Эссе
статья на тему

Габитова Ильгиза Хабировна

Мин - уҡытыусы (эссе)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ilgiza_esse.docx15.88 КБ

Предварительный просмотр:

Мин – уҡытыусы!

(эссе)

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.

Р. Ғарипов

        Эх, был ғүмер тигәнең! Әле яңы ғына әсәйем тегеп биргән ап-аҡ алъяпҡысымды кейеп, ике яҡҡа үреп һалған сәсемә - ап-аҡ таҫмалар тағып, шатлығымдан осоп - ҡунып, мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан инем. Уҡый ҙа, яҙа ла белмәйбеҙ, бер ниндәй психологтар тестар ҙа үткәрмәгән, бер ниндәй логопедттарға ла йөрөмәгән ябай ауыл балалары. 
      Ғилем тигән оло диңгеҙгә, белем корабына ултыртып алып кереүсе беренсе уҡытыусым –Хәлиуллина Миңзәлә  апайҙы күҙ алдына баҫтырам. Иҫ киткес сихри көскә эйә булған икән беренсе уҡытыусым! 
      Ә ул үткәргән дәрестәрҙе иҫкә алһаң! Уҡытыусыбыҙ беҙҙе әкиәт геройҙары менән бейек тауҙарға мендерҙе, Дейеү пәрейҙәре менән көрәштерҙе, Yгәй ҡыҙҙы ҡыҙғандырып ҡайнар йәштәребеҙҙе түктерҙе, халҡыбыҙ шағирҙарының шиғырҙарын уҡып, тыуған халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре кисерттерҙе. Уның хистәргә бирелеп , өҙөлөп- өҙөлөп шиғыр юлдарын уҡыған ваҡытта тыуҙымы икән миндә уҡытыусы булыу теләге?

      Бала килеш кенә күңелемдә: «Уҡытыусы булам!» тигән уй яралғанда, талпыныу менән был хыялыма ашҡынғанда, уҡытыусы һөнәренең ҙур яуаплылыҡ һәм оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап та етмәй инем әле. Күҙ алдыма бары һәр көн ашҡынып мәктәпкә барыуым, унда киләсәккә өмөт менән бағыусы бала күҙҙәре ҡаршылауы ине.

      Хыялым тормошҡа ашты:

Мин уҡытыусы! Парта артында миңә ышанып та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар – беҙҙең киләсәк.

     Ниндәй булыр ул? Ошо сабыйҙар ниндәй шәхес булып үҫер?

     Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына минең яҙмышым – илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡан икәнен аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен. Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям.

    Һәр шәхес тә ныҡышмалылығын күрһәтә ала, бының өсөн тик ташлы һуҡмаҡтарҙан үҙ юлыңды табып һәм уҡытҡан балаларҙы шул юлдан алып барыу зарур. Был ваҡытта артҡа әйләнеп ҡарамаҫҡа, ҡараһаң да үҙ эшеңә баһа биреү өсөн генә, тик бер үк туҡталып ҡалып башҡаларҙы һинең уңыштарыңда шикләндермәҫкә. Был минең педагогия ғилемендә яҡшы баһаларға өлгәшеү өсөн ҡуйған ҡанундарымдың береһе.

     Халыҡ юҡҡа ғына «Үҙең ергә эйелмәйенсә, ер һиңә һуҙылмаҫ»тип әйтмәгән, яратып һайлаған һөнәремдең бар нескәлектәренә төшөнөргә тырышам, проффесиональ кимәлемде күтәрәм, ҡулымдан килгәнсә был өлкәлә эшләүемде дауам итеремә ышанам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Эссе

Рассвет. Здравствуй новый день! Спешу в Родную МОУ "первомайская СОШ" к своим незнайкам и почемучкам. Ждут меня там двадцать пять упрямых пытливых ребят. Они непокорны, как горные реки, капризны, бесс...

Мое педагогическое эссе.

Размышление о том, почему я много лет работаю учителем самых маленьких жителей "школьной страны"....

Эссе

Моё педагогическое кредо...

Эссе «Новые информационные технологии в обучении»

 Эссе «Новые информационные технологии в обучении». В работе отражается взгляд педагога на данную проблему....

Эссе "Счастливый дар-учить детей"

Эссе "Счастливый дар-учить детей". ...Есть на земле немало достойных профессий, но педагогами становятся по особому призванию и велению сердца те, кто изо дня в день дарит тепло своей души и отдает се...