Мәктәпкәсә ойошмала(балалар баҡсаһында )Федераль белем-тәрбиә эшенең яңы йүнәлеше.
материал
Мәктәпкәсә ойошмала(балалар баҡсаһында )Федераль белем-тәрбиә эшенең яңы йүнәлеше.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
seminar_temahy_wecompress.com_.pptx | 1.21 МБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
ФДББС ярашлы рәүештә балаларға белем - тәрбиә эшен планлаштырыуҙа ҡыйынлыҡтар кисерәһәгеҙме?
Принциптар : - Фәнни нигеҙләнеү һәм практиҡ ҡулланыш - Комплекслы - тематик планлаштырыу - Белем биреүҙе үҫтереүсе - Өлкәндәр һәм йәштәштәре менән индивидуаль үҫтереүсе һәм гуманлы характерҙа аралашыу - Б аланың шәхси һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу - Республиканың милли-мәҙәни , тарихи , климатик , социаль шарттары һәм төбәк мәҙәниәте тамырҙарына йәлеп итеү - Баланы ғаилә , йәмғиәт һәм социаль-мәҙәни нормаларға йәлеп итеү - Бөтөнлөк һәм төрлө эшмәкәрлектәрҙе интеграцияла бире ү - «Мин – концепцияһын » формалаштырыу - Уйын эшмәкәрлегенә таяныу - Башланғыс дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреүҙең маҡсат , бурыстарының күсәгилешлеген тәьмин итеү - Күргәҙмәле – методик һәм дидактик материалдар ҡулланыу
Программа Тематик – перспектив план Перспектив план Бурыстары Белем биреүсе Үҫтереүсе Тәрбиәләүсе
Белем биреү өлкәләре - Физик үҫе ш - С оциаль-коммуникатив 91еш - Т анып - беле9 91еше - Х удожестволы -эстетик 91еш - Телм8р 91еше
Мәктәпкәсә йәштәге баланың төп әйҙәүсе эшмәкәрлеге Уйын Коммуникатив Эҙләнеү Танып - белеү Хеҙмәт Хәрәкәт Музыка Нәфис әҙәбиәт һәм фольклорҙы ҡабул итеү Һүрәтләү
Мәктәпкәсә йәштәге баланың үҫеше Белем биреү өлкәләре Эшмәкәрлек төрҙәренең ФДББС-на тура килеүе Социаль - коммуникатив Уйын Хеҙмәт Танып- беле ү Танып – белеү Эҙләнеү – тикшеренеү Телмәр Нәфис әҙәбиәт һәм фольклорҙы ҡабул итеү Коммуникатив Художестволы – эстетик Һүрәтләү Ҡоролмалар төҙөү (констукторлау) Музыка Физик Хәрәкәт әүҙемлеге
Кескәйҙәр төркөмө өсөн базис план Дәрестәр Аҙнаға Айға Йылға РФ РБ Танып – белеү (тирә- йүнде, ысынбарлыҡты күҙ алдына килтереү) 1 4 36 22 16 /14 Телмәр үҫтереү 1 4 36 22 16/14 Художестволы ижад Рәсем 1 4 36 22 16/14 Әүәләү/ Йәбештереү 0,5- 1 2/2 18/18 9 9 Ҡоролма төҙөү 1 4 36 22 16/14 Физик культура 3 2-залда 1 -саф һауала 8 4 96 48 57 28 39 20 Танып белеү (БЯМТ) математика 1 4 36 22 16/14 Музыка 2 8 72 44 28
Өлкәндәр төркөмө өсөн базис план - Дәрестәр Аҙнаға Айға Йылға РФ РБ Танып – белеү (тирә- йүнде, ысынбарлыҡты күҙ алдына килтереү) 2 8 96 57 39 Телмәр үҫтереү 1 1- рус теле 4 4 48 48 28 28 20 20 Художестволы ижад Рәсем 2 8 96 57 39 Әүәләү / Йәбештереү 0,5- 1 2/2 18/18 9 9 Ҡоролма төҙөү 1 4 36 22 16/14 Физик культура 3 2-залда 1 -саф һауала 12 144 86 58 Танып белеү (БЯМТ) математика 1 – өлкәндәр 2 - мәктәпкә әҙерлек төркөмө 4 8 36 96 22 57 16/14 39 Музыка 2 8 72 44 28
«Башҡортостан – тыуған илем» программаһы буйынса белем биреү эшмәкәрлегенә перспектив план К ескәйҙәр һәм уртансылар төркөмө
Социаль-коммуникатив өлкә -һәр бер йәш этабында баланың тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән үҙ телендә һәм төрлө эшмәкәрлектәрҙә ҡатнашыуы -балала кешеләр менән төрлө эшмәкәрлектәрҙә аралашыуҙың социаль-психологик позицияларын үҙләштереүе -гражданлыҡ тойғоһон,үҙ ғаиләһенә,тыуған республикаһына,иленә һөйөүен формалаштырыу -“Мин”концепцияһы юлында үҙаңын киңәйтеү
Кескәйҙәр төркөмөндә “Мин үҙем” ынтылышына булышлыҡ итеү,уйында һәм аш-һыуҙа,төрлө эшмәкәрлектәрҙә үҙенең теләген ыңғай әйтә белеү (уйнағым,ашағым килә,тышҡа сығам,теләмәйем ).
Уртансы төркөмдә балаларҙың үҙ-үҙен төшөнөүгә,аңлауға йүнәлтелгән уйындар,күнекмәләр үткәреү,әҙәп ҡағиҙәләрен үтәүгә баланың шәхси ҡарашын формалаштырыу.
Өлкәндәр төркөмөндә баланың үҙе тураһындағы төшөнсәләрен әүҙем үҫтереү.Үҙенең хис-тойғоларын һиҙемләп,улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.Тиҫтерҙәре араһында үҙ урынын табырға,үҙенең “мин-минлеген” иҫбатларға,башҡаларҙан үҙенең нимә менән айырылыуын һәм оҡшашлығын табырға ярҙам итеү.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә эмоциональ хәлен аңлай, теләктәрен сикләй,талаптарға һәм нормаларға буйһона,фекерен яҡлай белергә өйрәтеү. Милләтенең мәҙәниәтен,телен,ғөрөф-ғәҙәттәрен,тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Енси булмышына ҡарап,үҙенең ғаиләлә,йәмғиәттә башҡарасаҡ роле тураһында күҙаллауын үҫтереү.
Телмәр үҫтереү - телмәрен милли-төбәк компоненттарына таянып,дәүләт һәм туған телендә белем биреү; - әсә телендә һөйләү ҡеүәһен байытыу; - аралашыу телмәрен үҫтереү; -төрлө жанрҙағы художестволы әҙәбиәт менән таныштырыу; -башҡорт, рус һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәгән башҡа халыҡтың әҫәрҙәренә башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына:әкиәттәренә легендаларына әйтемдәренә мәҡәлдәренә ауыҙ-тел ҡомартҡыларына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Телмәр үҫтереү өлкәһе “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәтен һөйләү Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен тыңларға,эстәлеген аңларға күнектереү. Мнемоюл ярҙамында әкиәтте һөйләү,персонаждарҙың тауышын, хәрәкәтен үҙгәртеп һөйләүгә күнектереү. Тасуири һөйләү мәҙәниәтен үҫтереү. Балаларҙа ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлелек сифаттары тәрбиәләү. Коммуникатив Схема буйынса һөйләү Йомаҡ ҡойоу Уйын Уйын дидактик “Хайуандарҙы һыйлайыҡ” Ҡоролмалар төҙөү “Бал ҡорттары” (тәбиғәт материалынан) Иллюстрациялар , мнемоюл схемаһы , шапка театры , т убырсыҡтар , пластилин , таҡта.
1. Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ. (ҡуян ) 2. Бер нимәлә тегә белмәй , энәләр тағып йөрөй . ( терпе ) 3. Йәйен урманда батша , ҡышын ҡарҙан да аҫта . ( айыу ) 4. Нәҙек билле, көлтә ҡойороҡло. (төлкө ) 5. Ҡош түгел оса, өкөнән ҡурҡа, сәтләүекте ярата , һыҙғырһа, урманды яңғырата. ( тейен ) 6. Һоролор төҫө, үткерҙер теше, урманда йөрөй, һарыҡтар эҙләй. (бүре )
Телмәр үҫтереү өлкәһе “ Тел байлығы-ил байлығы ” Йыл миҙгеленә бәйле милли уйындарҙа (“Йәшерәм яулыҡ”,”Күмер йөҙөк”,”Биш кәкүк” һ.б.) ҡулланылған әйтем,мәҡәл, һанашмаҡ, һамаҡтар,уйын һүҙҙәренең әйтелешен нығытыу.Тауыш менән идара итә белеүҙе өйрәнеү.”Мин,һин,ул,беҙ,һеҙ,улар”алмаштарының һәм “Унда,бында,аҫта,өҫтә”рәүештәренең мәғәнәләрен аңлы рәүештә уйында ҡулланыу. Һүҙлек байлығын,фекер ҡеүәһен,күҙаллауын арттырыу. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү. Музыка “Һәпәләк” Р.Еникеева көйө Нәфис әҙәбиәт Һанашмаҡ,мәҡәл,әйтем,һамаҡ өйрәнеү . Уйын эшмәкәрлеге дидактик уйын «Ҡайҙа йәшенгән?» Уйындарға атрибуттар,предметлы һүрәттәр,уйынсыҡ, аудиояҙма: “Һәпәләк” Р.Еникеева көйө
Мә ҡәл әйтеш : Ни сәсһәң — шуны урырһың . Кем эшләмәй - шул ашамай . Астан үлһәң дә ата-әсәйеңде ташлама . Ашағанда ҡолағың елкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен .
Һынамыштар , әйтемдәр - Болоттар бер өйкөмгә йыйылһа — көн йонсоу булыр . - Көнбайыш еле — ямғырға . - Йәйе нисек — ҡышы шулай . - Дымлы йәй , йылы көҙ — оҙон ҡышҡа . - Йәйе эҫе — ҡышы һалҡын . - Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа , ҡыш һалҡын була . - Әгәр көҙ серәкәй осһа , ҡыш йомшаҡ килер . - Төтөн юғарыға күтәрелһә — һалҡынға . - Ҡояш аяҙға байыһа , көн матур була . - Ай ҡыҙғылт булһа , көслө ел көтөлә . - Утын шартлап янһа , һалҡын көт .
Һанашмаҡтар Бер бабай урманға Утынға барған , Уның арбаһы ватылған . Арбаһын төҙәтер өсөн Нисә сөй кәрәк булған? - Биш . Бер, ике , өс, дүрт, биш - Бында торма , Һин, бар сыҡ ! Бер, ике , өс, дүрт, биш , Алты , ете , һигеҙ, Туғыҙ, ун . Ундан-уймаҡ, Табала-ҡоймаҡ, Мейестә-бәлеш, Сыҡ та йәбеш . Бер бабай юлға сыҡҡан Артынан буран сыҡҡан Баймаҡҡа барам тиеп Сибайға барып сыҡҡан
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө
Танып белеү өлкәһе Февраль 1- 2 аҙнаһы «Йәшеллек донъяһы»
Кескәйҙәр төркөмө « Бүлмә гөлдәре” (эҙләнеү-тикшеренеү ) Бүлмә гөлдәре тураһында төшөнсә биреү, уларҙың төҙөлөшөн (япрағы, олоно, сәсәкәһе) аңлатыу. Тәрбиәләү ысулдары менән таныштырыу, һүрәттә таныу, атамаларын әйтеү. Балаларҙа фекерләү һәләтен байытыу, иғтибарҙарын туплау, һөйләү һәләтен үҫтереү. Бүлмә гөлдәренә хәстәрлекле ҡараш тәрбиәләү. Коммуникатив Модель-схема менән таныштырыу “Бүлмә гөлдәре үҫеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу Нәфис әҙәбиәт А.Йәғәфәрова “Гөлөм” Уйын Уйын -күнекмә “Бүлмә гөлдәренә ярҙам ит” Музыка “Әсәй менән гөл ултырттыҡ” Ғ. Байбурин һүҙҙәре, Р.Сәлмәнов музыкаһы Проектор, ноутбук, таҡта, модель-схема һүрәте, аудиояҙма: “Әсәй менән гөл ултырттыҡ” Р.Сәлмәнов көйө.
Бүлмә гөлдәренә үҫеү өсөн уңайлы шарттар Таҙа һауа Йылы һәм Ҡояш Һыу Файҙалы матдәләргә бай тупраҡ
Нәфис әҙәбиәт А.Йәғәфәрова «Гөлөм» Әсәйем сәскә ярата . Мин беләм . Тамсы гөлдәр үҫтерәм мин, Һыу һибәм . 8 Март байрамы Көнөндә Әсәйемә бүләк иттем Гөлөмдө . Шатлыҡ балҡый әсәйемдең Йөҙөндә : — Ҙур булып үҫсе , гөлкәйем , Үҙең дә .
Уйын – күнекмә «Бүлмә гөлдәренә ярҙам ит»
Музыка «Әсәй менән гөл ултырттыҡ» Ғ. Байбурин һүҙҙәре, Р.Сәлмәнов музыкаһы Әсәй менән гөл ултырттыҡ , Гөлдәр хуш еҫ тарата . Уңғаным тип, үҫкәнем тип, Әсәй мине ярата . Ҡ-та : Гөлдәр хуш еҫ тарата , Әсәй мине ярата . 2) Һәр көн һайын һыуҙар һибәм , Яратам мин гөлөмдө , Гөлөм кеуек илем матур , Яратам мин илемде . Ҡ-та : Яратам мин илемде , Яратам мин гөлөмдө .
Уртансылар төркөмө “Урман беҙҙең байлығыбыҙ!” Япраҡлы , ылыҫлы, ҡатнаш урмандар булыуы тураһында аңлатма биреү. Башҡортостанда үҫкән ағастар, ҡыуаҡтар менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ағастар менән ҡыуаҡтарҙың айырылыу билдәләрен күрһәтеү һәм бәйләнешен билдәләү. Урманға һаҡсыл ҡараш, күҙәтеүсәнлек үҫтереү. Тәбиғәттә үҙҙәрен дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен тәрбиәләү. Коммуникатив Урман төшөрөлгән һүрәттәр. Уйын Д идактик уйын“Урман ҡағиҙәләре” Хәрәкәт әүҙемлеге Х әрәкәтле уйын“Урманда” Нәфис әҙәбиәт Ҡ.Әлибаев “Урман минең өйөм” Музыка “Урманда” Р.Сәлмәнов һүҙе һәм көйө. Урман төшөрөлгән картина йәки һүрәттәр, “Урман ҡағиҙәләре” билдәләгән һүрәттәр, аудиояҙма “Урманда” Р.Сәлмәнов көйө
Дидактик уйын «Урман ҡағиҙәләре» Урман ҡағиҙәләре
Ҡ.Әлибаев «Урман минең өйөм»
Хәрәкәтле уйын «Урманда»
Музыка « Урманда» Р.Сәлмәнов һүҙе һәм көйө
Өлкәндәр төркөмө
Өлкәндәр төркөмө “Дарыубикәлә ҡунаҡта” Тәбиғәт менән кеше араһындағы бәйләнеше тураһында күҙаллауҙарын формалаштырыу. Дарыу үләндәрен танырға һәм һаулыҡ өсөн файҙаланырға өйрәтеү. Үҫемлектәр үҫеүе өсөн кәрәкле шарттар тураһында мәғлүмәтте байытыу. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, иғтибарлылыҡ, хәтерен үҫтереү. Тәбиғәткә, дарыу үләндәренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Коммуникатив: Дарыу үләндәре гербарийын, һүрәттәрен ҡарау Ҡурсаҡ Дарыубикә менән әңгәмә ойоштороу Музыка: “Йәйле кис” Р.Сәлмәнов көйө Нәфис әҙәбиәт: Ф.Туғыҙбаева “Йүкә сәскәһе”, “Мәтрүшкә” Уйын: Дидактик уйын “Дүртенсе артыҡ” Йәбештереү: “Муйыл сәскәһе” Гербарий “Дарыу үләндәре”, ҡурсаҡ Дарыубикә, һүрәттәр “Дарыу үләндәре”, аҡ, ҡара төҫлө ҡағыҙҙар, елем, салфетка, бумала, ҡайсы, аудиояҙма: “Йәйле кис” Р.Сәлмәнов көйө. “Ағастар урманға нимәгә кәрәк?” Тыуған яҡ тәбиғәте менән таныштырыуҙы дауам итеү; Башҡортостанда үҫкән ағас, ҡыуаҡтарҙың, үләндәрҙең үҙенсәлектәрен билдәләү. Үҫеү шарттарын барлау (яҡтылыҡ, дым, күләгә яратҡан, ҡороға сыҙамлы) үҫемлектәрҙе таныу. Урмандың кешегә мөһим булыуын аңлатыу. Урмандың күп ҡатлылығы тураһында күҙаллауҙарын үҫтереү. Урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен формалаштырыу. Коммуникатив: Схема – модель “Урман – күп ҡатлы йорт” Әңгәмә “Ағастар урманға нимәгә кәрәк?” Музыка: “Урманда” Г.Юнысова һүҙе, Ш.Ҡолбарисов көйө Нәфис әҙәбиәт: А.Байбулатов “Ағастар йоҡонан уяна” Рәсем : “ Ҡышҡы урман” Схема – модель, гуашь буяуы, һыу һауыты, ҡыл ҡәләм, салфетка, аудиояҙма: “Урманда” Ш.Ҡолбарисов көйө.
Ф.Туғыҙбаева «Йүкә сәскәһе», «Мәтрүшкә»
А.Байбулатов “Ағастар йоҡонан уяна ” « Башҡортостан - гөлбостан » хрестоматияһынан
Мәктәпкә әҙерлек төркөм
Художестволы – эстетик белем биреү өлкәһе
Һынлы сәңғәт төрҙәре : - Живопись - Графика - С кульптура - Архитектура - Биҙәү - ҡ улланма сәнғәте
МОБУ СОШ № 3 «Ба4адир» 4ауы%тырыу комплексы Ҡала АРХИТЕКТУРАҺЫ
Ауыл АРХИТЕКТУРАҺЫ
Һүрәтләү эшмәкәрлегенең дөйөм бурыстары : - балаларҙа сәнғәтк ә ҡ арата ҡыҙыҡһыныу уятыу , музыкаль әҫәрҙәр тыңлатыу . - халыҡ көнкүреш сәнғәте менән таныштырыу ( биҙәнеү әйберһәре , һүрәттәр , йорт йыһаздары , көнкүреш предметтары , келәм туҡыу , таҫтамал-алъяпҡыс сигеү , тире иләү , кейеҙ баҫыу , шәл – селтәр бәйләү , металл һәм ағас эшкәртеү ). - һынлы сәңғәт төрҙәре : һүрәтләү , живопись, графика, скульптура, биҙәү - ҡулланма сәңғәте һәм уларҙың жанрҙары – пейзаж, портрет, натюрмортты таныу .
Программа эстәлегенә инеүсе яңы технологиялар : Һаулыҡ һаҡлау Проект эшмәкәрлек Эҙләнеү – тикшеренеү Коммуникатив – мәғлүмәт Милли технология Шәхси төбәлгән ( йүнәлеш ) Уйын ТРИЗ
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
« Кече яшьтәге балаларга тәрбия һәм белем бирү эшен планлаштыру»
Чыгышның темасы :« Кече яшьтәге балаларга тәрбия һәм белем бирү эшен планлаштыру» Сабыйларның гомуми үсешен булдыру, аларның сәламәтлеген ныгыту, күңелләренә әхлак кагыйдәләрен сеңдерү-бү...
Балалар бакчасында белем-тәрбия эшен календарь планлаштыру
Район балалар бакчалары тәрбиячеләре семинарында ясаган чыгыш...
Федераль дәүләт мәгариф стандарты билгеләнгәнчә, мәктәпкәчә белем бирү оешмаларында тәрбия һәм белем бирү эшчәнлеген оештыру.
Федераль дәүләт мәгариф стандарты билгеләнгәнчә, мәктәпкәчә белем бирү оешмаларында тәрбия һәм белем бирү эшчәнлеге 5 юнәлештә оештырыла һәм алып барыла: социаль арал...
Белем бирү һәм тәрбия эшенең календарь планы апрель ае
Икенче кече яшьтәгеләр төркемендә, язгы куренешләр белән танышу....
Федераль Дәүләт Белем Биру Стандартлары шартларында мөмкинлеге чикләнгән балаларга белем бирүне оештыру
Выступление...
Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше
Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше...
Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү
Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр фекер менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы ...