Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Хәбәр һөйләм.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 13._hbr_hoylm.docx15.51 КБ

Предварительный просмотр:

13-сө дәрес. Үткәреү ваҡыты: ----------------------------------------

Дәрес темаһы.Хәбәр һөйләм

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: башҡорт халыҡ ижады (мәҡәлдәр) аша үҙеңдә эшһөйәрлелек сифаттарын тәрбиәләү; ҡош-ҡорт, хайуан атамаларын дөрөҫ әйтергә, уларҙың сифаттарын матур, йылы һүҙҙәр аша әйтә белергә күнегеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:  һорауҙарға дөрөҫ һәм тулы яуап биреү, парталаш дуҫың менән диалог ҡорорға күнегеү.  Дәфтәреңдә башҡарған эштең дөрөҫлөгөн һәм матур яҙылышын баһалау (дәфтәр поляһын ҡулланып).

Предмет өлкәһендәге үҫеш: һөйләмдең әйтелеү маҡсатына ҡарап, хәбәр һөйләм булыуын билдәләй белеү, уның дөрөҫ яҙылыуын иҫтә ҡалдырыу.

        I.1-се эш. Һөйләмдең сиген билдәләү һәм уны дөрөҫ итеп күсереп яҙыу эшен ойоштороу:

1) һөйләмдәр теҙмәһен уҡыу;

2) унда нисә тамамланған уй-фекер булыуын асыҡлау;

3) һығымта  яһау: был теҙмәгә дүрт  тамамланған уй-фекер һалынған, тимәк, дүрт һөйләм булырға тейеш;

4) һөйләмдең сиген табып билдәләү;

5) уның нимә белдереүен, ниндәй интонация, тойғо менән уҡылыуын (тыныс, һорау, шатланыу), һөйләм аҙағында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылыуын асыҡлау;

6) күсереп яҙыу.

7) парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү, дәфтәрҙең поляһында ”Цукерман” контроль бағанаһы буйынса эште баһалау.

Һығымта: һәр һөйләмдең сиге була. Ул ҙур хәрефтән башлап яҙыла, һөйләм һуңында нөктә ҡуйыла. Әгәр һөйләмде телдән әйтһәк, уны икенсе һөйләмдән пауза менән айырабыҙ.

Был эш процесы уҡыусының һөйләмдәр теҙмәһенән һәр һөйләмде аңлы айыра белеүен, уның сиген дөрөҫ билдәләүен һәм күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәү-үтәмәүен күҙәтеүгә, һөйләм төшөнсәһен ауыр үҙләштергән балаларҙы билдәләргә һәм улар менән дәрес барышында индивидуаль эшләргә булышлыҡ итәсәк..

        II. 2-сеэш. Парлашып эшләүгә тәғәйенләнә. Эштең шартын уҡыу, планлаштырыу, үтәү. Тәүҙә һорауҙы үҙ аллы уҡыу, иғтибарлы тыңлау,  уға дөрөҫ яуап биреү. Һорауҙар буйынса парталаш дуҫың менән диалог ҡороу. Класс алдында 2-3 парҙың һөйләшеүен тыңлау.

        III. 3-сө эш. Ф.Ғөбәйҙуллинаның “Тыуған ерем” шиғырын тасуири уҡыу һәм

Күсереп яҙыуҙы ойоштороу. Эш процесында  һүҙҙә [йа], [йэ] өндәренең дөрөҫ яҙылыуын, күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәү кимәлен күҙәтеүҙе дауам итеү. Эште дөрөҫ үтәмәгән балаларға ярҙам итеү, хатаһын иҫкәртеү.

        IV. 4-се эш. Күнегеүҙең шартын уҡыу, мәғәнәһенә төшөнөү, эш шартын төркөмдәрҙә эҙмә-эҙлекле үтәү:

  1. беренсе бағананан мәҡәлдең тәүге яртыһын уҡыу;
  2. икенсе бағананан уның дауамын табыу;
  3. мәҡәлде тулыһынса уҡыу, мәғәнәһенә төшөнөү;
  4. уның ниндәй осраҡта ҡулланыу мөмкинселеген асыҡлау;
  5. дәфтәргә күсереп яҙыу;

V. 5-се эш. Был эш телдән башҡарыла. Һүрәттәге предмет атамаларын әйтеү, тыңлау. Бирелгән  һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәләренә төшөнөү. Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙең ҡайһы предметлы һүрәткә тап килеүен асыҡлау. Уларҙы ябай ҡәләм ярҙамында һыҙыҡтар менән тоташтырыу. Килеп сыҡҡан һүҙбәйләнештәр менән һорауҙар төҙөү һәм уларға яуап биреү эшен ойоштороу.

          Эш барышында  һәр баланың иғтибарлылығын, эште үтәү шартын аңлауын, һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырыуын күҙәтеү, һөйләмде дөрөҫ төҙөй белмәгән балаларға ярҙам итеү эшен дауам итеү.

VI. 6-сы эш. Парҙар менән эшләү. Эштең шартын уҡыу, бирелгән ғәмәли эштәрҙең  үтәү тәртибен планлаштырыу:

  1. сәскә таждарында бирелгән һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәләрен асыҡлау;
  2. буталып бирелгән һүҙҙәрҙе тамамланған уй-фекерҙе аңлатыу тәртибендә теҙеү, йәғни һөйләм төҙөү;
  3.  һөйләмдең әйтелеү маҡсатына ҡарап, хәбәр һөйләм булыуын, уның артына

 нөктә ҡуйылыуын асыҡлау;

  1. килеп сыҡҡан һөйләмдәрҙе яҙыу, уларҙы  сағыштырыу, оҡшаш һәм айырма яҡтарын  табыу;

Һығымта. Хәбәр һөйләмдең әйтелеү маҡсаты: ул кемдер, нимәлер тураһында хәбәр итә. Тыныс (баҫалҡы) тауыш менән әйтелә, уҡыла.  Хәбәр һөйләм аҙағында һәр ваҡыт нөктә ҡуйыла.

        VII.  Дәрескә рефлексив анализ. Дәрестә ниндәй эштәр башҡарылыуын хәтергә төшөрөү һәм уны башҡарғанда ниндәй аңлашылмаусанлыҡ, ҡыйынлыҡ осрауын билдәләү.

Нимәгә өйрәндем тигән һорауға яуап биреү.