Тел төҙәткестәр
учебно-методический материал на тему
Предварительный просмотр:
Тел төҙәткестәр.
Ҙа- ҙа –ҙа ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙы- ҙы- ҙы ҡаҙҙар йылғаға барҙы,
Ҙә- ҙә- ҙә рәхәтләнеп йөҙ әйҙә,
Ҙы- ҙы- ҙы ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
Ға- ға- ға әйҙә киттек урманға,
Шә- шә- шә урманда еләк бешә,
Ле- ле- ле ауыҙ итәйек әле,
Ге- ге- ге ҡалай тәмле еләге.
Ва- ва- ва тәгәрәй икән арба,
Ма- ма- ма арбаға яҡын барма,
Һы- һы- һы бигерәк матур арбаһы,
Лап- лап, тыңғыр- тыңғыр йыр йырлап,
Һы- һы- һы бараһы ла бараһы.
Да- да- да ҡуян саба урманда,
Ды- ды- ды иңләп- буйлап урманды,
Дә- дә- дә барса бөжәк үләндә,
Ды- ды- ды ҡуян күреп ҡыуанды.
Кәк-күк, кәк- күк, саҡыра кәкүк,
Рүк- рүк, рүк- рүк, туҡтама берүк,
Рәк- рәк, рәк- рәк, саҡыр шәберәк,
Кәк- күк, кәк- күк, ниндәй аяҙ күк.
Һең- һең- һең ҡайҙан ҡайтып киләһең?
Һаң- һаң- һаң ял итеп ал арыһаң,
Һәң- һәң- һәң дәртле баҫып йөрөһәң?
Һең- һең- һең мораҙыңа ирешерһең,
Һәң- һәң- һәң бөтә эшкә өлгөрөрһөң.
Ша- ша- ша Шакир шарға талаша,
Шы- шы- шы ҡыҙыу уйын барышы,
Шә- шә- шә малайҙар шар бәрешә,
Ше- ше- ше уйнай ала һәр кеше.
Һы- һы- һы был Һәҙиәт ҡустыһы,
Һе- һе- һе кемдеке һуң берәүһе?
Һең- һең- һең танып алдым берәүһең,
Һөң- һөң- һөң саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе- һе- һе нисә булды бөтәһе?
Ыж- ыж- ыж һыуыҡ әйтә:”Ыж- ыж- ыж!”
Аж- аж- аж йүгереп йөрөй Гилаж,
Жыу-жыу-жыу елдәр әйтә:”Жыу-жыу- жыу!”
Шыу- шыу- шыу Гилаж тауҙан шыуҙа шыу.
ңө- ңө- ңө ана айыуҙыү өнө,
нө- нө- нө үкерә көнө-төнө,
ңы- ңы- ңы өнө уның өр яңы,
нә- нә- нә япраҡ өйә өйөнә,
ңы- ңы- ңы етер уянмаҫ таңы,
нә- нә- нә һунарсының күҙенә,
ғы- ғы- ғы күренмәй йоҡлар тағы.
Өп- өп- өп эттәр сабыша өрөп,
Өп- өп- өп төндәр буйына йөрөп,
Эп- эп- эп хужаһы еткән,
Эп- эп- эп эте икәнен белеп.
Рә- рә- рә урман буйлап йүгерә,
Ра- ра –ра ҡулын болғап саҡыра,
Рө- рө- рө япраҡ ярған бөрө,
Рө- рө- рө урманда тыныс йөрө.
Са- са- са был бит беҙҙең Миңниса,
Се- се- се Миңниса ярҙам итсе,
Сә- сә- сә әсәйең шалҡан сәсә,
Се- се- се орлоҡтарҙы бирһәңсе.
ҫа- ҫа- ҫа ҡайһылай матур баҫа,
са- са- са тыпырлап күңел аса,
са- са- са дәртләндерәм:”Их асса!”
Са- са- са бейей шулай башҡортса.
Та- та- та Талип тауыҡ ашата,
Ти- ти- ти саҡыра:”Ти- ти- ти”
Те- те- те Талип тағы ем һипте,
Тө- тө- тө Талиптың еме бөттө.
Уа- уа- уа хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы- уы- уы татлы шул шишмә һыуы,
Уа- уа- уа үҙе инде бер дауа,
Уы- уы- уы ялан буйлап атлауы.
Фа- фа- фа тырышып яҙа Сафа
Фе- фе- фе кәкре –бөкрө хәрефе.
ҫа- ҫа- ҫа ручканы ул баҫа
Са- са- са хәрефтәр унан ҡаса.
Һа- һа- һа Һәҙиә айға осһа
Һә- һә- һә ракетала ул елһә
Һы- һы- һы бар бит кире ҡайтаһы
Һе- һе- һе ҡыуанысты бүләһе.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Телтөҙәткестәр
Телтөҙәткестәр...