Ата-әсәләр өсөн консультация" Әгәр бала уйынсыҡтарын йыйырға баш тартһа"
материал
Ата-әсәләр өсөн консультация
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
gr_bala_uyynsyktaryn_yyyyrga_bash_tartha.docx | 16.62 КБ |
Предварительный просмотр:
Әгәр бала уйынсыҡтарын йыйыуҙан баш тартһа...
Баланың уйынсыҡтарға мөкиббән китеп уйнап ултырғанын күҙәтеп ултырыуы әлбиттә күңелле. Тик аҙаҡтан... Бүлмә, өй туҙырап ятҡан уйынсыҡтар менән тула. Ҡайһы саҡ хатта аяҡ баҫыр урын да булмай китә. Бынан нисек ҡотолорға?Нисек йыйнаҡлыҡҡа өйрәтергә? Был һорауҙарҙы һәр ата-әсә үҙенә бирәлер. Әйҙәгеҙ, яуапты бергәләп эҙләп ҡарайыҡ.
Бала һәм ата-әсә бәйләнешендә ата-әсәнең яуаплы булыуы тураһында һәр кем белә. Әгәр ҙә беҙгә баланың холҡо оҡшамай икән, тимәк, беҙ үҙебеҙҙе-үҙебеҙ оҡшатмайбыҙ. Бала уйынсыҡ түгел. Шуға ла ул барыбер беҙ теләгәнсә генә эшләмәйәсәк. Уның үҙенең фекере, уй-хыялдары, тәбиғәттән бирелгән холҡо була. Һуңынан, үҫеп еткәс, бала сағында әрләп, йә туҡмап еңгән өсөн үкенергә тура килмәҫме?
Нисек кенә булмаһын, бала ата-әсәһен ҡыуандырырға, уның иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырыша. Шулай ҙа һәр кемдең холҡо төрлөсә булған кеүек, балаларҙың барыһы ла таҙалыҡты, бөхтәлекте үҙ итеп бармауы ихтималлығын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Айырыуса хыялланырға, нимәлер уйлап сығарырға, һүрәт төшөрөргә яратҡан балалар ҡайһы саҡта “донъяларын онотоп ташлай”. Улар кейемдәре, уйынсыҡтары туҙырап ятамы-юҡмы – уны күрмәйҙәр ҙә. Башына килгән уйын тормошҡа ашырыр өсөн ҡулына ҡәләм йә ручка алып, ҡағыҙ битендә һынландырып та ҡуя. Был минутта уның шатлығы эсенә һыймай: “Мин бит булдырҙым, матур килеп сыҡты!” – тип уйлап әсәһенә йүгерә. Тик әсә генә шат түгел. Ҡәләмдәр туҙырап ята, кейемдәре йыйылмаған, уйынсыҡтар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әле генә шатлығы эсенә һыймаған сабыйҙың кәйефе ҡырыла. Әйтерһең, уның хыялдарын селпәрәмә килтергәндәр. Таҙалыҡ һәм бөхтәлек артынан ҡыуған әсә балаһын аңлап етмәй, уның һәләтен үҫтерәһе урынға батыра, юҡҡа сығара. Киләсәктә был бала кем булыр? Ни бары үҙ-үҙенә ышанмаған, юғалып ҡалған, ысын күңелдән ярата белмәгән, тормош ағымы менән аҡҡан кешеләрҙең рәтен тултырыусымы?
Әлбиттә, баланы тыйыу, ҡәтғи һөйләшеп алыу һәр саҡ кәрәк. Әммә бында ла сиктәр тураһында оноторға ярамай. Психологтар әйтеүенсә, бала 9 йәшкә тиклем ҡағиҙәләрҙе артыҡ аңлап та етмәй, ул хис-тойғолар әйләнешендә йәшәй. Ата-әсәһенең кәйефенә ҡарап, үҙен яҡшы-яманға бүлә. Әгәр көлһәләр, тимәк, ул “яҡшы малай” йә “һәйбәт ҡыҙыҡай”, әгәр кәйефһеҙ булһалар, асыуланһалар йә әсә илаһа, тимәк, ул “насар малай йә ҡыҙыҡай”.
Эйе, һис шикһеҙ, баланы тәртипкә, яуаплы булырға өйрәтергә кәрәк. Шулай ҙа уны кем менәндер сағыштырырға (мин һинең йәшеңдә шулай итә торғайным, ә һин шуны ла эшләй алмайһың), хәленән килмәгән эште ҡушырға, хис-тойғолар аша хәйләгә килеү (бына һин уйынсыҡтарыңды йыйманың, шуға минең башым ауырта) һ.б. ярамай. Ғәҙәттә ундай балалар үҫеп еткәс тормошта артыҡ уңышҡа өлгәшә алмай. Ҡыҙ балалар һәр бер кешегә ярарға тырыша, ир балалар башҡаларҙың хис-тойғоларын яза кеүек ҡабул итә.
Шулай ҙа баланан нисек итеп уйынсыҡтарын йыйҙыртырға мөмкин һуң? Башта баланың тәбиғәттән бирелгән холҡон өйрәнергә кәрәк. Тормошта осраған төрлө шарттарҙа үҙен нисек тота? Ҡайһы берәүҙәр ипләп әйткәнде ишетмәй, иғтибар бирмәй, бәғзеләре тауыш күтәргәндә ҡаушап ҡала. Сабыйығыҙға иғтибарлап ҡарағыҙ, уның өсөн генә тап килгән тәрбиәләү принциптарын һайлағыҙ. Сабыйығыҙ урынына үҙегеҙҙе ҡуйып ҡарағыҙ. Һеҙ кәйефегеҙ булмағанда өй йыйыштырыуҙы, иҙән йыуыуҙы икенсе ваҡытҡа күсергән сағығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Донъя бының менән генә емерелмәй. Уйынсыҡтарҙы үҙегеҙ йыйыштыра башлағыҙ, ярҙамға улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы саҡырығыҙ. Ярҙам итһә, маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ, әгәр ҙә инде ишетмәһә, бының өсөн генә кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Икенсе тапҡыр мотлаҡ үҙе үк ярҙамға килер. Бәләкәсегеҙ өсөн залим түгел, ә изге Һомай ҡошҡа әүерелегеҙ. Йөрәгегеҙҙә булған һөйөүегеҙ аша тәрбиәләгеҙ!
Уңыштар һеҙгә, хөрмәтле ата-әсәләр!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Консультация для родителей «Балуете ли вы своего ребёнка?»
Консультация для родителей «Балуете ли вы своего ребёнка?»...
Консультация для родителей "Баловаться полезно!!!"
Консультация для родителей...
Консультация "Нужно ли баловать детей?"
Нужно ли баловать детей? Какими вырастают избалованные дети?...
консультация для родителей "Баловать или нет?"
Консультация для родителей "Баловать или воспитывать характер?"...
Консультация " Как это баловать детей"
Ребенку не надо потакать во всем....
Ата-әсәләр өсөн консультация "Әгәр бала уйынсыҡтарын йыйырға баш тартһа..."
Ата-әсәләргә кәңәштәр...
Ата-әсәләр өсөн консультация. «Театр уйынсыҡтарының балалар үҫешенә йоғонтоһо»
Төркөмдә үҙ ҡулдарың менән эшләгән уйынсыҡтар, бигерәк тә яратҡан экиәттәренең персонаждары булһа. Балаларға ҡыҙыҡ та, күңелле лә була....