Өлкән төркөм өсөн көҙгө байрам иртәлегенең сценарийы "Йырлап уҙғарған йәй"
план-конспект занятия (старшая группа) на тему

Нисек итеп сиңерткәнең йәй буйы йырлап,аҙаҡ ҡырмыҫҡаларға ярҙам һорап килеүе тураһында

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Йырлап уҙғарған йәй29.63 КБ

Предварительный просмотр:

Зал төҫлө япраҡтар менән байрамса биҙәлгән,күңелле көй  аҫтында балалар залға инәләр.

Алып барыусы;: : һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар, ата - әсәләр, балалар!

 Алтын һибелгәндәй гүйә,

Һап-һары ерҙең өҫтө

Ағастарҙың да япрағы

Алтынға манған төҫлө

Һары япраҡтар ҡыштырлап

Һибеләләр туң ергә

Әйтегеһсе балалар

Был ҡайһы саҡ була? (Балаларҙың яуабы) 

Шиғырҙар

1  бала.

Бөгөн беҙҙә матур байрам,

Бөгөн беҙҙә көҙгө бал.

Көҙгө байлыҡ-муллыҡ менән,

Биҙәлгән беҙҙең был зал.

2 бала.

Китте йәй беҙҙең яҡтарҙан

Диңғез, тауҙар артына.

Көз алтын күлмәк кейҙерҙе

Ағастарҙың барыһына.

3 бала.

Көҙ көндәре килеп етте,

            Хушлашабыҙ йәй менән.

Бөтөн ерҙә япраҡтарҙан

Алтын келәм түшәлгән.

                       Йыр Бөтә ергә нимә булған»

(Йырҙан һуң ҡапыл күк күкрәй,балалар япраҡ менән баштарын ҡаплап уртаға өйөм булып барып ултыралар)

Ямғыр килеп сыға

Ямғыр: туҡтатығыҙ байрамды,күңелле йырҙарығыҙҙы, һеҙ нимә бында күңел асаһығыҙ!  Минең ҡағыҙәләрҙе белмәйһегеҙме?

        Барығыҙға ла моңһоуланырға.минән ҡурҡырға,

        Бейемәҫкә көлмәҫкә!мин йәшенле уҫал ямғыр!Хәҙер һеҙҙе һыулатам!(султанчик алып түңәрәк буйлап ямғыр яуҙырып  китә,балалар унан ҡасып урындарына барып ултыралар)

Алып барыусы; Ямғыр,ямғыр туҡта әле.һин улай шаярма!

                             Әйҙә беҙҙең менән байрамда ҡал!

(ямғырға ҡул сабалар.ул барып урынына ултыра)

Алып барыусы;  Әйе, бөгөн Көҙ байрамы!Ағастарҙың ҡоро япраҡтары унда-бында ғына ҡалдылар.Ҡоштар осоп киткәс,яландары йоҡлағандай шымға талдылар.Моңһоуланды урмандар,йылға күлдәр топ-тоноҡ,көҙ килде бит,көҙ килде.Әйҙәгеҙ ошо көндәрҙең,байрамдың сәбәпсеһе,алтын көҙҙө саҡырайыҡ!

Бергә; Көз, көз, алтын Көз,

           Без һине бик көтәбеҙ

           Килсе тиҙерәк безгә, Көҙһылыу!

Алып барыусы; Каршы алайыҡ хөрмәтле кунағыбыҙ Алтын Көҙҙө.

(Күңелле көй уйнай башлай, Көҙ зал түренә үтә.Ҡулында япраҡтар,емеш-еләктәр тултырылған кәрзин.)

Көз.        Хәйерле көн балалар!

         Мин-көҙ.Килдем һеҙгә,

         Көҙгө байлыҡ ҡулымда.

         Муллыҡ менән байлыҡ теләйем

         Кем осраһа юлымда

         Буш ҡул менән килмәнем,һеҙгә емеш-еләктәр менән уйын алып килдем.Тороғоҙ туңәрәккә!

                                               Уйын-йыр  «Көҙ һәм балалар»

Көҙһылыу : Рәхмәт балалар, бик күңелле итеп уйын уйнаныҡ.Ә һеҙ әкиәт яратаһығыҙмы? (яуаптар)Әйҙәгеҙ әкиәт иленә беҙ барайыҡ! (тылсымлы музыка,көҙһылыу өйрөлөп ала)

  Беренсе бала;    Мы спектакль свой начинаем

                              «Стрекоза и муравей».

                               в сказку-басню приглашаем,

                              Мы и взрослых, и детей!

Икенсе бала;     Сочинил ее когда-то

                             Добрый дедушка Крылов,

                             А сегодня мы, ребята,

                             Вспомним басню эту вновь!

Алып барыусы;  Бына оҙаҡламай һалҡын кыштар етер,  

                               ҡоштар инде, йыр йырламаҫ,

                               себен-серәкәй безләмәҫ,

                               Бал ҡорты бал эҙләмәҫ,.

                               Күбәләктәр осмаҫтар..........

Ошо көндө алдан хәстәрлап,Ҡырмыҫҡалар тырышып өй һала, Ә сиңерткә беҙҙең йыр йырлап йәмле йәйҙе үткәрә.

(Сәскәләр сығалар,бейейҙәр)

 

                                          Бейеү «Сәскәләрҙең бейеүе»

Беренсе сәскә; Болонда күп беҙҙең шикелле

                           Матур алһыу сәскәләр.

Икенсе сәскә; Барыбыҙҙа татлы хуш еҫлебеҙ

Өсөнсө сәскә; Тик Ел беҙҙе төрлө яҡҡа һелкетә,

                        Йылы ҡояш нурҙарынан айыра.

                        Күрәһең ергә көҙ килә,

Беренсе сәсәкә; уй,ҡарағыҙ, беҙҙең таждарыбыҙ һулып бара!( ултыралар) 

Бзз-бзз-бзз иткән тауыш сығарып бал ҡорттары килеп инәләр,бейеп сәскәләр эргәһенә барып ултыралар.

Беренсе бал ҡорто; Тиҙҙән көҙ етә, тирә яҡта барыһыла эш менән була.

Икесне бал ҡорто;  Хуш еҫле сәскәләр янында,бзлайбыҙҙа бзлайбыҙ бзз-бззз

Беренсе бал ҡорто; Һәр тамсыны йыябыҙ бз-бзз-бзз (сәскәләрҙән һут йыялар)

( Шул саҡ көй ишетелә,сиңерткә йырлап сыға)

           Сиңерткә йырлай;

Мин сиңерткә,сиңерткә

Аякларым Һикертә.

 Осорта ҡанаттарым

Минем рәхәт саҡтарым.

Мин сиңерткә,сиңерткә

Мине ҡыуып кем етә.

Һыуһағанда эсәремә.

Миңә тамсы һыу етә.

Лә-лә-лә-лә-лә                

Сиңерткә; һай күрмәйҙә торамын, Һаумыһығыҙ бал ҡорттары!хәлдәрегеҙ нисек?

Беренсе бал ҡорто; Ҡояшлы көндә рәхәтләнеп эшләбеҙ бына, ә һин сиңерткә ҡамасаулама беҙгә! (йүгерешеп сығып китәләр сәскәләр менән)

 Сиңерткә ;(Ҡапыл торналар сыңы ишетелеп ҡала) уй,был ниндәй һағышлы тауыш?Был бит торналар Теҙелешеп ҡанат ҡағалар.

                     

                                        Торналар бейеүе    

Торна; Эй сиңерткә,сиңерткә, көҙ етә, нимә эшләрһең һалҡында си-ңерңткә!

Сиңерткә; Көҙ етә тейһеңме?

Торналар; Бергә Әйе! 

       

Сиңерткә; Нимә эшләрһең тейһеңме?

Торналар: ; Бергә Әйе!

 Сиңерткә; йыр-лар-мын!

Торналар; Ай-ай-ай .Әйҙә беҙҙең менән йылы яҡҡа

Сиңерткә; Һеҙ нимә, бармайым бер ҡайҙа ла,мин бик күптән бөжәктәрҙе күргәнем юҡ,уларҙың хәлдәрен белер кәрәк!

......( теҙелешеп осоп сығып китәләр,сиңерткә ҡул болғап тороп ҡала)

Сиңерткә;йырлай Ҡулымда магнитофон

                                  Уйнайым да,йырлайым.

                                  Сәскә тамсыларын эсеп

                                  Ашамай ҙа туямын.

                                  Магнитофон уйнатам,

                                  Мин йырларға яратам.

                                   Лә-лә-лә-лә-лә-лә-ә

                                   Күңелемде йыуатам.

Бөжәктәр килеп сыға,

Сиңерткә;Бөжәк дуҫҡайҙарым,һеҙ ҡайҙа китеп бараһығыҙ?

Бөжәктәр; Беҙ бөжәктәр, бз-бз...ҡышҡылыҡҡа ҡышларға урын эҙләйбеҙ,һалҡын көндәр башланһа һин беҙҙе күрмәҫһеңдә!

Сиңерткә;Көҙ еткәнен ҡайҙан беләһең?Бәлким быйыл көҙ булмаҫ?Нимәгә ҡайғырырға?

Етәр инде һеҙгә ҡауғаларға!әйҙәгеҙ бейергә!

                                          Бейеү Бөжәктәр менән

(Күк күкрәп ямғыр килеп инә)

Ямғыр; Ха-ха-ха

             Ҡурҡытам мин барығыҙҙы ла!

             Ямғырымды ҡойҙороп,ҡанаттарығыҙҙы һыулатам !!!!

(Түңәрәк буйлап китә,бөжәктәр ҡасып бөтә)

Алып барыусы;

                Япраҡтарҙы күр әле:

                Алтын төҫкә кергәндәр,

                Бар дөнъяны күмгәндәр!

                Ел сыҡҡанда шаулашалар,

                Оса-оса уйнайҙар,

                Һауала әйләнәләр

                Һәм ергә һибеләләр...

(Ел тауышы сығып,япраҡтар килеп инә,бейейҙәр)

                                         Бейеү Япраҡтар менән

Алып барыусы;

Һары япраҡтар,көҙ килеүҙең билгеһе

Һары япраҡ-көҙ сибәрҙең төшөп ҡалған көҙгөһө.

Көндәр инде һалҡынайҙы,Кыштар бер аҙ яҡынайҙы,

Оҙаҡламай өйрөлөшөп ҡарҙар яуырҙар,

Шул осорҙо сиңерткә иҫенә бер ҙә төшөрмәгән ине,

Ел,дауыл ишетеп сиңерткәбеҙ аптырауғы ҡалды.

             

(Сиңерткә аптыранып,күҙен ыуа ыуа китеп бара ҡырмыҫҡаларға ул тап була,улар өй эшләп йөрөйҙәр)

Ҡырмыҫҡалар ; Беҙ ҡырмыҫҡа,беҙ ҡырмыҫҡа.

                              Барыбыҙҙа ҡырмыҫҡа!

                              Йорт һалабыҙ,тырышабыҙ,

                              Беҙгә дуҫлыҡ ярҙам итә!

Шул саҡ ел иҫеп китә;

Ҡырмыҫҡа; Ай-ай-ай һиҙәгеҙме дуҫтар,ел ҡуҙғалды...........

                     Йортобоҙҙо тиҙерәк төҙөп бөтөргә кәрәк.

(өйҙәрен эшләүҙәрен дауам итәләр)

Ҡырмыҫҡалар; йортобоҙ төҙөлөп бөттө,

Ҡырмыҫҡалар; өйҙө эшләп тә ҡуйҙыҡ,

                             Мейес яғып та ҡуйҙыҡ.

                             Ашаныҡ,эстек тәмләп.

                             Шатлыҡлы беҙҙең көндәр.

(Шул саҡ яндарына сиңерткә килеп инә)

Сиңерткә; уй-уй-уй һалҡын!Ҡырмыҫҡаларға шаҡыйым әле!(ишек шаҡый)

Ҡырмыҫҡалар;Кем унда

Сиңерткә;Был мин Сиңерткә.Индерегеҙ әле мине,тышта бик һалҡын.

Ҡырмыҫҡалар; Юҡ,индермәйбеҙ, һин йәй буйы йырланың,бейенең.Бар йырла,бейе инде!

Сиңерткә; (илай-илай йырлай)

Мин гел йырлап йөрөнөм

Гөлдән-гөлгә һикерҙем

Ғумерем заяға утте

Мин бәхетһеҙ сиңерткә. Хи хи хи

Ҡырмыҫҡалар; Һин бәхетһеҙ түгел,һин ялҡау сиңерткә!

Сиңерткә;  Мине бер кем дә яратмай.......хе хе хе хе( илай)

 Индерегеҙ зинһар,бөтә эште эшләрмен,утын индерермен.һыу ташырмын.Мине гәфү итегеҙ!!!!

Ҡырмыҫҡалар; Йәлләйбеҙ һине сиңерткә....индерәбеҙ өйөбөҙгә,һәм көҙгө муллыҡ,байлыҡ менән һыйларбыҙ.Бөгөн бит байрам,сөмбөлә байрамы.

(Ҡырмыҫҡалар сиңерткәне өйөнә индерәләр)

 Музыка янғырай,көҙһылыу килеп инә.

Көзһылыу; Әлбиттә беҙ сиңерткәне гәфү итәбеҙ,бөгөн бит байрам!

Бына һеҙгә шифалы,файҙалы үләндәр, мәтрушкә,ромашка, шуларҙы эсеп һау-сәләмәт булығыҙ! Хезмәт иткән көн иткән, көн иткән

Бәхетенә ирешкән,кемдәр йәй буйы ялҡауланмай тырышып эшләгән улар моратына ирешкән.

                             Уйын    «                      »

Сиңерткә; Рәхмәт һеҙгә дуҫтарым,мине индергәнегеҙгә! Мин хәҙер анланым,йырлап йөрөп кенә йәйҙе үткәрергә ярамай.тырышып эшләрмен.

Көҙһылыу; Афарин балалар!Ә мин һеҙгә көҙгө муллыҡ емеш-еләктәр алып килдем.(Түңәрәк буйлап йөрөп,алмалар күрһәтеп сыға).

Алтын көҙ беҙгә

Ҡунаҡҡа килде

Бөтә балаларға

Бүләктәр бирҙе.

Көҙ шулай матур төҫтәргә,

Буяй бөтә ерҙе лә.

Емеш еләк менән һыйлай,

Шатландырып беҙҙе лә.

Келәттәр тулы ашлыҡ

Өлгөргәндәр емештәр

 Бәпкәләр ҡаҙ булғандар

 Тауыҡ булған себештәр.

Йылмайып тора күктә

Көндөҙ ҡояш, төндә ай

   Шул бит инде алтын көҙ

                                                          Үҙе матур, үҙе бай.

                                      Песня «Осень чародейка»

Алып барыусы: ҙур рәхмәт һеҙгә балалар!Бик матур күңел астыҡ,ә хәҙер һаубуллашып төркөмгә ҡайтайыҡ.Һаубулығыҙ,күрешкәнгә тиклем тип хушлашабыҙ!

 

             


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы

Алтын көҙ...Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө- ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы,...