Юл ҡағиҙәләре
материал по обж
Предварительный просмотр:
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение«Средняя общеобразовательная школа №5села Иглино»
муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
"Юлда булһаң-иғтибарлы бул!"
Төҙөүсеһе: Хәжиәхмәтова Г.Ә.
с.Иглино
Маҡсат: физик күнегеүҙәр ярҙамында юл ҡағиҙәләрен үҙләштереүҙе нығытыу, туп атыу күнекмәләрен нығытыу, кәүҙәнең тиҙлеген һаҡлап тиҙ йөрөүгә ирешеү, балаларҙа эш һөйөүсәнле һәм бер-береңә ярҙамсылыҡ сифаттары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: туптар, скамейка, бау, төрлө төҫтәге кубиктар, таҫмалар.
Дәрес барышы
Залға инеп, теҙелеп баҫтыҡ.
Һаумыһығыҙ,балалар! Ҡарағыҙ әле, бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар бар. Әйҙәгеҙ әле һаулыҡ һорашып үтәйек.
Балалар, беҙ һеҙҙең менән бөгөн юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтәйек. .Юлдарҙа дөрөҫ йөрөү ошо ҡағиғиҙәләрҙә.
-Балалар,кемдәр ул йәйәүлеләр?
(юл ситенән йөрөүселәр).
-транспорт юлдың ҡайһы өлөшөнән хәрәкәт итә? (машина йөрөй торған өлөшөнән)
-Һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?
Ер өҫте: машина, трактор, камаз.
Һыу: пароход, теплоход,катер.
Һауа: самолет,вертолет.
Афарин,балалар!
- Уңға боролдоҡ! ( музыка)
-Атлап барабыҙ, ҡулдар аҫта
-Аяк остарында, аяк табанында -ҡулдар билдә
-Аяк табанның тышкы яғына һәм эс яғына баҫып йөрөйбөҙ.
Физик тәрбиә етәксеһе: машиналар төрлө якка хәрәкәт итә алалар. “Боролдоҡ” тигән сигналға һеҙ икенсе яҡҡа боролоғоҙ һәм алға табан атлайбыҙ
-Еңелсә генә йүгерәбеҙ “Змейкой.”
Машина йөрөтөүселәр юлдан барғанда, юл тамғаларына ҡарап ҡына хәрәкәт итәләр. Йүгергәндә һеҙ минең жезлға ҡарағыҙ: күтәрһәм-ултырығыҙ,төшөрһәм яңынан йүгерә башлағыҙ. Һыҙғыртһам-атлап ҡына барығыҙ.
Түңәрәккә баҫабыҙ, дөрөҫ итеп тын алабыҙ.
Балалар ә хәҙер ҡулдарығыҙға таҫмалар алып, үҙ төҫтәге түңәрәктәр янына, үҙегеҙҙең урам буйына барып баҫығыҙ.
(балалар зал буйлап урындарына барып баҫалар).
Үҫтереү күнегеүҙәре: (музыка)
1. “Юл хәрәкәтен дөрөҫләүсе”- таҫма тотҡан уң(һул) ҡулды алмаштырып ян-якка, иң башына, алға һуҙа,аҫка төшөрә.
2. “ Моторҙар”
-Б.т.: аяктар бер аҙ айырылған, таҫмалы ҡулдар терсәктән бөгөлөп ян-яҡҡа йәйелгән
Ҡулдар күкрәк алдында: бер ҡулды икенсеһе тирәләй 3-4 тапҡыр әйләндерегә.
3. “Тәгәрмәстәр тултырабыҙ”- эйелергә(тобоҡтарҙы бөкләмәйенсә), таҫмалар иҙәндә ҡала; туры итеп баҫырға, ҡулдар билдә, эйелеп таҫмаларҙы алырға- 5-6 тапҡыр.
4. “Светофорҙар ”- һул яҡҡа эйелеп һул күҙҙе, уң яҡҡа эйелеп, уң күҙҙе ҡыҫырғга-5-6 тапҡыр.
5. “Велосипедсылар”-арҡаға ятырға,ҡулдарҙы баш аҫтына ҡуйырға,аяҡтарҙы бөгәрләп велосипедта йөрөгәнде күрһәтергә-3-4 тапкыр.
6. “Шат күңелле йәйәүлеләр”-баҫҡан урында ике аяҡта һикерергә,таҫмалар тоткан кулдарҙы өҫкә күтәрергә, таҫмаларҙы һелкергә, йылмайырға.
Шеренгаға теҙелдек.
Төп хәрәкәт төрҙәре:
- Машиналар юлдарҙа нисек хәрәкәт итә?( әкрен, тиҙ) Әкрен генә хәрәкәт иткәндә, юлда бөкө хасил була.Әйҙәгеҙ әле,күҙ алдына килтерәйек: без машина йөрөтөүселәр тип.
Түңәрәккә ҡуйылған бау өҫтөнән аяҡ осонда, аяк артына ҡуйып ҡына барыу.
- Юлда машина йөрөрөтөсегә һәр ваҡытта иғтибарлы булырға кәрәк. Уларҙыңың күҙ күреме һәм реакцияһы ла яҡшы булырға тейеш.
Тупты билдәләнгән урынға тейҙереү.
- Һәр бер машина йөрөрөтөүсегә юлда соҡорҙар, боролоштар осорай. Бик тә иғтибарлы булырға кәрәк.
- Тупты алабыҙ, машина тауҙан менгән төҫлө,бауҙы атлап сыгабыҙ,тупты билгеле урындан тәгәрәтеп, күпер аша сығабыҙ һәм машина гаражға туҡтаған шикелле, тупты тәгәрәтеп, кубикка тейҙерәбез.
Һәр бер юлдың ситендә
Баһадир баҫып тора.
Күҙҙәрен алмаштырып,
Гел беҙгә ҡарап тора.(светофор)
“Төҫлө машиналар ” хәрәкәтле уйын уйнайбыҙ.
Һәр бала ҡулына руль тота, светофрҙың төҫтәренә ҡарап ҡына хәрәкәт итә.
Ҡыҙыл: туҡтап торабыҙ.
Һары: рульде бороп, урында ғына атлап торабыҙ
Йәшел: кубикларға, бер-берсенә бәрелмәйсә генә хәрәкәт итәбеҙ.(музыка)