Ф.Рәхимғолова. Тәүге ҡар.
план-конспект урока (3 класс) на тему

Хәйруллина Тәнзилә Ғәли ҡыҙы

Тема.  Ф.Рәхимғолованың ”Тәүге ҡар” шиғыры.

Маҡсат.:

1.     Шиғырҙың  йөкмәткеһен  үҙләштереү аша  уҡыусыларҙың  һүҙлек байлығын  арттырыу;  предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау;

2.      тәбиғәткә, тыуған  яҡҡа  һөйөү тойғоһо тәрбиәләү ;

3.      уҡыусыларҙың телмәрен, ижади эшмәкәрлеген, донъяны танып белеү кимәлен үҫтереү.

 Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, дәрескә  презентация,

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_tuge_kar.docx21.61 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле (рус мәктәбе),

3-сө класс

Тема. Ф.Рәхимғолованың”Тәүге ҡар”шиғыры.

Маҡсат.:

  1. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу; предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау;
  2. тәбиғәткә,тыуған яҡҡа һөйөү,матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләү ;
  3. уҡыусыларҙың телмәрен,ижади эшмәкәрлеген,донъяны танып белеү кимәлен үҫтереү.

Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, дәрескә  презентация,

Ҡар бабай һүрәте, фонояҙма,мамыҡтан эшләнгән йомғаҡ.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу өлөшө. Иҫәнләшеү. Дежур уҡыусы менән  әңгәмә. 2.Ситуация тыуҙырыу. Ә хәҙер һеҙгә  йомаҡ ҡоям.Яуабын тапһағыҙ,бөгөнгө дәрестең ҡунағын белерһегеҙ. Эшкә тотондоҡ күмәк, Башына ҡуйҙыҡ күнәк. Күҙҙәре ҡара күмер, Танауы һары кишер, (Ҡар бабай)    Дәрескә Ҡар бабай килгән.Үҙе менән бүләктәр ҙә килтергән. Актив,тырыш булһағыҙ,буш ҡайтмаҫһығыҙ. 3.Маҡсатҡа сығыу. 1.Экранда бирелгән шиғырҙы тасуири уҡыу. Оса күктә,оса күктә Күбәләкме,ҡармы? Йәй ҙә үтте,көҙ ҙә үтте, Шундай ваҡыт бармы? Шиғырҙа ҡайһы миҙгел һүрәтләнә? Ҡыш икәнен нисек белдегеҙ? Уҡыусыларҙың белеменә таянып,ҡыш,уның билдәләре,матурлығы тураһында әңгәмә. 2.Предмет-ара бәйләнеш. А.А.Пластовтың “Тәүге ҡар” картинаһы  буйынса әңгәмә. Һөйләмдәр төҙөү.    Слайд-3   Өй күтәрмәһендә балалар тәүге ҡарҙың яуыуын күҙәтә.Ябалаҡлап йомшаҡ,ап-аҡ ҡар яуа.Ул ағастарға,өй ҡыйыҡтарына,ҡыҙ һәм малайҙың өҫтәренә,бит һәм керпектәренә ҡуна.Донъя ап-аҡҡа күмелә.Эй рәхәт, күңелле.Бөтәһе лә шат.Бөтә ерҙә аҡлыҡ,сафлыҡ.Ергә ҡыш килә. 4.Маҡсатты билдәләү. Бөгөн беҙ Ф.Рәхимғолованың”Тәүге ҡар”шиғыры менән танышырбыҙ. 5.Артикуляция күнегеүҙәре. 1.Дөрөҫ тын алыу күнекмәләре.Танау менән тын алып, ссс,ҫҫҫ,,ззз,ҙҙҙ,жжж, шшш өндәрен сығарыу. 2.Бер тында  кҡ  сҫ  нң  зҙ  гғ  хһ  өндәрен әйтеү. 3.Һуҙынҡыларҙы йырлау  ааа  әәә  ооо өөө ууу үүү иии ыыы эээ 6.Яңы тема. 1.Автор тураһында белешмә. Фәүзиә Рәхимғолова – балалар яҙыусыһы. 2.Һүҙлек эше. Елбәҙәк - легкий Һағыш - грусть,печаль Ҡыуаныс - шатлыҡ Йыуаныс - утешение Хыял - мечта 3.Йөкмәткене ҡабул итеү.     1)Шиғырҙы уҡытыусының уҡыуы. Шиғыр ниндәй тойғолар уятты?     2)Уҡыу күнекмәләре: - шаулап уҡыу; - сылбырлы уҡыу; -парлап уҡыу 5.Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.      1) Һорауҙарға яуап биреү. -Тәүге ҡарға авторҙың ҡарашы ниндәй?Нимәләр менән сағыштыра? Ниндәй теләктәрен белдерә?      2) Образлы һүҙбәйләнештәр менән эш. Аҡ һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә? Ҡар  -      аҡ        -       теләк                                     хыял                                    шатлыҡ                                    бәхет                                    юл Аҡ һүҙе менән тура мәғәнәләге  һүҙбәйләнештәрҙе уҡыусылар төҙөй.       3) Парҙар менән эш. Һәр кем янында ултырған иптәшенә үҙенең  аҡ теләктәрен еткерә. 6.Ял минуты. “Тышта ҡар яуа” йырын йырлау. 7.Нығытыу күнегеүҙәре. Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр менән эш.  “Ҡар бәрешеү” уйыны. Уҡытыусы предмет әйтеп, “ҡар йомғағын” ырғыта,уҡыусылар предметтың билдәһен атай. Быйма -   йылы Шыршы – йәшел Ҡар -  йомшаҡ   һ.б. 2.Төркөмдәрҙә эш. “Ижад ит”. Буталған һүҙҙәрҙе урынына ҡуйып,шиғырҙы тәртипкә килтерергә.Һәр төркөм үҙ  аллы эшләй. Яуа,ҡар,тышта, Саф,ниндәй,һауа. Һөйрәп,саналар, Киттек,тауға,беҙ. Эштәрҙе тикшереп,һығымта яһау. 3.Уйын-ярыш. Ҡар бабай яһау. 2 команда ярыша.Ҡағыҙ,елем,ҡайсы бирелә.Һәр команда бүленгән ваҡыт эсендә үҙенең Ҡар бабайын “әүәләп”таҡтаға элә. 8.Йомғаҡлау.Т.Искәндәрованың шиғырынан өҙөктө уҡып,һығымта яһала. Уҡыусыларҙың эштәре баһалана.Ҡар бабайҙың күстәнәстәре таратыла. Ҡар яуа, Ҡар яуа, Ҡарға тулған Бар һауа. Ҡар яуа, Ҡар яуа, Өҫтөбөҙгә күк ауа! Йомшаҡ ҡарҙы, Ынйыларҙы Өҫтөбөҙгә түк,һауа!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты