Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: У-ү хәрефле һүҙҙәр.
план-конспект урока по чтению (1 класс)
Предварительный просмотр:
18-се дәрес. Үткәреү ваҡыты: -----------------------------------
Дәрес темаһы. У-ү хәрефле һүҙҙәр.
Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.
Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау; уҡытыусы һәм класташтарыңдың фекерен тыңлай белеү; эҙләнеүҙәр аша яңы мәғлүмәт ала белеү; күмәк көстөң ҙур бәләнән ҡотолоу сараһы булыу мөмкинселеген асыҡлау.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: шиғырҙы тасуири уҡыу, уның төп фекерен асыҡлай белеү. Бирелгән шиғыр һәм һүрәтте ҡулланып һөйләү оҫталығын камиллаштырыу. Башҡорт теленә генә хас сифатты билдәләү, һығымта яһау, һығымтаны график схемала күрһәтеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: Башҡорт теленең сингармонизм законын үҙләштереү; у-ү хәрефле һүҙҙәр. Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанунын ҡулланып һүҙҙәргә ижек өҫтәү.
I. 1-се эш. Эш шартын уҡыу, йөкмәткеһенә төшөнөү.
Бирелгән һүҙҙәрҙе уҡыу, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау. Һәр һүҙҙең парын табыу, уларҙы өлгөгә ярашлы яҙыу. Яҙғанда хәреф элементтарын дөрөҫ, матур яҙыуға иғтибар итеү. Үҙ-үҙеңдең эшен дәфтәр поляһында “Цукерман” контроль бағанаһы буйынса баһалау.
Ни өсөн һүҙҙәрҙе ошо тәртиптә парлауға асыҡлыҡ индереү. Һәр парҙың һүҙҙәрен сағыштырыу. Уларҙың оҡшашлыҡтарын һәм айырмаларын билдәләү. Һүҙҙә у-ү хәрефтәре ҡайһы осраҡта килеүенә һығымта яһау.
Һығымта: әгәр һүҙ ҡалын булһа у хәрефе, ә нәҙек булһа ү хәрефе яҙыла.
II. 2-се эш. Һүрәтле диктант яҙыу. Эштең шартына төшөнөү һәм башҡарыу тәртибен күҙаллау:
- һүрәтте ҡарау, унда төшөрөлгән предметтың атамаһың әйтеү. Үҙең әйткәнде тыңлау, ишетеү. Һүҙҙе ижеккә бүлеү һәм үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу: үр-мәк-се, сү-кеш, ү-лән, тур-ғай, тү-ңә-рәк, ту-ғыҙ, ҡур-саҡ.
- Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү. Баһалауҙы ойоштороу. Дәфтәр поляһына ҡурайҙың ете тажын төшөрөү (яҙған ете һүҙгә тура килтереү маҡсатында).
Парталашыңдын ешен ошо һүрәттә баһалау):
һәр дөрөҫ һәм матур яҙылған һүҙ өсөн ҡурайҙың бер тажы һары төҫкә буятыла бара.
III. 3-сө эш. Схемаға ярашлы у-ү хәрефле һүҙҙәр йыйыу. Был эште төркөмдәр араһында ярыш формаһында ойоштороу отошло буласаҡ. Берҙән балалар еңеү маҡсатында сәмләнеп күберәк һүҙ уйларға тырышһалар, икенсе яҡтан уларҙың логик фекерләү һәләттәре, һүҙ байлыҡтары үҫешә, аңлы рәүештә эште дөрөҫ тә , етеҙ ҙә башҡарыуға яуаплы ҡараш тәрбиәләнә.
Артабан был һүҙҙәргә ижек өҫтәү эшен дауам итеү. Мәҫәлән, ҡул, ҡул-дар, ҡул-дар-ҙы һ.б. Һығымта яһау.
Һығымта:
- [у] өнөн һәм у хәрефен ҡалын һүҙҙәрҙә әйтәбеҙ, ишетәбеҙ һәм яҙабыҙ, ә [ү] өнөн һәм хәрефен –киреһенсә, нәҙек һүҙҙәрҙә ҡулланабыҙ.
- Башҡорт телендә тәүге ижек ҡалын булһа ҡалғандары ла ҡалын, тәүге ижек нәҙек булһа ҡалғандары ла нәҙек була.
IV. 4-се эш. Г. Юнысованың “Ямғыр” шиғырын тасуири уҡырға өйрәнеү.
Сюжетлы һүрәтте һәм шиғырҙы ҡулланып, ямғырлы көндө күҙ алдына килтереп, ямғыр тураһында һөйләшеү ойоштороу.
V. 5-се эш. Эш шартына төшөнөү. “Бесәйҙең өйө яна” рус халыҡ әкиәте буйынса бирелгән эште төркөмдәрҙә ойоштороу:
а)1-се төркөм. Шиғырҙың тәүге дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.
2-се төркөм. Шиғырҙың икенсе дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.
3-сө төркөм. Шиғырҙың өсөнсө дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.
4-се төркөм. Шиғырҙың һуңғы дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.
Эштәр тикшерелә һәм таҡтала һәр төркөмдөң эше айырым “Цукерман” контроль бағанаһында баһалана бара.
б) Төркөмдәрҙә бергә тасуири уҡыуҙы ойоштороу: һәр төркөм үҙенә тәғәйенләнгән шиғыр юлдарын тасуири уҡырға өйрәнә.
в) Төркөмдәрҙең уҡыуын тыңлау, таҡтала “Цукерман” контроль бағанаһында төркөмдәрҙең эшен баһалауҙы дауам итеү.
г) Төркөмдәрҙә әкиәтте һөйләргә өйрәнеү, аранан иң оҫта һөйләүсене һайлау.
д)”Иң оҫта әкиәтсе” бәйгеһе. Һәр төркөмдән бер уҡыусының әкиәт һөйләүен тыңлау һәм “Цукерман”бағанаһында баһалау эшен дауам итеү.
е)Төркөмдәрҙең эшенә йомғаҡ яһау һәм дөйөм класс эшенә баһа биреү.
ж) Әкиәттән үҙ аллы у-ү хәрефле һүҙҙәрҙе табыу һәм өсәр һүҙ күсереп яҙыу.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Алфавит.
йәш уҡытыусыға ярҙамға...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Хәреф һәм өн.
Йәш уҡытыусыға ярҙамға....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр
Йәш уҡытыусыға ярҙамға...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр
Йәш уҡытыусыға ярҙам....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема:Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.
Йәш уҡытыусыға ярҙам....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һүҙҙе ижеккә бүлеү
Йәш уҡытыусыға ярҙам....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: У-ү хәрефле һүҙҙәр.
Йәш уҡытыусыға ярҙам....