Ҡыҙыл башлыҡ. Сценарий.
материал по чтению (1 класс)

Аккубакова Науфиля Фаязовна

Рус халыҡ әкиәтен сәхнәләштереп төҙөлгән сценарий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kyzyl_bashlyk_stsenariy.docx20.65 КБ

Предварительный просмотр:

“Ҡыҙыл башлыҡ”

(сценарий)

Аҡкөбәкова Н.Ф.

Ҡауарҙы урта мәктәбе

I күренеш

Сәхнә уртаһында бер ҡыҙ ҡурсаҡ уйнап ултыра. Автор бер яҡ ситтә һөйләй.

Автор: Борон-борон заманда йәшәгән, ти бер ҡыҙыҡай.  Ул һәр ваҡыт ҡыҙыл башлыҡ кейеп йөрөгән. Шуға ла уны күрше-күлән, ауылдаштары исеме менән түгел, ә Ҡыҙыл Башлыҡ тип йөрөткәндәр. Бер көндө Ҡыҙыл Башлыҡтың әсәһе бәлеш бешергән һәм Ҡыҙыл Башлыҡҡа өндәшкән:

Әсәһе: Ошо күстәнәсте өләсәйеңә алып барып кил әле. Хәлдәре нисек, һаулығын һорашып ҡайт. Тик һуҡмаҡтан ғына йөрө, бер ҡайҙа ла боролма, боролһаң һоро бүрене осратырһың, тик һуҡмаҡтан ғына, йәме.  

Әсәһе ҡыҙына кәрзин менән күстәнәстәр бирә һәм ҡул болғап ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡала.

II күренеш

Сәхнәлә ағастар. Еләк, сәскәләр.

Автор: Урманға кереү менән Ҡыҙыл Башлыҡ еләкле яланға осрай.

Ҡыҙыл Башлыҡ: О, ниндәй эре еләктәр...

Автор: Ҡыҙыл Башлыҡ әсәһенең әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрә лә, һуҡмаҡ буйлап йырай- йырлай китә.

Ҡыҙыл Башлыҡ:

Бында еләк күп икән,

айыу-бүре юҡ икән...

Автор: Ҡыҙыл Башлыҡ сәскәләр араһынан үтә, өләсәһенә сәскәләр йыя башлай. Ә бүре шул ваҡытта уны күҙәтеп тора. Ҡыҙ уны күрмәй, юлын артабан дауам итә, ә Бүре уның ҡаршыһына сыға. Уның ҡыҙҙы ашағыһы килә, ләкин яҡында ғына һунарсыларҙың мылтыҡ атҡан тауышы ишетелә, шуға тыйылып ҡала.

Бүре: Ҡайҙа китеп бараһың, Ҡыҙыл Башлыҡ?

Автор: Ҡыҙыл Башлыҡ бер ҙә ҡурҡмай.

Ҡыҙыл Башлыҡ: Өләсәйемә күстәнәс алып китеп барам.

Бүре: Өләсәйең йыраҡ йәшәйме?

Ҡыҙыл Башлыҡ: Йыраҡ. Ошо урман ситендә.

Бүре: Һәйбәт. Мин дә өләсәйеңде күрәйем әле. Әйҙә һин ошо юлдан, мин был юлдан китәм, был юл оҙонораҡ.

Автор: Бүре Ҡыҙыл Башлыҡты алдай. Телен һалындырып йән-фарманға туранан сапҡан, ә Ҡыҙыл Башлыҡ урау юлдан киткән.

III күренеш

Өләсәй карауатта ята. Бүре килеп тыштан ишек шаҡый.

Өләсәй: Кем унда?

Бүре: Был мин, Ҡыҙыл Башлыҡ, һиңә әсәйем күстәнәс биреп ебәрҙе,- тигән тауышын үҙгәртеп.

Автор: Өләсәһе ауырып ятҡан була һәм карауаттан тора алмай.

Өләсәй: Бауынан ғына тарт, ҡыҙым, ишек асылыр.  

Автор: Өләсәһе бер нимә лә һиҙмй ҡала, Бүре керә лә уны һоғона. Ҡыҙыл Башлыҡ килеүенә өләсәһенең яулығын ябынып урынына менеп ята.

Оҙаҡламай Ҡыҙыл Башлыҡ та килеп етә. Ишек шаҡый.

Бүре: Кем унда?

Ҡыҙыл Башлыҡ: Был мин, Ҡыҙыл Башлыҡ, һиңә әсәйем күстәнәс биреп ебәрҙе.

Бүре: Бауынан тарт, ҡыҙым, ишек асылыр.  

Автор: Ҡыҙыл Башлыҡ өйгә кергән.

Бүре: Күстәнәстәреңде өҫтәлгә ҡуй ҙа минең эргәмә ултырып тор, арығанһыңдыр.

Автор: Ҡыҙыл Башлыҡ өләсәһе эргәһенә ултыра һәм аптырап китә.

Ҡыҙыл Башлыҡ: О, өләсәй, һинең ҡолаҡтарың ниндәй ҙур?

Бүре: Һине һәйбәт ишетер өсөн, ейәнсәркәйем.

Ҡыҙыл Башлыҡ: О, өләсәй, ни эшләп һинең күҙҙәрең шулай ҙур?

Бүре: Һине яҡшыраҡ күрер өсөн, ейәнсәркәйем.

Ҡыҙыл Башлыҡ: О, өләсәй, ни эшләп һинең ҡулдарың ҙур?

Бүре: Һине нығыраҡ ҡосаҡлар өсөн, ейәнсәркәйем.

Ҡыҙыл Башлыҡ: О, Өләсәй. Ни эшләп һинең ауыҙың ҙур?

Бүре: Һине тиҙерәк йотор өсөн, ейәнсәркәйем, - ти ҙә ҡомһоҙ ырылдап ҡапыл Ҡыҙыл Башлыҡты йота.

Автор: Ә ошо ваҡыт был өй эргәһенән һунарсы үтеп барған була. Ул был бүрене эҙләп йөрөп, арып ҡайтып килә. Ошо иң ситтәге өйгә кереп, һыу эсеп сығырға итә, сөнки көнө буйы ашамай йөрөп, асығып, һыуһап бөтә. Тәҙрәнән ҡараһа – карауатта бүрене күреп ҡала. Уның ҡорһағы шул хәтлем ҙур имеш, ти.

Һунарсы: Хәҙер һин минән бер ҡайҙа ла ҡаса алмаясаҡһың! – тип уйлай һунарсы.

Автор: Шым ғына ишекте аса ла, бүрегә атып ебәрә. Ә унан һау-сәләмәт Ҡыҙыл Башлыҡ һәм өләсәһе килеп сыға. Улар һунарсығы рәхмәт әйтә башлайҙар:

Өләсәй: Ваҡытында килеп еттең, рәхмәт инде һиңә, балаҡайым.

Һунарсы: Ҡыҙыл Башлыҡ хәҙер ҡурҡмай ғына ауылыңа ҡайта алаһың. Һоро бүре юҡ инде.

Автор: Бөтәһе лә бәхетле. Һунарсы бүренең тиреһен тунап алған. Өләсәһе күстәнәсен ауыҙ иткән, ә Ҡыҙыл Башлыҡ бер ваҡытта ла һуҡмаҡтан боролмаҫҡа, әсәһенең һүҙен тыңлап торорға һүҙ биргән.

Бөтәһе лә теҙелеп баш эйәләр.         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

кл. час. "Тәртип бусагадан башлана"

кл.сәг. "Тәртип бусагадан башлана"...

Элифба+уку,1 кл,Перспек.башл мэк.рабоч прогр.

Татар мэктэплэре очен укудан эш рограммасы тэкъдим итэм.УМК"перспек.нач школа"...

Тема: Кешедә матурлык нәрсәдән башлана.

        Моннан бик күп еллар элек Кытайда Конфуций исемле бөек акыл иясе яшәгән. Аңардан кешеләр: “Яхшы һәм лаеклы кеше булу өчен нишләргә?”дип сорасалар, ул һәрвакыт ...

Кешедә матурлык нәрсәдән башлана?- тәрбия сәгате

"Кешедә матурлык нәрсәдән башлана?"- тәрбия сәгате...

Мәдәният туган телдән башлана.

  Президентыбыз  Миңнеханов Рөстәм Нургали улы, "2014нче елда Татарстан Республикасында Мәдәният елы уздыру турында"гы боерыкны имзалады (№УП - 847, 29 август - 2013 ел)....

Башлангыч сыйныфларда тәрбия сәгате "Мәрхәмәтлелек елмаюдан башлана"

Соңгы елларда балалар арасында дорфалык, саранлык, мәрхәмәтсезлек сыйфатлары  нык үсә. Алар бер-береңә булышу, ярдәм итүне аңламыйлар. Бер-беренә дорфа эндәшәләр, ямьсез сүзләр әйтәләр.Минемчә, т...