Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Хайуан ҡушаматтары
план-конспект урока (1 класс)
Предварительный просмотр:
10-сы дәрес. Үткәреү ваҡыты: -----------------------------------
Дәрестең темаһы. Хайуан ҡушаматтары.
Дәрес төрө. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: хайуандар тураһында хәстәрлек күрергә, уларға иғтибарлы булырға өйрәнеү; кеше-хайуан-тәбиғәт араһындағы бәйләнеш менән ҡыҙыҡһыныу; экология ҡанундарына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: хайуандарҙың тышҡы ҡиәфәттәренә ярашлы ҡушаматтар уйлап сығарыу; уларҙың ҡылыҡ-фиғелдәрен сағылдырған ҡушаматтар тағыу тураһында фекер йөрөтөү. Үҙең уйлағаныңды тартынмайынса бәйән итергә күнегеү, үҙ фекереңде башҡалар төшөнөрлөк итеп, ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп әйтергә өйрәнеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: хайуан ҡушаматтарын белеү; уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегеү; һүрәттең сюжетына ярашлы бәләкәй хикәйә йәки һөйләшеү ҡорорға өйрәнеү.
1-се эш.Эште уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу маҡсатында ҡулланыу. Эштең шартын өйрәнеү. Уны анализлау. Балаларҙың белемдәрен актуалләштереү.
Аа, Әә хәрефтәрен өйрәнгәндә “Әлифба” дәресендә (дәреслектең -се бите), шул хәрефтәр менән башланған кеше исемдәрен
А | а |
Ә | ә |
уҡырға өйрәнгәйнек. Ул дәрестәрҙә кеше исемдәрен яҙырға өйрәнгәндә, ниндәй дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәһен асҡайныҡ? Балалар “Әлифба” дәрестәрендә кеше исемдәренең баш (ҙур) хәрефтән яҙылыуы тураһында яңы ҡағиҙә төҙөүҙәрен иҫкә төшөрәләр. Тел ғилемендә был бик күптән ҡабул ителгән дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәһе булыуы тураһында уҡытыусынан тағы бер тапҡыр ишетәләр.
Һығымта. Һәр кеше йәшенә ҡарап “малай”, “ҡыҙ”, “ҡатын-ҡыҙ”, “әбей-бабай” тигән атамалар ярҙамында атап йөрөтәләр. Был атама менән бик күп (меңәр, миллион) кешеләр төркөмөнә өндәшергә мөмкин. Ә исем билдәле бер айырым кешегә бирелгән танытма. Мәҫәлән, Әсмә, Усман, Ғилман һ.б. кеше исемдәре ҙур хәрефтән яҙыла.
б) ғәмәли мәсьәләне уҡыу мәсьәләһе итеп “үҫтереү” процесын ойоштороу.
1-се эштең 1-се һөйләменең “Әнисә”, “бесәй”, “Һоросай” һәм “ҡушамат” һүҙҙәренең эстәлеге тураһында уҡыу диалогы.
Диалог һорауҙары:
● “Әнисә” нимәне аңлата? Ул һүҙ нисек яҙыла?
● “Бесәй” һүҙе нимә аңлата? Шул бер һүҙ менән нимәләрҙе атап йөрөтәләр? Йорт хайуаны бесәй тураһында энциклопедиянан мәғлүмәт эҙләтеү (йыртҡыс хайуан юлбарыҫ тоҡомо, уларҙы ҡулға эйәләштереү һ.б.).
Һығымта: бөтә донъя күләмендә киң таралған хайуан “бесәй” бик күп. Беҙҙең Башҡортостанда ғына уларҙың һаны бер нисә меңдер, моғайын. Уларҙың барыһы ла (5 меңме ул, миллионмы) “бесәй” тип атап йөрөтөлә.
Һығымта. Бесәй тышҡы ҡиәфәте, ҡылыҡ-фиғеле, туҡланыуы һ.б. критерийҙар буйынса бер-береһенә ныҡ оҡшаған йорт хайуандарына дөйөмләштереп бирелгән атама. Бесәй һүҙе бәләкәй хәрефтән яҙыла.
●“Һоросай”, “ҡушамат” һүҙҙәренең эстәлеген асыҡлау өҫтөндә эште ойоштороу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
1) “Атама”, “исем”, “ҡушамат” һүҙҙәренең мәғәнәһе өҫтөндә эш. Уҡыу диалогын ойоштороу. “Әлифба” дәрестәрендә алынған белемде актуалләштереү. Беҙҙе уратып алған предметтарҙың (ҡулдар менән тоторға, ҡапшарға йәки күҙҙәр менән күрергә мөмкин булған) һәр береһенең атамаһы бар. Мәҫәлән, өҫкө өлөшө тура дүртмөйөш (түңәрәк, овал һ.б.) формаһында ағастан эшләнгә һәм дүрт тояҡлы; өҫтөнә ашау-эсеү өсөн ашамлыҡтар ҡуйыла торған ҡоролма “өҫтәл” тип атала. Һеҙ ултырып белем ала торған кластағы ҡоролма “парта” тигән атама аҫтында йөрөтөлә һ.б.
2) “Исем” тигән һүҙ башҡорт телендә (l класс программаһы сиктәрендә) нимә аңлата? Миҫалдар килтерегеҙ. Һ.б.
3) “Ҡушамат” һүҙенең мәғәнәһен асыҡлау.
1-се эштең тәүге һөйләменең һуңғы ике һүҙе тураһында уҡыу диалогы Әнисәнең бесәйе Һоросай ҡушаматлы.
“Һоросай”, “ҡушамат” һүҙҙәре нимәне аңлата? Бирелгән һүҙҙәрҙең башҡорт лексикаһы, орфографияһы ғилемендә аңлатылышы. Кешеләрҙең бесәйҙәре (эттәре) булыуын асыҡлау. Мәҫәлән, Заһирҙың, Әлиәнең, Гүзәлдең, Тәлғәттең өйөндәге был хайуандар дөйөм атама менән “бесәй”(“эт”) тип йөрөтөлөүе һәм уларҙың һәр береһенә ҡушылған ҡушамат (Мыяубай, Иркәбикә, Аҡтырнаҡ, Муйнаҡ) булыуы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Балаларҙың әүҙем ҡатнашлығында хайуандар ҡушаматтарының ҙур хәрефтән яҙылыуы тураһында орфографик ҡағиҙәне формалаштырыу.
Һығымта яһау. Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр менән аталған “бесәй”, “эт”, “ат”, “һыйыр”, “һарыҡ”, “әтәс”, “тауыҡ” һ.б. атамалары аҫтында атап йөрөтөлгән хайуандарға кеше тарафынан билдәле бер ҡушамат бирелә.
Был хайуан ҡушаматтары ҙур хәреф менән яҙыла.
“Эш дәфтәре”ндә “Матур яҙыу минутлығы” ойоштороу.
2-се эш. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү (яңы төҙөлгән ҡағиҙәне ғәмәли эштәрҙе башҡарғанда ҡулланыу).
Һүрәттә бирелгән хайуандарҙың тышҡы ҡиәфәтен ентекләп иғтибар менән өйрәнеү. Уларға тышҡы ҡиәфәттәренә ҡарап, ҡушамат биреү. Был хайуандарҙың ҡушаматтарын дәфтәргә яҙып (Ҡашҡа, Алаҡай, Бөҙрәкәй, Аҡтүш). Уларҙың ҡылыҡ-фиғеленә хас сифаттарға нигеҙләнеп ҡушамат биреү мөмкинлеге булыуын асыҡлау (Отҡор, Саптар, Наҙлыҡай, Хәйләбикә һ.б.).
“Эш дәфтәре”ндә (1-се, 2-се, 3-сө эштәрҙе) яңы өйрәнгән орфограмманы үҙләштереү маҡсатында эштәр башҡарыу. Һөйләмдең төшөп ҡалған һүҙен (хайуан ҡушаматын) яҙып ҡуйыу: 1)Бесәйемдең ҡушаматы – Һоросай. Этемдеке- Муйнаҡ. 2) Мин өс эт ҡушаматы беләм: Тыйнаҡ, Рекс, Аҡтүш. 3)Бирелгән һүрәтте һәм һүҙбәйләнештең моделен ҡулланып һүҙбәйләнеш төҙөп яҙыу: һөтлө Алаҡай, иркә Остоҡай.
Ҡыр хайуандарының кешегә, тәбиғәткә булған файҙаһын билдәләү. Уларҙы һаҡлау тураһында 3-сө эш: дәреслектәге сюжетлы һүрәт буйынса эште ойоштороу. Төркөмдә һүрәт аҫтында бирелгән һорауҙарҙы бер-береңә бирешеү, яуаптарҙы тыңлау. Ҡыр хайуандарына (инә тейен, уның балаһы; инә терпе, уның балалары) ҡушаматтар биреү. Хайуандар ролендә һөйләшеү ҡороу. Телдән әкиәт төҙөү.
4-се эш. Хайуан ҡушаматтарын уҡып ишеттереү. Һәр ҡушаматтың ниндәй хайуандарға бирелеүе һәм уның уға хужаһы ни өсөн шундай ҡушамат биргән (фаразлау)?
Уҡыу диалогы йөкмәткеһе:
а)Аҡтояҡ – һарыҡҡа (кәзәгә) бирелгән ҡушамат. Үҙе ҡара, ә тояҡтары аҡ төҫтә булған өсөн, уны Аҡтояҡ тип атағандар.
б) Аҡтүш – эт ҡушаматы. Уның түш өлөшө аҡ төҫтә булғанға Аҡтүш тигән ҡушамат биргәндәр.
5-се эш. Өйрәнелгән орфограмманы нығытыу маҡсатында “Тоғро дуҫтарым” (Ф.Ш. Сынбулатова) шиғырын тасури уҡырға өйрәнеү. Транскрипцияла бирелгән эт ҡушаматтарын дөрөҫ итеп яҙыу. Рифмалы һүҙҙәрҙе билдәләтеү һ.б.
Дәрескә рефлексив анализ. Дәрестә өйөшторолған эштәрҙең ҡайһыһы төшөнөүгә ауырыраҡ булыуын асыҡлау. Уның сәбәптәрен билдәләү. Хайуан ҡушаматтары араһында иң оҡшаған бесәй, эт исемдәрен әйттереү. Кешеләрҙең хайуандарға булған мөнәсәбәте тураһында һығымта яһап, уларҙың бик аҡыллы, файҙалы йән эйәләре булыуын билдәләтеү.
Балаларҙың дәрестәге эшмәкәрлеген баһалау. Дәрестең һәр этабында башғарған уҡыу материалына әйлнеп ҡайтыу. Уның йөкмәткеһен уны анализлау процесында тыуған проблеманы иҫкә төшөрөү. Яңы асылған төшөнсәне ҡабатлау. Дәрестә осраған хайуан ҡушаматтарын дөрөҫ яҙыу оҫталығы кимәлен (һәр бала үҙе билдәләй) асыҡлау:
- хайуан ҡушаматтары ни өсөн баш хәрефтән яҙылғанын аңлата беләм (төшөндөм);
- хайуан ҡушаматтарын дөрөҫ яҙа беләм (белмәйем әле).
Төҫлө шаҡмаҡтар ярҙамында орфограмманы үҙләштереү кимәлен баһалау:
● йәшел шаҡмаҡ – дөрөҫ яҙырға ныҡлы өйрәндем;
● һары шаҡмаҡ – бик һирәк хата яһайым;
● ҡыҙыл шаҡмаҡ – яҙырға өйрәнә башланым (ҡайһы саҡ хаталар эшләйем).
Баларҙан дәрестән ҡәнәғәт йәки ҡәнәғәт булмауын смайлдар ярҙамында күрһәттереү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Алфавит.
йәш уҡытыусыға ярҙамға...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Хәреф һәм өн.
Йәш уҡытыусыға ярҙамға....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр
Йәш уҡытыусыға ярҙамға...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр
Йәш уҡытыусыға ярҙам....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема:Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.
Йәш уҡытыусыға ярҙам....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һүҙҙе ижеккә бүлеү
Йәш уҡытыусыға ярҙам....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.
Йәш уҡытыусыға ярҙам....