Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр: "Халыҡ ижады аша балаларҙы тәрбиәләү"
консультация
Халҡыбыҙҙың ауыҙ -тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
halyk_izhady_asha_balany_trb.docx | 16.22 КБ |
Предварительный просмотр:
Халыҡ ижады аша балаларҙы тәрбиәләү.
Халҡыбыҙҙың ауыҙ -тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина.
Уны күңел күҙе менән күрергә, йыйырға һәм ҡулланырға күнектереү – уҡытыусыларҙың бурысы. Дәреслектәрҙә халыҡ ижадына ҙур ғына иғтибар бирелә. Уларҙа халыҡ йырҙары һәм әкиәттәре, көләмәстәр һәм тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, йомаҡтар байтаҡ ҡына урын алып тора.
Бәләкәй саҡтан уҡ әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу менән бер рәттән, әкиәт тыңларға, һөйләргә, йомаҡ ҡойорға, уҡығанды мәҡәл, әйтемдәр нигеҙендә дөйөмләштерергә өйрәтелә. Халыҡ ижадын үтеү, уға анализ яһау балаларҙа халыҡтың поэтик ижадын күҙәтеү даирәһен киңәйтә.
Әкиәттәрҙе уҡыу балаларға халҡыбыҙҙың үткән тормошон, уларҙың уйҙарын, хыялын белергә ярҙам итә.
Бала әкиәтте тасуири уҡый һәм тормошсан итеп һөйләр өсөн ундағы ваҡиғаларға, геройҙарҙың эшенә һәм ҡылыҡтарына баһа бирергә тейеш.
Мәҡәл өҫтөндә эшләгәндә уның мәғәнәһен асыу һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр менән эш итеү бурысы ҡуйыла.
Мәҫәлән, «Сысҡанға – үлем, бесәйгә – көлкө» кеүек мәҡәлдәрҙә «Ни өсөн сысҡанға – үлем?», «Ни өсөн бесәйгә – көлкө?» тигән һорауға яуап алыу аша төп фекер асыла.
Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләгәндә, беренсенән, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу аша баланың тормош тураһындағы аңын байытыу булһа, икенсенән, мәҡәлдәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу аша халыҡ теленең яҡшы үрнәктәрен үҙләштереү маҡсат итеп ҡуйыла.
Мәҫәлән, «Кешене хурлама, үҙеңде ҙурлама» (маҡтанма), «Өс таған таймаҫ» (үҙ-ара ярҙам) һәм башҡалар.
Мәҡәлдәр ниндәй темаға бәйләнешле өйрәнеүгә ҡарап, уларға таянып, телдән хикәйә төҙөү, яҙма инша үткәреү өсөн дә файҙаланырға була.
Тел дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең башын биреп аҙағын дауам итеү, нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр ҡуйып яҙыу кеүек күнегеүҙәр эшләү бик отошло.
Йомаҡ – боронғо традицион жанр. Унда үтә ябай нәмә лә образ дәрәжәһенә күтәрелеп күрһәтелә: «Өйөм башы ҡырсынташ» һ. б.
Йомаҡтар өҫтөндә эш ике төрлө юл менән башҡарылырға мөмкин:
а) йомаҡтың яуабын бала үҙе эҙләп таба. Был осраҡта йомаҡтың ниндәй өлкәнән икәне әйтелә;
б) йомаҡтың яуабы бирелә, ә балаға уның ни өсөн һүрәтләнеүен асырға ҡала. Мәҫәлән, «Ағас түгел – япраҡлы, тун түгел – тегелгән, кеше түгел - һөйләй» тигән йомаҡ бирелгәс, яуабына тап килгән нәмә һәр партала бар, тип әйтелә. Яуапты табыу өсөн уҡыусыға йомаҡтағы һәр метафораның мәғәнәһен асырға ҡушыла:
Йомаҡта ниндәй япраҡтар тураһында һүҙ бара?
Ни өсөн ул тегелгән?
«Кеше түгел - һөйләй» һүҙҙәрен нисек аңларға?
Йомаҡтар уҡыусыны образлы һөйләргә өйрәтә, күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен табырға ярҙам итә.
Йомаҡтар өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙың үҙҙәренән йомаҡ ҡойҙорорға кәрәк. Был эш баланы ижад итергә өйрәтә.
Халыҡ ижадының күп өлгөләре хор менән һөйләтеү өсөн яйлы.
Ә хор менән әйтеү рус телле балаларҙың башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен әйтеүҙәге психологик ҡыйынлыҡты кәметә төшә, бала хаталаныуҙан ҡурҡмай, өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә.
Халыҡ ижадында йәш быуынды тәрбиәләү тәжрибәһе – халыҡ педагогикаһы тупланған. Әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа, мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, йырҙарҙа һәм көләмәстәрҙә әхләҡ нормаларын сағылдырған.
Миҫал өсөн ҡобайырҙан бер өҙөк:
Һигеҙ тигәс тә ни яман?
Һикһән йәшлек ҡарт әсәң,
Һуҡыр күҙен секерәйтеп,
Ҡатҡан билен бөкөрәйтеп,
Һыу ташыһа шул яман.
Был юлдарҙа халҡыбыҙҙың изге ғәҙәте – олоно ололау, уны ихтирам итеү, хәстәрлек күреү сағылыш тапҡан. Бындай өлгөләр ижадта меңдәрсә. Ошоларҙы бәләкәй йәштән, шул йолаларҙың тормошта ғәмәлгә ашыуын күреп үҫкән бала итәғәтле, кеселекле, нескә күңелле була.
Халыҡ ижады әҫәрҙәре изгелекте – яуызлыҡтан, батырлыҡты – ҡурҡаҡлыҡтан, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтә, балаларҙы намыҫлы, изгелекле, тоғро, батыр итеп тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Халыҡ ижады – сәнғәт һәм әҙәбиәт үҫешендә иҫ киткес сығанаҡ булды һәм булып ҡала.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ
В материале описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...
"Башҡорт халыҡ ижадында балалар уйыны", дәрес өлгөһө
Балалар уйыны аша ер-һыу атамаларын өйрәнеү...
Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)
Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...
БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ
Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....
Мастер-класс «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү»
Познакомить педагогов с использованием нетрадиционных техник рисования на занятиях по изобразительной деятельности для детей дошкольного возраста.Формирование у детей дошкольного возраста художественн...
Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе уйындар.
Башҡорт балалар баҡсаһында балалар өсөн бармаҡ уйындары...
Фракталь һүрәт төшөрөү ысулын мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади яҡтарын үҫтереү өсөн ҡулланыу ( яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу)
яңы технологиялар ҡулланыу эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу....