағы ижектәргә тейешле икенсе ижек табып, һүҙ яһау, уны уҡыу:

а)өн-дәү, өл-гәш, өй-көм, өр-кә, өс-лөк;

б)оҡ-шаш, ол-пат, ос-ҡон, ор-соҡ, оҫ-та;

Төҙөлгән һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу һәм ғәмәли эштәр башҡарыу: һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау; о-ө хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, уртаҡ яҡтарын билдәләү; һығымта яһау.

Һығымта: башҡорт телендә һүҙ яһағанда нәҙек ижеккә нәҙек ижек өҫтәлһә, ҡалын ижеккә ҡалын ижек өҫтәлә.

III. 3-сө эш. Белешмә һүҙҙәрҙе ҡулланып, һөйләмдәрҙе тулыландырыу, күсереп яҙыу. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү, хаталы яҙылған һүҙ булһа, аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙыу, хатаны  иҫкәртеү; айырыуса матур, дөрөҫ каллиграфия менән яҙылған һүҙҙәрҙе табып, аҫтарына йәшел  ҡәләм менән һыҙыу Парталашыңдың эшен баһалау: бөтә һүҙҙәр ҙә дөрөҫ һәм матур яҙылһа-дәфтәр поляһында йәшел шар, 1-2 хатаһы булһа-күк шар, унан да күберәк хата табылһа-ҡыҙыл шар төшөрөү. (Ҡыҙыл төҫ хәүефте билдәләүсе төҫ булыуын иҫкәртеү; баланы күсереп яҙыу эшенә етди ҡарарға, булған хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тигән фекергә  алып килеү).

IV. 4-се эш. Әнисә Таһированың “Әсәйем өйҙә юҡта” шиғырын уҡыу, иғтибарлы тыңлау, йөкмәткеһенә төшөнөү, һүҙлек өҫтөндә эш һәм тасуири уҡыуҙы ойоштороу. О-ө хәрефле һүҙҙәрҙе табыу, транскрипцияларын төҙөү, яҙылышын ғәмәли иҫбатлау һәм һүҙҙе үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу, яҙылышын тикшереү.

V. 5-се эш. Тейешле ижекте табып, һүҙ яһап уҡыу, килеп сыҡҡан һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлау. Һүҙгә һорау ҡуйыу (ниндәй?-моңло, нимә?-борғо һ.б.).  Ниндәй һүҙ төркөмөнә инеүен билдәләү. Мәҫәлән, моң-ло-предметтың билдәһен белдерә һ.б. Һүҙҙе үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу. Был эште үтәү процесында уҡыусының башҡорт теленә хас булған сингармонизм законын ғәмәли үҙләштереүен күҙәтеүҙе дауам итеү, әгәр хатаһы булһа иҫкәртеү.

VI. 6-сы эш. Күнегеүҙең шарты менән танышыу. Эште парҙарҙа ойоштороу. Уны үтәү планын төҙөү:

1)йомаҡты уҡыу;

2) һүҙҙең һыҙмаһы һәм йомаҡтың йөкмәткеһе буйынса билдәһеҙ һүҙҙе табыу;

3)уны үҙ урынына ҡуйып, йомаҡты яңынан уҡыу;

4)йомаҡтың яуабын сисеү.