"Уңыш байрамы"
план-конспект занятия (средняя группа)
Предварительный просмотр:
Көҙ байрамы.
Уртансы төркөкөмө
Ҡатнашалар: Алып барыусы,
Ялҡау ҡыҙ һәм баҡсалағы емеш-йәшелсәләр.
Уйын бүлмәһе матур итеп байрамса биҙәлгән, ата- әсәләр ярҙамында эшләнгән көҙгә арналған кул эштәре, балаларҙың көҙ һүрәттәре күргәҙмәгә эленгән.
Алып барыусы: -Иҫәнмеһегеҙ ҡәҙерлә дуҫтар, балалар, коллегалар. Китте йәй беҙҙең яҡтарҙан Диңгеҙ, тауҙар артына, Көҙ алтын күлдәк кейҙерҙе Ағастарҙың барһына. Йылытмай инде ҡош та, Көндәр ҡыҫҡара бара. Әбейҙәр сыуағы менөн Көҙ алдай беҙҙе бары. |
Беҙ бөгөн бында көҙ байрамын үткәрергә йыйылғанбыҙ. Көҙ айында уңыш йыйабыҙ, тимәк уңыш байрамы.
Күнелдәргә яҡты нур өләшеп,
Шатлыҡ өҫтәй һәр бер йөрәккә.
Үҙ муллығы менән көҙ килә
Йомғаҡ яһап йәйге хеҙмәткә
Ҡәҙерле ҡунаҡтар, ҡарағыҙ ниндәй уңыш үҫте беҙҙең балалар баҡсаһында. Кишер, кәбеҫтә, һуған, помидор, ҡыҙыл сөгөлдөр- барыһыла һеҙҙең өсөн, барыһыла һый булһын.
Моңло гүзәл,
Матур аяҙ көндәр,
Мул игендәр-
Һинең бүләгең.
Һоҡландырғыс һинең тәбиғәтең,
Бигерәе матур һинең күлмәгең.
- Бына инде көҙ етте,
Ҡоштар көнъяҡҡа китте.
Япраҡтарҙы һарғайтып,
Алтын көҙ ергә ятты.(ЗАҺИҘӘ)
- Көҙгө урман бигерәк матур,
Караһаң күҙ ҡамаша.
Төрлө төҫтә япраҡтар,
Үҙ-ара шыбырлаша.(АЛИНА)
- Елбер-елбер япраҡтар,
Ерҙең өҫтөн яптылар.
Өшөмәһен ерем тип,
Түшәлешеп яттылар.(АЛИМ)
- Һары- һары һап һары,
Төшә ағас япрағы.
Өлкән иләген алып,
Килеп етте көҙ тағы.(ИЛЮЗА)
КӨҘГӨ ЯПРАҠТАР- башҡарыуында ҡыҙҙар бейеүе.
- Елдәр иҫкәндә
Осалар улар.
Ерҙе матурлап,
Биҙәйҙәр улар.(РАЛИЯ)
Игендар урылған,
Уңыштар йыйылған.
Бесән дә сабылған,
Эҫкерттәр ҡойолған.(БУЛАТ)
Ел менән ҡыуышып,
Япраҡтар ҡойола.
Осар ҡош талпынып,
Китергә йыйына(АЙСУАҠ)
Көҙ килгән,көҙ килгән,
Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.
Ҡайындар,тирәктәр,талдар,
Һарынан күлдәк кейгән(ФИРҮЗӘ)
Алып барыусы:
-Балалар, мин һеҙгә бер әкиәт һөйләгем килә, көҙгө уңыш һәм ялҡау ҡыҙ тураһында.
Һөйләйемме?
- -Алай булғас тыңлағыҙ,
әкиәт һөйләйем һеҙгә.
Теҙеп һүҙҙәрҙе һүҙгә
Ә һеҙ отоп алығыҙ.
Борон заманда, йыраҡ ауылда,
Йәшәгән ти, бер ҡыҙ бала.
Үҙе матур булһа ла
Булған ғәҙәте насар-
Эш ҡушһалар баш тртҡан.
Иртәнсәк тә лә , кистә лә
Гел уйнарға яратҡан.
Ҡыҙ ҡулына буш кәрзин тотоп:
-Эшлә , эшлә- тип әйтәгеҙ,
Ә минең эшләгем килмәй.
Ай һай, ай һай,
Минең эшләгем килмәй...-
тип йырларға яратҡан был бала.
-Әсәй миңә баҡсаны ҡарап кил тине,
Йәшелсәләрҙе йый тине-
Ниңә миңә эшләргә,
Ниңә кәрәк йәшелсә?
Уларҙан беҙгә ни файҙа?
Тигәндә уйнауын бауам иткән.
Кәбеҫтә(ИСКӘНДӘР)
Әбей түгел, бабай түгел
Үҙе ҡат-ҡат тун кейә.
Йәшкелт төҫтә, аҡ төҫтә,
Шытырлап тора тештә.
Ҡаршыһына тағы бер кәбеҫтә(СУФИЯ) килеп баҫҡан
Һәм уға былай тигән:
-Мин буламын кәбеҫтә,
Мин йәшкелтем төҫтә.
Күлмәгем минең ҡатлы.
Аш булып та бешәм мин,
Бәлеш булып та бешәм мин,
Сөнки мине балалар
Көндә көтөп алалар.
Ҡыҙ:
- Бигрәк ҙур, бигрәк ауыр икәнһең,
Мин һине алмайым,
Кәрзинемә һалмайым!
Артабан уйнауын дауамитә.
ҺУҒАН (БАТЫРХАН)
килеп баҫа ҡыҙ ҡаршыһына:
-Минең исемем- Һуған,
Мин Һиндостанда – тыуған.
Мине бик тә маҡтайҙар,
Шифалы, тип атайҙар.
Салатҡа ла турайҙар,
Турағанда илайҙар.
Кыҙ:
- Шулай мы ни,
Илатаһың күҙҙәремде
Ҡыҙартаһың үҙемде.
Мин һине лә алмайым,
Кәрзинемә һалмайым.
Автор:Һуған үпкәләп китә,
кыҙ уйнауын дауам итә.
Авт: Кишер (Х.ГӨЛИӘ)килеп баҫа ҡыҙ янына.
-Минең исемем –Кишер
Теләһәң былай кимер,
Теләһәң ашҡа тура,
Теләһәң -салатҡа.
Мине яратҡан бала
О-о-о оҙон ғүмерле була.
Ҡыҙ:
-Оҙаҡ йәшәп азапланып
Эштәр эшләп бик арып,
Ниңә улай ыҙыларға
Мин китәмен уйнарға.
Алма (РЕГИНА)
Алмағастың алмалары
Ҡыҙарып ҡына бешкән.
Алма, тигәс, беҙ алмағас
Үҙем өҙөлөп төштөм.
Алма(АЛТЫНАЙ)
Алма булып ал бештем,
Өҙөлөп ергә төштөм.
Үҙем бигерәк тәмле
Витаминлымын бит әле.
Ҡыҙ: “ Ергә ҡолап төшәһең,
Бысыранып бөтәһең.
Мин, һине лә алмайым,
Кәрзинемә һалмайым.”
Еләк (РАМИЛЯ)
Баҡсала үҫә еләк,
Урманда үҫә еләк.
Урмандағы еләк
Ни өсөндер тәмлерәк.
Ҡыҙ: “ Тәмле булһаң да,таҙалар кәрәк.
Услап бит ашауы -рәхәтерәк.
Әсәй әйтә ,-улай ярамай,
Аҙаҡтан иһә,эсең яфалай”
Ҡабаҡ (АМИНА)
Һеҙҙә нисек, беҙҙә үҫә
Ат башындай ҡабаҡтар.
Ҡабаҡтарҙы тураған инек
Тулды бөтә табаҡтар.
Ҡауын
Мин ҡауын-оҙонса шар кеүек
Тәгәрәп ятам аунап.
Эй ярам мине балалар
Тәмле баллы һутымды.
Ҡыҙ:
“Шарға оҡшаһаң да,
Тибеп булмай һауаға.
Уйнап булмағас.
Ниңә кәрәк һин миңә?Ө
Шалҡан
Хас әкиәттәге һымаҡ,
Шалҡанды тартам, тартам.
Тартып сығара алмайынса
Йығылып барып ятам.
Помидор(НАҘГӨЛ)
Мин йәшел, ҡыҙыл помидор,
Үҙәм , бешәм һабаҡта.
Һутлы соктар, томаттар
Мине лә ярата балалар.
Помидор (ГӨЛФИӘ)
Минең кеүек помидорҙар
Үҫә ошо баҡсала.
Кинәнгәнсе һыу эсәләр,
Эсмәҫ ине , йәй эҫе.
Ҡыяр (ФӘНГИЗ)
Йәшел япраҡлы -мин ҡыяр
Витаммным күп минең.
Витаминым күп минең
Мине белмәгән кеше юҡтыр.
Ҡыҙ:
“Салатҡа һалырға
Турарға ҡуша әсәйем.
Минең ваҡыт юҡ,
Уйайыҡ ти бесәйем”
Кәзә: (У.ҒАЛИНУР)
-Мә-мә-мә...
Дөрөҫ, дөрөҫ әйтәһең,
Әйҙә бергә дуҫ булайыҡ,
Бергә күңел асайыҡ.
Бар рәхәтләнеп һин уйна,
Эш тураһында ҡайғыртма.
Мин баҡсаны ҡарармын,
Уға һаҡсы булырмын.
Ҡыҙ:
-Ура! Мин уйнайым! Мин азат!
Алып барыусы:
-Балалар, ҡыҙ дөрөҫ эшләнеме, баҡсалығы уңышты кәзәгә ҡалдырып. Кәзәне ҡыуып сығарар өсөн ни эшләр кәрәк.
-Шаулар кәрәк. Әйҙәгеҙ матур итеп йырлап алайыҡ,бәлки кәзә сығып ҡасыр.
Һаман бында әле ул,әйҙәгеҙ бейеп алайыҡ атыу.
“Баҡсасылар” бейеүе.
Көҙгө уңыш тураһында йомаҡ сисеү.
Уйындар: “Салатҡа йәшелсәләр кәрәк”
Йомғаҡлау.
Бүләкләү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Шежере-байрамы
«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...
Кәкүк сәйе байрамы.
Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3. Йолаларға ҡарата, башҡ...
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...
Сәскәләр байрамы
Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...
Бал байрамы
Данный сценарий будет интересен музыкальным руководителям, воспитателям и педогогам дополнительного образования...
Нардуған байрамы
Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...
КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»
познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического народа Крыма. Познакомить с культурой, с ремеслами крымс...