ЯҢЫ ЙЫЛ СЦЕНАРИЙЫ (Өлкән төркөм)
план-конспект занятия (старшая группа)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yany_yyl_stsenariyy.docx | 594.77 КБ |
Предварительный просмотр:
ЯҢЫ ЙЫЛ СЦЕНАРИЙЫ
«Ҡарһылыуҙар кастингы» (Өлкән төркөм)
Маҡсат:
- йырҙарҙы ,бейеүҙәрҙе үҙ-алла башҡарырға өйрәтеү;
- бейеүҙәр, йырҙар,шиғыр аша балаларҙың телмәрен үҫтереү;
- әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрөү һәм әкиәттәргә ҡыҙыҡһындырыу;
- йырҙарҙы хәрәкәттәр менән башҡарырға ҡыҙыҡһындырыу;
Йыһазландырыу: сумаҙан,уйынсыҡ бесәй,һыу ҡойғос,ҙур бау,тоҡ
Байрам барышы:
Көй аҫтында залға алып барыусы һәм балалар сығалар.
Көй аҫтында балалар инә.
Алып барыусы:
Һағындырып , бик көттөрөп,
Килеп етте өр-яңы йыл!!!
Тормошҡа ла, күңелгә лә,
Һалыр өсөн өр-яңы юл!!!
Балҡый Яңы йыл шыршыһы!
Байрамға йырҙың , шиғырҙың ,
Әҙер иң-иң яҡшыһы!
Шиғырҙар
Йыр “В лесу родилась елочка”
(балалар ултырышалар)
Алып барыусы: Һәр йыл һайын Яңы йыл алдынан беҙгә ҡунаҡҡа тылсымлы ӘКИӘТ килә. Уны беҙгә Ҡарһылыу алып килә. Әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләп уны саҡырайыҡ!
- Ҡарһылыу, кил беҙгә ҡунаҡҡа! Алып кил ӘКИӘТ һин беҙгә бүләккә! (Бөтәһе бергә)
Музыкаль фон. Залға ҡәнәғәтһеҙлек йөҙөнә сыҡҡан Ҡарһылыу килеп инә.
Ҡарһылыу: Булды! Етте! Ялҡытты! Минән башҡа бөтәһе лә Яңы йылда ял итәҡсат;ләр, күңел асалар, бүләктәр алып ҡыуаналар..Ә мин? Ә мин һәр ваҡыт эшләйем дә эшләйем: йә йырлайым, йә бейейем,йә шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнайым, йә бүләктәр таратам... то им спой, то станцуй, то хоровод вокруг елки води, то подарки дари. Етте!Булды! Отпускыға китәм-ял итергә! Ҡар иленә- Төнъяҡ полюсҡа! Рәхәтләнеп ҡарҙа ятып һалҡын һауа һулармын! Ап-аҡ ҡарҙан да нығыраҡ сафланырмын,ағарырмын !
(Сумаҙанын ҡулына алып, ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәрен кейеп,китергә йыйына)
Алып барыусы: Ә Яңы йыл ? Ҡарһылыу, һинһеҙ ниндәй Яңы йыл байрамы булһын,ти?! Зинһар ташлап китмә беҙҙе,Ҡарһылыу!
Ҡара әле- ана нисек балалар һине көтә! Ә Ҡыш бабай? Уның тураһында уйланыңмы ? Һинһеҙ ниндәй Яңы йыл булһын ти?!
Ҡарһылыу: Шулаймы ни?!(мыҫҡыллы итеп) Унда минең эшем юҡ!Улай ныҡ кәрәк булғас, табырһығыҙ әле берәй яйын. Китәм тигәс-китәм инде! Чао! (залдан сығып китә)
Алып барыусы: Балалар, ни эшләргә икән беҙгә? (Балалар: Ҡыш бабайҙы саҡырырға)
Әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ. Ул,әлбиттә, берәй яйын табыр ..
(Ҡыш бабайҙы саҡыралар)
Көй аҫтында Ҡыш бабай килеп инә
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ балалар!
Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!
Эй ашыҡтым байрамға,тип…
Күрәм: мине көткәнһегеҙ..
Килдем һеҙҙе күрергә тип,
Һаҡалтайҙан-Ҡыш бабайҙан
Барығыҙға ла сәләм!!!
Алып барыусы: Һаумы,һаумы Ҡыш бабай!Әлбиттә, көттөк. Йырҙар-бейеүҙәр әҙерләнек
Йыр “Ҡыш бабай” (перевод со сборника “Колокольчик)”
Ҡыш бабай: Һай, афариндар!Үҙемдең ейәнсәремде- Ҡарһылыуҙы- күрмәйем?
Алып барыусы: Ҡарһылыу арыған, отпускыға, ялға тип, Төнъяҡ полюсҡа осто. Беҙ уға ялынып ҡараныҡ, ләкин тыңламаны . “Берәй яйы сығыр әле, кәрәкһә, яңы Ҡарһылыу табырһығыҙ” –тине..Ҡарһылыуһыҙ ниндәй Яңы йыл булһын инде!?
Ҡыш бабай: Ҡыйын хәәл! Уйларға кәрәк. Әйҙәгеҙ әле,балалар,бергәләшеп уйлайыҡ!Тәүҙә бына ошолай уң ҡулға яңаҡты ҡуйып, ә унан- һулға. (күрһәтә)
Нимә эшләргә икән беҙгә? (уйлап тора).
Алып барыусы: Әһә,Ҡыш бабай!Мин уйлап таптым! Беҙгә тиҙ генә интернет селтәренә “Иң шәп Ҡарһылыу роленә кастинг үткәрелә!”- тигән иғлан бирергә кәрәк.
Ҡыш бабай: Бына,исмаһам,баш үҙеңдә! Хәҙер яҙам (кеҫә телефоныны төймәләренә баҫҡыслай))
Бына булды!
Ҡыш бабай: (борсоулы) Тик ваҡыт бит көтөп тормай. Ҡасан табабыҙ әле күңелгә хуш килгән Ҡарһылыуҙы!?
Ҡыҙ (Ҡарһылыу) Ҡыш бабай, һин ҡайғырма! Теләһәң, мин Ҡарһылыу булам?
Ҡыҙҙар: Мин дә! Мин дә! Мин дә!
Ҡыш бабай: Бына, афарин, ҡыҙҙар! Әйҙәгеҙ, бөтә Ҡарһылыуҙар, сығығыҙ!
“Ҡарһылыуҙар бейеүе”
Ҡыш бабай: Афарин, Ҡарһылыуҙар! Бына беҙҙең КАСТИНГ башланды ла инде!
Алып барыусы: Иғтибар, кастинг дауам итә!Киләһе Ҡарһылыуҙы ҡаршы алайыҡ!
(Маша инә)
Маша: Сәләм, дуҫтар! Беҙ, Айыу менән уйланыҡ та-уйланыҡ та, минән дә шәберәк Ҡарһылыу булмаҫ ул, тинек. Мин шул тиклем етеҙ, шаярырға яратам!Әйҙәгеҙ әле, бергә күңел асайыҡ!
Уйын«Снегоход»
Маша: Шунан, минән яҡшы Ҡарһылыу килеп сығамы?
Ҡыш бабай: Маша, һин куңелсәк (шаян) ҡыҙыҡай, әммә иң мөһиме- һиңә Шыршыны ҡабыҙырға кәрәк.
Маша: Уны ғына булдырырбыҙ! ( шыршыға табан атлай) 1,2,3, Шыршы ян, шыршы ян! Янмайсы ..(тотоп ҡарай) Йә, ян инде!
Шыршы тауышы: Теймәгеҙ һәм миңә ҡарап тын алмағыҙ!.Иҫтән яҙып йығылыуым мөмкин!
Ҡыш бабай: Иҫтән яҙып бара...,аңлашылды. Маша, һыу эскеһе килә. .Уға тиҙерәк һыу ҡойорға кәрәк(Маша лейка менән һыу һибә- һыу сылтыраған тауыш ишетелә)
Шыршы тауышы: һыу ҡоймағыҙ әле миңә, хәҙер генә серетәгеҙ бит!
Ҡыш бабай: Шыршыны киптерергә кәрәк. Әйҙә, Маша өрөп ҡарайыҡ. Ҡыҙҙар – малайҙар ярҙам итегеҙ!(өрәләр, Маша шыршы тирәләй йүгереп йөрөй)
Шыршы тауышы: Әй, өрмәгеҙ әле, ауырытағыҙ бит мине!
Алып барыусы: Маша, шунан килеп сыҡманымы? ( Маша баш сайҡай)
Ҡайғырма,һин иң шаян Ҡарһылыу булыр инең! Маша, әйҙә беҙҙең байрамда ҡал!
Ҡыш бабай: Йәәә, артабан ни эшләйбеҙ?
Алып барыусы: Артабан шул -Ҡарһылыу эҙләйбеҙ!
Иғтибар, иғтибар Кастинг дауам итә, киләһе ҡарһылыуҙы ҡаршы алайыҡ!
Фрекен Бок килә. Фонограмма «Тема из м/ф «Малыш и Карлсон»
Фрекен Бок: Һаумыһығыҙ! Һаумыһығыҙ!
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ! Зинһар өсөн, үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ!
Фрекен Бок Нисек инде!? Һеҙ мине әллә танымайһығыҙмы ? Мин бит Фрекен Бок! « Малыш һәм Карлсон» йәнһүрәтенән! Мин – әҙер-Ҡарһылыу!
Алып барыусы: Ғафү итегеҙ, һеҙ Кастингтың талаптарына тап килмәйһегеҙ!
Фрекен Бок Мин? Мин тап килмәйем. Һеҙ үҙегеҙ уҡынығыҙмы һуң нимә яҙғанығыҙҙы? Төҫкә сибәр, йәш, насар ғәҙәттәре булмаған, балалар менән эшләп өйрәнгән .... Был бит тап минең турала! Ә иң мөһиме –тәрбиә эшен белгән! Был,әлбиттә,мин! Иң тәртипһеҙ балалар ҙа минең тәрбиәлә ебәк кеүеккә әйләнәләр!
Балалар, бында байрамға килер алдынан аяҡтарығыҙҙы яҡшы итеп йыуғанһығыҙҙыр,тип ышанам? Улайһа, әйҙәгеҙ, бейеп алайыҡ!
Уйын - бейеү (на ускорение Опаньки)
Фрекен Бок: Шәп, бәләкәстәрегеҙ! Әммә уларҙы мотлаҡ тәрбиәләргә кәрәк!
Алып барыусы: Рәхмәт, хөрмәтле Фрекен Бок! Тик һеҙ балалар менән бигерәк ҡаты, уҫал итеп һөйләшәһегеҙ, байрам кәйефен боҙаһығыҙ.. һеҙҙең кеүек Ҡарһылыу кәрәкмәй беҙгә!
Ҡыш бабай: Кастинг дауам итә! Киләһе Ҡарһылыу!
Фрекен Бок: Нисек инде улай?! Ҡарауыл!!! Мине- бер яҡлаусыһыҙ йән эйәһен –йәберләйҙәр! Мин һеҙгә күрмәкәйегеҙҙе күрһәтермен әле! Мин, мин....һеҙҙе кәрәк ергә ошаҡлаясаҡмын!(сығып китә)
Алып барыусы: Ҡарһылыу эҙләүҙе дауам итәбеҙ! Кастинг дауам итә! Киләһе Ҡарһылыуҙы ҡаршы алабыҙ!
«Ҡар батшабикәһе» килеп инә. Фонограмма.
Ҡар батшабикәһе: Һаумыһығыҙ! Уф, ҡайһылай эҫҫҫе бында!
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ! Үҙегеҙ менән таныштырһағыҙ ине!
Ҡар батшабикәһе:Мин- Ҡар батшабикәһе! Ҡар һәм боҙҙар батшалығынан килдем. Мин бер ваҡытта ла өшөмәйем.. Ни тиклем һалҡыныраҡ булһа, миңә-шул тиклем яҡшыраҡ!
Алып барыусы: Ҡар батшабикәһе, әллә һеҙ ҙә Ҡарһылыу булып ҡарарға булдығыҙмы?
Ҡар батшабикәһе Әлбиттә! Беҙҙең бит хатта исемдәр ҙә оҡшаш..”Ҡар” ҙан башлана улар... Үҙ батшалығымда ҡапыл күңелһеҙ булып китте миңә ..Ә бында...күрәм: балалар бик күп һәм бик барыһы ла шат,байрам көтә!
Алып барыусы: Хуш килдегеҙ, Ҡар батшабикәһе! Тик шуныһы: һеҙ нисек итеп беҙҙең балаларҙың күңелен асырһығыҙ икән!?- Һеҙ бит көлөү түгел,хатта йылмайыуҙың ни икәнен дә белмәйһегеҙ?!
Ҡар батшабикәһе Ә күңел асыу шул тиклем кәрәкме ни?! Миңә ҡалһа, балаларҙың иғтибарын, аҡылын тикшереп ҡарау хатта файҙалыраҡ булыр һымаҡ ! Бына ошолайтып:
Әгәр зә мин берәй аҡ һәм ҡарлы-боҙло нәмәнең исемен әйтһәм, һеҙ сәпәкәй итәһегеҙ, әгәр ҙә икенсе төрлө булһа, аяҡ менән тыпырҙайбыҙ (күрһәтә)
Әйҙәгеҙ әле- башланыҡ!
Ҡыш(сәпәкәй) Ҡар (сәпәкәй) Төлкө (тып-тып) Көрт (сәпәкәй)
Боҙбармаҡ (сәп.) Ҡуян (сәп) Шыршы (тып) Турғай(тып)
Туңдырма( сәп) Алма (тып) Кәнфит(тып) Үлән (тып) Ҡыш бабайҙың һаҡалы (сәп)
Ҡыш бабай: Яҡшы!. Ә һеҙ бына берәй хәрәкәтле уйын ойоштора алаһығыҙмы балалар менән?
Ҡар батшабикәһе Мин күп хәрәкәтләнергә яратмайым,сөнки иреп бөтөүҙән ҡурҡам ..Шуға ла мин хәрәкәт уйындарын түгел,ә аҡыл (баш)уйындарын нығыраҡ яратам.. Киләһе уйын тап бына шундай. Шыршы тураһында шиғыр уҡыйым. Әгәр шыршыла мин әйткән нәмә булһа, сәпәкәй итәбеҙ һәм «бар-бар» тип әйтәбеҙ. Әгәр юҡ икән- аяҡ менән тыпырҙайбыҙ һәм «юк-юк» тибеҙ.
Яңы йыл шыршыһын йыл һайын беҙ биҙәйбеҙ, уйынсыҡтарҙың төрлөһөн беҙ шыршыла күрәбеҙ:
Унда бар шартлатҡыстар(хлопушки) - ( сәпәкәй итәләр)-бар-бар
Йомшаҡ мендәр-яҫтыҡтар- ( тыпырҙайҙар)- юҡ-юҡ
Оләсәйҙең сынаяғы -
Матур-матур уйынсыҡтар-
Ап-аҡ ҡар бөртөктәре-
Иҫке-моҫҡо башмаҡтар(ботинки)-
Төҫлө быяла шарҙар-
Һәм ағас ултырғыстар-
Ҡар батшабикәһе Афариндар! Ултырығыҙ! Йә,шунан? Мин Ҡарһылыу роленә бараммы? Ҡарһылыу була аламмы?
Ҡыш бабай: Юҡ шул, Ҡар батшабикәһе! Балалар бейергә лә, йырларға ла яраталар. Ә һеҙҙең ундай уйындарығыҙ юҡ икән. Шулай булғас- һау булығыҙ!Хушығыҙ!
Ҡар батшабикәһе:Һы.. Бик иҫем китеп тә тормайсы!.. Ҡарһылыу булырға ул тиклем үк теләгем дә юҡ ине әле!
Һеперткегә атланған Мәскәй әбей килеп инә
Мәскәй әбей: О-хо-хо-хо! Жёсткая посадка получилась! Ҡайһылай ҡапыл,ҡаты итеп килеп төштөм әле ергә...Һеперткем һынып, таралып китә яҙҙы хатта.. (өҫ-башын йүнәтә) Сәләм-сәләм!
Ҡыш бабай: Бабушка, скажи на милость, да откуда ты свалилась?Мәскәй әбей, әйт әле- ҡайҙан килеп төштөң ул һин беҙгә?
Мәскәй әбей: Мин Париждан осоп килдем! Матурлыҡ конкурсында ҡатнаштым унда.Ҡарһылыу булып ҡарарға теләгем. Кастингта ҡатнашайым тигәйнем! Күрәһегеҙ: матурмын да, һомғолмон да, әле йәп-йәш бит әле мин!
Алып барыусы: Ғәфү итегеҙ,ханым, ә нисә йәш әле һуң һеҙгә?
Мәскәй әбей: Что за вопрос! Возраст женщины секрет! Я выгляжу на 20лет! Ул ниндәй һорау тағы?! Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар! 20 йәшлек ҡыҙҙар кеүекмен әле мин!
Стрижка, макияж, подтяжка! Посмотри, какая милашка!
Ҡарағыҙ әле миңә!Ҡойоп ҡуйған Ҡарһылыумын!
Ой, күпме балалар бында!Яратам мин уларҙы!
Һәләтле балалар өсөн әҙер минең уйындарым!
Ҡыш бабай: Юҡ-юҡ! Һин бөтөнләй Ҡарһылыуға оҡшамағанһын!
Мәскәй әбей: Да ваша Снегурка - безобразница, она та ещё проказница!
Она к вам приходит летом, раздает вам всем котлеты?дети: Нет!
Мәскәй әбей: С ней Дед Морозовский мешок, а в нем шнурки и гребешок? дети Нет!
Мәскәй әбей: А Снегурочка одна не ходит, Она бабусеньку-Ягусеньку с собою водит. дети. Нет!
Мәскәй әбей: И ты, Дед Мороз, весь конопатый, борода твоя из ваты?Д. М.: Нет!
Алып барыусы: Баба Яга, оставь свои проказы и не порти детям праздник.
Мы сюда пришли плясать, веселиться и играть. Мәскәй әбей, үҙеңдең этлектәреңде ҡуйып тор- балаларҙың байрамын боҙма! Беҙ бында уйнап-көлөп,күңел асырға килгәнбеҙ!
Мәскәй әбей: Ну, так и давайте танцевать! Я ведь в нашем лесу дискотеки провожу. Хотите, дети, модный танец покажу? Һуң, шулай булғас ни?!Әйҙәгеҙ,бейергә! Мин бит урманыбыҙҙа дискотекалар үткәрәм. Берәй модный бейеү бейеп күрһәтәйемме үҙегеҙгә!
Мәскәй әбей бейей
Мәскәй әбей Йә, шунан? Шәп Ҡарһылыу сығамы минән?
Ҡыш бабай: (с иронией). Ҡуй инде..-.шәптең аръяғы! (в сторону) Где ж настоящая Снегурочка сейчас? Эйй, ҡайҙа ғына икән үҙемдең ҡыҙым-ысын Ҡарһылыуыбыҙ???
Мәскәй әбей: Ҡарһылыу ҙа Ҡарһылыу тип ҡаҡылданығыҙ бит,әәә! Килмәйәсәк ул! Яратмай ул һеҙҙе бөтөнләй! Алдаҡсы,хәйләкәр бит ул!Алығыҙ мине Ҡарһылыу итеп!
Ҡыш бабай: Ах, ты, вредная Яга! Лучше нашей Снегурочки никого нет. Ах,һин,яуыз Мәскәй әбей! Юҡты һөйләмә: Ҡарһылыу ундай түгел! Асыуландырма!Юғиһә,хәҙер бына өрөүем булыр- буран сығып, торған ереңдә боҙға әйләнерһең!!
Мәскәй әбей: Ойй,ҡотҡарығыҙ!Юлбаҫарҙар-дуҫтарым, ҡайҙа һеҙ?Ярҙам итегеҙ!
“Разбойниктар бейеүе”
Мәскәй әбей: Әәә! Ҡурҡтыңмы,Ҡыш бабай?!Ана ниндәй һаҡсыларым бар минең!
Ҡыш бабай: Бына нәмә,Мәскәй әбей,күп һөйләнеп торма! Бар әле,ҡайт һин үҙ урманыңа! (Мәскәй әбей өйөрөлөп-өйөрөлөп сығып китә)
Ҡыш бабай: Нимә эшләргә инде? Кастингтың файҙаһы булманы. Ҡарһылыу роленә береһе лә тап килмәне..Байрам булмай бит былай булғас..Туҡтағыҙ әле! Яңы йыл байрамы ул бит тылсымлы байрам..Тылсымға, мөғжизәгә ышанырға кәрәк!(Әйе)
Ҡарһылыуҙы беҙгә күңелле бейеү менән Яңы йыл –бәләкәй дуҫтарым ҡайтарасаҡ
“Яңы йыл бейеүе”
Тылсымлы көй яңғырай, ысын Ҡарһылыу килеп инә.
Ҡарһылыу: Нисек инде байрам булмаһын,ти?! Мин, Ҡарһылыу, бында, ҡабат һеҙҙең янда!
Алып барыусы: Ура! Был бит ысын мөғжизә! Ҡарһылыу беҙҙең менән!
Ҡарһылыу: Аңланым мин, балалар, һеҙһеҙ миңә лә ҡыйын!
Ҡыш бабай: Йә,булды.ҡыҙым! Борсолма!Барыһы ла яҡшы хәҙер! Балаларҙы Яңы йыл менән бергәләп ҡотларбыҙ!
Алып барыусы: Ҡыш бабай, ә нишләп беҙҙең шыршыбыҙ янмай икән һаман?
Ҡыш бабай: Әйе,ысынлап та,янмай. Әйҙәгеҙ,балалар, тылсымлы һүҙҙәр әйтеп, шыршыны бергәләп ҡабыҙайыҡ.
Ян,ян,ян шыршы
Бул һәр саҡ шулай ҡупшы!
(Уттары яна)
Алып барыусы:
Ниндәй матур беҙҙең шыршы!
Йым-йым итеп яна ул
Башлайбыҙ шыршы байрамын
Ҡотло булһын Яңы йыл!
Йыр «На пороге Новый год»
Ҡыш бабай: Бик матур йыр,балалар! Тик шуныһы борсой мине- түңәрәктән нисек сығырға икән миңә?
Балалар: Тәүҙә,беҙҙең менән уйна, шунан сығарырбыҙ! Игра «Кутерьма»
Ҡыш бабай: Бик шаян,йылғыр балалар йәшәй икән был балалар баҡсаһында!
Сюрпризный момент
Алып барыусы: Ҡыш бабай! Беҙ йырланыҡ та, бейенек тә, уйнаныҡ та...Ә бүләктәр алдыҡмы һуң?
Ҡыш бабай: Юҡ шул..Бөтөнләй баштан сыҡҡан..Ҡайҙа әле минең тылсымлы бауым?
(бауҙы шыршыға алып ташлай) (бауҙы һелтәп шыршыға ҙур тоҡ бүләктәр менән сыға)
Раздача подарков детям (из мешка)Ҡыш бабай:
- Рәхмәт, рәхмәт, балалар
Һаҡалтайҙы ҙурланығыҙ
Шиғыр ҙа һөйләнегеҙ
Матур итеп бейенегеҙ
Бик оҫта икәнһегеҙ
Күп һөнәр беләһегеҙ
Бына хушлашыу ваҡыты ла етте.Һау булығыҙ, дуҫтарым!
Ҡарһылыу:Киләһе йылда осрашҡанға тиклем.
Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай:Яңы йыл мен ән! Һау булығыҙ!
Алып барыусы: Һау булығыҙ!
(Ҡ.б һәм Ҡарһ. сығып китәләр)
Алып барыусы:
Хушлашыу ваҡыты етте
Һау булығыҙ, ҡунаҡтар!
Тағы балҡып үтеп китте
Бәхетле бер йылыбыҙ
(ҡул болғайҙар.Шыршы тирәләй әйләнеп залдан сығалар)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Үрүҥ уолан" күрэх сценарийа
Сценарий развлечения посвященный ко Дню защитников отечества...
«Шагаа-2014» тураскааткан байырлалынын сценарийи
«Аленушка» аттыг уруглар садынын«Шагаа-2014» тураскааткан байырлалынын сценарийи. Сорулгалары: Уругларга чаа чылдын шагаазынын дугайында билиндирер. Тыва улуст...
Өлкән төркөм өсөн көҙгө байрам иртәлегенең сценарийы "Йырлап уҙғарған йәй"
Нисек итеп сиңерткәнең йәй буйы йырлап,аҙаҡ ҡырмыҫҡаларға ярҙам һорап килеүе тураһында...
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...
Байанай бырааhынньыгын сценарийа
Сыала: Байанай ыйыгар анаан ыытыллыбыт улэни тумуктээьин . Саха киьитин торут дьарыга булт туьунан о5олор билиилэрин чинэтии, обугэлэр угэстэрин, булт с...