Мои стихи. Балыҡсы ирем минең
материал на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Балыҡты үҙе ашамаһа ла,

Алып ҡайта күп итеп.

Тотоу процесы мөһим, ти,

Тәбиғәттә ял итеп.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon balyksy_irem_minen._moy_muzh_-_rybak.doc27 КБ

Предварительный просмотр:

Балыҡсы ирем минең

 Зилдә Мәүлитова

Еңел түгел балыҡсыға

Балыҡ тотоу хеҙмәте.

Ҡорамалдар шәп булһа ла,

Бар уның мәшәҡәте.

Балыҡсылыҡ шөғөлөн ирем

Атаһынан өйрәнгән.

Балыҡсы менән йәшәргә

Миңә лә күнегелгән.

Ҡояш менән бергә тора –

Һеңгән ул ғәҙәтенә.

Сәй эсә лә ашыға

Йылғаға - үҙ эшенә.

Тыумыштан ғашиҡ йылғаға -

Ысын балыҡсы хатта.

Балыҡ тиһәң, ашау-эсеүен,

Йоҡоһон да онота.

Балыҡты тота бит әле

Эш араһында ғына.

Балыҡтан килә һалып,

Ултыра тракторына.

Ямғыр яуһа – ҡыуаныс,

Эштәре туҡтап тора.

Йә икмәккә, йә ҡамырға

Балыҡтарын ҡаптыра.

Ҡышын булһа палаткала

Мәке уйып ултыра.

Көнө буйы бер тишектән

Күпме балыҡ сығара.

Балыҡ тотҡан урынды, ти

Емләп алырға кәрәк.

Бәләкәсе тиҙ эләгә,

Ҙурҙары етеҙерәк.

Сабаҡ, ҡыҙылгүҙ, алабуға

Балығы ҡаба яйлап.

Сәләмәт йәшәү сараһы –

Балыҡ тотоу ҡармаҡлап.

Балыҡтар ҡайҙа йәшәй,

Нимә менән туҡлана.

Ҡылыҡ - фиғелен ул белә,

Шуның менән маҡтана.

Балыҡты үҙе ашамаһа ла,

Алып ҡайта күп итеп.

Тотоу процесы мөһим, ти,

Тәбиғәттә ял итеп.

Сабыр булыуы аптырата

Минең балыҡсы ирҙең.

Берәү ҙә эләкмәгән мәлдә лә,

Күреп  үҙ күңел түрен.

Ҡыҫҡаһы, балыҡ тотоуға

Етди әҙерлек кәрәк.

Шөғөлөңдө өнәп еткән

Уңған ҡатының кәрәк.

Тәмле еҫтәр сығарып

Балығыңды быҡтырһын.

Балыҡтан кәтлит яһап

Кеше эсен ҡыҙҙырһын.

Оҫта балыҡсыға көнләшә

Ҡармаҡ тота белмәгән.

Даланлыға уңыш юлдаш -

Ғүмерен шуға бәйләгән.

Балыҡ тотҡан туҡ булыр -  

Улымда  ла  был кәсеп.

Быуындан-быуынға һаман

Киләлер инде күсеп.

05.01.2017 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Балықшы мен балық

Әдебиеттік оқуСабақтың тақырыбы: Пушкин А.С. "Балықшы мен балық"(Ертегі)Сабақтың мақсаттары: Сабақтың мақсаты:1.  Ертегі мазмұнын түсіну арқылы идеясын ашуға, өмірімен байланыстыра білуге дағдыла...

А.С.Пушкин "Балық пен балықшы"

А.С.Пушкин туралы түсінік бере отырып ертегіні түсіндіру....

А.С.Пушкин "Балық пен балықшы"

А.С.Пушкин туралы түсінік бере отырып ертегіні түсіндіру....

А.С.Пушкин "Балық пен балықшы"

А.С.Пушкин туралы түсінік бере отырып ертегіні түсіндіру....

Мини-плакат, открытки и стихи на 23 февраля

В файлах находятся мини-плакат на 23 февраля, открытки мальчикам на праздник и стихи поздравлений, которые нужно раздать девочкам....

Минем туган җирем, мәктәбем, һөнәри эшчәнлегем

Ана теле һәм әдәбияты укытучыларының Бөтенроссия күләмендә үткәрелә торган «Туган тел» мастер-класс бәйгесе.Минем туган җирем, мәктәбем, һөнәри эшчәнлегем. Скачать: https://cloud.mail.ru/public/8UsR/K...

И минем туган авылым, и минем туган җирем!

Туган авыл темасына багышланган сыйныф сәгатенең план-конспекты....