Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һөйләм.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 12._hoylm.docx14.39 КБ

Предварительный просмотр:

12-се дәрес. Үткәреү ваҡыты  -------------------------------------

Дәрес темаһы. Һөйләм

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: сағыштырыуҙар аша фекерләү һәләтен үҫтереү, уҡытыусының, класташтарыңдың фекерен иғибарлы тыңлай белеү, башҡаларҙың фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу; һәр эште еренә еткереп үтәү, үҙ эшеңә ғәҙел баһа бирергә күнегеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: һөйләмде тейешле интонация менән уҡыу, мәғәнәһенә төшөнөү, төҙөлөшөн күҙәтеү, уны схема рәүешендә күрһәтеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә урынлаштырыу, һөйләмдең сиген билдәләй белеү.

I.1-се эш. Күнегеүҙең шартын балаларҙан уҡытыу, эштең башҡарыу тәртибен күҙаллау:

1)һөйләмдәрҙе уҡыу;

2) уҡығанды иғтибарлы тыңлау;

3)күләме яғынан һөйләмдең ниндәй булыуын асыҡлау;

4)белешмә һүҙҙәрҙе уҡыу;

5)һәр һөйләмгә тейешле һүҙҙе табып ҡуйып , һөйләмде тулыландырып уҡыу;

6)артыҡ һүҙҙәрҙе табыу, уларҙың ни  өсөн бирелгән һөйләмдәргә тура килмәүҙәрен асыҡлау;

Үрҙәге эштәрҙе башҡарғандан һуң һәр һөйләмде киңәйтеп яҙыу эшен ойоштороу.

II. 2-се эш. 

а)Эште башларҙан алда уҡытыусы һорау ҡуя: нимә ул һөйләм? Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау. Һөйләм тамамланған уй-фекерҙе белдереүен асыҡлау.

б)Бирелгән һүҙҙәр һәм һүрәт сюжеты буйынса һөйләм төҙөп яҙыу.

Был эште парлашып үтәгәндә эш һөҙөмтәлерәк булыр. Уҡытыусы балаларҙың иғтибарын һөйләмдәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә урынлаштырыуға йүнәлтә (башҡорт телендә хәрәкәтте белдергән һүҙ һөйләм аҙағында килә.).

б)Һөйләмдәр төҙөп яҙыу. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү. Дәфтәр поляһында парталашыңдың эшен  “Цукерман” контроль бағанаһында баһалау. Һығымта яһау, бер-нисә уҡыусының фекерен тыңлау, уны дәреслектә бирелгән ҡағиҙә менән сағыштырыу.

Һығымта. Һөйләм тамамланған уй-фекерҙе белдерә. Ҙур хәрефтән башлап яҙыла. Һөйләм аҙағында нөктә (һорау, өндәү билдәһе) ҡуйыла.

        III.3-сө эш. Күнегеүҙең шартын уҡыу, уның башҡарыу тәртибенә төшөнөү:

1) яҙманы уҡыу;

2) унда нисә тамамланған уй булыуын асыҡлау;

3) һәр һөйләмдең сиген билдәләү;

4) уның баш хәрефтән яҙыла башланыуына, тамамланғанда нөктә ҡуйылыуына иғтибар биреү;

5) һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

6) үҙ эшеңде баһалау. (Үҙеңә оҡшаған иң матур һәм дөрөҫ яҙылған һүҙҙе табыу, уны алма эсенә алыу. Дәфтәрҙең поляһында бөтә үтәлгән эшеңде  “Цукерман” контроль бағанаһында баһалауҙы дауам итеү.)

        IV. 4-се эш. Йомаҡтарҙы сисеп, яуаптарын шаҡмаҡтарға яҙыу. Эште төркөмдәрҙә ойоштороу отошло буласаҡ. Эштең башҡарыу тәртибен күҙаллау:

1)йомаҡты иғтибарлы уҡыу;

2)аңлашылмаған һүҙҙе билдәләү, уның мәғәнәһен асыҡлау (шыйыҡ, ураҡ һ.б.);

3)йомаҡты сисеү өсөн төркөмдә бәхәс ҡороу, үҙ фекереңде иптәштәреңә еткереү, башҡаларҙы тыңлау, яуаптарҙы сағыштырып, бергәләп дөрөҫ яуапты табыу;

4)яуапты (йомаҡтың хәрефтәр һаны менән шаҡмаҡ  рәте һанына тура килтереп) шаҡмаҡтар эсенә яҙыу;

5) төркөмдәрҙең эшен тикшереү, баһалау; эште дөрөҫ, етеҙ башҡарған төркөм еңеүсе була.

        V. 5-се эш.

Был күнегеүҙең эшен һәр бала үҙ аллы башҡара. Эш тәртибе: күнегеүҙең шартына төшөнөү;  предметлы һүрәттәрҙең атамаһын әйтеү. Һөйләмгә тейешле һүҙҙе өҫтәп уҡыу, күсереп яҙыу. Һығымта яһау:

-Һин нимә яҙҙың?

-Мин һөйләмдәр яҙҙым.

-Нимә ул һөйләм? (Уҡыусыларҙың фекерен тыңлау). Әйтелгән фекерҙәрҙе дәлилләү,  дөрөҫләү,  нығытыу маҡсатында дәреслектә бирелгән ҡағиҙәне уҡыу, иҫтә ҡалдырыу.

VI. 6-сы эш. Ф.Туғыҙбаеваның “Икмәк” шиғырын уҡыу. Уның йөкмәткеһенә төшөнөү. Яңы бешкән икмәк тураһында әңгәмәләшеү. Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү эшен ойоштороу. Транскрипцияла бирелгән һүҙҙәрҙең “хәүефле” өндәрен табыу, уларҙың дөрөҫ яҙылышын иҫкә төшөрөү, күсереп яҙыу.