Тема: "Ғаилә"
план-конспект занятия (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Балалар залға инә.Һаулыҡ һорашалар.
Тәрбиәсе. Бөгөн беҙҙең кәйеф шәп,
Күңелдәр күтәренке.
Көнөбөҙ гөрләп үтһен,
Ҡояштай көлөп торһон. (Балалар ултырыша)
Балалар, мин һеҙгә шиғыр һөйләп ишеттерәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Нимә тураһында икән был шиғыр?
Бар бында атай- әсәй,
Олатай һәм өләсәй.
Бар ағай- апайҙарым,
Йүгереп йөрөй туғандарым.
Бына шундай ҙур,
Татыу беҙҙең -.....(ғаилә)
Эйе, тап шулай. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ғаилә тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Әйҙәгеҙ,экранға иғтибар итәйек.
-Һүрәттә кемдәрҙе күрәбеҙ? (1 слайд)атай, әсәй, балалар
-Ғаиләлә тағы кемдәр йәшәй? (2 слайд)олатай, өләсәй
Мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ яуаптарын табығыҙ.(Тәрбиәсе йомаҡ әйтә, балалар яуап бирә.Яуап биргән бала магнитлы таҡтаға ҡурай тажын йәбештерә)
Иртән иртүк ул тора,
Йыуа , тегә, бешерә.
Беҙҙе өҙөлөп ярата,
Тәмле сәйҙәр эсерә… (әсәй)
(Бер- нисә баланан әйттерергә мөмкин.)
Ә кем әсәй тураһында шиғыр белә? (бер бала шиғыр һөйләй.Шиғыр ҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау).
Көрәк, балта ,сүкеш,
Ҡулында уйнап тора.
Беҙҙе эшкә өйрәтә,
Ватылғанды төҙәтә…( атай)
(Атай тураһында шиғыр һөйләтеү. Шиғырҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау)
Беҙҙе көн дә иркәләй,
Әсәйгә лә ул әсәй.
Тәмле ҡоймаҡ бешерә,
Ул бит беҙҙең… (өләсәй)
(Өләсәй тураһында шиғыр һөйләтеү. Шиғыр ҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау)
Аҡыллы кәңәш бирә
Атайға ул бит атай.
Өйөбөҙҙөң бер йәме,
Ул бит беҙҙең …..(өләсәй).
(Олатай тураһында шиғыр һөйләтеү .Шиғыр ҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау.)
Атай- әсәйгә ярҙамсы,
Мәктәптә улар уҡый.
Минең өсөн ҙур терәк,
Ҡәҙерле……. (ағай- апай)
Өйөбөҙҙө пыр туҙҙырып,
Уйынсыҡтарын ташлай.
Һәр кешене ярата,
Тәмлекәс һорай башлай …..(туғаным).
Бер- береһенә терәк,
Һәр ваҡыт улар кәрәк.
Бәхетле булам тиһәң,
Ҡәҙерен белер кәрәк.
Проектор һүндерелә.
Таҡтаға ҡарайыҡ әле, балалар, нимә һүрәтләнде унда? (ҡурай)
Тәрбиәсе.Афарин!Беҙҙең ғаиләбеҙгә йәшәргә бик матур өй ҙә кәрәк. Төҙөйбөҙме, балалар? (геометрик фигуралар ҡулланып , өҫтәлдә картина төҙөлә).
Тәрбиәсе.Ниндәй матур өй килеп сыҡҡан! Уның ҡыйығы ниндәй формала (өсмөйөш)?Ниндәй төҫтә?Өй ниндәй төҫтә? (һары)Ниндәй формала?
(Төҫтәр һәм гоеметрик фигураларҙы һорау)
Тәрбиәсе.Арып киттегеҙме, балалар?Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ.
(Дәртле көй уйнай.“Тирмәкәй” уйынын уйнау.)
Тәрбиәсе.Беҙҙе Флүзә инәй һөт ризыҡтарын тәмләтергә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Барабыҙмы?Нимәгә ултырып барабыҙ? (автобусҡа)
Автобусты бөгөн Арсен йөрөтә.
2-се тәрбиәсе балалар менән һаулыҡ һорашҡандан һуң, һөттән яһалған аҙыҡтар, уларҙың файҙаһы хаҡында һөйләп ишеттерә.Ҡорот, эремсек,май кеүек исемдәрҙе бергәләп ҡабатлайҙар.Ауыҙ итәләр.
Тәрбиәсе.Флүзә инәйгә рәхмәт әйтәйек, балалар. Бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе, һыйланы.
Балалар кире ултырғыстарға ҡайтып ултыралар.
Тәрбиәсе. -Бөгөнгө көнөбөҙ матур үттеме , балалар?
- Нимәләр хаҡында һөйләштек?
- Ғаиләлә кемдәр йәшәй?
- Һөттән ниндәй ризыҡтар эшләп була?
Бөгөн күп нәмә белдек, күп эштәр атҡарҙыҡ.Афарин, балалар!Йомғаҡлап, әйҙәгеҙ, бергәләп, “Әсәй менән гөл ултырттыҡ” йырын йырлап үтәйек. (Йырлайҙар)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект занятия по развитию речи и обучению грамоте на тему «Придумывания сказки на предложенную тему» в подготовительной группе
План-конспект занятия по развитию речи и обучение грамоте на тему: «Придумывания сказки на предложенную тему» ( В ПОДГОТОВИТЕЛЬНОЙ ГРУППЕ) ВОСПИТАТЕЛЬ:За...
Домашние задания для родителей по лексическим темам. Тема «Транспорт". Тема "Посуда".
Предлагаемые задания помогут расширить словарный запас ребенка, сформировать грамматический строй речи, развить внимание, вербальную память, логическое мышление....
Тема: «Времена года. Осень».Тема: «Времена года. Зима».Тема: «Времена года. Весна».
Формирование представлений детей о времени года (зима).Формирование представлений детей о времени года (весна).Формирование представлений детей о времени года (осень)....
2020-2022 гг: Тема по самообразованию №1 за 2020г; Тема по самообразованию № 2, 3 за 2021 г; тема по самообразованию № 4 за 2022 г.
ГБОУ Школа №1400 8ДКМладшая группа № 2Воспитатель- Фролова Елена Владимировна Тема по самообразованию 2020-2021 уч. год. ...
Тема недели: Птицы осенью Конспект НОД по ознакомлению с окружающим миром на тему: «Почему не все птицы улетают на юг? Как птицы к зиме готовятся?» (РК) Тема : Птицы Алтая осенью»
Тема недели: Птицы осенью Конспект НОД по ознакомлению с окружающим миром на тему: «Почему не все птицы улетают на юг? Как птицы к зиме готовятся?» (РК) Тема : Птицы Алтая осенью» Цель: закрепить ...
Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата» Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос» Тема: Путешествие в космос. 20.10.2021 г.
Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата»Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос»Тема: Путешествие в космос.Цель: сфо...
АНАЛИЗ ТЕМЫ ПО САМООБРАЗОВАНИЮ ЗА 2021-2022 УЧЕБНЫЙ ГОД по теме по теме «Развитие эмоционального интеллекта у детей дошкольного возраста»
Еще пару лет назад об эмоциональном интеллекте никто и не говорил. А сегодня в том, что понимание своих и чужих эмоций, целей, желаний - необходимое умение, нет никаких сомнений....