Шиғырҙар
учебно-методический материал по чтению на тему
Стихотворения на башкирском языке
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stikhi_o_mame.docx | 78.99 КБ |
stikhi_o_rodine.docx | 12.07 КБ |
Предварительный просмотр:
1
Әсәйҙәр бер генә —
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.
2
Март айында оло байрам
Әсәйҙәр көнө икән!
— Донъялағы бар әсәй ҙә
Бер көндө тыуған микән?!
— Юҡсы, ҡыҙым, бәләкәсем,
Һиңә лә байрам бөгөн.
Ҡаршылайыҡ ҡыуанышып —
8 март көнөн!
3
Минең әсәйем
Әсәйем бик уңған,
Иртә менән ул торған.
Беҙ йоҡонан уяныуға
Ҡоймаҡтарын да ҡойған.
Гөлдәргә ул һыу һипкән,
Керҙәре лә эленгән.
Уңған әсәйебеҙҙең
Өйө нурға күмелгән.
4
Бүләк
Әсәйемдең тыуған көнө
Бүләк эшләргә теләк.
Апайым менән икәүләп
Өйрәндек беҙ йыр — бүләк.
Төҫлө ҡәләмдәр аҫтында
Гөл-сәскәләр һибелә.
Йырлы, һүрәтле бүләккә
Әсәй ҡыуаныр, беләм!
Предварительный просмотр:
1
Башҡортостан.Рәсимә Ураҡсина
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
2
Бына – минең өй,
Был – минең урам.
Ошо юлдан гел
Мәктәпкә барам.
Был – минең ауыл,
Тауҙарым бейек.
Кешеләр алсаҡ,
Ә халҡым – бөйөк!
Милләтем – башҡорт –
Һәм туған телем!
Был – минең ерем,
Был – минең илем!
3
Арҡысаҡ күҙ ҡыҫып ала,
Уйһыуҙа томан ята.
Таң һыҙыла. Туғайҙарҙа
Ҡурайҡай сәскә ата.
Әкиәт иле уяна.
Ҡояшҡай шат йылмая.
Ағаста ысыҡ емелдәй,
Һыуҙа балыҡ ҡыуана.
Сиңерткәләр эш башланы,
Урманда ҡоштар һайрай-
Был минең тыуған еркәйем,
Күңелем шуға йырлай.
4Тыуған илем – Башҡортостан,
Мин һиндә тыуып үҫтем.
Урман-тауҙарым йәмле,
Эскән һыуҙарым тәмле.
Һинең киң яландарың
Мең сәскәгә күмелгән.
Әйтерһең дә, кемдер унда
Сып-сыбар балаҫ йәйгән.