Тылсымлы сәғәт һәм Һаран апай мажаралары.
материал (старшая группа)
Өлкәндәрҙең ҡатнаш төркөмөндә Яңы йыл иртәлегенә сценарий.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tylsymly_sgt_hm_haran_apay_mazharalary.docx | 24.66 КБ |
Предварительный просмотр:
«Тылсымлы сәғәт һәм Һаран апай мажаралары »
Ҡатнашалар: Ҡыш бабай,Ҡарһылыу,Һаран апай,Алып барыусы.
Балалар “Праздник начинается” йыры аҫтында залға инәләр,бейейҙәр һәм теҙелеп торалар.
Миләүшә. Ниндәй матур беҙҙең шыршы
Йым-йым килеп яна ул.
Башлайбыҙ шыршы байрамын,
Ҡотло булһын яңы йыл.
Роберт.Посмотрите ёлку нашу-
Как украшена она!
Снег пушистый на иголках,
А вверху горит звезда!
Самира.Что такое Новый год?
Это дружный хоровод!
Это дудочки и скрипки
Шутки,песни и улыбки!
Риана.Ниндәй рәхәт беҙгә,
Шыршы менән бергә,
Рәхмәт шыршы һиңә,
Рәхмәт тыуған илгә!
Элина.Беҙ йыйылдыҡ уйынға,
Йәшел шыршы янына,
Шыршы матур кейенгән,
Ал нурҙарға күмелгән!
Әнис.Әкрен генә ҡарҙар яуа
Әйтерһең дә аҡ мамыҡ.
Ҡунаҡҡа килгән шыршыны,
Бөтөнләй булмай танып.
Алып барыусы. Ҡыҙҙар,малайҙар,бөгөн беҙҙе мөғжизә,әкиәт көтә...Тссс,тыңлағыҙ ,ниндәйҙер тауыш ишетелә,беҙгә кемдер ҡунаҡҡа ла килә шикелле .Ҡаршы алайыҡ әле,кем икән?
(Көй яңғырай,Ҡарһылыу инә)
Ҡарһылыу.Һаумыһығыҙ,балалар!Мин һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.Һеҙ бөгөн ҡайһылай матурһығыҙ,төрлө –төрлө костюмдар кейеп алғас,үҙегеҙҙе танып та булмай.Шыршығыҙ ҙа бигерәк матур!Үҙе йәшел,үҙе ҡупшы.Тик ниңәлер уттары ғына балҡымай.
Ә беҙ хәҙер былай итәбеҙ һеҙҙең менән.”Бер,ике,өс!Шыршыла уттар ҡабынһын!”-тип бергәләп әйтәбеҙ.Әйҙәгеҙ(әйтәләр,тик уттар ҡабынмай)
Әйҙәгеҙ,сәпәкәй итәйек...(сәпәкәй итәләр)
Тыпырлап та ҡарайыҡ әле(аяҡ тыпырлаталар)
Барып сыҡмай бит (аптырай ).Нимә эшләргә ?Бәлки шыршы ауырыйҙыр?
Алып барыусы.Нисек шыршыға ярҙам итергә?Нимә эшләйек икән ?(балаларға мөрәжәғәт итә ,балаларҙың яуаптары)Әһә,уйлап таптым.Беҙ хәҙер шыршыға йыр йырлайбыҙ!
( Йыр“Как красива наша ёлка” Йырлап бөткәс,шыршыла уттар ҡабына)
Алып барыусы.Афарин,балалар,матур итеп йырлағас,шыршыбыҙҙа уттар ҙа ҡабынды.Уррра!(сәпәкәй итәләр)
Нәйлә. Здравсвуй,ёлочка лесная,
серебристая,густая,
ты под солнышком росла
и на праздник к нам пришла!
Арсен.Дәртле йыр менән
Йыл матур килһен,
именлек,бәхет
һәм муллыҡ бирһен!
Гөлназ.Скоро Дед Мороз придет
Нам подарки принесет
Яблоки,конфеты.
Дед мороз,ну где ты?
Эмиль.Новый год,новый год!
Это праздник у ворот!
Ёлка в садик к нам пришла,
Детей в гости позвала.
Сабрина.Звезды,шарики,игрушки,
сладкий стол и мишура,
фейерверки и салюты,
и на елочке звезда!
Тамерлан.Скоро в гости к нам придет
Развеселый Новый год!
И подарков целый воз
Приготовит Дед Мороз!
Айзирә.Ҡыш бабай килә,
Ҡыш бабай көлә,
Матур шыршыға
Бүләктәр элә.
(Сәғәт тыҡылдаған тауыш ишетелә)
Алып барыусы.Ҡарағыҙ әле,ҡыҙҙар,малайҙар,был тылсымлы сәғәт .Сәғәт уҡтары бына ошонда етһә беҙгә Ҡыш бабай килә,һәммәгеҙгә лә күстәнәстәр килтерә.
(Көй яңғырай,бүлмәгә алай былай ҡаранып Һаран апай (тетя Жмотя)инә.
Һаран апай. Здрасьте!Ҡара һин аны!Уттары янып тора!.Экономия кәрәк,экономия.Электр өсөн түләргә хаҡтар артты бит.Ә һеҙ как будто дворецта ултыраһығыҙмы ней, бөтә ерҙәрендә ут балҡый,понимаешь!!Нисек матур итеп кейенеп килгән булғандар,ой,ой,ой!Күлдәктәре,костюмдары ҡайһылай матур,әртистәрме ней,маҡтансыҡтар!(ата-әсәләрҙең,балаларҙың кейемдәрен тотоп -тотоп ҡарай)
Алып барыусы.Был ниндәй көтөлмәгән ҡунаҡ булды әле ул?Һеҙ кем булаһығыҙ?Һеҙҙе беҙгә Ҡыш бабай ебәрҙеме әллә?Үҙе ҡайҙа Ҡыш бабай?
Һаран апай.Ҡыш бабай такси көтөп ҡалды ул.Эй иҫәр бабай,таксиға бит аҡса кәрәк. Күүүп кәрәк аҡса.Ә мин аҡсамды бына ошонда йыйып барам да лучше йәйәү йөрөйөм. (кошелегын асып аҡсаларын күрһәтә)Бына был күлдәк менән туфлийҙы мин давнооо һатып алғайным,и гел шуны кейәм дә кейәм.Яңыһын алырға аҡса жалкы.
Алып барыусы .Дәә...Ә шулай ҙа танышайыҡ әле,исемегеҙҙе әйтеп китмәҫһегеҙ микән.
Һаран апай. Мин мәскәй әбейҙең туғаны,ну Баба яга моя сестра була ызначит. Исемем Һаран апай,то есть тетя Жмотя була.Һеҙ байрам итеп ятаһығыҙ,ә миңә пригласительный билет та ебәрмәнегеҙ,жалко что ли ,ә?Мин ҡунаҡ булырға,бейергә яратам между прочим.Мәгеҙ әле,минең флешканы ҡуйығыҙ .Тетя Жмотя зажигать будет.Ә һеҙ минең менән бергә бейерһегеҙ.
Танец игра “Тетя Весельчак”
Һаран апай.Уй хәл бөттө,арытты!( тип шыршы янына бара)Гирлянда яндырып ҡуйғандар,ут әрәм итеп ( тип ҡарап йөрөй ҙә шыршыла сәғәтте күреп ҡала,телдәрен систереп ала)
Һаран апай.Бигерәк матур сәғәт,телдәрен үҙемә алам,байрамығыҙҙы боҙам!Все!Окончен бал,погасли свечи.Всем гуд бай,до скорой всречи.(Сығып киткәндә люстраға ҡарап тора.)Ишь,һин аларҙы!Әллә кем булып көпә көндөҙ ут яндырып ултыралар.Экономия кәрәк,экономия!(утты һүндереп сығып китә)
Ҡарһылыу.Бына исмаһам ҡунаҡ.Үҙе һаран,үҙе ҡыҙыҡ.
Алып барыусы.Уттарҙы ҡабат ҡуйырбыҙ ул,ә бына сәғәт телдәре менән нимә эшләргә хәҙер?
Ҡарһылыу.Борсолмағыҙ,миңә ҡыҙҙарым ярҙамға килер.Әйҙәгеҙ,ҡыҙҙар,йондоҙҙар!
( ҡыҙҙар башҡарыуында “Снежные бабочки”бейеүе)
Ҡарһылыу.Ҡыҙҙар,күрмәнегеҙме сәғәттең уҡтарын?
Ҡыҙҙар.Юҡ күрмәнек..
Алып барыусы.Бына бәлә.Нимә эшләргә?Әйҙәгеҙ малайҙар,һеҙ эҙләп килеп ҡарағыҙ.Бәлким һеҙ табырһығыҙ.
( “Гномиктар бейеүе”фонариктар менән.)
Алып барыусы.Малайҙар,һеҙ күрмәнегеҙме сәғәт телдәрен?
Ҡарһылыу. Былай булмай,балалар,әйҙәгеҙ сәғәт телдәрен эҙләргә Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ.Ул бәлки беҙгә ярҙам итер.
Балалар менән бергә: “ Ҡыш бабай!!!”-тип ҡысҡырабыҙ.
Ҡыш бабай тәҙрәнән күренә балаларға,ҡул болғай һәм килеп инә.
Алып барыусы.Һаумы,Ҡыш бабай,беҙ һине бигерәк көттөк!Әлдәлә килеп еттең!
Ҡыш бабай.Һаумыһығыҙ,балалар!Бына мин килеп еттем!Ни хәлдәрҙә торҙоғоҙ?
Алып барыусы.Ҡыш бабай,ә беҙҙә бәлә.Ҡайҙандыр Һаран апай килде лә,үҙен тетя Жмотя тип таныштырып,беҙҙең арала йөрөп,сәғәт телдәрен алып сыҡты ла китте.Хәҙер тылсымлы сәғәтебеҙ туҡтаны.
Ҡыш бабай.Борсолмағыҙ,балалар.Хәҙер,хәҙер бер секунд.Минең сәғәткә запас телдәрем бар ул,ҡуйып ҡарайыҡ әле,бәлки ярап та ҡуйыр.
(Ҡыш бабай сәғәткә телдәр ҡуя.Сәғәт телдәрен !12 гә тура килтерә.)Тәүҙә сәғәт тыҡылдаған тауыш сыға,шунан сәғәт һуға(бой часов)
Ҡыш бабай.Бына тәртип.Сәғәттең телдәре лә урынында хәҙер.Әйҙәгеҙ,хәҙер бергәләп күңел асһаҡ та була.Яңы йылды уйнап көлөп ҡаршы алайыҡ.
Йыр “ Эй,Ҡыш бабай,Ҡыш бабай” (Ҡыш бабай хәрәкәттәр күрһәтә,балалар уға ҡушылып бейей)
Алып барыусы.Ҡыш бабай,әйҙәгеҙ һеҙҙең менән уйнап алайыҡ.
Игра «Снег,лед,кутерьма,здравствуй ,зимушка Зима!»
Ирлан.Рәхмәт,һиңә Ҡыш бабай,
Беҙҙең менән дуҫ бабай,
Һағынып килеп еттең,
Яңы йыл бүләк иттең.
Рушана.Как весело,как весело!
Как радостно кругом!
Давайте мы елочки,
Песенку споем!
Рушан.Ах ,какой хороший,
Добрый Дед Мороз!
Елку нам на праздник
Из лесу принес.
Аяз. Добрый дедушка Мороз
Елку к нам сюда принес,
Чтобы мы на новый год
С ней водили хоровод!
Лиана.Дед Мороз прислал нам елку,
Огоньки на ней зажег.
И блестят на ней иголки,
А на веточках –снежок!.
Айгиз. Ҡарһылыу ҙа килгән беҙгә
Ҡыш бабай менән бергә,
Бергәләшеп,етәкләшеп ,
Йырҙар йырлап йөрөргә.
Рузанна.Снег идет,снег идет...
Здравтствуй,здравствуй ,Новый год!
До чего ж у нас веселый
Возле елки хоровод!
Ильмир.Наша елка высока,
наша елка велика,
выше мамы,
выше папы,
достает до потолка
Алып барыусы.Ҡыш бабай,һинең менән уйнаныҡ та,йырланыҡ та,шиғыр ҙа һөйләнек.Йыл буйына балалар балалар баҡсаһына әүҙем йөрөнөләр,беҙҙе тыңлап ҡына торҙолар.Беҙҙең балаларға бүләктәр бирмәҫһегеҙ микән?
Ҡыш бабай.Әйе,беләм. Миңә балалар баҡсаһында нимәләр эшләгәнегеҙ тураһында көн дә хәбәр итеп торҙолар.Тоғом тышта ҡалды,ныҡ ҙур ине ишеккә һыйманы.Хәҙер килтерәм.
(Ҡыш бабай сығырға уйлай,тетя Жмотя каршыһына тап була)
Һаран апай.Тышта бер төрлө лә тоҡ күрмәнем мин,әллә незнай.
Ҡыш бабай.Ах,һин Һаран килдеңме?
Һаран апай.Әйе мин.Явилась,не запылилась!
Ҡыш бабай.Күрәм,күрәм.Сәғәтте туҡтатып,байрамды боҙоп сығып киттең дә,хәҙер оялмайынса кире килеп индеңме?
Һаран апай.Юююҡ,мин түгел инем,мин түгел...
Ҡыш бабай. Минең балаларға тип әҙерләгән тоғома ла тейҙеңме Килтер бүләктәрҙе!Ҡайҙа бүләктәр?
Һаран апай.Әйтмәйем.
Ҡыш бабай.Туңдырам бит мин һине хәҙер,Һаран!
Һаран апай.Туңдыра күрмә,Ҡыш бабай.Мин әйтәм,әйтәм бүләктәр ҡайҙа икәнен.Тик миңә лә күстәнәс бирерһегеҙ әле.Магазинда кәнфиттәр,чупа чупс,мәмәйҙәр күп ул,тик миңә аҡсам жалкы,мин аҡсамды йыйып барам.
Ҡыш бабай.Ярай,ярай.Минән байрам күстәнәсе булыр.(Кәстрүлгә ҡар бөртөгө һала ла бутай,шунан тәмләп ҡарай).
Ҡыш бабай.Их,әҙерәк кенә писугы әҙәрәк.Ҡайҙа әле,Һаран,писугың юкмы?
Һаран апай.Бар...Тик ҡара уны,күп һалма,әҙ генә төшөр ,әҙ генә.
Ҡыш бабай.(бутай ҙа тәмләп ҡарай.)Ммм,тәмлеее!Тик саҡ ҡына май төшөрөргә кәрәк.Ҡайҙа,Һаран, майың да барҙыр ,һалып ебәрәйек.
Һаран апай.Бөтөрә инде минең прадуктыны.Мә!Күп һалма түльке,самалап ҡына һал.
Ҡыш бабай.(бутай ҙа тәмләп ҡарай)Ммм.Бына хәҙер әҙер.(Кәстрүлдән Һаран апайға петушок кәнфитен сығарып бирә)
Һаран апай.Бына рәхмәт!(ҡыуана)Мин дә бүләктәрен бирәм балаларҙың.Әйҙәгеҙ миңә ярҙам итегеҙ.
Бергәләп бүләктәрҙе керетәләр.Бүләктәр таратыу.
Ҡыш бабай.Ярай,балалар!Миңә китергә ваҡыт.Мине икенсе балалар баҡсаһында көтәләр.Һау булығыҙ.
Хушлашыу.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
белмэмеш мажаралары (пдд)
Кичәдә катнаша:Белмәмеш, балалар, ЮХИДИ хезмәткәре, шофер, Белмәмешнең әтисе, юл патруль хезмәткәре, юл билгеләре, Кызыл Калфак, Йомры Күмәч....
Гномик мажаралары
Приключения гномика в лесу перед новым годом....
Сценарий для выпускного бала в детском саду на татарском языке "Хоттабыч мажаралары"
Сценарий будет полезен в работе музыкального руководителя в национальных (татарских) группах. Сюжет основан на приключениях Старика Хоттабыча....
Конспект занятия по окружающему миру в подготовительной группе на тему «Поможем бабушке (Анна апай) найти домашних животных» с применением ИКТ.
Муниципальное бюджетное дошкольное образовательное учреждение «Дебесский детский сад №1» Конспект занятия по окружающему миру в подготовительной гр...
Развлечение "Сказки Орины апай" ("Сказки тетушки Ирины")
Все мы родом из детства. Все мы воспитывались на сказках. А вот и сказка......
Краеведение в детском саду. Конспект занятия в старшей группе « В гостях у Тома апай»
Цель: воспитание у учащихся чувства патриотизма, приобщение детей к культуре и быту удмуртского народа, уважения к национальному искусству, любви к родному краю, городу.Задачи:Образователь...
Тема: “Математика илендә йәшәүсе Өкө апайға ярҙам итеү ”
Башланғыс ябай математик төшөнсәләр биреү эшмәкәрлеге...