Өлкәндәр төркөмө өсөн музыканан“Болоттар” дәрес конспекты
план-конспект занятия (старшая группа)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
olkndr_torkomo_oson_muzykananbolottar_dres_konspekty.docx | 5.93 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
Өлкәндәр төркөмө өсөн музыканан“Болоттар” дәрес конспекты
Төп белем биреү-музыка.
Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар: нәфис әҙәбиәт,физик культура, социалләштереү,художестволы ижад.
Белем биреү маҡсаттары:
Тәбиғәттәге үҙгәрештәр тураһындағы белемде арттырыу
Һанау күнекмәләрен нығытыу
Тәрбиәүи маҡсаттар:
Уҙ-аллылыҡ, балалар араһында иғтибарлыҡ тәрбиәләү
Үҫеш маҡсаттары:
Көй тыңлағанда хис тойғоларын үҫтереү
Күҙәтеүсәнлекте үҫтереү
Эш алымдары:
“Көҙ килгән” йырын йырлау, “Ямғыр” исемле көй тыңлау, “Болоттар” бейеүен
башҡарыу,ритмик күнегеүҙәр башҡарыу, ямғыр теләү, “Ел һәм болоттар” уйынын уйнау, һүрәт төшөрөү.
Йыһазландырыу:
Интерактив таҡта, болоттар костюмы, һүрәт төшөрөү өсөн аҡ ҡағыҙҙар, бу
мала, ҡул һөртөү өсөн салфеткалар.
Үткәреү алгоритмы
1.Ойоштороу моменты
Балалар музыка аҫтында залға инәләр.
Көҙ тураһында слайд-шоу күрһәтелә.
Музыка етәксеһе: Балалар, ә һеҙ ниндәй көҙгө айҙарҙы беләһегеҙ?
Яуаптар.
Әйҙәгеҙ көҙ тураһында йыр йырлап алайыҡ.
Йыр *Көҙ килгән*
Мин- Октябрь, һуңғы япраҡтарҙы
Өйрөлдөрөп ергә һибәмен
Ҡоштар инде китте йылы яҡҡа
Һыуыҡ ямғыр алып киләм мин.
Музыка етәксеһе: Балалар , тәбиғәттә ниндәй ямғырҙар була икән?
Яуаптар: көслө ямғырҙар, май айында ләйсән ямғыр, йылы ямғыр, ҡар ка
тыш ямғыр…
Музыка етәксеһе: Әйҙәгеҙ әле беҙ “Ямғыр” исемле көй тыңлап алайыҡ.
Ә хәҙер ошо музыкаль таяҡтар ярҙамында ямғыр яуғанын һүрәтләп бирә
йек әле.
Ритмик күнегеүҙәр.
Музыка етәксеһе: Йәй көндәре эҫе булып оҙаҡ ямғыр яумай торһа
элек беҙ ошолай тип һамаҡлай торғайныҡ:
Яу, яу, ямғырым —
Ҡара тәкә һуяйым,
Түргә түшен эләйем,
Һиңә башын бирәйем.
Яу, яу, ямғырым!
Ә беҙ һеҙҙең менән икенсе төрлөрәк һамаҡлауҙы беләбеҙ, эйеме?
Әйҙәгеҙ бергәләп ямғыр теләп алайыҡ:
Балалар:
Ямғыр яу, яу, яу!
Иген үҫһен тау, тау!
Һыуһаған ер һыу эсһен,
Ашлыҡтар бейек үҫһен,
Ямғырым, яу, яу!
Болоттар бейеүе.
Ҡарағыҙ әле,балалар, көслө ямғырҙан һуң болоттар күпме күләүектәр
ҡалдырып китте, әйҙәгеҙ бергәләшеп уйнап алайыҡ.
2. Музыкаль-ритмик күнегеүҙәр:
Лужа, лужа на дорожке
Мы намочим наши ножки,
Нужно ножки поднимать,
Через лужицы шагать.
Припев: Вот так, вот так.
Через лужицы шагать.
Мы наденем все сапожки
И сухими станут ножки,
Можно ног не поднимать
И по лужицам гулять.
/дети выставляют ноги на каблучок /
Дождик, дождик припустил
Всех ребят он напоил,
Ну, давайте поспешим
От дождя мы убежим.
/ дети бегают по залу /
Уйын *Ел һәм болоттар*
Беҙ болоттар-илаҡтар (түңәрәк буйлап йөрөйҙәр)
Ямғыр менән бик дуҫтар
Ел беҙҙе тарата (ҡулдар баш осонда һалмаҡ хәрәкәттәр яһай
ҙар)
Уйнарға ла ярата. (болоттар ҡаса, ел баҫтыра)
Беҙҙең Ел бигерәк сос булып сыҡты, нисә болотто тотҡан икән,
әйҙәгеҙ һанап алайыҡ!
Музыка етәксеһе: Ә хәҙер беҙ болоттарҙы һүрәттә эшләп ҡуяйыҡ инде.
3. Һүрәт төшөрөү.
Музыка етәксеһе: Көслө ел иҫте лә бар болоттарҙы ҡыуып ебәрҙе, болоттар
тик беҙҙең һүрәттәрҙә генә ҡалды.
4. Йомғаҡлау
-Балалар, һеҙгә дәрес оҡшанымы?
-Тәбиғәттә ниндәй ямғырҙар булғанын белдек?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект открытого занятия в подготовительной к школе группе Конспект открытого занятия в подготовительной к школе группе Конспект занятия в подготовительной группы педагога-психолога со слабослышащими детьми
Дата проведения: 21 февраля 2012 г. Участники: дети подготовительной группыПроводит: педагог-психолог Панова М.М.Цель:способствовать формиров...
Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект занятий
Познакомить детей с числом и цифрой 6.Совершенствовать навыки счета и сравнения совокупностей предмета.Формировать умение детей различать понятия вчера, сегодня, завтра.Закреплять знания о геоме...
Конспект проведения комплексного занятия «Грибной дождь», Конспект проведения комплексного занятия «Первы снег», Конспект проведения комплексного занятия «Снег идёт»и Физкультминутка«БУРАТИНО»
1. Проведения занятия, учить детей замечать изменения происходящие в природе.2. Проведения занятия, учить детей группировать предметы по цвету и форме.3. Проведения занятия, Развивать у детей целостно...
Конспект НОД " Азбука безопасности" .Конспект НОД: Тема «Азбука безопасности» Составила : Рахимова Зарифа Тахировна. К конспекту прилагается презентация.
Составила : Рахимова Зарифа Тахировна.Цель: Обобщить и систематизировать знания о безопасности в доме.Задачи:Образовательные:— Формировать умения видеть вокруг себя потенциальные опасности в доме...
Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробуждение природы» (старший дошкольный возраст) Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробуждение природы» (старшая группа) Конспект целевой про
Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробуждение природы» (старший дошкольный возраст)Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробу...
праздника Конспект по сказке «Теремок» Веселится народ, праздник Пасхи у ворот. Конспект совместной деятельности педагогов с детьми с ОВЗ «Звуки весны», План - конспекта Тема: Совместная образовательная деятельность «Рукавичка" и другие
Методическая разработка праздника «По дорожке весело наши ножки шли»для детей со сложным дефектом совместно с родителями.Праздник посвящается Дню Матери.Цели и задачи:Коррекционно-ра...
1. Конспект по рисованию 2. Конспект по конструированию 3. Конспект по математике. 4. Конспект по окружающему миру.
Тема1. Рисование "Осенний пейзаж. Дождь" (05.10.2021)2. Окружающий мир «Такие разные, такие важные ». бытовые предметы и техника. Их значение в жизни человека. (11...