Тема: “Математика илендә йәшәүсе Өкө апайға ярҙам итеү ”
план-конспект урока по математике (старшая группа)

Давлеткулова Нурсиля Расуловна

Башланғыс ябай математик   төшөнсәләр              биреү эшмәкәрлеге

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл БЯМТ План- конспект урока604.47 КБ

Предварительный просмотр:

Бурыстар :

Өйрәтеүсе :

  • 1 ҙән 10 ға тиклем кире һәм ыңғай һанауҙы ҡабатлау
  • Аҙна көндәрен,йыл миҙгелдәрен атап әйтеүҙе нығытыу
  • Бирелгән һандың эргәһендә торған ике һанды ҙур,бәләкәй,тигеҙ тамғаларын ҡулланып сағыштырыуҙы нығытыу
  • Өҫтә-аҫта,өҫтөндә-аҫтында,уңда-һулда,уртала,ситендә,мөйөштә,эргәһендә терминдарын нығытыу
  • Балаларҙың геометрик фигуралар тураһында алған белемдәрен (төҫө,формаһы,ҙурлығы) нығытыу

Үҫтереүсе :

  • Логик фекерләүҙәрен,иғтибарлылыҡтарын, уйлау һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу
  • Фекерләү ҡеүәләрен,бәйләнешле телмәрҙәрен,үҙ фекрҙәрен әйтә белергә булышлыҡ итеү

Тәрбиәүи :

  • Үҙ аллылыҡ, уҡыу бурыстарын аңларға һәм уны үҙ аллы башҡарырға өйрәтеүҙе тәрбиәләү
  • Математика дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

Методик алымдар :

Уйын ( сюрприз момент ҡулланыу)

Күргәҙмә (иллюстрациялар ҡулланыу)

Һүҙ (иҫкәртеү,күрһәтеү,һорауҙар,балаларҙың шәхси яуаптары)

Дәртләндереү,дәрескә анализ.

Йыһазландырыу : Магнит таҡтаһы,һандар,тамғалар,геометрик фигуралар,туп, хат,медальдәр

Таратма материал :  Һәр  бер бала өсөн һандар йыйылмаһы,һандарҙы сағыштырыу өсөн күнегеүҙәр карточкалары,геометрик фигуралар,ҡәләмдәр

Дәрес барышы :

Тәрбиәсе :- Балалар,мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын ! Беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән,әйҙәгеҙ улар менән һаулыҡ һорашайыҡ.

Балалар : - Һаумыһығыҙ.

Тәрбиәсе :-  Әйтегеҙ әле бөгөн аҙнаның ниндәй көнө ?

Балалар : Бөгөн кесаҙна 

Тәрбиәсе :-  Бөгөн иртәнсәк минең  электрон почтаға видео хат килгән ине,ҡарағығыҙ киләме ?

Балалар : Эйе.

«Һаумыһығыҙ дуҫтар, Мин Бөйөк  математикалар илендә  йәшәүсе Өкө апайығыҙ булам.Беҙҙең илебеҙҙә көслө дауыл  булды.Һандар,аҙна көндәре үҙ урындарынан осоп китеп,буталып бөттө. Ә геометрик фигуралар менән тамғалар исемдәрен онотто. Балалар,беҙгә һандарҙы үҙ урындарына ҡуйырға,Геометрик фигураларҙың исемдәрен иҫтәренә төшөрөргә  ярҙам итегеҙ әле,зинһар.

Тәрбиәсе :-  Балалар Өкө апайға ярҙам итәбеҙме ?

      Балалар : Әйе.

     Тәрбиәсе :-  Бының өсөн беҙгә Математикалар иленә сәйәхәткә барыр кәрәк. Әйтегеҙ әле балалар һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?

Тәрбиәсе :-  Ә беҙ унда беҙ нимә менән барырбыҙ икән ?Быны белер өсөн,һеҙҙең алдығыҙҙа ятҡан аҡ ҡағыҙҙа рәт буйынса һандарҙы тоташтырып сығырға кәрәк.

(Балалар үҙ-аллы эшләйҙәр)

Тәрбиәсе :-   Шулай итеп беҙ Математика иленә нимә менән барабыҙ ?

Балалар : Позд менән барабыҙ.

Тәрбиәсе :-    Әйҙәгеҙ,поездға ултырҙыҡ сәйәхәткә сыҡтыҡ.

(Поезд тауышы ишетелә)

Тәрбиәсе :-    Бына беҙ һеҙҙең менән Математика иленә лә килеп еттек.Ҡарағыҙ әле, Өкө апай беҙгә конверттар ҡалдырған.Беренсе ниндәй конвертты асабыҙ?

Балалар : Беренсе конвертты,сөнки унда 1 һаны яҙылған.

1-се конвертты асабыҙ

Балалар был ниндәй фигура ?

Балалар : Дүртмөйөш 

Тәрбиәсе :-     Дөрөҫ, ҡарағыҙ әле,ә ни өсөн ул моңһоу икән ?

(балаларҙың яуаптары)

Дүртмөйөш үҙенең дуҫтарын юғалтып бөткән,табырға ярҙам итәбеҙме ? Һеҙҙең алдығыҙҙа төрлө фигуралар ята,улар нисек атала кем әйтә ?әйҙәгеҙ беҙ шул фигураларҙы бөтәһен бергә аҡ ҡағыҙға йыяйыҡ.

Һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ ҡағыҙ,һәм төрлө фигуралар.Күнегеүҙе тыңлайбыҙ.

  • Өсмөйөштө ҡағыҙҙың өҫкө һул  мөйөшөнә ҡуйығыҙ(треугольник поставте на левый верхний угол листа)
  •  Ҡағыҙҙың аҫҡы уң мөйөшөнә,квадрат ҡуйығыҙ(квадрат поставте на нижний правый угол листа)
  • Ҡағыҙҙың уртаһына  күп мөйөш(многоугольник) ҡуйығыҙ
  • Аҫҡы һулаҡай мөйөшкә дүртмөйөш ҡуйығыҙ(На нижний левый угол  листа поставте  прямоугольник)
  • Өҫкө уң мөйөшкә түңәрәк ҡуйығыҙ

Ә хәҙер тикшерәйек

  • Был фигуралар нисек атала ?(геометрик фигуралар)
  • Наҙгөл,ҡағыҙҙың аҫҡы уң  мөйөшөнә ниндәй фигура ҡуйҙың ?(скажи пожалуйста куда ты поставила квадрат)
  • Шамил  түңәрәкте ҡайҙа ҡуйҙың ?(куда ты постави круг )
  • Рәсим күп мөйөштө  ҡайҙа ҡуйҙың ?(многоугольник)

Тәрбиәсе :-     Балалар беҙ геометрик фигураларҙы бер урынға йыйҙыкмы ?

Артабан, ҡыҙыл менән күк конверт араһында ятҡан конвертты асайык, ул ниндәй  төҫтәге конверт ?

Балалар : Һары төҫтәге конверт  

2 –се конвертты асайык

Тәрбиәсе :-     Конверт эсендә нимәләр ята ?

Балалар :  Һандар ята

Тәрбиәсе :-     Өкө апай беҙгә һандар менән уйнап алырға тәҡдим итә,уйнайбыҙмы ?  Бөтәбеҙҙә урындарҙан торҙоҡ,мин музыка ҡуям,һеҙ бейейһегеҙ,музыка һүнһә,ниндәй булһа ла һанды алып,рәт буйынса теҙелеп тораһығыҙ. Башланыҡ.

 Күмәкләп 1 ҙән 12 гә тиклем һанайбыҙ

киреһенсә 12 нән  1гә хәтлем һанап күрһәтегеҙ

  • Әйҙәгеҙ тикшерәйек,3 менән 5 араһында ниндәй һан ҡуйҙығыҙ ?
  • 7менән 9 араһында ниндәй һан?
  • 1 менән  3 араһында ?
  • 4 менән 6 араһында ?

3 һанынан 1гә күп булған һанды әйтегеҙ әле(назови соседа на 1 больше)

  • 5 һанынан 1 гә әҙбулған һанды әйтегеҙ әле(на 1 меньше)
  • 7 һанынан 1 гә күп булған һанды әйтегеҙ әле

Афариндар,был күнегеүҙе лә  башҡара алдығыҙ.Хәҙер һәр бер һан үҙ урынын тапты.

3- се конвертты асайыҡ

Тәрбиәсе :-      Ә хәҙер әйҙәгеҙ минән икенсе ятҡан конвертты асайыҡ,ул ниндәй конверт ?

Балалар :   Ҡыҙыл конверт

Таҡтала 2  *  5,   5  *  5,   6  * 4  (балалар алдында карточкалар) <, >, =

Математик тамғалар ярҙам һорай,улар нимә өсөн кәрәклеге икәндәрен онотҡандар.Әйтегеҙ әле,был тамғалар нимәне күрһәтә ?Улар нисек атала ?(һандарҙы сағыштырыу өсөн кәрәк,уларҙы ҙурлыҡ ,бәләкәйлек,тигеҙлек тамғалары тип атайҙар).Афарин балалар,Тамғалар үҙҙәренең нимәгә кәрәклеген иҫләнеләр .

Ял минуты

Бер - баҫайыҡ ,киреләйек,

Ике,тигәс эйеләйек.

Өс тигәндә тура баҫ,

Дүрт тигәндә сүкәйҙек,

Биш тигәс тә баҫайык ,

Алты тигәс бер –бер артлы

Аяҡтарҙа һикерәйек.

Ә етелә ултырайыҡ.

Тәрбиәсе :-     Аҡ төҫтә булмаған конвертты асайыҡ.Ул ниндәй конверт ?

Балалар :   Ул күк төҫтәге конверт

4 – се конвертты асайыҡ

Мәсъәләләр сисергә кәрәк.

Три пушистых кошечки

Улеглись в лукошечке

Тут Одна к ним прибежала

Сколько вместе кошек стало ?

  • Сколько в начале было кошек в лукошечке ?
  • Прибежало сколько кошки?
  • Сколько всего стало ?
  • 3 + 1 =4

Четыре спелых груши

На веточке качались

 Две груши снял Павлуша,

А сколько груш осталось ?

  •  Сколько было груши ?
  • Сколько снял Павлуша ?
  • Сколько осталось ?
  • 4 – 2 = 2

Киреһенсә әйт 

Туп менән уйын уйнап алайыҡ .

Көн- төн

Ҡыш –йәй

Күп – әҙ

Яҡшылыҡ- Яманлыҡ

Шатлыҡ –Ҡайғы

Алыҫ – Яҡын

Оҙон –ҡыҫҡа

Ҙур –бәләкәй

Йыуан – нәҙек

Аҡ- ҡара

« Дөрөҫ – Дөрөҫ түгел »

  • Иртәнсәк ҡояш уяна
  • Иртәнсәк гимнастика эшләргә кәрәк
  • Иртәнсәк йыуынырға ярамай
  • Көндөҙ ай ныҡ яҡтырта
  • Иртәнәсәк балалар балалар баҡсаһына бара
  • Кискеһен төшкө аш ашайбыҙ
  • Аҙнала 7 көн
  • Шәмбенән һуң йәкшәмбе килә
  • Бөтәһе 5 йыл миҙгеле бар
  • Яҙ миҙгеле йәйҙән һуң килә

Тәрбиәсе :-     Ә хәҙер һуңғы конвертты асайыҡ.Ул ниндәй төҫтәге конверт ?

Балалар :   Ул аҡ төҫтәге конверт

5 – се конвертты асайыҡ

Тәрбиәсе :-    Ә хәҙер балалар һуңғы конвертты асайыҡ.Был конвертта тырышлығығыҙ, ярҙамығыҙ өсөн Өкө апай һеҙгә  бүләктәр  әҙерләгән.

Йомғаҡлау :

  • Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа булдыҡ?
  • Нимә оҡшаны?
  • Нимәләр эшләнек ?

                                            D:\для презентаций\абстрак.фоны\30 АБСТРАКТНЫХ\5f4d3cf5f2d4.jpghttp://img1.liveinternet.ru/images/attach/c/5/89/174/89174539_c9.jpg

                                       

           

 Башҡортостан  республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының

                       “Ҡурай бала үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”

            Муниципаль мәктәпәкәсә белем биреү  бюджет учреждениеһы

Башланғыс ябай математик   төшөнсәләр              биреү эшмәкәрлеге

(аң-белем үҫеш өлкәһе)

Тема: “Математика илендә йәшәүсе Өкө апайға ярҙам итеү ”

(Мәктәпкә әҙерлек  төркөмө)

                                                                          Әҙерләне : тәрбиәсе

                                                                       Дәүләтҡолова Н.Р

                                         

                                                  Сибай – 2018


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе.

Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе....

Тема: “Математика илендәге “Теремкәй” әкиятенә сәяхәт”

“Математика илендәге “Теремкәй” әкиятенә сәяхәт”...

Варианты познавательно-исследовательской деятельности для детей старшего дошкольного возраста с целью математического развития по темам: «Математика на кухне», «Математика на прогулке»

Экспериментально-исследовательская деятельность - один из видов проблемно-игровых технологий. Она направлена на самостоятельный поиск и проиобретение детьми новой информации....

Конспект: «Математика илендәге “Теремкәй” әкиятендә кунакта “

Конспект: «Математика илендәге “Теремкәй” әкиятендә кунакта “ Зурлар төркемендә математик күзаллауларын формалаштыру буенча белем бирү эшчәнлеге. Максат: информацион ...

Математика илендәге “Теремкәй” әкиятенә сәяхәт.

Математика илендәге “Теремкәй” әкиятенә сәяхәт.Икенче кечкенәләр төркемендә математикадан оештырылган эшчәнлек Максат: Дьенеш блоклары  ярдәмендә модельләштерү технологияләр...

Математика илендә

Математика илендә                                    ...

сөйләм үстерү буенча шөгыль конспекты Тема: “Уенчыклар илендә кунакта” Мустафина Г.К. Тема: “Уенчыклар безнең якын дуслар ”

Уртанчылар төркемендә сөйләм үстерү буенча  шөгыль конспектыТема: “Уенчыклар илендә кунакта”  Мустафина Г.К.Тема: “Уенчыклар безнең якын дуслар &rdquo...